Яңылыҡтар
19 Августа , 12:21

Һөйөү доғаһынан бер аят

Журнал уҡыусыларға тәҡдим иткән был яҙмам – хәтирә лә, иҫтәлек тә түгел, ә бары күңелемде бушатыр өсөн аҡ ҡағыҙға теҙгән ябай ғына уйҙарым. “Ә ни өсөн уны республика матбуғатында баҫтырып сығарыр булдың, хәҙер бит мөмкинлектәр күп: теләһәң, “Бәйләнештә” социаль селтәренә яҙып һал, теләһәң, айырым блог алып бар, бөгөнгө заман ошондай яҙмаларҙы ярата”, – тиер кемдер...  Интернет киңлектәре – минең өсөн ят күренеш. Ундай киңлектәрҙә йыш ҡына әҙәм балаһының иң ҡәҙерле тойғолары тормоштоң таҙа булмаған өлөшө менән бер ҡаҙан эсендә ҡайнай. Ә минең яҙмамдың геройҙары – саф, эскерһеҙ, алданырға әҙер торған ябай ғына әҙәм балалары. Бәғзеләре был донъялағы бурыстарын үтәп, күптән мәңгелеккә күсте, бәғзеләре яҙмыштарына яҙған һынауҙарға үпкә белдермәй, сабыр ғына йәшәп ята. Мин уларҙың барыһына ла күңелем түренән иң ҡәҙерле урынды биргәнмен, шуға күрә лә был яҙмамды “Һөйөү доғаһынан бер аят” тип атаным.

Һөйөү доғаһынан бер аятҺөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят

Кеше хәтере – бик уникаль күренеш. Мәлен һәм сәбәбен көтөп кенә тора ла, һинең бөтә булмышың менән идара итә башлай: илата, уйландыра, ғазаплай, көлдөрә. Ярты быуатлыҡ ғүмеремдә күҙ йәштәрен түккән мәлдәрем дә, шатлыҡтан түбәм күккә тейеп һикергән саҡтарым да, бәләкәй генә ҡыуаныстарым өсөн оло рәхмәттәр уҡыған саҡтарым да аҙ булманы. Ошо донъя, был тормош миңә донъялағы иң оло ҡиммәтте аңларға өйрәтте – туғандарҙың ҡәҙерен белергә, кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға. Һәм, әлбиттә, яратырға. Тыуып үҫкән йортомдоң һәр бүрәнәһенә, атайым ултыртҡан баландарҙың хуш еҫенә, әсәйемдең ҡулы ҡағылған сәскәләргә, ҡасандыр ҡартатайым ат арбаһына һалып ташыған өйөбөҙҙөң нигеҙ таштарына – барыһына ла ғашиҡ мин. Ярата белеү һәләте миңә ҡәҙерле атайымдан, әсәйемдән һәм ҡәртәсәйемдән күскән.

Әҙәм балаһы ғүмер уртаһына яҡынлашҡан һайын үткәнен барлай, үткәндәр алыҫлашҡан һайын бөгөнгөнөң ҡәҙере лә бермә-бер арта. Минең бала сағым Башҡортостаныбыҙҙың иң матур төбәктәренең береһендә – Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында үтте. Ҡасандыр Сөләймән ҡартатайым һалған бәләкәй генә йорт ваҡыт үтеү менән ҙурайып, матурайып, атай менән әсәйҙе, ағай менән апайҙы, ҡустым менән мине үҙенә һыйындырҙы. Беҙ – ҡәртәсәйле (фотола) булып үҫкән балалар. Ҡаҡса ғына кәүҙәле, башына – ҡушъяулығын, аяғына ялтырап торған галуштарын кейгән ҡәртәсәй күңелемдә сабыр аҡылдың матур өлгөһө булып һаҡланып ҡалған. Уның бер ҡасан да ҡабаланып атлап китеп барғанын да, ашығып ҡына хәбәр һөйләп ултырғанын да хәтерләмәйем. Өйҙәге берҙән-бер биләмәһе  ҡасандыр ҡартатай үҙ ҡулдары менән эшләгән киң урындыҡ булды. Көндәлек биш намаҙы ла – ошонда. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ҡайнатҡан самауыры ла ошо урындыҡтың түрендә йырлап ултыра. Беҙ, апайым менән, һәр кис ошо урындыҡта ҡәртәсәйҙең эргәһенә ятып йоҡлайбыҙ. 1990 йылдың көҙөндә,  туҡһан йәше тулып, туҡһан беренсе йәшен барлағанда, ошо урындыҡта ятҡан килеш яҡты донъя менән хушлашты. Ә мин, саҡ 14 йәшемде тултырған ҡыҙ бала, уның күҙҙәрен йомдорҙом. Ҡурҡыу ҙа, шомланыу ҙа булманы.

Бала саҡта китап уҡырға яратыусылар иҫәбендә булманым. Башҡалар кеүек экранға текәлеп кино ҡарап ултырғанымды ла иҫләмәйем. Минең өсөн ысын донъя һәм ундағы ысын кешеләр – көн дә күҙ алдымда йөрөгән инәйҙәр, олатайҙар, туғандар, бергә уйнап үҫкән дуҫтар, класташтар.

Күршебеҙҙә генә Исхаҡ олатай менән Йәмилә исемле инәй йәшәне. Исхаҡ олатай – ауыр һуғыш юлын үтеп, мең тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, тыуған еренә иҫән ҡайтҡан һалдат. Беҙ уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанын беләбеҙ, әммә бер ҡасан да орден-миҙалдарын тағып ниндәйҙер осрашыуҙарға йөрөгәнен күргәнем булманы. Уның бар шөғөлө – ҡара таңдан тороп өй алдарын һепереү. Башта – үҙҙәренекен, һуңынан – күршеләрҙекен. Олатай иҫән саҡта беҙҙең тирәлә сүп-сарҙың эҙе лә булманы. Ә уларҙың инәй менән икәүләп бесәндән ҡайтҡандарын күҙәтеп тороу – дан ине... Арбаһына яңы ғына сабылған бесәнде мул итеп тейәй ҙә, ҡаҡса ғына кәүҙәле ҡатынын, Йәмилә инәйҙе, шул бесән өҫтөнә ултырта. Урындыҡта ултырған килеш ошо ваҡиғаны күҙәткән ҡәртәсәй: “Ана, Һарыҡайын (Йәмилә инәй төҫкә һары ине – Г.С.) ултыртып, Исхаҡ олатайың бесәндән ҡайтып килә”, – тип бөтәбеҙ ҙә ишетерлек итеп әйтеп ҡуя. Был ваҡиғаға күп тапҡыр шаһит булғас: “Ҡартайғас барыһы ла ошолай йәшәй”, – тип уйлайым һәм шулай буласағына һис тә шикләнмәнем.

Бер тапҡыр, атай менән әсәй эштә саҡта, мин өйөбөҙҙөң ҡыйығы башына менеп киттем. Маҡсатыма өлгәшеп, рәхәт сигеп,  тирә-яҡты күҙәтеп ултырам. Күрше Йәмилә инәй мине күреп ҡалды ла: “Ҡолап ҡына үлә инде. Атаң башын ҡарайһыңмы унда?” – тип әрләргә тотондо. “Үлем” һүҙен ишеткәс, ҡоттарым осто. Йәмилә инәйҙең тауышына өй эсенән Исхаҡ олатай килеп сыҡты. Миңә урынымдан шылмай ғына шунда ултырып торорға ҡушты. Үҙе беҙҙең өйгә табан йүгерә. Ҡайҙандыр оҙон баҫҡыс табып, мине имен-һау төшөрөп алдылар. “Менгәндә ҡурҡыныс түгел ул, ҡыҙым, төшкәндә ҡурҡыныс”, – тигәйне шул саҡта Исхаҡ олатай. Хәҙерге аҡылым менән уйлап ҡарайым да, олатай бит ул саҡта оло ғына йәштә булған, етмәһә, немец уның аяғын яралап ҡайтарған, шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙен хәүеф аҫтына ҡуйып, сатан аяғы менән минең янға үрмәләгән.

Һул яҡ күршелә Тәңребирҙе олатай менән Шәмсинур инәй йәшәне. Уларға йомош менән ингән саҡта йыш ҡына бер ваҡиғаға тап булам. Ике бүлмәле өйҙөң төпкө яғында Шәмсинур инәй оҙон кәүҙәһе менән урындыҡтың буйынан буйына йәй көндәре лә юрғанға уранып ятҡан Тәңребирҙе олатайҙың ҡулдарын ыуалап ултыра. Үҙҙәре ишетелер-ишетелмәҫ итеп кенә һөйләшәләр. Был икәү башҡаларҙан ниндәй серҙе йәшерә икән, тип уйлайым. Сер тигәнем шул булған – бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән ике йәндең тауыш-тынһыҙ ғына мөхәббәте. Бары шул ғына. Һуғыш һалған яралар Тәңребирҙе олатайыбыҙҙы был донъянан бик иртә алып китте. Ул яһаған семәрле ҡапҡалар, уның оҫта ҡулдары ҡағылған буралар күрше олатайҙың үҙенән күпкә ғүмерлерәк булып сыҡты. Махсус хәрби операция башланғас, Исҡаҡ олатайҙың ейәне Фәрит Хисмәтов, Тәңребирҙе олатайҙың ейәне Рәшит Зәйнуллин ил саҡырыуын ҡабул итеп, яуға инделәр. 2026 йылдың яҙында һуғышта батырҙарса һәләк булған Фәрит менән Рәшитте һуңғы юлға оҙаттыҡ. СССР-ҙы фашизм ҡоллоғонан азат иткән ике ҡарт һалдаттың ҡәберҙәре янында ике ейәндең ҡәбере хасил булды. Рәсәй именлеге өсөн ғүмерҙәрен биргән ике ейәндең.

