

“Донъяла ғәжәйеп тоҡомло аттар бар. Улар араһында бәйгелә ал бирмәгән йүгеректәре лә, матурлығына һоҡланып туйғыһыҙ ғәрәп аты ла, ғәйрәте, көсө менән таң ҡалдырған йөк аттары ла, төрлө-төрлөләре бар. Әммә донъялағы барлыҡ һоҡланғыс тоҡомло аттарҙың иң яҡшы сифат- тарын үҙенә туплаған тоҡом аты ла бар – ул башҡорт аты. Ул бәйге аттарының етеҙлеген, йөк аттарының көсөн һәм ғәйрәтен, екке аттарының талымһыҙлығын үҙендә туплаған, әммә башҡа тоҡом атта- рынан ул үҙенең сыҙамлы булыуы, яҡшы сифатлы һөт, ит продукттары биреүе, игелекле булыуы менән айырылып тора...” Был һүҙҙәрҙең авторы – башҡорт атын һаҡлауҙы һәм үрсетеүҙе тормошоноң төп мәғәнәһе итеп белгән күренекле ғалимәбеҙ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспон- денты, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн”, Салауат Юлаев, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәте өсөн” ордендары кава- леры, “СССР уйлап табыусыһы” почет билдәһе, СССР ВДНХ-һының ике көмөш миҙалы кавалеры Ираида Әбүбәкер ҡыҙы ӘХӘТОВА.
Ғинуар айында ғалимә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Социализм беҙҙе “сәңгелдәктә бәүетеп” боҙҙо
– Ираида Әбүбәкер ҡыҙы, Хоҙай Тәғәлә ошо донъяны, бар тереклекте яралтҡан. Әҙәм балалары матур һәм дөрөҫ итеп йәшәһен өсөн диндәрҙе, “Ҡөрьән”, “Библия” һәм башҡа китаптарҙы бар иткән. Тик, әлеге лә
баяғы, кешелек Аллаһ һыҙған юлдан тайпылып, хакимдарҙың да ғәйебе арҡаһында илаһи тормошто әле булһын төҙөй алмай. Ә бына һеҙ, ошо донъяның режиссеры булһағыҙ, уны нисегерәк ҡорор инегеҙ, спектаклегеҙ нисегерәк булыр ине?
– Мин иң беренсе нәүбәттә ғәҙеллек һағында торор инем. Нимә генә тимә, кешелектең барлыҡ проблемалары ошо ғәҙеллек принцибының емерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Асыҡ күңелле, асыҡ йөрәкле кешеләр өсөн яратылған был донъя, һәр хәлдә, дини күҙлектән ҡарағанда, ул шулай. Үкенескә күрә, бик аҙ ғына кешеләр донъя менән идара итә. Үткән быуаттың 90-сы йыл- дарына тиклем бар ғүмерен илебеҙҙең сәскә атыуы өсөн биреүселәр хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй булып сыҡты. Минең тыуып үҫкән Борай районының Мулла ауылында һуғышта ирҙәре үлеп тол ҡалған ҡатындар күп булды. Колхозыбыҙ бай булмаһа ла, көҙөн йыйып алынған игенде иң беренсе уларға алып килерҙәр ине. Былар барыһы ла колхоз идараһы күрһәтмәһе буйынса эшләнде. Ҡыҫҡаһы, элек кешеләргә иғтибар булды. Беҙҙең туғандар араһында ла өс тол әбейем ауылда йәшәне. Әсәйем икмәк бешерһә, бәлтәмдең аҫтына тығып, мин иң бе- ренсе уларға йылы икмәк алып барып еткерә торғайным. Мин генә түгел, ул за- манда барлыҡ кешеләр ҙә иң тәүҙә башҡаларҙы хәстәрләп йәшәне. Хәҙер ана шул яңы бешкән икмәктең йылылығы етмәй.
Кеше – ул социаль төшөнсә һәм ул тап ошондай йылы аралашыуҙар менән йәшәргә тейеш. Элек ауылдарҙа кешеләр бер-береһенең йортона ишек ҡаҡмай ҙа инә торғайны,ҡалалар “подъезд принцибы” менән йәшәне. Мин үҙем йәшәгән подъездағыларҙың барыһын да таныйым, сөнки беҙҙә аграр университет уҡытыусылары йәшәй. Элегерәк, икенсе йортта йәшәгәндә, бер ҡатта йәшәгән күршеләремде генә белдем.
– Совет осоронда кешеләр араһында күркәм аралашыуҙарға ҡоролған иптәшлек мөнәсәбәттәре йәшәне. “Кеше кешегә дуҫ һәм иптәш” тигән лозунг та булды ул саҡта. Шул уҡ ваҡытта, донъялар үҙгәреп, мәсеттәр һәм сиркәүҙәр күпләп төҙөлөп, дингә тараф асылғайны, кешеләр төрлө дини секталарға бүленеп, уларҙың араһында дошманлыҡ көсәйҙе. Быға ниндәй аңлатма бирә алаһығыҙ?
– Әлбиттә, Аллаһҡа ихластан, эскерһеҙ ышанған, хәләл көс менән тапҡан аҡсаһына мәсет, сиркәү төҙөгән диндарҙар бар. Улар мотлаҡ Аллаһ хозурында булыр, иншаллаһ. Шул уҡ ваҡытта ундайҙарҙың киреләре лә юҡ түгел. Минеңсә, тап ошо сәбәп дин юлында йөрөүселәрҙе төрлө секталарға бүлә, уларҙы бер- береһенә ҡаршы йөрөтә. Әммә Хоҙайға ришүәт биреп кенә гонаһтарҙан ҡотолоп буламы икән? Кешеләрҙе яратмайынса, Аллаһты яратырһыңмы?
Миңә ҡалһа,был йәһәттән советдәүере кешеләре күпкәтаҙараҡ ине кеүек.Беҙгә мәктәптә гуманлы булырға, үҙеңдең ауылыңды ғына түгел, барлыҡ донъяны, ке- шелекте яратырға өйрәттеләр. Әле лә иҫләйем, Анджела Дэвисты төрмәгә ултыртҡастары, мин мәктәптән өйөбөҙгә илап ҡайтҡайным.
