Тәкә менән булған мажара

Эшһеҙ,тимәк,аҡсаһыҙ ҡалған сағым ине.Өлкән ҡыҙым ҡырҙа уҡыуҙа,улым етәктә,бәләкәс ҡыҙым итәктә саҡта ауылға ,әсәйҙең эргәһенә йәшәргә ҡайттым!Әсәйебеҙҙең кәре ҡайтҡан хәҙер.Мал-тыуары боронғо һымаҡ ишле түгел.Кәртә-ҡурабыҙ бөтөнләй үк бушамаған,бер бөртөк кенә һыйырыбыҙ көйшәп тора унда!Шөкөр ,шул һыртағыбыҙ март айында быҙаулап бирҙе!Ҡураға ҡот инде!Беҙ һөтөнә,балалар ҡаймағына һөйөнә!

Тәкә менән булған мажараТәкә менән булған мажара
Тәкә менән булған мажара




Эшһеҙ,тимәк,аҡсаһыҙ ҡалған сағым ине.Өлкән ҡыҙым ҡырҙа уҡыуҙа,улым етәктә,бәләкәс ҡыҙым итәктә саҡта ауылға ,әсәйҙең эргәһенә йәшәргә ҡайттым!Әсәйебеҙҙең кәре ҡайтҡан хәҙер.Мал-тыуары боронғо һымаҡ ишле түгел.Кәртә-ҡурабыҙ бөтөнләй үк бушамаған,бер бөртөк кенә һыйырыбыҙ көйшәп тора унда!Шөкөр ,шул һыртағыбыҙ март айында быҙаулап бирҙе!Ҡураға ҡот инде!Беҙ һөтөнә,балалар ҡаймағына һөйөнә!
Иң өлкән апайым Италияға сығып китеп,өс һарығын беҙҙең ҡураға индереп китте.
Шулай итеп ,өс һарыҡ ваҡытлыса әсәйҙең мал-тыуары иҫәбенә инеп киттеләр.Әсәйҙең башы күккә тейҙе!Бәхет ишелеп төштө лә ҡуйҙы!Һыйыры ла быҙауланы,ыуаҡ маллы ла булды!Шул һарыҡтарҙы ауыл көтөүенә ҡушмай,әсәйем үҙе кәртә артында ғына көтөргә булып китте.
Уттай эҫелә лә,ҡойма ямғырҙа ла әсәй шул һарыҡтарға һаҡсы булып,оҙон таяғына таянып арттарынан эйәреп йөрөнө,йә аяҡтарын һоноп күк үләндә ултырҙы.Бите,ҡулдары дөм ғара булып ҡояшҡа янды,үҙе ябыҡты,йонсоно.Күрше Кәбирә апай әсәйҙе бик йәлләй,уның хәл-әхеүәлен белешмәк булып,көйәнтәһенә яп-ялтыр ғына күнәктәрен элеп алып ,әсәйҙең эргәһенә барып урай ине.
-Гөлшат апай,ҡуйһаңсы ла инде!Ништәп кенә ыҙалап ултырыһың былайтып,һарыҡтарыңды ауыл көтөүенә ҡушһаң ней булған?Әйтәһең,итәһең,нитәһең,барыбер тыңдамайһың...-Кәбирә апай аҙаҡ ҡулын ғына һелтәй -Әллә ауылдың көтөүсеһенә аҡсаңды йәлләйһеңме?
-Нейтәм инде...көтәм...Аманат итеп тапшырып китте бит.Ауыл көтөүендә юғалып ҡуйһалар...Ҡом түләүҙе булып ултырайыммы...Аманатҡа хыянат була бит...-әсәй үҙ һүҙен бирмәй.
-Көтөүсе!Көтөүсе Гөлшат апай!-Кәбирә апайҙың әсәйгә йәне көйә,шунан тетә һуғып атлап ҡоҙоҡ яғына китә.
Төш мәле етһә өс һарығын ялан кәртәгә бикләй ҙә,төшкә сәйгә инә әсәй.
-Телем аңҡауыма йәбеште.Ҡана яһай һал сәйеңде,-үҙе бер сынаяҡты эсеп бөтөр-бөтмәҫ,ултырған ерендә ҡырын ғына ауа ла ,ҡаты йоҡоға тала.Арый инде!Көтөүсе бит ул Кәбирә апайым ,әйтмешләй!
Йәйҙәр етте.Әсәй һаман һарыҡ көттө,ул хәҙер һарыҡтарын алыҫҡараҡ алып китә,Йәнтәл аръяғына ла төшөп китәләр.