Ауылдаштарым ни тиклем ябай кешеләр булмаһын, улар оло мөхәббәттең ҡәҙерен, ҡара ҡайғының самаһын белде. Беҙҙең Баймаҡ урамында Мәрғүбә исемле инәй йәшәне. Һәр йыл, Яңы йыл алдынан, ошо Мәрғүбә инәйебеҙ ейәнсәрҙәренән өйөнөң эсен аҡлатты, донъяһын таҙалатты. Һәм ҡасандыр килен булып төшкән саҡта үҙе менән бергә алып килгән һандығынан күлдәк сығара. Ирен һуғышҡа оҙатҡанда кейгән күлдәген. Мин  уның өс ейәнсәре менән бергә уйнайым. Шуға күрә барыһын да ишетеп, белеп йөрөйөм. Матур күлдәген кейеп алған инәйебеҙ ейәнсәрҙәренә: “Ҡартатайығыҙ быйылдан да ҡалмай ҡайтыр. Ҡайтыр ул”, – тип әйтә икән. Был  яңылыҡҡа ейәнсәрҙәре генә түгел, мин дә ышанам һәм беҙ, бала-саға, Яңы йыл төнөндә Мәрғүбә инәйҙең тәҙрәһен шаҡыған һалдат кейемендәге ирҙе көтә башлайбыҙ. Аҙаҡ, йылдар үткәс, беҙ әллә ҙурайҙыҡ, әллә ышаныуҙан туҡтаныҡ – көтөүебеҙҙе туҡтаттыҡ. Инәйебеҙҙең һуғыштан көткән ире бер ҡасан да ҡайтмаясағын аңланыҡ. Ә Мәрғүбә инәй көттө. Йылдың йылы өйөн аҡлатты, һандығынан һаман да шул күлдәген сығарҙы...

Хәҙер, шул көтөүҙә күпме аҡыл, күпме сабырлыҡ булған, тип һоҡланам. Ә бит бер кем дә уның был ҡылығынан көлмәне, йәлләп бахыр хәленә лә төшөрмәне. Шулай булырға тейеш, тип уйланыҡ беҙ. Бала-сағалар ҙа, ололар ҙа. Мәрғүбә инәйҙең йөҙөн оноттом инде. Артыҡ ҙур булмаған кәүҙәһе, артҡа ҡайырып бәйләгән аҡ яулығы иҫтә ҡалған. Теге күлдәк, ирен һуғышҡа оҙатҡанда кейгән күлдәге, ниндәй төҫтә булды икән? Бик матур булғандыр инде, үҙенә бик килешкәндер. Был донъяның бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән Мәрғүбә инәйебеҙ ул күлдәкте нисә тапҡыр кейҙе икән?

Атайымдың бер туған еҙнәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәҙулла олатай Төхвәтуллин – һуғыштан Дан ордены тағып ҡайтҡан кеше. Таһира инәйем менән улар биш ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Ул ағайҙар шул тиклем таҙалыҡ ярата торғайны, көн һайын сиратлап өй иҙәнен ҡырып йыуалар. Сиратлап ашарға бешерәләр. Инәйебеҙ йәшләй генә яман шеш ауырыуынан китте. Ҡаты ауырыған ҡыҙын ҡәртәсәй янына күсереп алды һәм төрлөсә тәрбиәләп ҡараны. Таһира инәйемдең һаран ғына йылмайып торған йөҙө менән ҡолағындағы һары ҡашлы алҡалары хәтерҙә ҡалған. Йәнә лә әсәһе үлгәс, Ишбулды ағайымдың иҫке генә түмәр өҫтөндә Сейәкәй тауына ҡарап шым ғына илап ултырғанын иҫләйем. Эре күҙ йәштәре бите буйлап ағып тора, ағып тора, ағып тора, ә мин ҡулымдың һырты менән шул йәштәрҙе һөртөп ултырам. Ул ваҡытта миңә нисә йәш булды икән? Биш йәки алты булғандыр. Шул ваҡыттан алып минең аңымда “Иң ауыр саҡтарында кешеләр тауҙарға ҡарап илай” тигән уй йәшәй. Иң ауыр саҡтарында кешеләр тауҙарға ҡарап илай. 2013 йылдың йәнде өшөткән октябрендә, 2020 йылдың аңды томалаған 31 июлендә мин дә  Сейәкәй тауына ҡарап иланым. Ҡырҡ йәше лә тулып өлгөрмәгән бер туған апайым, тип, илле ике йәше менән барған бер туған ағайым, тип...

Әхмәт олатай менән бәйле бик ҡыҙыҡ ваҡиға ла иҫтә ҡалған. Бала саҡта беҙ һыуҙы көйәнтәләп ташый инек. Бер заман атайҙан һәм Зәки ағайҙан көйәнтә эшләп биреүҙәрен талап итә башланым. Баҡтиһәң, көйәнтә эшләй белгән айырым оҫталар була икән. “Әхмәт олатайыңдан һора”, – тип адресын әйтте Зәки ағайым. Ерҙең яңы ғына ҡарҙан әрселә башлаған мәлендә мин, Фәсхетдин ағайым һәм Әхмәт олатай урмандан көйәнтәлек ағастар ҡырҡып алып ҡайттыҡ. Олатай башта уны бысаҡ менән йышты, аҙаҡ көйәнтә рәүешендә бөгөп, ҡалын еп менән ике осон бәйләп ҡуйҙы. Бер юлы олатай Гөлнәзирә апайыма тип тә көйәнтә әҙерләй. Мин көн һайын буласаҡ көйәнтәмдең хәлен белә барам. “Кибеп бөттөмө икән?”, “Әҙерме?”, “Ҡасан әҙер була?” Гөлнәзирә апай сабыр ғына көтөп йөрөй. Ул да борсолһон әле, тип көндәрҙең береһендә өйгә ҡайтҡас та:

– Һиңә тигән көйәнтә һынған, – тип хәбәр һалдым.

– Нисек һынған? – апайым борсола төштө.

– Белмәйем. Һынған и все, – тип әйтеүем булды, апайым иларға тотондо. “Алданым” тип әйтеү файҙаһыҙ, холҡон беләм бит инде, бер башлағас, туҡтамаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, мәле еткәс, мин көйәнтәләр артынан барҙым һәм шундай күренешкә тап булдым. Әхмәт олатайыбыҙ үҙе әйткән “фронтовой 100 грамм”ын һуғып алған да, бүлмә буйлап үҙ алдына һөйләнеп йөрөй. Нимә һөйләгәне һис аңлашылмай. Ағайҙарҙың береһе миңә әҙер көйәнтәләрҙе тотторҙо һәм мин ҡыуана-ҡыуана ҡайтып киттем. Хәлде Ғәйнислам ағайға һөйләйем. Ғәйнислам ағай, күрәһең, олатайҙың был ғәҙәтен белгән:

– Ул бит нимессә һөйләшә. Шуға аңламағанһың. Түлкә уның нимессә белгәнен кешеләргә һөйләргә ярамай. Атыу һине лә, олатайҙы ла сығарып атасаҡтар, – тигән “сер”ҙе систе. Мин күберәген ҡаршы ғына өйҙә йәшәгән, минең менән йәштәш булған, туған тейешле кеше – Айҙар исемле малай менән бергә уйнайым. Баяғы “сер”ҙе уға ла һөйләнем. “Атып үлтерәсәктәр” тигән һүҙҙән ныҡ ҡурҡабыҙ, шуға, бер кемгә лә һөйләмәйәсәкбеҙ, тип анттар бирештек. Был, әлбиттә, Ғәйнислам ағайҙың сираттағы шаяртыуы булған, әммә минең өсөн ул ҙур һабаҡ булды, сөнки минең ауыҙымда тамсы ла хәбәр ятмай. Дүрт өй араһында йөрөп хәбәрҙе йә уңға, йә һулға ташыйым. Ҡәртәсәйҙең өс ҡыҙы беҙҙең ауылда йәшәне. Ҡәртәсәйем өйҙән дә сыҡмайынса ла ҡайһы йортта ниндәй ваҡиғалар барғанын көнө менән, сәғәте менән белеп торҙо, сөнки һыуытмай ғына хәбәр ташыған кеше – мин бар. Белеп торҙо, әммә бер ҡасан да үҙҙәренә кире сығарып һөйләмәне. Көндәрҙең береһендә ҡәртәсәйемә хатта үҙемдең серемде лә сисеп ташланым:

– Мин ҙурайғас, Айҙарға кейәүгә сығам. Ул риза, – тинем. Ғәҙәтенсә, бөтә хәбәрҙәрҙе лә тыныс ҡына тыңлап өйрәнгән ҡәртәсәй:

– Һеҙ бит бер тоҡомдан, туғандарһығыҙ. Туған тейешле кешегә кейәүгә сыҡмайҙар, – тип яуапланы. Шул көндө үк Айҙарға был хәбәрҙе еткерҙем.

– Ярай атыу, – тине Айҙар тыныс ҡына. Айҙар – минең бала сағымдың матур мәлдәрен бүлешкән, мине ҡурсалап йөрөткән яҡын кешеләремдең береһе. Ағай менән һеңле кеүек етәкләшеп йөрөп үҫтек. Минән бары өс айға ғына өлкән булған Айҙар ағайым һеңлеһенең дыуамал холҡон да, самаһыҙ үҙһүҙлелеген дә сабыр ғына күтәрә белде.

Атайымдың иң өлкән апайҙарының береһе – Маһинур инәйемдең үҙ балалары булманы. Һуғыш ваҡытында билдән һыу кисеп, ауыр бүрәнәләрҙе сплавта ағыҙған инәйемдең, күрәһең, һаулығы ныҡ ҡаҡшаған. Тормошоноң был фажиғәһен ул сабыр кисерҙе. Улар, Басир олатайым менән, үҙ балаларына тигән һөйөүҙе тулыһынса, тамсыһын да ҡалдырмай, беҙгә бирҙеләр. Олатайымдың ҡулынан бер ҡасан да гәзит-журнал төшмәне. Күпте уҡыған, күпте белгән был олатай дәрестәремде лә әҙерләште. Ул яҙып биргән иншаларҙы уҡыған уҡытыусым Мәрйәм Әхиәр ҡыҙы: “Икенсе тапҡыр  иншаңды үҙең яҙ, йәме”, – тип әйтер ине лә, журналға ике “бишле”не теҙеп ҡуя. Олатайҙан көн дә дәрес әҙерләтеп ултырыуҙың дөрөҫ түгел икәнен үҙем дә беләм. Өйгә эш буйынса ярҙамды атай менән әсәйҙән дә һорайым. Атай  һүрәт төшөргәндә, әсәй рус теле менән математиканы эшләп ултыра. Мин дә буш ултырмайым – атай менән әсәйҙе ауылдың һуңғы яңылыҡтары менән таныштырам.