Беҙ совет осоронда йылҡысылыҡ институтында йылына бер тапҡыр координация советына йыйыла торғайныҡ. Унда Балтика буйы,Урта Азия республикаларынан белгестәр килә. Ул саҡта бик ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, әңгәмәләр ойошторҙоҡ. Ҡайһы төбәктә ниндәй тәжрибәләр үткәрелгәнен һәр ваҡыт белеп торҙоҡ. Ул осрашыуҙар бер-беребеҙҙе ныҡ байытты. Хәҙер ундай аралашыуҙар етмәй.
– Нисек кенә булмаһын, коммунизм утопия булһа ла, социализмдың нигеҙендә социаль тигеҙлеккә ынтылыш бар ине.
– Беҙҙәге социализмды донъя капиталы күрә алманы һәм ҡаршы көрәшеп юҡҡа сығарҙы. Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап һәр кеше үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш тигән индивидуализм принцибы һеңдерелә килеп, илебеҙ селпәрәмә килде. Төп халыҡ массалары нимәләр барғанын аңлап та өлгөрмәне, йылғырҙар ил башына тороп алып, үҙҙәренә нисек кәрәк, шулай идара итә баш- ланы.
Социализм илебеҙ халҡын “сәңгелдәктә бәүетеп”тәрбиәләне, граждандарҙың әүҙемлеге юҡҡа сыҡты. Беҙ бушлай медицина ярҙамы, юғары белем, фатир алдыҡ. Уҡып алған һөнәрең буйынса эш урындарында беҙҙе ҡолас йәйеп көтөп торҙолар. Кеше үҙ ғүмеренең һәр этабында дәүләт тарафынан хәстәрлек күрһәтелеренә ышаныс менән йәшәне һәм эшләне. Хәҙер иһә беҙ хроник стресс процесында йәшәйбеҙ.
– Демографик көрсөк тә үҙен ныҡ һиҙҙерә. Хатта икенсе балаға түләнгән ярты миллион һумдан ашыу әсәлек капиталы ла демографик шартлау тыуҙырманы. Совет осоронда иһә, хәҙерге менән сағыштырғанда ҡойтораҡ шарттарҙа йәшәһәк тә, балалар күпләп тыуҙы. Был хәлгә аңлатмағыҙ нисегерәк?
– Хәҙер, асылда, балалар шарттар насарыраҡ булған ғаиләләрҙә күпләп тыуа. Күптәр пособие, әсәлек капиталы иҫәбенә үҙенең проблемаһын хәл итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта балалар йортонан балаларҙы яратҡан өсөн түгел, ә 90 процент осраҡта пособие хаҡына алалар. Балаға бит ҡарап тороуы ғына ла ҙур бәхет, йөрәгең йылылыҡ менән тула, аңламаҫһың, ул балаға пособиеға ҡараған һымаҡ ҡарауы мөмкинме икән? Әгәр ҙә балалар мөхәббәтле ғаиләләрҙә һөйөү емеше генә булып тыуһа, ата-әсә лә, бала үҙе лә ниндәй бәхетле булыр ине!
Атайым себештәрҙән башлап аттарға тиклем барыһын да яратты
– Атайығыҙ, әсәйегеҙ хаҡында ниндәй иҫтәлектәр һаҡлайһығыҙ?
– Атайым әрме хеҙмәтенән ҡайтып, күп тә үтмәҫтән, Бессарабияла ыҙғыштар башланып, уны яңынан хеҙмәткә саҡырғандар.Артабан ул Фин һуғышына барып эләгә лә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле тыуған яғына ҡайта алмай. Дөйөм алғанда, ете йыл һуғышта булып, ҡаты яраланғандан һуң алты ай госпиталдә ятып, 1944 йылдың аҙағында ғына ҡайтып төшә. Уның тәнендә ете урыны йәрәхәтләнеп, снаряд ярсығы танауын һәм өҫкө иренен емереп үткән. Госпиталдә яңағын сәрпелгән һөйәк ярсыҡтарынан ҡоршағандар. Ҡулы өс урын- дан һынған. Ул һуғыштан әҙәм ҡарағыһыҙ рәүештә ғәрипләнеп ҡайтҡан. Шул көйө 82 йәшенә тиклем колхозда хеҙмәт итте. Көн буйына бесән сабып ҡайтҡандан һуң,ҡулының һәм тәненең һыҙланыуын баҫыр өсөн тупһала әрнегән яраларын бәүетеп төндәр буйы ултырып сығыр ине.
Ошо хәлдә улар әсәйем менән өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Мин – өлкән бала һәм ике ҡустым. Атайыбыҙ иҫ китмәле патриот ине, Сталинға һүҙ тейҙермәне. “Әгәр ҙә Сталин булмаһа, илебеҙ һаҡланып ҡалмаҫ ине, һалдаттар уның исемен әйтеп үлемгә барҙы”, – тип уны яҡланы. Уның өҫкө ирененә тәненең башҡа өлөшөнән алып ямаулыҡ һалғандар, ә танауында ул һәр ваҡыт сепрәк япма йөрөттө. Мин бишенсе класҡа тиклем атайымдың башҡаларҙан ни өсөн айырылып торғанын аңламай ҙа инем.Уны ныҡ яратҡаным өсөн шулай тойолғандыр. Бар ғүмере уның шул япмаһы менән үтте.Уға табиптар операция яһарға тәҡдим итте, әммә ул колхоз эшен үҙенең төп бурысы итеп күрҙе. Улдарын армия сафына оҙатҡанда: “Беҙ Ватанды фашизмдан һаҡлап ҡалдыҡ, әгәр ҙә ҡурҡып артҡа сигенһәң, өйгә ҡайтып йөрөмә...”–тигән һүҙҙәрен әйтте. Атайыбыҙ икенсе төркөм инвалиды булһа ла, үҙенә ниндәйҙер өҫтөнлөктәр, машина, фатир һорап йөрөмәне.“Мин бер үҙем һуғышманым, бөтә ил һуғышты. Хәҙер барыһына ла фатир өләшеп сығырғамы ни?”–тип кенә әйтер ине.
