

«Юлдаш» радиоһы журналисы Бәйтулла Фәтҡуллин — ысын герой. 21 июлдә ул яралы хеҙмәттәшен ҡотҡарыу өсөн ут эсенә ингән. Тик позицияһына ҡайтып өлгөрмәгән — яҡындағы ағастарға 15 метр ғына ҡалған… Һәм — көслө шартлау. Пехотаға ҡаршы мина уның аяғын өҙгән.
Хеҙмәттәшебеҙ бирешмәгән. Ул иптәштәренең яурынына таянып, бер саҡрым һикереп барған. Егеттәр Бәйтулла Фәтҡуллинды яу яланынан сығарған, яраһын бәйләп, аяғына шина ҡуйған — ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар. Тик табиптар аяғын һаҡлай алмаған.
Әле Бәйтулла Фәтҡуллин госпиталдә. Аҡ халатлылар уның аяғының тубыҡҡа тиклемге өлөшөн ампутациялаған. «Башинформ» хәбәрсеһе яугир менән бәйләнешкә сыҡты һәм хәлен белеште.
«Сәләм!» — телефон аша хеҙмәттәшебеҙҙең күтәренке тауышы ишетелде. Бөгөн Бәйтулла Белгород ҡалаһында дауалана. Әйткәндәй, уның ҡотҡарған иптәше лә уның менән бергә.
«Уның яраһы еңелсә, әле йөрөй башланы. Ҡотҡарып ҡалдылар», — тине Бәйтулла.