Ана шул Йәнтәлдә,, көтөү "көткәнендә ҡып -ҡыҙыл турғай еләктәренә тарып ҡайтты быным.
-Инде турғай еләге балланып бешкән!Берәй аҙнанан ер еләге лә бешер былай булғас!Еләккә йөрөрмөн!-тамағына эскәнендә әсәй еләккә осоп барырҙай булып ҡәһәтләнеп ултырҙы,-Йәнтәлдә бешкәс,Балсыҡ соҡоронда ла еләк бешкәндер инде!
Ҡырҙа емеш-еләк өлгөрөүе -үҙе бер байрам бит ул!Байрам ғына ла түгел- тантана!Бөтә халыҡ тәбиғәт ҡосағына олаға!Хоҙайҙың ниғмәттәренән ауыҙ итергә ,тәмләргә ашҡына.Ҡырҙа бала-сағаның сыр-сыу килгән ҡыуаныслы тауыштары,ҡоштар һайрауы,ағастарҙың шауы,шишмәләрҙең сылтырауы,балғорттарының безелдәүе!Ошо инде тәбиғәттең тантана итеүе!
Беренсе бешкән еләк ул туйым өсөн түгел,тәм өсөн ауыҙ ителә!
-Иһо-һо-һой!Иҫке ауыҙға-яңы аш! Бисмилла!,тип тәүге еләкте өҙөп ҡабабыҙ! Их,тәмлелеге! Телеңде йоторлоҡ!
Ололар фаразлауынса,кеше ҡулы сей еләккә тейҙеме-ике-өс көндән ҡып-ҡыҙыл булып бешә!Тәүҙә бәлешлек,тип сеүәтәгә генә йыя кешеләр.Шунан бәләкәс күнәк,аръяғында инде оло күнәк худҡа китә!,,Үәринйәгә,эремсеккә,майлауға,туңдырыуға,киптереүгә,унан һатыуға",тип ҡолап китә халыҡ!
Беҙҙең әсәй ҙә инде талымһыҙ емешкә.Тик быйыл ана шул һарыҡтары арҡаһында аяҡтары тышаулы ла инде!Югерек күңел Ирәндек итәктәрен ,Мәмилә буйҙарын,Оҙон Шүрәлдене лә ҡыҙыралыр инде еләк эҙләп!
Мин ике баламды эйәртеп еләккә йөрөйөм.Балаларҙы сараһыҙҙан алам инде үҙем менән.Әсәйемдең дә еләккә барғыһы килеп,күҙе ҡыҙып китә лә ул,тик әлеге лә баяғы көтөүенән бушамай шул!
Шулай бер көн арып,асығып еләктән ҡайтып инеп торһаҡ,әсәй бәҫтән тайып килеп инде.
-Ҡана,сәйнүгеңде шыждата һал.Ике телем дә аңҡауыма йәбеште,сарсаным.
-Сабыр,әсәй,минең телем аңҡауға түгел,эсем эскә йәбешеп ҡайтып инеп торам.Шул тиклем асыҡтым да,һыуһаным да
Әллә һарыҡтың береһен һуяйыҡмы,әсәй,ит тә ашағы килә.
-Һуймайбыҙ!Көтәм!
-Һуң еләккә барғым килә тинең бит,береһен һуйып ашайыҡ,икәүһен бикләп китәйек,үҙем бесән сабып алып ҡайтам көн һайын!Торһондар ялан кәртәлә!Ит ашағы килде бит!Бер һарығы кәмегәндән апай ярлыланып китәме,Италияһынан ҡайтҡас хут бер отара һарыҡ һатып алһын!
Көн дә әсәйҙең ҡолаҡ итен ашайым.
-Бына бер! Теге ней нейткән бисә һымаҡ!Аманат, тип әйттем бит!Апайыңдың аманатына хыянат итеп, гонаһына батыр хәлем юҡ!-
Әсәйем ныҡ үпкәләткәнсе әйтте миңә.Күҙҙәремдән йәштәр эркелде хатта.Бүтәнсә ит ашағым килә,тип ауыҙымды ла асманым.Ике балам менән еләккә йөрөнөм,үәринйә лә ҡайнаттым,эремсек эреттем,киптерҙем,һатыуға ла өлгөрҙөм.Кеше еләктән туйып,бесәнгә төшөп бөттө,мин һаман ҡуйманым.