Бәләкәй саҡта мине Заһира инәйемә оҡшаттылар. Заһира – атайымдың иң кесе апаһы. Аралары йәш ярым ғына. Һуғыш ваҡытында ошо инәйем, 4-5 йәшлек бала, ҡустыһының тамағын хәстәрләп, көнөнә бер тапҡыр колхоз пекарняһына бара икән. Унда атайымдың иң оло апаһы –  Маһира инәйем эшләй. Ул ҡыҙ бала үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яңы ғына бешкән икмәктең бер өлөшөн бүлеп, алдан һөйләшелгән урынға, колхоз келәтенең бер мөйөшөнә, йәшереп ҡуя. Заһира шул икмәкте шым ғына килеп ала һәм өйгә алып ҡайта. Ныҡ асыҡҡан саҡта ла икмәккә үрелеү юҡ. Ҡайтҡас ҡына, ҡустыһына тигән өлөштө бүлеп биргәс кенә,  ауыҙға ҡабырға мөмкин. “Өлкән ағайыбыҙ һуғышта һәләк булғас, бәләкәс ҡустыбыҙҙы һаҡларға кәрәк икәнлеген аңлап үҫтек. Дәүләтбайҙы һаҡлау – нәҫелде һаҡлау ине”, – Заһира инәйемдең әлеге һүҙҙәре иҫемә төшкән һайын мин түгелеп-түгелеп илайым. Дәүләтбайҙан тыуасаҡ дүрт баланың ғүмере ҡасандыр, һуғыш йылдарында, ошо дүрт йәшлек баланың йәшерә-йәшерә алып ҡайтып барған икмәк киҫәгенән дә торған.

Маһира инәйем 80 йәше тулғанда ла төҫ ташламаған сибәрҙәрҙең дә сибәре ине. 13 балаға ғүмер биреп, ғүмеренең һуңғы сәғәттәренә тиклем үҙ аңында булып, улдарының ҡаршыһында ултырып үҙенең һуңғы сынаяҡ сәйен үҙе яһап эскән, мейесендә яңы ғына бешкән дүрт таба икмәген өҫтәленә сығарып һалып был донъя менән сабыр ғына хушлашҡан инәй. Зөлҡәрнәй олатай менән улар бик матур йәшәнеләр. Үҙ ғүмерендә яңылыш ҡына себенде лә һуғып үлтермәгән был олатайымдың дәртле генә итеп йырлаған бер йыры бар ине:

– Самолет летит, моторы гудит,

Ә хәҙер Зөлҡәрнәй в крылах сидит...

Ул йырҙы кем сығарғандыр ҙа, олатай уны кемдән отоп алғандыр, әммә бала саҡтан күңелемә һеңгән, туғандар йыйылған матур табындарҙың сағыу өлөшө булған ошо таҡмаҡ тормошонан үтә ҡәнәғәт булған олатайымдың берҙән-бер йыры булды. Һәүетемсә генә ғүмер кисереп, күп изгелектәр ҡылып, йырында йырлаған самолетына бер тапҡыр ҙа ултырып осоп ҡарамаған Зөлҡәрнәй олатайыбыҙ ҙа был донъянан күптән китеп барҙы.

Атайымдың бер туған апайҙары минең өсөн ябай инәйҙәр түгел. Улар, тәү сиратта – бала саҡтан күңелемә изгелек орлоғо һалған, шул орлоҡтоң тамыр йәйеүенә үҙ өлөшөн индергән ҡәҙерле заттар. Файза инәйебеҙ Баймаҡ районының Һәмән ауылында йәшәне. Инәй беҙгә ҡунаҡҡа килһә, әсәйем менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, “киленем дә киленем”, тип өҙөлөп торған бик ихлас кеше. Үҙенә кәрәккәнде генә ишетте, зиһене ҡабул иткәнде генә күрҙе. Кәрәкмәгән хәбәргә ҡолаҡ һалып, ғүмер исрафлап йәшәгәндәр иҫәбендә булманы. Белгән эшен дә, белергә теләгән эшен дә һис икеләнеп тормай башҡарған Файза инәйем хатта район дауаханаһында күҙ табибының ярҙамсыһы ла булып эшләп ала. Бер заман мәктәп уҡытыусыларын медосмотр үтергә ебәрәләр. “Окулисҡа тип барып инһәм, Файза апайым ултыра”, – тип көлә-көлә һөйләгәйне атайым. “Бында нишләп ултыраһың ул?” тигән һорауына: “Приемда ултырам, күреп тораһың бит”, – тип яуаплаған инәй. Ошо ваҡиғаны иҫкә төшөргән һайын атайым: “Күҙҙе тикшертергә барғанда окулистың үҙен таныһаң, еткән инде”, – тип шаяртыр ине.

Мин Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, 31 йыл ғүмер үткәс тыуғанмын. Шулай ҙа һуғыштың кешелек уйлап сығарған иң ҙур енәйәт икәнен аңлап үҫтем. Башҡа ваҡыттарҙа ҡәртәсәйҙе бик тыңлап бармаһам да: “Әйҙә, балам, Хоҙайҙың ошо изге көнөндә илгә тыныслыҡ теләп доға ҡылайыҡ. Ҡушыл”, – тиһә, тауыш-тынһыҙ ғына янына ултырам. Беҙ үҫкән саҡта “Бөйөк Ватан һуғышы” тигән һүҙ эргәһенә “Афған һуғышы” тигәне лә өҫтәлде. Класташым Миңзәләнең бер туған ағаһы Альберт Әхмәтшин Афған һуғышынан ҡаты яраланып ҡайтты. 20 йәшлек кенә егеттең өйҙәрендә ауыр тын алып ятҡаны, өләсәләренең уға ҡалаҡлап кәзә һөтөн эсергәне иҫтә. Көндө бушҡа ауҙарып, үҙ кәйефебеҙҙе үҙебеҙ нисек күтәрергә белмәй йөрөгән беҙ, Баймаҡ урамы балалары, бер заман шундай ғәҙәт сығарып алдыҡ: Альберт ағайға концерт ҡуябыҙ. Бәләкәй генә аласыҡҡа унлаған бала килеп тулабыҙ ҙа, кемдер шиғыр һөйләй, кемдер бейей башлай. Һеңлеһе Әлфиә интермедия күрһәтә. Яралы һалдат беҙгә ихтирам күрһәтеп, көс-хәл менән тороп ултыра. Концерттың йәме – Гөлфирә исемле ҡыҙыҡай. Ул бик матур йырлай, тик, беҙҙән айырмалы рәүештә, уның ауыл ҡыҙырып йөрөргә артыҡ ваҡыты юҡ. Шулай ҙа беҙ уны эҙләп табабыҙ һәм уның башҡарыуындағы “Сейәле тау” йыры менән концертты йомғаҡлап ҡуябыҙ.

Мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортоноң беренсе курсында уҡып йөрөгән сағымда беренсе Чечен һуғышы сыҡты. Дүрт класташым ошо һуғыштың тәүге кампанияһына эләкте һәм Рәсүл Байымов унан ауыр яраланып ҡайтты. Башланғыс класта беҙ уның менән бер парта артында ултырҙыҡ. Күркәм холоҡло, йәп-йәшел күҙле был һабаҡташым математиканы яҡшы белде. Мин дәрестә тирә-яҡты күҙәтеп, ул-был хәбәргә ҡолаҡ һалып ултырған арала, Рәсүл икебеҙ өсөн дә уҡытыусы биргән мәсьәләне сисеп ҡуя. Бер тапҡыр класс етәксебеҙ Мәрйәм Әхиәр ҡыҙы мине Булат исемле малай эргәһенә күсереп ултыртты. Тәүге дәрестә яңы парталашым менән күп һөйләшкәнебеҙ өсөн икебеҙ ҙә уҡытыусынан әрләндек, икенсе дәрестә ул минең дәфтәремә шаяртып “икеле” ҡуйҙы, өсөнсө дәрестең башында беҙ уның менән һуғышып киттек тә дүртенсе дәрестә мин ҡабат Рәсүл эргәһенә кире күстем.

Бер заман улар, Айнур Ғүмәров исемле класташым менән, хатта диңгеҙ һынлы диңгеҙгә сәйәхәткә сығып китә яҙҙылар. Ваҡиғалар былай була. 4-се класта беҙгә яратҡан уҡытыусыбыҙ Нәйлә Сафа ҡыҙы Лотфуллинаны класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Ул йылы, күрәһең, яҙ бик иртә килгән; ауыл эсендәге бәләкәй генә йылғалар ҙа көслө ташҡын булып аҡҡан. Яҙғы каникул мәле. Мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләгән атайым бөтә класс етәкселәрен йыйып алған да: “Өй һайын йөрөп уҡыусыларығыҙға иҫкәртеп сығығыҙ: быйыл ташҡын бик көслө, йылғаларға яҡын йөрөмәһендәр”, – тип аңлатыу эштәре алып барырға ҡуша. Нәйлә Сафа ҡыҙының яҙғы ташҡын тураһында һөйләгәнен Рәсүл менән Айнур, күрәһең, бик ҡыҙыҡһынып тыңлаған, уҡытыусы ҡайтып киткәс тә, иҫке таҡталарҙан һал эшләп Таулы йылғаһына төшөп киткәндәр. Ике сәйәхәтсе дуҫты Ишназаров Сөнғәт олатайҙарҙың өйө эргәһендә, ике йылға ҡушылған ерҙә, ауыл ирҙәре көс-хәл менән туҡтатып, ярға һөйрәп сығара. Үҙҙәре аңлатыуы буйынса, улар ҡайһы йылғаның ҡайҙа ҡойғанын, аҙаҡ ҡайһы диңгеҙҙәргә барып тоташҡанын яҡшы беләләр. Шуға күрә, бер нисек тә аҙашмайынса диңгеҙҙең үҙенә үк барып сыға алалар.