Әсәйем “Тылда героик хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләне,каникулдарында колхозда хеҙмәт итте,ураҡ урҙы,бесән сапты. Үҙе һөйләүенсә, һуғыштың биш йылында ул бер телем дә икмәк ашай алмаған.Уларға көнөнә икешәр аш ҡалағы менән он биргәндәр. Ошо ондо һыуға һалып, боламыҡ итеп ашағандар. Һуғыш тамамланып, икмәккә тейенеүҙе оло байрам итеп ҡабул иткән улар. Беҙҙең ғаиләлә ниндәйҙер байлыҡ хаҡында һөйләшеү ике ятып бер төшөбөҙгә инмәне. Кемдер байлыҡ хаҡында һүҙ әйтә ҡалһа, ул иң түбән ҡылыҡ булып һаналды. “Өҫтәлдә икмәк булһа, туптар шартламаһа, был – үҙе бәхет”, – тип әйтер булды әсәйебеҙ.
– Бала сағығыҙҙың иң бәхетле мәлдәрен ниндәй ваҡиғаларға бәйләйһегеҙ, шул саҡҡа әйләнеп ҡайтырға теләр инегеҙме?
– Олатайым менән өләсәйемә ҡунаҡҡа барған саҡтарым – иң бәхетле мәлдәремдер ул. Өләсәйем ғәжәйеп кеше булды. Мин йөҙөм һәм килбәтем бу- йынса тулыһынса уға оҡшағанмын.Атайым менән әсәйем беҙҙе иркәләп, наҙлап ултырманы, быға уларҙың ваҡыттары ла булмағандыр. Шуға күрә уларҙан ала торған иркәләүҙе һәм наҙҙы беҙ өләсәйебеҙҙән алдыҡ. Өләсәйемдең самауыры ҡайнап сыҡҡан мәлде мин ысын бәхеткә тиңләйем һәм фәҡәт шул саҡҡа ҡайтырға теләр инем. Мин олатайым менән өләсәйем уртаһында ултырам, ола- тайым арҡамдан ҡағып ярата, өләсәйем сәсемдән наҙлап һөйә. Улар беҙҙән өс йорт аша йәшәне, аҙаҡ олатайым вафат булғас, өләсәйебеҙҙе үҙебеҙгә күсереп алдыҡ.Ғүмере оҙон булды,103 йәшкә етте.Беҙҙең өйҙә бер кем дә тик ултырманы, һәр ҡайһыбыҙ ниндәйҙер эш башҡарҙы.
Бер саҡ кешеләр менән һөйләшеп ултырған сағында атайыма уҡыуҙа тик “бишле”гә өлгәшеүем хаҡында әйтеп маҡтанғайным, һуңынан ул мине: “Ниңә бөтә ауылға ҡысҡырып “бишле”гә уҡыуың менән маҡтанаһың, тағы ла нисек уҡырға тейешһең?”– тип әрләп ташланы.
– Атайығыҙ һәм әсәйегеҙҙең ниндәй сифаттарын үҙләштерҙегеҙ?
–Атайымдан хайуандарға, йәнлектәргә ҡарата һөйөү хисен алғанмындыр,тип уйлайым. Ул себештәрҙән башлап аттарға тиклем барыһын ла яратты. Һигеҙ йәшендә һабантуйҙа бәйгелә сабышып икенсе урынды яулаған. Атайым малдарҙың тәбиғәтен яҡшы аңланы. Кемдер һауын һыйыры һатып алыр булһа, һәр ваҡыт уға: “Әбүбәкер беҙгә яҡшы һөт бирә торған һыйыр кәрәк. Зинһар өсөн, район үҙәгенә баҙарға барып, мин һатып ала торған һыйырға һыңар күҙеңде генә һал әле”, – тип мөрәжәғәт иттеләр. Ә үҙебеҙҙең һыйырҙан тыуған быҙауҙарҙы һатып алыр өсөн ауылда сиратта торҙолар. Мин бына хайуандарҙы баһалар өсөн институтта зоотехникка биш йыл уҡыным, ә атайым малды ниндәй күрһәткестәре буйынса баһаланы икән, миңә сер булып ҡала.
Беҙҙең ата бесәй ауылдағы барлыҡ ата бесәйҙәрҙе еңеп, ауылыбыҙҙың бесәйҙәрен “үҙ ҡулында” тотто, хатта эттәр унан шөрләне. Шул бесәйебеҙ атайыбыҙ менән дуҫ булды. Иртәнсәк төнгө алыштан ҡолаҡтары йыртылып, ҡойроғо өҙөлөп, ҡанһырап ҡайтып инеүе була, атайыбыҙ уны тупһалағы келәм өҫтөнә һалып, яраларын бәйләп, йод һөртөп бағыр ине. Аҙаҡ ул әсәйебеҙгә күрһәтмәй генә яңы айыртылған һөттөң ҡаймағын алып килеп бесәйҙе һыйланы. Әсәйебеҙ күреп ҡалып әрләшһә:“Ул бит ябай ғына ата бесәй түгел,яугир,ә яугиргә көс йыйырға кәрәк”, – тип яуаплар ине. Ә атыбыҙ янына атайыбыҙ бер ҡасан да буш ҡул килмәне, кеҫәһендә һәр ваҡыт әсәйебеҙҙән йәшереп кенә алған икмәк киҫәге булды. Уға һәр ваҡыт ябыҡ атты бүлеп бирә торғайнылар, сөнки барыһы ла Әбүбәкерҙең иң арыҡ атты ла ашатып, бағып,дөлдөлгә әйләндеререн белә ине. Мин дә, атайым һымаҡ, аттарҙы һәм башҡа хайуандарҙы үлеп яратам. Ә әсәйебеҙгә килгәндә, ул йыл һайын коммунистик өмәләр алдынан беҙгә, балала- рына: “Балам, мотлаҡ рәүештә субботникка сығып, кешеләр араһында матур итеп йөрөп ҡайт. Балаларыңды ла алып сыҡ, улар ҙа кеше менән аралашырға, эшкә өйрәнә торһон”, – тип хат яҙыр ине.