Етешһеҙ донъя.Еләк һатып,һарыҡ алырға уйым!Йығылып ятып йыйырлыҡ еләк ҡалманы,һәр еләк бөртөгө һайын иңкәйеп йөрөлә хәҙер.Миңә эйәреп йөрөгән баллар ҙа арыны,тамам йыбандылар.
Шулай бер көндө яңғыҙ ғына таң һарыһында сығып киттем.Балаларһыҙ шәберәк сүпләрмен еләкте,анауы Бойҙай тауына ла барып һуғылайым,бәлки аңғармаҫтан кеше ҡулы теймәгән ерҙә ыуылйып ятҡан еләккә барып сығырмын,унда булмаһа Күкбәрәнгә артылырмын, үҙәктәрҙә еләк һәләк күп була торғайны,тип хыялдарға сумып киләм.
Үгеҙ кисеүе тигән ергә барып етмәҫ борон уң яҡта матур итеп кәртәләнгән бесәнлек бар.Ай-һай!Бесәне ишелеп үҫкән инде.Шау сәскәлек. Кәртә аша ғына бесәнлеккә һикереп төштөм.Хуш еҫле сәскәләр өҫтөндә һағыҙаҡтары зыу килә,бәләкәс кенә себендәре күҙгә инеп килә.Себен-серәкәй базләүенә күнегеп бөтөлдө ул!
Бесәнлек уртаһында былтырға аҙау кәбән ултыра.Еләк эҙләп баяғы кәбәнде урап сығыуыма терт! итеп ҡалдым!-алдымда дөм ҡара бөҙрә һарыҡ тәкәһе тора бит!
,,Бирәһе килгән ҡолона..."-тип уйлап өлгөрәм.
-Бәр-бәр-бәр-бәр!Кил,мә,мәмәй бирәм,-усымды һонған булам,-эргәмә яҡынлашһа ,мөгөҙөнән эләктереп алмаҡсымын!Тәүҙә минең яҡҡа бер-ике аҙым атланы тәкәм,мин саҡ ҡына сүкәйгән булдым.Шып туҡтаны һарығым.
-Их,бер телем икмәк булһасы...-үкенеп ҡуйҙым,-мә,бәр-бәр-бәр-бәр...кил,мә,мәмәй,әпәкәй ҡаптырам...
Ипләп кенә һарыҡҡа яҡынлаштым,мөгөҙҙәренән инде эләктерҙем тигәйнем,был тәкәм минең баш аша һикерҙе,артҡы тояҡтары өҫкө иренемә тейеп үтте,тештәрем шаҡ итеп ҡалды!
,,Теште ҡырҙы бит,инәһеҙ!"Усым менән ауыҙымды ҡапшап ҡарайым,тештәр теүәлме,йәнәһе!
Һарығым бейек ,күпереп үҫкән бесән араһына инеп юҡ булды!Әһә! Һырты ғына күренеп ҡала!Күнәкте ташлап ебәреп,тәкәне бесәнлек буйлап баҫтырырға керешеп киттем.Эй,баҫтырҙым.Эй,баҫтырҙым.Бәҫтән тайҙыҡ икебеҙ ҙә.Мин дә арыным,тәкә лә арыны.Һарығым башын ергә,ҡуйы бесән араһына тығып тора, хәл йыя.Мин дә сәскәләр араһында ял итеп ятам,шунан ҡапыл һикереп торам да,тағы баҫтырырға тотонам.Шундай тактика уйлап сығарҙым.
Бесәнлекте уратып тағы туғыҙ,әллә ун тапҡыр әйләнгәнбеҙҙер ,инде ҡыуып етеп, мөйөшкә ҡамап тоттом тигән дә генә,һарығым кәртәне аша һикереп аръяҡҡа төшә лә,тау яғына олаға!Әй,әттәгенәһе!Ҡасты!Ҡотолдо!Мин ышылдай-ышылдай күнәгемде эҙләйем.Шунан кәртәне аша төшөп сыҡһам,һарыҡ тау үренән миңә туп-тура ҡарап тора!

