Яңылыҡтар
4 Августа , 12:40

Өфөлә ҡала яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ!

Өфөлә ҡала яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ!Өфөлә ҡала яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ!
Өфөлә ҡала яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ!

2026 йылдың 20 июленән Өфө агломерацияһындағы Дим — Иглин маршруты буйынса йөрөгән «Ласточка» һәм «Финист» ҡала яны электропоездарында мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә яңғырай. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы стандарты Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы сиктәрендә индерелде, тип хәбәр итә «Башинформ».

Мәғлүмәтте башҡорт телендә иғлан итеү башланғысын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма күтәреп сыҡҡан.

«Быйыл „Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант“ акцияһы сиктәрендә тәүге тапҡыр Өфө — Раевка маршруты буйынса йөрөүсе „Ҡарлуғас“ ҡала яны поезында диктант яҙҙыҡ. Был үҙенсәлекле майҙансыҡ күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ошо саранан һуң беҙ „Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы“на мөрәжәғәт итеп, ҡала яңы поездарында станцияларҙы башҡорт телдәрендә лә иғлан итеү мөмкинлеген ҡарауҙарын һораныҡ. Был башланғысты хуплап ҡабул иттеләр, һәм бөгөн „Ҡарлуғас“ менән „Финист“ электропоездарында пассажирҙар өсөн мәғлүмәт ике дәүләт телендә яңғырай», — тип белдерҙе ойошма етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Станция атамалары БР-ҙың Терминология хеҙмәте менән берлектә башҡортсаға тәржемә ителгән. Аудиояҙмаларҙы билдәле алып барыусы Гүзәл Мөхәмәтйәнова тауышландырған.

«Артабан Өфө тимер юл вокзалында алыҫ араға йөрөүсе „Силәбе — Мәскәү“ поезы хәҙер башҡортса иғлан ителәсәк. Шулай уҡ 61 ҡала яны электропоезының 32-һендә лә мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә тапшырыла. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк», — тип белдерҙеләр БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

 

Фото: Олег Яровиков

Автор:
Читайте нас