Әсәйем менән һабантуйҙа бергә йөрөү еңел түгел ине. Уны элекке уҡыусылары, ауылдаштары танып ҡалып, бер туҡтауһыҙ тәбрикләр, иғтибар бүлер, сәй менән һыйлар ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ас балаларҙың ҡаурый ҡәләм тоторға ла хәле булмайынса, ҡулдары ҡалтырап ултырыуҙарын иҫләп һөйләр булды әсәйем. Ул уҡыусыларына хәл инһен өсөн кишер сәйе эсергән, уларҙың кейемдәрен ямаған, малайҙарҙың сәстәрен алған. Мин докторлыҡ диссертацияһы яҡлап, профессор булып киткәс, әсәйем беҙҙең менән йәшәргә Өфөгә килде. Институтҡа имтихан алырға йыйынғанда ул: “Балам, бер студентыңа ла “икеле” билгеһе ҡуйма. Уларҙың ата-әсәһен йәллә, улар һуңғы аҡсаларына балаларын уҡытырға ебәргән...” – тип киҫәтергә онотманы.
– Атайығыҙ менән әсәйегеҙ нисек танышҡан һәм өйләнешкән?
– Атайыбыҙ һуғыштан, башта әйткәнемсә, ҡаты яралар алып, ғәрипләнеп ҡайтҡан. Был ваҡытта әсәйебеҙ Орҡоя, матур йәш ҡыҙ, мәктәптә уҡытып йөрөгән.“Шундай рәүештәге атайыма нисек кейәүгә сығырға баҙнат иттең, әсәй?” – тип һорағаным булды үҙенән. Ә әсәйем: “Ул бит һуғышҡа матур йәш егет булып киткән. Яуға тыуған илебеҙҙе, мине һаҡлар өсөн ингән. Шунда йәрәхәт алған һәм ул, һуғыштан ҡайтҡас, бер кемгә лә кәрәкле булмаҫҡа тейешме? Әгәр ҙә шул саҡта мин уға ярҙам ҡулымды һуҙып, кейәүгә сыҡмаһам, ул эскегә һалышыр, юҡҡа сығыр ине. Тәнендәге һәм йөҙөндәге яралар өсөн ул ныҡ ҡайғыра, уңайһыҙлана ине. Ул хатта Чита ҡалаһында йөҙөндәге марляны алған саҡта дүртенсе ҡаттан һикерергә теләгән. Уны: “Йөҙөңә пластик операция эшләрһең, барыһы ла яйланыр, һин һуғыш батыры, тыныс тормошта ла батырҙарса йәшәргә тейешһең!” – тип тынысландырғандар.
Атайым орудие командиры булған, бер яуҙа өс “Тигр” танкын яндырған. Дүртенсе танк, уларҙы һиҙеп ҡалып, снаряд осорған, расчеттарынан бер атайым ғына ауыр яраланып иҫән ҡалған. Командирҙары атайыма: “Муллаханов, һин үлмә, мин һине герой исеменә тәҡдим итәм”, – тигән. Атайым һымаҡ геройҙар күп булғандыр, уға был исем бирелмәне.
– Атайығыҙҙың исеме Әбүбәкер, әсәйегеҙ – Орҡоя. Ә бына һеҙгә Ираида исемен кем ҡушҡан? Нимә генә тимә, ул саҡтағы үлсәмдәр буйынса был исем “супер заманса” яңғырай...
– Әсәйем бер журналда Ираида исеме хаҡында уҡыған. Грек телендә ул “Батырҙың матур ҡыҙы”тигәнде аңлата икән. Ҡустымдың исеме – Борис, уның да тарихы бар. Һуғышта атайыбыҙҙың хәрби часына йәш һалдаттарҙы алып килгәндәр. Атайыма ла расчетына бер йәш һалдатты алырға ҡушҡандар. Ата- йым сибек кенә үҫмерҙе һайлаған, уны ике норма менән ныҡлап ашатып, яҡлап һәм һаҡлап йөрөгән. Һуңғы яу алдынан, уларға ҡаршы “Тигр”ҙар килгәне мәғлүм булғас, үҫмерҙе һаҡлап ҡалыр өсөн, атайым уны донесение менән штабҡа ебәргән. Үҫмер әйләнеп килеүгә уларҙың расчеты тулыһынса ҡыйратылған булған. Снаряд ҡаты яраланған атайымды алыҫтағы соҡор эсенә алып ташлаған. Һалдат атайымды табып алып, яу яланынан алып сыҡҡан. Һуғыштан һуң шул һалдат Ульяновск ҡалаһынан беҙҙең ауылға ла килеп йөрөнө. Уның хөрмәтенә атайым улына Борис исемен ҡуштырҙы ла инде. Атайым хатта Бористы ауылыбыҙҙағы уҡытыусы ҡыҙ менән таныштырып, өйләндерергә лә тырышып ҡараны, тик эш туйға барып етмәне. Әйткәндәй, Борис Берлинғаса барып еткән.
Икенсе ҡустыма исемде әсәйем Фидарис тип ҡушты.
– Әгәр ҙә сәбәп-эҙемтә принцибы буйынса ҡараһаҡ, Хоҙай атайығыҙҙы һеҙ тыуһын өсөн һаҡлап ҡалған. Ә һеҙ донъяға башҡорт атын һаҡлап ҡалыр өсөн тыуғанһығыҙ. Тимәк, Хоҙай һеҙҙең атайығыҙҙы башҡорт атын һаҡлар өсөн дә һаҡлап ҡалған. Бындай аңлатма урынлымы, дөрөҫмө?
– Логик яҡтан дөрөҫ. Беләһегеҙме, һәр кеше донъяға ниндәйҙер миссияны үтәр өсөн килә. Әгәр ҙә кеше ғүмер юлының башында уҡ үҙенең тәғәйенләнешен аңлап эш итһә, ул кеше бәхетлелер. Ә үҙенең урынын таба алмағандар туҡтауһыҙ һөнәрен алыштыра, ары һуғыла, бирегә килә. Ярай әле, үҙҙәрен таба алһа ундайҙар. Ә таба алмағандары, күрәһең, бәхетһеҙҙер.