Йыш-йыш тын алам.Йөрәгем тамағыма килеп тығылған.Миңә шул һарыҡ кәрәкме?Тотторҙо,ти,шунан ул һарыҡты йөкмәп ҡайтыр инемме инде ауылға?-үҙемде килеп тороп һүгәм!!!Һарыҡ баҫтырып йөрөп ҡояштың дилбегә буйы күтәрәлгәнен дә аңғарм ағанмын! Күнәгемде беләгемә элеп ҡабаланып атлап барам.Үгеҙ кисеүендә ҡулдарымды,битемде йыуып,ҡушуслап һыу һемерәм дә,Бойҙай тауы яғына тартам.Һарыҡты тоталмағаныма ,эй, һөйөнөп барған булам үҙем!Йәнәһе,мин ҙур гонаһ эшләүҙән тыйылдым!Хоҙай Тәғәлә юрый мине һынар өсөн тәкәне ҡаршыма сығарып ҡуйған инде!Тирә-яҡта бер мал заты булһасы!Көтөүҙән айырылып ҡалған тип уйлар инең,беҙҙә халыҡ көтөүҙе яланға ҡыуа!Хоҙайҙың ғына эше инде!Фәҡәт уныҡы!
Бер күнәк еләк тиреп ,күңелем булып ҡайттым.Иртәнсәк күрше ҡатын менән икәүләшеп баҙарға барырға һөйләшкәйнек.
Таң менән еләктәремде күтәреп ҡапҡаны асып сыҡҡайным,кисәге ҡара һарыҡ тәкәһе беҙҙең ҡапҡа алдында тора бит!
,,Бирәһе килгән ..."Ыстағафируллаһ!Бәрә!Бәрә!Кит!Бар ана көтөүгә!Ҡыуам,ҡыуам-кире килә лә торасы ҡапҡа алдына!Кисәге көн был һарыҡты баҫтырып тота алмай инем,бөгөн ҡыуып ебәрә алмай эт булдым бит!Бына хикмәт!Бәрә!Гонаһҡа батыр хәлем юҡ һине индереп,ит ашағы килеп йөрөгәндә йә һуйҙырып ашап ҡуйырмын яңылыш,ыстағафирулла тәүбә!Тәүбә!Бәрә!Бәрә!Һөс!Һөс,Аҡтырнаҡ.Әмәлгә ҡалғандай Аҡтырнағы ла өйҙә булмай сыҡты.
Ярай әле машина геүләп килеп ҡапҡа алдына туҡраны ла,мине ултыртып баҙарға алып китте!Тәкә машинанан өркөп ҡайҙалыр китеп олаҡты.
Баҙарыбыҙ шәп булды!Уңдыҡ! Еләктәремде һаттым.Ыфкусный ягода ,тип мәрйәләр зыу булып ҡыуанышып тороп ҡалдылар.Ҡаҙаҡтарҙан һимеҙ һарыҡ ите һайлап алдым.
Тағы ҡайһы тауҙарҙы артылырмын,ниндәй үҙәктәрҙе ҡыҙырырмын,кеше аяғы баҫмаған ,әҙәм ҡулы теймәгән ниндәй еләкле ерҙәр бар икән минең бәхеткә,тип татлы уйҙарға сумып килә инем,йоҡлап киткәнмен.Төш күрәм:имеш,ҡара тәкәне елкәмә арҡыры һалып алғанмын да таҡыр ғына берләм һуҡмаҡтан тетә һуғып атлап киләм икән тим.Баяғы һарығым ҡәҙимге һәлмәк кенә икән!Ауыр итеп мыш-мыш тын ала икән тим.Ҡолағымды шайыҡлап бөттө.
-Сулпан апай,килеп еттек,-шофер егет уятты.Күрше ҡатын яурыныма ятып йоҡлап килгән икән,бер ҡулым яурын менән ҡуша ойоп киткән шул.Яурынымды шайыҡлап бөткән.Арығанбыҙ инде.Еләк сүпләү ҙә елеккә үтеп китте.
Кискелеккә һимеҙ һарыҡ итен бешерҙек, бишбармаҡ менән һыйландыҡ.Күңел булды.
Ә теге ҡара тәкә тәким беҙҙә ҡалды.Берәйһе тәкәһен юғалтманымы,тип йәүкәләштереп тә ҡараныҡ.Эйәһе табылманы.
Әсәйебеҙ һаман көтөү көтә.Хәҙер малдары ишәйҙе уның!Кәбирә апай көйәнтәһен яурынына һалып, шәп-шәп атлап әсәйҙең эргәһенә көнөнә биш-алты тапҡыр барып урай.Әсәйҙе йәлләй ул!
Ҡулдарын һелтәй-һелтәй әсәйгә нимәлер иҫбатлай.
Көтөүсе,тигәне асыҡ ҡына ишетелә былай!


С.Тамимдар.

Автор:
Читайте нас