Класыбыҙҙа ике игеҙәк егет уҡыны – Булат һәм Марат Ишбулатовтар. Улар ҙа 19 йәштәре тулыр-тулмаҫ борон ут эсенә инде. 31 йылдан һуң Марат Ишбулатов йәнә һалдат итеген кейҙе һәм 2025 йылдың февралендә махсус хәрби операцияға юлланды. 2-се класта саҡта сананан ҡолап, уң яҡ яурынымды һындырҙым. Ҡулыма гипс һалдылар. Портфелде яурынға аҫып булмай, һул ҡулға ғына тотоп йөрөйөм. Марат ярҙамға килде. Дәрестән ике ҡулына ике портфель тотоп ҡайта ла, беҙҙең өй тапҡырына еткәс, минең портфелде баҡса рәшәткәһенә элеп китә.

Беренсе Чечен кампанияһына эләккән дүртенсе класташым – Радик Арыҫланов. Матур һәм күмәк ғаиләлә тыуып үҫкән был егет шәп спортсы ине. 1-сенән алып 11-се класҡа тиклем беренсе рәттең 4-се партаһында ултырҙы. Класта иң беренселәрҙән булып китабын һәм дәфтәрен тышлаған кеше – ул, Тимур командаһына иң актив йөрөгән кеше – ул, арабыҙҙа бәләкәй генә сәбәптән дә ҙур ҡыҙыҡ табып иң ихлас көлгән кеше, моғайын, ул булғандыр. Чечен һуғышынан Радик бөтөнләй үҙгәреп ҡайтты, беҙҙең менән аҙ аралашты. Осрашыуҙарға йөрөмәне. “Радикты ерләгән көнө тәүлек буйы туҡтамай ямғыр яуҙы, ҡойҙо ғына”, – тип һөйләне бер еңгәһе. Сибәрлегенә яҙмышы тура килмәгән класташымды тәбиғәт үҙе шулай илап оҙатҡандыр, күрәһең.

Беҙҙең күҙ алдында үҫкән, ҡасандыр бәләкәй генә кәүҙәләренә ҙур портфелдәр аҫып 1-се класҡа барған кисәге малайҙар 2022 йылдың көҙөндә яуға инделәр: әсәйемдең иң яҡын әхирәте Мәрфуға апайҙың төпсөк улы Йәмил Мансуровты; кескенә сағынан бер туған ағайҙары менән ярышып бесән сапҡан, емертеп донъя көтөп ятҡан Ришат Байымовты; был донъяға изгелек өләшер өсөн генә тыуған, аҙ һүҙле Айҙар Усмановты; бәхетле осраҡ арҡаһында ғына иҫән ҡалып, ҡаты күҙ йәрәхәте арҡаһында хеҙмәттән бушатыласаҡ Хәйҙәр Ҡырғыҙбаевты һәм башҡаларҙы махсус хәрби операцияға оҙаттыҡ. Егеттәр юлға сыҡҡан көндә ауылыбыҙҙың бөтә тереклеге ауыр һулап, көҙҙөң һалҡын ҡосағына сумды: һыуыҡ, һары һағышлы ҡосағына.

Юлға сыға торған егеттәр араһында Кәрим Абдуллин да булды. Кәримде мин йәше тулыр-тулмаҫ сағынан беләм. Атаһы Гәрәй ағай беҙгә ҡәртәсәйем яҡлап туған, Мәрфуға еңгәбеҙ – Баймаҡ районының Ишей ауылы ҡыҙы. Кәрим тыуғас, ағай менән еңгәй иң өлкән сабыйҙарына күм-күк төҫтәге коляска һатып алды. Беҙ, Баймаҡ урамының бала-сағаһы, Кәрим янына йыш йөрөйбөҙ. Ҡолаҡтарына тиклем йылмайып торған был сабый үҙе лә, уның коляскаһы ла беҙгә ныҡ оҡшай. “Бәпәйегеҙҙе уйнатырға биреп тороғоҙ әле”, – тип еңгәйебеҙҙән Кәримде һорап алабыҙ ҙа, әлеге коляскаһына ултыртып, Этҡолдоң соҡорло урамдары буйлап сәйәхәткә алып сығып китәбеҙ. Тирә-яҡты тауыш-тынһыҙ ғына күҙәтеп ултырған Кәрим күпмелер ваҡыттан йоҡлап китә. Беҙ уны коляскаһынан алабыҙ һәм шул коляскаға сиратлап ултырып ике өй араһындағы тыҡрыҡтан аҫҡа ҡарай шыуып төшәбеҙ. Бер ни белмәгән Кәрим ҡулдан-ҡулға күсә-күсә йоҡлауын дауам итә. Илауҙың нимә икәнен дә белмәгән үтә һөйкөмлө шул сабыйҙы күргәс, миндә апай булыу теләге тыуҙы. Кәрим кеүек йылмайып ҡына торған ҡарпыш ҡолаҡлы ҡустыға апай булғым килде.

 

Атайым Дәүләтбай Сөләймән улы Ибраһимов – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Атайым яҡлап беҙ Алдар батыр Иҫәкәев нәҫеленән. Заманында атайым уҡытыусыһы, билдәле тарихсы Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров менән бергә Алдар батырҙың шәжәрәһен тергеҙҙе. Атайыбыҙҙың Коммунистар партияһы мәктәбенә уҡырға китергә һәм ҙур карьера эшләргә мөмкинлеге лә булған, әммә ул яҙмышын тыуған ауылы менән бәйләне, бар көсөн ошо ауылда тыуып үҫкән балаларға белем биреүгә арнаны. Ул беҙгә иң ҙур байлыҡ ҡалдырып китте – тыуған илде яратырға, уны һаҡларға һәм ошо илгә тоғро булырға өйрәтте. Шуға ла беҙ тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең асылын да, тәмен дә яҡшы тоябыҙ. Бар уңыштарыбыҙҙың нигеҙе лә ошо.

Атайым менән әсә­йемдең танышыу тарихы ла бик ҡыҙыҡ. Бынан ун йыл элек әсәйҙән ошо тарихты яҙып биреүен үтендем. Мин ҡәҙерләп һаҡ­лаған 18 битлек дәф­тәргә әсәйемдең йылы ҡулдары ҡағылған, күҙ йәш­тәре тамған. Был дәфтәр – уларҙың керһеҙ мөхәббәте хаҡында һөй­ләгән тере тарих. Бына нимәләр яҙып ҡалдырҙы ул:

“Беҙҙең тәүге осрашыу минең тыуған ауылым Ниғәмәттең клубында булды. Бер колхозда ике комсомол ойошмаһы. Икенсе Этҡолдар беҙгә комсомол йыйылышына килгәндәр. Етәксеһе – ҡалын ҡара ҡашлы, алғы сәстәре бөҙрәләнеп торған егет. Мәктәптә пионервожатый булып эшләй икән. Эй, маҡтай бит үҙенең комсомолецтарын, йәнәһе, улар колхоздың ҡошсолоҡ фермаһын шефҡа алғандар, һарыҡсылыҡта дежурство бар. Уйлап-уйлап ултырҙым да, сәхнәгә сығырға һүҙ һораным. Математика уҡытыусыһы Рәжәп Рамаҙан улы Барлыбаев ағай рөхсәт бирҙе. Мин дә үҙебеҙҙең эштәр тураһында түкмәй-сәсмәй һөйләнем. Беҙ ҙә ҡошсолоҡ фермаһын яҙын-йәйен шефҡа алыуыбыҙ, айына хөкүмәткә күпме йомортҡа тапшырыуыбыҙ, көҙөн-ҡышын фермаға барып һауынсыларға ярҙам итеүебеҙ, йәй буйы сөгөлдөр-кукуруз баҫыуында утауҙа йөрөүебеҙ тураһында һөйләп бирҙем. Ошо сығыштан һуң осрашҡан һайын: “Йә, комсорг, күпме йомортҡа тапшырҙың, күпме һөт һауҙың, сөгөлдөрөң-кукурузың нисә килограмға етә?” – тип шаяртыр ине. Мин башта үсектем, аҙаҡ ғәҙәти шаяртыу тип ҡабул иттем.  

1963 йылда Сибай ҡалаһында педагогия училищеһы асылды. Директоры итеп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадронында командир, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Бәҙри Мөжәүер улы Мәмбәтҡолов тәғәйенләнде. Дәүләтбай үҙенең һигеҙ комсомолецын эйәртеп, училищеға уҡырға инер өсөн имтиханға алып барҙы. Беҙ ҙә Ниғәмәттән алты ҡыҙ эйәрҙек. Имтиханды һигеҙ уҡыусының алтыһы тапшыра алманы. Дәүләтбай директор менән һөйләшеп, имтихандарҙы ҡабат тапшыртты һәм дүртәүһе педучилищены имен-һау тамамланы.

Сибайҙа уҡығанда (1963 – 1967 йылдар) айға бер, ҡай саҡ ике айға бер тапҡыр ауылға ҡайтыла ине. Автобус ул саҡта төшкә лә инмәй, еңел машиналар бөтөнләй юҡ. Икенсе Этҡол аша КРАЗ-дар (элек уларҙы “айыу машина” тип йөрөтә инек, сөнки алғы капоттың өҫтөндә айыу макеты ҡуйылған) Сибайға утын ташый. Этҡолдар алтаулашып шул машинаға тейәлә. Юлда мин көтөп торам. КРАЗ-дарҙы юлда йыш ҡына милиционерҙар туҡтата. Дәүләтбай улар менән уртаҡ телде тиҙ таба, беҙ имен-аман Сибайға барып етәбеҙ.

