

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында фекер алышыуҙар тынмай. Башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте, фәне һәм йәмәғәт ойошмаларының билдәле вәкилдәре милли батырыбыҙҙың һәйкәлен киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуҙың ни тиклем мөһим икәне хаҡында һөйләй.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин да үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
«Салауат азатлыҡ, шағирлыҡ, милли рух символы ғына түгел, бөгөн ул беҙҙе берҙәмлеккә, татыулыҡҡа саҡырған ил улы, батыры. Һәйкәле батырлыҡ, тоғролоҡ, илһөйәрлек билдәһе булып беҙҙең республикала йәшәүсе һәр кемдең йөрәгенә, булмышына һеңгән. Ил һәм баш ҡала йөҙөнә әүерелгән. Өфөгә килеү менән ул беҙҙе ҡаршы ала, һәм иң тәүҙә уның менән күрешергә ашығаһың. Оло байрамдар, мәртәбәле йыйындар булғанда ла, йәнебеҙҙе-рухыбыҙҙы тарҡаулыҡ, яңғыҙлыҡ һәм ил, милләт яҙмышы өсөн башҡа борсоулы уйҙар биләгәндә лә беҙ Салауат янына ашыҡтыҡ. Салауат янына йыйылдыҡ, Салауат янында осраштыҡ, Салауат янында тәүге мөхәббәт хистәре уянды, йәшлек дәрт-дарманлығы артты, ҡарт көнөңдә йыуаныс табылды... Ысын мәғәнәһендә бик ҡәҙерле беҙгә Сосланбәк Салауаты! Бөгөн Салауат һәйкәле яҙмышы һәр кемде борсой, уйландыра, республика етәксеһенән алып мәктәп уҡыусыһына тиклем».
Цехта милли батырҙың монументын күргәс, яҙыусы хистәрен тыя алманы:
«Салауат һәйкәлен мин күрҙем. Ергә һуҙылып ятҡан батыр йөҙөнә ҡарап илағым килде. Тере һын кеүек ине ул миңә. Ысын тере кеүек ине. Яраларына түҙә алмай һыҙланған кеүек тойолдо. Серегән урындары, тишек-ямауҙары... Суйын да арый, тимер ҙә һына икән. Әлбиттә, был һын бик ҡәҙерле, уны юғалтырға ярамай. Был беҙҙең байлығыбыҙ, сәнғәт гәүһәре!
Киләсәктә бронзанан ҡойорға тинеләр. Дөрөҫ тә. Был Рәсәйҙә, донъяла билдәле архитектор-скулпьторҙар, белгестәр фекере лә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – һәйкәл тиҙерәк урынына ҡайтһын һәм оҙаҡ торһон, Салауатыбыҙ һыҙланмаһын. Башлыҡтың һөйкәлдең ҡасан ҡайтыу ваҡытын аныҡ итеп әйтеүе лә күңелде тынысландырҙы: киләһе йылдың октябрендә Салауатыбыҙ төҙәлеп, нығынып, балҡып ҡайтасаҡ! Бронза атында халҡын яҡты киләсәккә әйҙәп, быуаттарҙан-быуаттарға алға сапһын милли батырыбыҙ!» – тине Мөнир Ҡунафин.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.