Үҙемә килгәндә, мин баштан уҡ ни өсөн тыуғанымды аңлауым менән бәхетлемен. Балаларыма белем бирҙем, улар үҙҙәренең тормоштағы урынын табып, ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Мин улар өсөн борсолмайым. Хәҙер иһә бер генә борсолоуым ҡалды: үҙем донъялыҡтан киткәндән һуң башҡорт аты менән нимә булыр? Ошо мәсьәлә мине хәҙерге ваҡытта нығыраҡ борсой. Үҙемде тулыһынса алыштыра алырлыҡ кешене лә күрмәйем әлегә. Әлбиттә, башҡорт аты буйынса эшләгән ғалимдар, практиктар бар. Әммә улар йәштәр, ә бындай ғилми эш оҙайлы тәжрибәне талап итә. Үҙемдең балаларым,ҡыҙҙарым һымаҡ яҡын миңә башҡорт аттары.
– Ә бына һеҙ барлыҡҡа килтергән башҡорт тоҡомо линиялары һаҡланғанмы, улар үҙ нәҫелен дауам итәме?
– Мин барлыҡҡа килтергән Спектр линияһы ул тоҡомдоң бер тармағы иҫәпләнә һәм ул өлгәшкән уңышымдың 60 процентын тәшкил итә. Әле ул мәлдән 4-се, 5-се быуын ҡолондар тыуҙы һәм өйөргә яҡынлай башлау менән мин уларҙы буй-һынынан танып торам. Спектрҙы башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Бөтә башҡорт тоҡомло аттарҙың сифатын яҡшыртыу өсөн мин был линияны мөмкин булған урындарҙың барыһына ла индерергә тырыштым. Бер ял көнөндә өйҙәге эштәр менән булам: кер йыуам, кухняла ашарға бешерәм, ғаиләмдә ике кескәй балам йүгереп йөрөй, аталары ла өйҙә. Шул саҡта миңә Өфө йылҡысылыҡ заводынан шылтыраттылар. Баҡтиһәң, Татарстанға Спектрҙың өс ейәнен һатып ебәрергә йыйыналар, етмәһә, аттарҙы машинаға тейәп маташалар икән. Уларға тейергә ярамағанлығын меңәр тапҡыр әйтһәм дә, кемдеңдер ҙур хилафлыҡ эшләргә йөрөгәне асыҡланды шул саҡ. Барлыҡ эштәремде ҡалдырып, 101-се автобус менән “Металл базаһы” туҡталышына барып, артабан 5 саҡрымда урынлашҡан йылҡысылыҡ заводына йүгерҙем. Тейәп өлгөрмәгәйнеләр. Татарҙар һәр ҡолон өсөн өсләтә хаҡ түләй икән. Ундағы яуаплы кеше килем хаҡында ғына һүҙ йөрөтә. Мин директорға барып, әгәр ҙә бындай тәртипһеҙлекте туҡтатмаһағыҙ, селекция фондына тейһәгеҙ, ауыл хужалығы министрына барам, тинем.
Бының менән дә туҡталып ҡалманым, нимә етте, шуға ултырып министрлыҡҡа киттем. Был ваҡытта министр сит илдән килгән делегацияны ҡабул итә икән. Секретарша мине үткәрмәй, мин бүлмәгә ҡаршылыҡтарҙы емереп барып индем дә, министрға тура ҡарап ашығыс һүҙем барлығын белдерҙем. Министр был ҡылығымды ҡәҙимге хәл тип ҡабул итте. Мин уға илай-илай Спектрҙың башҡорт тоҡомло аттарҙың алтын фонды икәнлеген аңлаттым. Министр трубканы күтәреп йылҡысылыҡ заводы директорына: “Бер генә баш тоҡом аты ла һатылырға тейеш түгел, был башбаштаҡлыҡты туҡтатығыҙ! Әгәр ҙә был хәл була ҡалһа, яуап тоторға тура киләсәк. Дүшәмбе көн минең кабинетҡа килегеҙ!” – тине.
– Спектрҙың тоҡомдары хәҙер ҡайҙа, кемдәр ҡулында?
– Хәҙер ул айғырҙың тоҡомдары алтынсы-етенсе быуынды тәшкил итә һәм улар барлыҡ йылҡы фермаларына таралған. Ҡалған тоҡом айғырҙары нисектер, сөнки 90-сы йылдарҙа йылҡы фермалары тарҡалып, башҡорт тоҡомло аттар шәхси ҡулдарға күсеп бөттө. Бөгөн уларҙы берәмтекләп яңынан йыябыҙ,тоҡом фермалары ойошторабыҙ. Ә Спектрҙың тоҡомдары алтынсы-етенсе быуында үҙенең сифатын юғалта ла башлауы бар, сөнки тоҡомсолоҡ эше менән эҙмә- эҙлекле рәүештә шөғөлләнергә кәрәк.
Селекция эше бик ҡатмарлы. Леонардо да Винчи “Мона Лиза”ны нисек яҙһа, селекционер ҙа шундай уҡ картиналарҙы яҙа, тик, рәссамдан айырмалы рәүештә, ул тоҡом картинаһын тере организмда яҙа. Был – ижади эш. Һин иң тәүҙә барлыҡҡа килер тоҡомдоң һынын күңелеңдә тыуҙыраһың, шунан һуң ғына техник алымдар менән шул образды бойомға ашыраһың. Әле мин киләсәктә ошо кимәлдә эшләр кеше булырмы-юҡмы тип ҡурҡам.
– Кеше үҙенең шәжәрәһен, атап әйткәндә, ете быуынын белергә бу- рыслы. Сөнки ул үҙенең туғанына өйләнергә тейеш түгел. Ә аттарҙа был мәсьәлә нисек ҡуйылған?