Педучилищела уҡығанда йыл да хеҙмәт семестры булды. Өсөнсө курс-ты тамамлағас, Хәйбулла районының Подольск ауылында ферма төҙөнөк. Дәүләтбай – командир, мин  комиссар итеп тәғәйенләндек. Барып төшкәс, барактарға урынлаштыҡ. Дәүләтбай өс-дүрт егет менән койкалар урынлаштырып, ашарға әҙерләп ҡалдылар. Мин башҡа студенттарҙы Урал йылғаһына һыу төшөргә алып киттем. Рәфҡәт исемле егетебеҙ йүгереп барып һыуға сумды ла, ҡабат сыҡманы ла ҡуйҙы. Кисен генә һөҙөп сығарҙылар. Хеҙмәт юлына яңы ғына аяҡ баҫып торғанда ҙур тетрәнеү алдыҡ. Шуғалырмы, утыҙ биш йыл эшләү дәүерендә (ә Дәүләтбай ҡырҡ йылдан ашыу уҡытты) беҙ бер уҡыусыны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштыҡ. Уның йәки минең күҙ уңынан ысҡынған һәр уҡыусының яҙмышын боролоштар йә үҙенә йотор, йә батырыр кеүек ине. Күпмеһенә буласаҡ һөнәрен һайлағанда кәңәштәр биреүебеҙҙе лә, оло тормош юлына яңы аяҡ баҫҡандарға терәк-таяныс булыуыбыҙ хаҡында ла мин яҙып тормайым. Хәҡиҡәт шул: Хоҙай беҙҙе күп яҙмыштар менән осраштырҙы. Араларында юл башында абынғандары ла, тура юлда аҙашҡандары ла булды. Әммә беҙ, тәү сиратта Дәүләтбай, кеше яҙмыштарына ҡарата мәрхәмәтле булдыҡ. Хоҙай быға үҙе шаһит.

Икенсе Этҡолда эшләй башлағас, өйләнештек. Дәрестән һуң мал ҡарап, ваҡ-төйәк эштәрҙе барлағас, клубҡа сабабыҙ. Дәүләтбай – үҙешмәкәр түңәрәктең художество етәксеһе. Үҙе бейей белмәһә лә, бейеү һалыу оҫталығы бар. Хәтеремдә, “Этапы пятилетки” тигән бейеү һалды. Шул бейеү менән республика конкурсына үттек һәм дипломант булдыҡ. Бер ҡыҙыҡ хәл хәтерҙә ҡалған. Бейеп йөрөһәк, минең менән бергә бейегән хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы күлдәгенең тиҫкәреһен кейеп сыҡҡан. Мин күрҙем дә, сыҙамай көлә башланым. Ә Дәүләтбай сәхнәнең ҡорғанын асып-ябып күҙәтеп тора. Мин көлгәнгә ҡорғанға ышыҡланып йоҙроҡ төйә. Аңғармаған – йоҙроҡ ҡорғандан ситкә сығып, залға күренгән. Аҙаҡ тамашасы бер апай: “Дәүләтбай ҡусты, бейеү бик матур ҙа, тик йоҙроҡтоң нимәгә кәрәге бар ине?” – тип һораны. Беҙ рәхәтләнеп көлдөк.

Беҙ өйләнешкәндә миңә – 19, Дәүләтбайға 26 йәш ине. “Тормошҡа сыҡмайым, атайҙарға ярҙам итәм, артабан уҡыйым”, – тинем. Ул: “Икәүләп уҡырбыҙ, икәүләп ярҙам итербеҙ”, – тине. Һүҙендә торҙо. Ай һайын эш хаҡымды бүлеп, атайҙарға биреп торҙом. Әгәр ҙә ниндәйҙер тотҡарлыҡ булһа, аҡса тотоп үҙе китә. Атайым Фәтих Солтанғәзе улы Мәүлитов һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта. Минән башҡа, ғаиләлә һигеҙ бала. Әсәйем ваҡ балалар менән өйҙә ултыра. Һуғышта алған контузияһынан ыҙаланған атай туберкулез менән дә йонсоно. Шифаханаға юллама килһә, әсәйем: “Балам, атайыңа путевка бар бит әле”, – тип өндәшә. Тел төбө аңлашыла. Аҡса табып атайҙы шифаханаға оҙатабыҙ. Дәүләтбай атайымды, әсәйемде, туғандарымды ныҡ хөрмәт итте. 23 февралде лә, 9 Майҙы ла атай менән ҡаршылар ине”.

Атайымдың ниндәй кеше булыуы хаҡында ошо юлдарҙы уҡып та күп нәмәне аңларға була.

Әсәйем – Мәҙинә һәм Фәтих Мәүлитовтар ғаилә-һендәге (фотола) иң өлкән бала. Иң өлкән тип әйтеү, бәлки, урынлы ла түгелдер. Әсәйемдең үҙенән ете йәшкә өлкән бик матур Зифа исемле яратҡан инәйебеҙ бар ине. Нәнәйем Мәҙинә һуғышҡа тиклем Йосоп Нәҙербаев исемле кешелә кейәүҙә була. Ике балаға әсәй булып өлгөргән нәнәйҙең һуғыш осоронда Йомабикә исемле ҡыҙы бала ғына килеш ауырып үлә, күп тә үтмәй, Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта тормош иптәше лә һәләк була.

Еңеү сәғәте һуҡҡандан һуң 15 ай үтеүгә, Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылына орден һәм миҙалдары менән бер рәттән, госпиталдә яралы ятҡан сағында дошмандың һөжүмен кире ҡағыуҙа ҙур батырлыҡ күрһәткәне өсөн дивизия командиры тарафынан пистолет менән наградланған кесе лейтенант Фәтих Солтанғәзе улы Мәүлитов ҡайтып төшә. Көндәрҙең береһендә үтә яҡшы кәйефле ҡартатайым портупеяһын кейеп, биленә наградной пистолетын тағып, колхоздың бригадиры өсөн тәғәйен яҡшы атына менеп, Ниғәмәт ауылы буйлап сабып йөрөй. Һауаға гөпөлдәтеп бер-ике тапҡыр атып та ала. Был ваҡиға тиҙ арала тейешле органдарға барып етә. Милиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә, акт төҙөйҙәр һәм пистолетты үҙҙәре менән алып  китәләр.

Нәнәйем менән яҙмыштарын нисек бәйләгәндәрен белмәйем, әммә улар теүәл 40 йыл бергә ғүмер иттеләр һәм туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Мин тыуып үҫкән Икенсе Этҡол менән Ниғәмәт араһын алты саҡрым ғына ара бүлә. Шуға ла беҙ ял көндәрендә йә байрамдарҙа атайҙың люлькалы “Урал” матайына тейәлешеп әсәйемдең тыуған ауылына ҡунаҡҡа барабыҙ. Хәтерҙә ҡалғаны шул: ҡартатай бик асыуланған саҡта ҡыҙҙарын, улдарын, бигерәк тә кейәүҙәрен: “Сталин! Һеҙгә Сталин етмәй!” – тип әрләй. Улар барыһы ла совет осоро кешеләре: пионер, комсомол юлын үткәндәр, Сталин етәкләгән Коммунистар партия-һының ниндәй икәнен дә яҡшы беләләр.  Был исем йәмғиәттә артыҡ телгә алынмаған ваҡытта ла ҡартатайҙар өйөндә уға гел ҙур хөрмәт булды. Сталиндың ҙур ғына портреты ҡыштарын төпкө бүлмәлә, өйгә килеп ингән кешенең күҙенә шундуҡ салыныр урында эленеп торҙо,  йәйҙәрен ҡартатай уны үҙе менән бергә верандаға алып сыға. Бында ла урыны түрҙә: оҙон өҫтәл ҡаршыһындағы стенаға эләләр. Портрет эргәһендә ҙур ғына карта: унда Икенсе Украина фронтының хәрби юлы төшөрөлгән.

Нәнәйебеҙҙең нәҫеле Ҡазан яғынан. Быуат ярым элек Әхмәҙуллиндар Башҡортостандың хәҙерге Дәүләкән районы Суйынсы ауылына күсеп килгәндәр. Артабан 1921 йылда Баймаҡ яҡтарына юлланғандар.

Зәңгәр күҙле нәнәйем ике телдә лә иркен һөйләште: башҡорттар менән башҡортса, татарҙар менән татарса. Нәнәйемдең  кешеләр менән гәпләшеп ултырғанын да, кемгәлер ҡунаҡҡа йөрөгәнен дә хәтерләмәйем. Ҡулы – эштән, уйҙары хәстәрҙән бушаманы: көндөҙ мейес янында аш-һыу хәстәрләне, төндәрен тегеү машинаһында кейемдәр текте.

Мәҙинә нәнәйем бәйләгән йөн носкиҙарҙы, матур шәлдәрҙе, кофталарҙы Ниғәмәт ауылы халҡы сиратҡа теҙелеп һатып алыр булған. Әсәйемдең – педучилищела,  Риф һәм Рим ағайымдарҙың ул саҡта бик һирәктәр генә уҡый алған Өфө нефть институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый алыуҙарында, туғыҙ баланың һөнәрле булыуында нәнәйемдең күҙ нурҙарын түгеп, ҙур оҫталығын һалып башҡарған ҡул эшенән килгән аҡсаның тос өлөшө бар. Күрше Бикеш ауылы урыҫтары йылдың-йылы ҡыш уртаһында өс литрлыҡ банкаларын тотоп, нәнәйҙән тоҙло кәбеҫтә һатып алырға килә ине. Бер тапҡыр кәбеҫтә һатып алыусылар килгәс, нәнәй ике туған Ләйсән апайым менән миңә тимер сүгәтә менән ҙур биҙрә тотторҙо ла, соланда ултырған ағас мискәләрҙән кәбеҫтә индерергә ҡушты. Мискәләр бейек. Кәбеҫтәләр туңған. Ләйсән апай минең күлдәгемдең итәгенән тотоп тора, мин яртылаш кәүҙәм менән мискә эсенә инеп, туңған кәбеҫтәне ҡырам. Шул саҡ өй эсенән Фәрғәт ағайым килеп сыға ла ярым буш мискәне иҙәнгә ауҙарып бирә. Минең өсөн был ҙур асыш булды. Баҡтиһәң, ауыр эште ошолай еңел генә итеп тә башҡарып була икән. Нәнәй ҙә, моғайын, беҙгә был эште ҡушҡанда мине яртылаш кәүҙәм менән мискә эсенә инеп кәбеҫтә алыр тип уйламағандыр инде.

