7
Шағирә Динә Талхинаның тыуыуына 74 йыл...
Кешеләргә изгелекле, йылы һүҙле, яҡшы мөнәсәбәттән туҡылғайны ғүмер юлы. Шәхсән үҙем оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, уның терәк-таяныс булырҙай кәңәш-төңәштәрен мәңге онотасаҡ түгелмен, улар әле лә иң хәл иткес мәлдә ярҙамға килеп, күҙҙе ҡаплаған пәрҙәне күтәргән һымаҡ. Әҙәм балаһы тормош юлынан атлағанда абына-һөрөнә, хаталана-яңылыша йәшәргә өйрәнә. Янында кәрәк саҡта тел ярҙамы тейерҙәйҙәр булһа, ярты бәхеттер, тим. Динә Талхина шундай заттан ине. Киҫәтә лә, ҡурсалай ҙа белә, кәрәк икән,...
8
Тәкә менән булған мажара
Эшһеҙ,тимәк,аҡсаһыҙ ҡалған сағым ине.Өлкән ҡыҙым ҡырҙа уҡыуҙа,улым етәктә,бәләкәс ҡыҙым итәктә саҡта ауылға ,әсәйҙең эргәһенә йәшәргә ҡайттым!Әсәйебеҙҙең кәре ҡайтҡан хәҙер.Мал-тыуары боронғо һымаҡ ишле түгел.Кәртә-ҡурабыҙ бөтөнләй үк бушамаған,бер бөртөк кенә һыйырыбыҙ көйшәп тора унда!Шөкөр ,шул һыртағыбыҙ март айында быҙаулап бирҙе!Ҡураға ҡот инде!Беҙ һөтөнә,балалар ҡаймағына һөйөнә!