– Беҙ аттарҙа дүртенсе быуынға тиклем туғандар ҡушылырға тейеш түгел тип беләбеҙ, тик бишенсе быуында ғына был рөхсәт ителә. Икенсе мәсьәлә: ни өсөн батша династиялары бер-бер артлы һәләкәткә осраған? Сөнки улар байлыҡты, власты һаҡлар өсөн ошо юлға барған.
– Башҡорттар – яугир халыҡ. Ир-егеттәр һәр ваҡыт ат өҫтөндә йөрөгән, Парижды ла, Берлинды ла яулаған. Башҡорт тоҡомло яу аттары булғанмы, әллә улары ла, былары ла – бер үк тоҡом аттарымы?
– Юҡ, шул уҡ ат, өҫтәүенә яу аттары тәпәшерәк тә булған. Хәҙерге башҡорт аты элеккеһенән 8-10 сантиметрға бейегерәк. Был илле йыл буйына башҡорт тоҡомло аттарҙы башҡа тоҡом аттары менән тороҡтороу ғына түгел, уларға си- фатлы аҙыҡ биреү, яҡшы шарттарҙа аҫрау һөҙөмтәһе лә. Ә инде башҡа тоҡом аттары менән тороҡтороуға килгәндә, был юл менән тоҡомдоң сыҙамлылыҡ, талымһыҙлыҡ сифаттарын, үҙ-үҙен туйындырыу һәләтен башҡа аттарға күсерергә теләгәндәр. Өҫтәүенә, башҡорт тоҡомло аттар һыбайлыға тиҙ өйрәнә, тиҙ ышана, шул уҡ ваҡытта бер нәмәнән дә ҡурҡып тормай,ҡыйыу. Сөнки уның нервы системаһы ныҡ. Был сифаттар башҡорт атында быуаттар буйына формалашҡан. Тәбиғи һайланмыш процесы нисек бара? Әйтәйек, өйөрҙә йөҙ баш ат бар икән, ти. Уларҙың ҡайһыһы иҫән ҡала? Әлбиттә, тибенлектә тояғы менән ҡалын ҡар ҡатламын аҡтарып тиҙ туя алғаны, йыртҡыстарға ҡаршы торғаны, йыл һайын ҡолонлағаны, сөнки ул ҡыҫыр ҡалһа, шундуҡ иткә тотоноуҙары бар. Шулай итеп, һәр йәһәттән көслө мал ғына ошондай шарттарҙа үҙен һаҡлап ҡала алған. Шулай уҡ тибендә йөрөгән аттарҙы йот йылдары ла аямаған. Бигерәк тә ҡыштарын ҡар аҫтында боҙ ҡатламы барлыҡҡа килеп, уларға тояғы менән тибеп үлән табырға мөмкинлек булмаған йылдарҙа меңәр баш аттан 50-60 баш ҡынаһы имен-аман ҡыш сыға алған. Йәғни тәбиғи һайланмыш ҡануны үҙе башҡорт атын көслө, сыҙам иткән. Тәбиғәт тик үҙенә файҙалы булғанды ғына һаҡлап ҡала ала.
– Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында, элекке һабантуйҙар урынына “Башҡорт аты” байрамы йышыраҡ үткәрелә бара, был да һөйөндөрә...
– Мин Мортаза Рәхимов ваҡытында уҡ был сараларҙы үткәреүҙе тәҡдим итә башлағайным. Тик фәҡәт әле килеп был мөмкин булды һәм бының өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәтлемен. Өҫтәүенә “Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт аты өсөн ябыҡ ярыштар үткәрелә. Әгәр ҙә миңә тағы ла бер ғүмер бирелһә, мотлаҡ рәүештә башҡорт атының спорт тибы өҫтөндә эшләр инем. Ныҡ һәм сыҙам башҡорт аты оҙон дистанцияларҙа башҡа төр аттарҙы алдына сығармаҫ ине. Турист маршруттарында ла башҡорт атының ал-ял белмәҫен яҡшы беләм. Тағы ла шуныһы ла мәғлүм булһын: ат менән аралашҡанда, кеше һәр төрлө сирҙән тиҙерәк ҡотола ала. Аттар шундай аураға эйә, нимәгәлер йәнең көйөп, сығырыңдан сығып ат һарайына барып инеүең була, малҡайҙы күреп, шундуҡ тынысланаһың. Ат шундай ҙур, мөһабәт, матур, шул уҡ ваҡытта ул ҡурҡыныс түгел. Шундай көслө йән эйәһенең һиңә ышаныс белдереүе, күрәһең, үҙен һиҙҙерәлер. Был мәсьәләне бер ғалим да тикшереп ҡарамаған, быны мин тойғаным ғына бар.
– Тағы ла шул хаҡта ишеткәнем бар: кеше хаҡында аттарға, хайуандарға ҡарата мөнәсәбәте буйынса фекер йөрөтәләр тип. Был дөрөҫмө?
– Был кешенең дөйөм позитив хәл-торошолор. Әгәр ҙә кешелә тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата һөйөү тойғоһо бар икән, ул кешеләргә ҡарата ла насар була алмай.
– Шуға күрә лә “Кешеләрҙе күберәк белгән һайын, эттәргә яҡыныраҡ була барам” тип әйтәләрҙер инде...
– Сөнки ни тиклем генә яҡын кешең булмаһын, мөнәсәбәтегеҙ боҙолһа, ул бер көн килеп һиңә мөнәсәбәтен үҙгәртеүе лә бар. Ә хайуандарға килгәндә, улар әгәр ҙә һине ярата һәм һиңә ышана икән,үлгәнгәтиклемтоғролоҡ һаҡлаясаҡ.Атлы яуҙарҙа шундай хәлдәр ҙә булған: аттар ерҙә ятҡан кешегә баҫмаҫ өсөн бәкәлдәрен дә һындырған. Аттар һәм кешеләр бер нисә быуат буйына бергә ғүмер иткән, уларҙың эволюцияһы параллель барған. Һыйыр ҙа кешегә яҡын зат, әммә уның аттыҡы кеүек эмоциялары юҡ. Аттар хужаһының атлауына ҡарап та кәйефен төҫмөрләй ала. Әгәр ҙә ул хужаһының кәйефһеҙ икәнен белеп ҡалһа, аттың йөрәк тибеше шәбәйә. Эттәр ҙә аттар кеүек һиҙгер.
– Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетлемен тип әйтә алаһығыҙмы?
– Ике аҙна элек өлкән ҡыҙым Инна менән бер-беребеҙҙе тиң күреп һөйләшеп ултырабыҙ. Ул миңә көтмәгәндә: “Һин бигүк еңел булмаған тормош юлы үттең. Һөйгән кешеңде юғалттың,илдең иҡтисади көрсөктәге ауырлыҡтарын да үткәрҙең, үҙ тормошоңа ниндәй баһа бирәһең?” – тип һорай ҡуйҙы. Мин уға: “Эйе, атайым менән әсәйем баҡый донъяла, ике ҡустым да оло йәшкә етмәйенсә вафат булды. Әммә мин барыбер ҙә үҙемде бәхетле һанайым”, – тип яуап бирҙем. “Шундай юғалтыуҙарҙан һуң да һин үҙеңде бәхетле һанайһыңмы,ниңә?”– тип һоранытағы ла ҡыҙым. Мин уға: “Мин атайым да, әсәйем дә булған тулы ғаиләлә тыуып үҫтем. Шунан мин һеҙҙетыуҙырҙым.Һеҙ бынамынтигән кеше булып үҫеп еттегеҙ.Һеҙҙең өсөн миңә ҡыҙарырға тура килмәне. Хоҙай Тәғәлә миңә оло һөйөү бүләк итте. Ул донъянан иртә китте, әммә ул тойғоно кисереп өлгөрҙөм. Бар ғүмерем буйына күңел һалып башҡарған эшем бар. Бер ваҡытта ла иртәнсәк уфтанып, ауырһынып эшкә барғаным булманы. Шунан да ҙур бәхет бармы?” – тинем. Был һүҙҙәремә ҡыҙым ныҡ һөйөндө, ә ул быға тиклем мине бәхетһеҙ кеше итеп уйлап йөрөгән.
– Беҙ барыһы хаҡында ла һөйләшеп бөттөк тә, тик тормош юлдашығыҙ хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәнегеҙ.
–Күпселекҡыҙҙар кеүек,кейәүгә сығырға кәрәк булған өсөнтормошҡа сыҡтым. Бик яҡшы, белемле, зыялы кеше, уның менән егерме биш йыл бергә йәшәнек, бер тапҡыр ҙа хатта һүҙгә лә килешмәнек, әрләшмәнек тә. Шул уҡ ваҡытта ҡасандыр бер килеп айырылышырыбыҙҙы ла белдек. Әрләшергә сәбәп тә, ваҡытыбыҙ ҙа булмағандыр. Ҡыҙҙар үҫтерҙек, улар кескәй саҡта атайһыҙлыҡ тойғоһон татырға тейеш булмаған өсөн барыһын да һуңғараҡҡа ҡалдырҙыҡ.
Ә инде ҡыҙҙарым үҙҙәре һөйөүҙең ниндәй тойғо икәнлеген аңлар йәшкә еткәс, айырылыштыҡ.Улар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәне, яратҡан аталары менән теләгән саҡта осраша алдылар.Өс йылдан һуң өйләнде.Мин уны өлкән улым,иптәш,ағай, ҡусты кеүек күреп кенә яраттым.
Яңғыҙым йәшәргә тип ниәт иткәйнем, әммә яратҡан кешемде осратып, дүрт йылдан һуң кейәүгә сыҡтым.Ул ауыл хужалығы фәндәре докторы,Мәскәүҙә Рәсәй ауыл хужалығы академияһында хеҙмәт итә ине. Минең Башҡортостанда йәшәйәсәкбеҙтигән инаныуымды лаҡабул итте.“Әгәр ҙә Мөхәммәттауға бармаһа, тау Мөхәммәткә бара”, – тип тә өҫтәнем. Ун ете йыл бергә йәшәгәндән һуң, яман сиргә тарып, вафат булды. Ир-аттың идеалы ине ул. Көслө, үҙ-үҙенә ныҡ ышаны- усан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле. Мин үҙем – эмоциональ кеше. Эштән кәйефем ҡырылып ҡайтһам, минең хәл-торошомдо бер ҡараштан аңлар ине. Ғаиләбеҙ ғилми советты хәтерләтте,һәр ваҡыт ниндәйҙер мәсьәлә буйынса фекер алыштыҡ, бергә монографиялар яҙҙыҡ. Шулай итеп, олоғайып барған сағымда ысынтылап ғашиҡ булдым.
– Хоҙай менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Ул мине ярата. Колхозсы балаһы булараҡ, ситтән тороп уҡып, ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Институтта ситтән тороп уҡыусылар араһында был йәһәттән мин тәүгеһе булдым. Ҡыҙыл дипломлыларға аспирантураға йүнәлтмә бирелә. Ә мин йылҡысылыҡ заводына лаборантка булып эшкә урынлаштым. Мәскәүгә Йылҡысылыҡ институтындағы аспирантураға инергә барҙым. Унда бер урынға дүрт кеше. Үттем. Аспиранту- раны ситтән тороп уҡып тамамланым. ВАСХНИЛ етәксеһе академик Ю.Н. Бар- минцев тикшеренеүҙәремдә башҡорт аты селекцияһының бурыстарын түбәндәгесә билдәләне: тышҡы һыҙаттар буйынса массалы һайлауҙан баш тар- тып, генеалогик структураны билдәләү юлы менән тоҡомдо барлыҡҡа килтереү. Башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эшен етәкләп, мин ошо схема буйынса эш иттем. Был эштә В.С. Мөрсәлимов, Н.Н. Мөғинов, М.А. Лоҡманов, К. Хазиев ҡатнашты. 1990 йылда Спектр линияһы буйынса башҡорт тоҡомо әҙер ине инде, 1991 йылда инде Спектрҙың һөт тибы барлыҡҡа килде.