Фәрғәт – минең ике туған ағайым. Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Нәзирә апайҙың өлкән улы. Уның балаларса таҙа һәм саф күңеле йәшәгән дәүеренә лә, ошо дәүер кешеләренә лә яраҡлаша алманы. Алданырға әҙер генә торған ағайымды бер тапҡыр бик йүнһеҙ итеп шаярттым. Эш былай булды. Ҡыш көнө. Ҡартатайҙарҙа Яңы йылды ҡаршы алдыҡ. Иртәгәһенә Этҡолға барырға тейешбеҙ. Фәрғәт ағайымдың беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа барыуын көтөп кенә йөрөгән мәле. Ҡуҙғалыр алдынан: “Мин һиңә әйтергә онотҡанмын. Беҙҙә айыуҙар күп. Улар урам буйлап йөрөй. Кешеләрҙе баҫтыра”, – тип ҡолағына шыбырланым. Кейенеп бөткән еренән ағайым кире сисенде. Ҡунаҡҡа барыуҙан бөтөнләй баш тартты. Уның ниндәй сәбәп менән тороп ҡалғанын өлкәндәр, әлбиттә, аңламаны.

Әсәйебеҙ бик бөтмөр кеше булды: юҡты бар итте, булғанын исрафламаны. 1989 йылда Ғәйнислам ағай Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде. Магазин кәштәләренең буп-буш, булған әйберҙәрҙең дә тик талон аша һатылған мәле. Юғары уҡыу йортона уҡырға йыйынған өлкән балаларына атай менән әсәй костюм-салбар хәстәрләй башлай. Атай был эштә ситтән тороп ҡына ҡатнаша. Мәсьәләне хәл итеү тулыһынса әсәйҙең иңендә. Әмәлен барыбер тапты бит әй. Әллә үҙенең аҡылы еткән, әллә берәйһе өйрәткән: әсәй ауылда һауынсы булып эшләгән бер ҡыҙыҡай менән һөйләшкән дә, өйгә справка тотоп ҡайтып инде. Уға ярашлы, Ғәйнислам ағай киләһе аҙнала баяғы ҡыҙыҡай менән ЗАГС-ҡа тора икән. Өйләнешәсәк йәш парҙарҙың силсәүит биргән справкаға ярашлы костюм-салбар һатып алыу мөмкинлеге бар. Иртәгәһенә Баймаҡ универмагынан ағайҙың үҙенә бик килешеп торған костюм һатып алып ҡайттылар. Эш, әлбиттә, ЗАГС-ҡа барып етмәне. Уның ҡарауы, кейемле булды. Ул ваҡиға, бәлки, онотолор ҙа ине, әгәр ҙә Ғәйнислам ағай яңы костюм-салбар һатып алған һайын: “Әсәй, минең тәүге ҡатындың исеме нисек ине әле?” – тип шаяртып, иҫенә төшөрөп тормаһа.

Ағайым Ғәйнислам Дәүләтбай улы (фотола) үҙебеҙҙең ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында тыуа. Алты мөйөшлө был йорт – заманында Шәйехзада Бабичтың үҙе менән яҡын аралашып йөрөгән  Әхмәткәрим Әхмәровтың өйө.

Ошо йортта 1968 йылдың 7 апрелендә төркиәт донъяһында ҙур ғалим булып таныласаҡ ағайым Ғәйнислам Дәүләтбай улы тыуа. Ейәненең ҡыйынлыҡ менән донъяға килгәнен ишеткән ҡәртәсәй тәүлек үтеүгә алты өй аша урынлашҡан ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктына бара һәм кәзәкейенә төрөп, баланы алып ҡайта ла китә.  Икенсе көнөнә Нурфәйез тигән олатайҙы саҡыртып “Ғәйнислам” тип исем ҡуштырта. Был исем беҙҙең нәҫел өсөн ят түгел, ул атайымдың иң өлкән ағаһының исеме. 1924 йылда ҡартатай менән ҡәртәсәйҙең тәүге балалары булып донъяға килгән. Ибраһимов Ғәйнислам Сөләймән улы ун һигеҙ йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм 1943 йылдың июнендә Белгород өлкәһенең Разумное ҡасабаһы өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була.

Шулай итеп, әсәйем бала табыу йортонан ҡайтҡанда уны ағайыбыҙ Ғәйнислам тигән исем менән ҡаршы ала. Әсәйемдең: “Ҡырҡ көнө тулғанға тиклем ағайың ҡулыма эләкмәне лә тиерлек. Ҡәйнәм көн дә тиерлек мунса яҡтыра ла, шунда ҙур кәритәлә ағайыңды башы менән сумдырып һыуҙа йөҙҙөрә. Аҙаҡ эләүкәгә һала ла, бәләкәй генә кәүҙәһенә бармаҡтарын батырып массаж эшләй. Беҙ атайың менән балабыҙҙы йәлләйбеҙ, шулай ҙа ҡәйнәмдең тәжрибәһенә һәм ауыл халҡы араһында таралған “Мәхмүзәнең ҡулы шифалы ул” тигән ышанысҡа ҡаршы килмәйбеҙ. Бына-бына партияға инергә тейешле атайың, балаһын тәрбиәләгән әсәһе янында ултырып, һәр доғаны уның артынан ҡабатлап уҡып ҡуя хатта”, – тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.

Ғаиләлә дүрт бала үҫтек. “Дүртәү” тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, атайымдың Маһира апаһының улы Зәки ағайыбыҙҙы беҙ бер туған тип һанайбыҙ. Алты айынан ҡартатай менән ҡәртәсәй ҡарап үҫтергән был ағайым әсәй килен булып төшкән йылда һигеҙ йәшен тултыра. Зәки ағайыбыҙҙы әсәйебеҙ үҙе етәкләп мәктәпкә алып бара, ун йыл буйы класс етәксеһе була, еңгәйебеҙ Хәлимә лә беҙҙең йортҡа килен булып төштө. Ғәйнислам ағайҙан биш йәшкә кесе булып, 1973 йылда Гөлнәзирә апайым тыуа, мин 1976 йылғы, 1984 йылда Нур ҡустыбыҙ донъяға килде.

Мин уҡырға барғанда Ғәйнислам ағай 9-сы класта ине. Һәр көн иртән икәүләп мәктәпкә китәбеҙ. Уның башта уң аяғына ботинка кейгәнен, аҙаҡ бер аҙ уйланып ултырғас, һул аяғына ботинка кейгәнен ишек төбөндә сабырһыҙланып көтөп торам. Дәрескә һуңламаҫ өсөн туранан тыҡрыҡ аша төшәбеҙ ҙә йылға аша сығабыҙ. Ауылды уртаға бүлеп аҡҡан Рәжәп йылғаһы киң булмаһа ла, яры бейек. Шул бейек ярға баҫып йылғаны һикереп кенә сыҡҡан осраҡтарыбыҙ ҙа булды.  Уның  ике ҡулында – ике портфель, ә мин эргәһенән ҡулымды улай-былай һелтәй-һелтәй туҡтауһыҙ хәбәр һөйләп барам. Минең хәбәрҙәр уға артыҡ ҡыҙыҡ түгел, шулай ҙа онотҡанда бер: “Ә, шулаймы ни?” – тип ҡеүәтләп ҡуя. Дәрестәрем тамамланыуға ағайҙарҙың класын эҙләп табам һәм ишектән башымды тығып: “Ҡайттыҡ. Минең дәрестәр бөттө”, – тип ҡысҡырам. Мәктәпкә эйәртеп алып килгәс, мәктәптән дә ул эйәртеп алып ҡайтырға тейеш, тип уйлағанмындыр, күрәһең. Портфелемде уға ҡалдырам да, үҙем йә класташ ҡыҙҙарға эйәреп ауыл ҡыҙырып сығып китәм, йә атайымдың беҙҙең ауылда йәшәгән өс апаһының береһенә инеп сәй эсәм, ике туған ағайҙарым, апайҙарым менән аралашам һәм көн кискә ауышҡас ҡына арып-талып ҡайтып инәм. Әсәй икебеҙҙе лә әрләй: “Алып ҡалма шуның портфелен. Йөрөһөн әйҙә ауыл буйлап күтәреп – әҙерәк һәптәндәр”, – ти.

Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙең береһендә әсәй Гөлнәзирә апайым менән икебеҙҙе беҙҙән өй аша ғына йәшәгән Миңлегөл исемле инәйгә йомошҡа ебәрҙе – әсетке һорарға. Миңлегөл инәй сығышы менән Юлыҡ ауылынан. Юлыҡ – Баймаҡ районының берҙән-бер татар ауылы. Оҙаҡ йылдар беҙҙең ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, инәйебеҙ гел үҙенсә, юлыҡса, һөйләште. Апай менән икәүләп әсәйҙең йомошон үтәр өсөн Кәлимулла олатай менән Миңлегөл инәйҙәргә китеп барабыҙ. Ҡаршыбыҙға Ғәйнислам ағай осраны. Мәктәптән ҡайтып килә.

– Ҡайҙа киттегеҙ? – тип һорай.

– Миңлегөл инәйҙәргә. Әсәй әсетке һорарға ебәрҙе.

– Нимә тип һорарға беләһегеҙме?

– Эйе, Миңлегөл инәй, әсетке бир әле.

Ағай бик етди ҡиәфәттә:

– Улай тип һораһағыҙ, бирмәйәсәк.

– Ә нисек һорарға?

– Кәлимдең татар бисәһе, әсетке бир әле, тип әйтергә кәрәк.

Ағай үҙ юлы менән китте, беҙ – үҙ юлыбыҙ менән. Миңлегөл инәйҙәргә индек. Әсәй тоттороп ебәргән һауытты һуҙҙым да хәбәр башланым:

– Кәлимдең татар бисәһе, әсетке бир әле... – Иң беренсе Кәлимулла олатай көлөп ебәрҙе, уға Миңлегөл инәй ҡушылды. Шул саҡ өйҙөң ишеге шар асылды ла, эргәмдә торған Гөлнәзирә апай тышҡа атылып сығып китте. Мин йомошто үтәп, ҡәнәғәт ҡиәфәттә өйгә ҡайтып инһәм, апайым илап ултыра:

– Гөлсәсәгегеҙ менән башҡаса бер ҡасан да йомошҡа бармайым!

Ағайҙың Төркиәлә уҡыуы, башҡорт һәм төрки тел ғилемендәге хеҙмәттәре тураһында яҙып тормайым. Ул башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә төркиәт донъяһының билдәле шәхесе булды. Илле ике йыллыҡ ғүмере, эшмәкәрлеге республика халҡының күҙ алдында үтте. 2003 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Был награда уға еңел эләкмәне. Тәүҙә Ш. Бабич премияһына уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдим итте. Әммә конкурстан үтмәне. Икенсе тапҡыр үҙе уҡытып йөрөгән университеттан булды тәҡдим. Көндәрҙең береһендә Башҡорт дәүләт университетының ул саҡтағы ректоры Мөхәммәт Хәдис улы Харрасов үҙ кабинетына саҡыртып ала ла ағайҙы ошо уҡыу йорто тарафынан премияға тәҡдим итәсәктәре хаҡында әйтә. Документтар әҙерләй башларға ҡуша. Мин ул саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытып йөрөйөм. Беҙ көн һайын тиерлек осрашабыҙ. Ғәҙәттә, эштән һуң ағайым йәшәгән 6-сы ятаҡҡа барам, киске аш әҙерләйем, бергә ултырып ашайбыҙ, аҙаҡ ул мине институттың ятағына тиклем оҙатып ҡуя. Юлда ректор менән булған һөйләшеү тураһында һөйләне һәм әйтеп ҡуйҙы: “Мин, моғайын, премияға документтарымды тапшырып тормаҫмын ул. Уңайһыҙ. Биреп ҡараным бит инде”.

– Нимәһе уңайһыҙ? – тип һорайым.

– Әллә... Ул эштәрҙе башҡарғанда, аҙаҡ ошолар өсөн ниндәйҙер награда алырмын, тигән уй башҡа ла инмәне. Эшләргә кәрәк булғаны өсөн, мөмкинлекте файҙаланып ҡалайым, тип кенә эшләнем. Хәҙер документтарымды тағы ла тапшырһам, кешеләрҙең төрлөсә уйлауы бар...

Күңелемә төрлө уйҙар килә: йәнем дә көйә, үҙен әрләп ташлауҙан да саҡ тыйылып торам. Уның холҡонда бик матур һыҙат бар ине – кешенең әйткәненә ҡолаҡ һала белә.

– Ағай... – тип һүҙ башлайым мин. – Ректор һынлы ректор үҙе саҡырып тәҡдим иткән. Уның әйткәнен кире ҡағыу дөрөҫ түгел, икенсенән, һин бит премия алһаң, бөтә ерҙә лә, “Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә иткәне өсөн, тип әйтәсәктәр, яҙасаҡтар. Был һинең өсөн генә түгел, эпос өсөн дә кәрәк, – тигән булдым шул саҡтағы аҡылым кимәленә таянып.

Һөйләшеү мине ныҡ борсоуға һалды. Ғәйнислам Дәүләтбай улының был премияға лайыҡ икәненә һис шикләнмәйем. Башҡарған эштәренең оло ҡиммәткә эйә икәнен дә беләм. Бындай эштәр бик һирәк кешеләр тарафынан эшләнә, күпме көс сарыф ителгәнен, ниндәй хеҙмәт һалынғанын ишетеп түгел, күреп беләм. Йәнә лә, ул бит сит илдә баҫылып сыҡҡан, бөтә төрки донъяһына таралған. Ә баҫылып сыҡҡанға тиклем ҙур конкурс аша үтеп, 12 төрки халыҡтың иң ҡиммәтле әҫәрҙәре араһынан еңеүсе тип танылған. Мин үҙем өсөн: “Ағайҙың был эшмәкәрлеге баһаланырға тейеш!” – тип ҡарар иттем. Атай менән әсәй ҙә шулай тип уйлай. Улдарының башҡорт халҡы өсөн ҙур хеҙмәт атҡарғанын улар минән дә яҡшыраҡ аңлай.  Ҡара таңдан уяндым да, эшкә тиклем ағай менән тағы ла бер тапҡыр һөйләшәйем, тип ятағына йүгерҙем:

– Уңайһыҙ тип һанаһаң, документтарыңды үҙем алып барып тапшырам. Һинең исемгә килгән хаттарҙы ла мин алып барып йөрөрмөн. Ҡулымдан килгәнсе ярҙам итергә әҙермен, берүк баш тарта күрмә... – Ишектән инер-инмәҫ ошо хәбәрҙе һөйләйем. Ағай көлөп ебәрҙе.

– Нимәгә көләһең? – тип һорайым

– Таң менән килеп етереңде лә, мине ҡабат өгөтләй башларыңды ла белдем инде.

Ҡыҫҡаһы, аҙна-ун көндән мин ағайҙың документтарын йәштәр премияһы буйынса төҙөлгән комиссия исеменә алып барып тапшырҙым. Хәтерем яңылышмаһа, апрель айы ине ул. Июнь башында ултырыш булды һәм Ғәйнислам Дәүләтбай улы бер тауыштан премияға лайыҡ тип табылды. Был беҙҙең беренсе ҙур еңеүебеҙ ине. Шул бәхетле көндәрҙең иҫтәлеге итеп хәҙер ағайым бүләк иткән матур беләҙекте тағып йөрөйөм.

Беҙҙең әсәй бик йыйнаҡ кеше булды. Ваҡытлы матбуғатта төрлө йылдарҙа баҫылған, беҙҙең ғаилә менән бәйле булған бөтә мәҡәләләрҙе лә йыйып барған. 2006 йылдың 21 ғинуарында “Йәшлек” гәзитендә Мөнир Ҡунафиндың Ғәйнислам ағай менән интервьюһы сыҡҡан икән. Ете һорауҙан торған бик ҡыҙыҡлы әңгәмә “Кешеләр ҡайҙалыр ашыға...” тип атала һәм тәүге һорау былай яңғырай:

– Бөгөнгө заманға баһағыҙ? Торғонлоҡ менән хәҙерге заман айырмалыҡтарын бер һүҙ йәки һөйләм менән генә нисек әйтер инегеҙ?

 Яуабы былай:

– Тигеҙ булмаған шарттарҙа тигеҙ мөмкинлектәр осоро бөгөн. Кешелә тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ булғанда, ул үҙ маҡсатына өлгәшә ала. Элекке осорҙа шарттар бик үк тигеҙ түгел ине. Күҙгә салынғанды, йә терәк булырҙай абзыйҙары булғандарҙы үҫтерҙеләр, һимеҙ ҡалъя ҡаптырҙылар, ә ҡайһы бер бик талантлы һәм йүнселдәре ярыҡ ялғаш янында ҡалды. Булғанына шөкөр итеүселәр ҙә күп булды. Ниңәлер беҙ заманды ғәйепләргә яратабыҙ. Дәүерҙе, осорҙо кешеләр үҙҙәре тыуҙыра, заманды үҙҙәре билдәләй түгелме? Яҡшымы, яманмы – бында замандың ғәйебе юҡ. Насар, тибеҙ икән, тимәк, беҙ үҙебеҙ йүнһеҙ булғанбыҙ.

Үткәндәребеҙгә тейешле баһа ла биреп еткермәйбеҙ. Уны ғәйепләргә тулы хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ, буғай. Ҡурҡыныс, хәүеф янағанда ҡойроғон өҙөп ҡасҡан кеҫәртке һымаҡ, беҙ үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙың ниндәй ҙә булһа өлөшөн – ҡанлымы ул, әллә фажиғәлеме, йә мәғәнәһеҙме – өҙөп ҡалдыра алмайбыҙ. Әйтәйек, тоталитар йә торғонлоҡ осорона яла яғабыҙ икән, ул замандың да ыңғай яҡтары аҙ булманы бит. Советтар осоро – минең атайым, ҡартатайымдар заманы. Мин уларҙың үткәнен һис кенә лә ҡара төҫ менән генә һүрәтләй йә инҡар итә алмаҫ инем. Икенсе яҡтан, аҙмы-күпме ғүмерҙе лә шул осорҙа йәшәргә тура килде.  Шул системала белем алырға яҙҙы, армияла булынды. Пионер, космомол сафтарында булып, тәртипкә өйрәнелде, берҙәмлек, илгә һөйөү тәрбиәләнде. Йәмғиәттә йәшәп тә, йәмғиәттән азат булып булмай – социализм осоронда ошо девиз һәр кемгә һәйбәт һеңдерелде.

Коллектив тойғоһо көслө булды. Ниндәй хәлдә булыуыңа һәм ҡалыуыңа ҡарамаҫтан, элекке заманда йәмғиәт һине үҙ ҡулында тотоп, упҡындарҙан йолоп ала ала ине. Ә хәҙер кем нисек булдыра ала – шулай йәшәй, шулай йөҙә. Тормош тулҡынында юғалып ҡалыусылар күбәйҙе. Элекке берҙәмлек, коллективизм ҡулы кешене эскелек, эшһеҙлек һаҙлығына батырмаҫ ине. Бер һүҙ йәки һөйләм менән әйткәндә, ошолай тип әйтер инем: торғонлоҡ осоронда юрғанға ҡарап аяҡ һуҙа инек, хәҙер юрғандың үҙен тартып һуҙабыҙ.