Хоҙайыма рәхмәтлемен, сөнки халҡыбыҙ өсөн изге һаналған илаһи йән эйәһе – башҡорт атын һаҡлау һәм үрсетеү бәхете йылмайҙы миңә. Башҡорт аты мине фән докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза- корреспонденты итте. Мин башҡорт тоҡомло аттың авторҙашы була алдым. Былар барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәтенән килә. Мине һәр ваҡыт изге фәрештәләр оҙата барҙы.
Тормошомда өс кеше позитив роль уйнаны, шуларҙың береһе лаборатория мөдире Виктор Степанович Мөрсәлимов булды. Улар мин килгәнгә тиклем өйөр ысулы менән эш иткән. Мин уға, үҙемә айырым йүнәлеште алып, шуның буйынса эш итергә ниәтләүемде әйттем. Быны әкиәт тип ҡабул иттеләр. Ә мин иң яҡшы күрһәткесе булған башҡорт аттарын эҙләй башланым. Тәүҙә архивтарҙа соҡондом, Баймаҡ, Йылайыр райондарына барҙым. Һуғыш ваҡытында унда эшләгән йылҡысылыҡ заводтарында башҡорт тоҡомло бейәләрҙе эре тоҡомло айғырҙар менән тороҡтороп эш иткәндәр. Һуғыш та- мамланып, бындай эштәр туҡтап ҡалған, әммә документтары ҡалған. Ә башҡорт тоҡомло аттар күберәген Баймаҡ, Әбйәлил райондарында һаҡланған. Ул аттарҙы һоҡланғыс кешеләр тәрбиәләй. Әбйәлил райо-нында һикһән йәштәр самаһындағы йылҡысы менән таныштым. Ул унлаған тоҡом айғырын, уларҙан ҡайҙа ниндәй бейәләрҙән тыуған ҡолондарын яттан белә һәм таный. Ауылдарҙа һаҡланып ҡалған башҡорт тоҡомло аттарҙы табыуға һәм билдәләүгә ун ете йыл ғүмерем кәрәк булды. Спектрҙы ошо рәүешле билдәләнем. Селекция ҡаҙанышым әҙер булғас, Мәскәүгә раҫлатырға барҙым. Тәүҙә ышанманылар, йәнәһе, һуғыш осоронда башҡорт аттарын башҡа аттар менән ҡушып, төрҙө юҡҡа сығарғандар. Мин унда тоҡомсолоҡ буйынса дәүләт инспекцияһында бер сәғәтлек доклад яһап, башҡорт атының барлығын иҫбат иттем. Артабан тоҡомсолоҡ эше институтына ебәрҙеләр. Унда ғилми советта сығыш яһап, ниндәй ысул менән эш итеүебеҙҙе эҙмә- эҙлекле рәүештә аңлатырға тура килде. Өсөнсө ғилми докладты йылҡысылыҡ институтында яһаным. Ул саҡта мин фән кандидаты ғына инем. Бар урында ла был селекция ҡаҙанышын танып, тикшерергә кәрәклеген белдерҙеләр. Апробация комиссияһын төҙөнөләр һәм тикшерергә ете кеше килде. Улар барлыҡ тоҡомсолоҡ фермаларын йөрөп сыҡтылар һәм күргәндәренән ғәжәпкә ҡалдылар. Барлыҡ аттар ҙа бер-береһенә һыу тамсыһы кеүек оҡшағайны. Һигеҙ көн буйына тотош Башҡортостан буйлап йөрөп, Спектр линияһын ғына түгел, башҡорт тоҡомло аттың барлығын танынылар.
Виктор Степанович минең маҡсатыма ышанмаһа ла, һәр төрлө ярҙам итте, ул – идеаль баһалаусы, башҡорт тоҡомло атты рентген нуры кеүек үтәнән- үтә күреп таныны.
Барыһы ла яҡшы ғына барғанда 90-сы йылдарҙа уникаль тоҡомсолоҡ фермаларындағы ҡәҙерләп һаҡлаған башҡорт тоҡомло аттарҙы күпләп һатыуҙар башланды. Әле килеп, 2015 йылдан башлап беҙ яңынан таралған тоҡомдо бер урынға йыябыҙ. Элек 18 тоҡомсолоҡ фермаһы булһа, хәҙер улар 7-гә ҡалды.
Аграр университеттың ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире булып киткәс, иң тәүҙә ректорға барып кафедра янында селекция ойоштороуҙы юлланым. Күпмелер ваҡыт үткәс, селекция эшен ойошторҙоҡ. Әммә колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы һөҙөмтәһендә селекция эшен белеүселәр кәрәкмәй булып сыҡты. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә торғас, дуҫтарымды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында таптым. Улар булмаһа, “Башҡорт аты” байрамын ойоштороу мөмкин дә булмаҫ ине. Арта- бан ҙур уңыш – Башҡорт аты селекцияһы институты барлыҡҡа килде. Шулай уҡ башҡорт аттарын ябыҡ рәүештә сабыштыра башланыҡ.
– Яңынан йәшәргә тура килһә, тормошоғоҙҙоң ҡайһы ерен үҙгәртер, төҙәтер инегеҙ?
– Мин атай-әсәйемдең тәҡдиме буйынса етенсе кластан һуң медучилищеға уҡырға барғайным. Тормошомдоң ун бер йылын медицинаға арнаным. Училищенан һуң Борай районының Мулла һәм Яңы Мостафа ауыл- дарында фельдшер булып эшләнем. Миңә Мишкә, Балтас районынан ҡатындар бала табырға килә ине. Шунда ҡулымдың еңеллеге хаҡында даным таралды. Иллегә яҡын сабыйҙың кендек инәһе булырға тура килде. Әгәр ҙә медучилищеға бармаған булһам, фәнгә иртәрәк килеп, башҡорт аты өсөн күберәк эшләп өлгөргән булыр инем.
– Башҡорт атын һаҡлау, үрсетеү буйынса фиҙакәр хеҙмәтегеҙ оло ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ҙур рәхмәт Һеҙгә, Ираида Әбүбәкер ҡыҙы! Юбилейығыҙ ҡотло булһын, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.