Алтын һүҙҙәр: “Торғонлоҡ осоронда юрғанға ҡарап аяҡ һуҙа инек, хәҙер юрғандың үҙен тартып һуҙабыҙ”. Сабыр ҡарашлы ағайымдың күңеле төбөндә әллә күпме борсолоуҙар ятҡан. Уның тартып һуҙыр юрғаны ла киң булмағандыр инде, әммә шул юрған эсенә ул үҙе йәшәгән замандың бөтә матурлығын һыйҙыра белде. Заман ауыр, тип тамаҡ ярып ҡысҡырып та йөрөмәне, үткәндәренә зарланманы, бөгөнгөһөнә шөкөр итте, киләсәгенән ҡурҡманы.

Апайым Гөлнәзирә Дәүләтбай ҡыҙы (фотола) 1973 йылдың 17 декабрендә донъяға килгән. Апайым донъяға килгән йылда әсәйем менән атайым Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡып йөрөй. Алты айлыҡ Гөлнәзирә апайҙы, алты йәшлек ағайымды ҡәртәсәй, ҡартатай һәм Маһинур инәй ҡулына ҡалдырып, атай менән әсәй йәйге сессияларын тапшырырға сығып китәләр. Алдан килешеү буйынса, Маһинур инәй апайымды алмашлап йәш әсәйҙәр янына имеҙергә алып йөрөй. Бер көн үтә, ике, өс. Дүртенсе көнгә апайым сит кешеләрҙең һөтөнән бөтөнләй баш тарта. Ниндәй генә әмәл ҡулланып ҡараһалар ҙа – файҙаһыҙ. Ҡәртәсәйебеҙ ауыҙына бөтөнләй ризыҡ ҡапмаған ейәнсәрен Өфөгә, әсәһе янына, алып барырға хәл итә. Тик Өфө һынлы Өфөлә уларҙы нисек табырға? Шул саҡ Маһинур инәйем әсәйемдәрҙең һәр ваҡыт Вәсилә исемле ҡатындың өйөндәге бер бүлмәлә туҡтағандарын иҫенә төшөрә. Адресты Вәсилә инәйҙең әсәйҙе 8 Март уңайынан ҡотлап ебәргән открыткаһынан уҡып беләләр. Ҡыҫҡаһы, Гөлнәзирә апайҙы күтәреп, башта Баймаҡҡа, аҙаҡ Заһира инәйемде алып, “кукурузник” тип аталған самолетта Өфөгә осалар. “Ял көнө ине. Йоҡобоҙҙо туйҙырып, Ағиҙел буйына ял итергә төшөргә тип әҙерләнеп кенә торһаҡ, ишек шаҡынылар. Асһаҡ, Гөлнәзирәне күтәргән Заһира апайым менән ҡәйнәм баҫып тора”, – тип һөйләгәйне әсәй. 

Гөлнәзирә апайым менән минең йәш айырмам – ике йыл да ете ай. Ә хәҙер, ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда, мин унан туғыҙ йәшкә өлкәнерәкмен. Апайым үҙенең тулыр-тулмаҫ 40 йәшендә тороп ҡалды. Мин 49-сы ғүмер йылымды апайһыҙ, ағайһыҙ, атайһыҙ һәм әсәйһеҙ ҡаршылайым. Ҡайһы бер кешеләр яйы сыҡҡанда ла, сыҡмағанда ла үтә аҡылһыҙ һорауҙы бирәләр: ул хәтлем ҡайғыны нисек кисерҙең? Нисек кисерҙемме? Үҙем дә белмәйем. Ергә ятып тәгәрәп илағанымды хәтерләмәйем – холҡом ундайҙарҙан түгел, ҡайғымды белгертеп бөтә ғаләм алдында төҫ ташлап та йөрөмәнем. Йәшермәйем, апайымды ҡаты ауырыу ҡапыл аяҡтан йығып, арабыҙҙан алып киткәс, мин Хоҙайҙың үҙенә лә тел тейҙереп алдым. Үҙ ғүмерендә бер кемде лә рәнйетмәгән, бер ҡасан да кеше өлөшөнә инмәгән, бар яҡлап талантлы, бик һылыу апайыма Хоҙай нишләп улай аҙ ғүмер бирҙе икән, тип аҙапландым, ошо һорауға яуап таба алманым. 17 йәше лә тулып өлгөрмәгән улы, быуылып-быуылып илаған әсәйем, ҡара ҡайғынан үҙенә ныҡ йомолған ағайым миңә ныҡ йәл ине. Апайымды һуңғы юлға оҙатырға тип дәү халыҡ килде. Араларында беҙгә бөтөнләй таныш булмаған йәштәр, урта быуын кешеләре бар. Урта йәштәрҙәге бер ир апайымдың табуты эргәһенә ҡыҙыл розалар һалғанда: “Һеңлегеҙ бик яҡшы кеше ине”, – тине.

Беҙҙе йыш ҡына бутап, уны – һеңле, мине апай тип йөрөттөләр. Мин кәүҙәгә оҙонораҡ, өҫтәүенә эре һөйәкле булғас, күрәһең, апай булып күренгәнмендер, ахырыһы. Холҡомда ла апайлығым бар. 2-се класта уҡығанда беҙҙе оҙайтылған көн программаһына күсерҙеләр, йәғни, дәрестәр тамамланғас, мәктәп ашханаһында ашайбыҙ. Билдәле ваҡытҡа тиклем уйындар уйнайбыҙ, аҙаҡ дәрес әҙерләйбеҙ. Икенде ашынан һуң тәрбиәсе беҙҙең өйгә эштәрҙе тикшереп сыға ла, таралабыҙ. Ул осорҙа Икенсе Этҡол мәктәбендә балалар һаны бик күп, шуға күрә мәктәптә уҡытыусылар ике сменала эшләне: төшкә тиклем һәм төштән һуң. Апайымдарҙың класы икенсе сменала уҡый. Беҙгә икенде ашы ваҡытында компотҡа ҡушып күп осраҡта перәник, йә булмаһа икешәр печенье тараталар. Мин ошо тәмлекәстәрҙе үҙем менән ашхананан алып сығам да, тәнәфес ваҡытында йүгереп кенә барып апайыма тоттороп китәм. Үҙемсә хәстәрлек күрһәтәм. Бер тапҡыр апайым: “Һин миңә ул тәмлекәстәрҙе ташыма. Класта ҡыҙҙарҙың береһе лә үҙе менән ризыҡ йөрөтмәй. Яңғыҙым ашарға оялам”, – тине. Иртәгәһенә беҙгә икенде ашында ҙур ғына ҡалас тараттылар.  Теге ҡаласты тотоп, тәнәфес ваҡытында апайым янына барырға иҫәп, тик асыуланыр, тип ҡурҡам. Уйланып ултыра торғас, башыма бик шәп уй килде. Класташтарым барыһы ла ҡайтып киткәс, уны дәрестән саҡырып сығарам да үҙебеҙҙең кабинетта ҡалас менән һыйлайым. Шулай эшләнем. Был изгелегем өсөн ҡыуана-ҡыуана ҡайтып киттем. Иртәгә лә шулай буласаҡ. Башҡа көндәрҙә лә. Әммә минең көн дә дәрес ваҡытында килеп туҡылдатып йөрөүем, апайҙы дәрестән саҡырып сығарыуым бөтәһен дә тиҙ ялҡытты. Апай башҡаса сыҡмаҫ булды. Етмәһә, уҡытыусылары ла әсәйгә: “Гөлсәсәк дәрес ваҡытында килеп туҡылдата ла тора. Гөлнәзирәгә уҡырға ҡамасаулай”, – тип зарланған.

Ошо ваҡиғаны ҡабат-ҡабат күңелем аша үткәрәм дә: “Апайымдың ғүмере оҙон булмаясағын әллә һиҙҙемме икән? Был донъяның ризығын күберәк татыһын тигән хәстәрлек күрһәттемме икән әллә?“ – тип уйлап ҡуям.   Беҙҙе ғаиләлә шундай аҡыл менән тәрбиәләнеләр: үҙебеҙ ризыҡҡа үрелгәндә һәр ваҡыт башҡа туғандарыбыҙҙы уйланыҡ. Шуға ла Хоҙай уңыштарҙы бөтәбеҙгә лә берҙәй тигеҙ бүлеп бирҙе.

Икенсе Этҡол урта мәктәбенең 8-се класын 1988 йылда тамамлаған апайым, атай менән әсәйҙең кәңәшен тотоп, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инде. Инеүен инде лә бит, Сибай ҙа, педучилище үҙе лә уның күңеленә ятманы. Ныҡ һағынды. Уҡый башлауының тәүге көнөндә үк өйөбөҙгә бер нисә биттән торған хаты килеп төштө: “Миңә бында уҡыу бөтөнләй оҡшамай. Мин кире ауылға уҡырға ҡайтам. 10-сыны тамамлайым да, Стәрлетамаҡҡа, культпросветҡа уҡырға барам”. Йөкмәткеһе ҡыҫҡаса ошолай. Атай менән әсәйҙең маҡсаты – нисек тә булһа ҡыҙҙарын педучилищела уҡытыу. Ҡәртәсәй иһә ҡырҡа ҡаршы: “Артыҡ балағыҙ барҙыр шул? Баланы көсләп уҡытып ни. Ҡайтһын!” – ти. Атай менән әсәйгә ярҙамға Зәки ағайыбыҙ ҡушыла. Уның Бәләбәйҙән ҡайтып, Сибайға эшкә төшөп йөрөгән сағы. Көн һайын эштән һуң һеңлеһе янына бара. Нисек тә күңелен күрергә, кәйефен күтәрергә тырыша. Әммә Гөлнәзирә апай “уҡыуҙы ташлап ҡайтам”дан башҡаны белмәй. Уҡыуының тәүге айҙары ошолай үтте: ял көнө төшкө автобус менән апайҙы Сибайға оҙатабыҙ. Ике туған Зәйнетдин ағайыбыҙ уны ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуя. Шишәмбе көнө ҡыҙының хәлен белергә тип Сибайға атай бара. Сибай беҙҙең ауылдан 70 саҡрым алыҫлыҡта. Башта – Баймаҡ ҡалаһына, аҙаҡ Сибайға барырға кәрәк. Кесе йома апай янына әсәй юллана. Режимды боҙорға ярамай. Һәр кем һөйләшелгән көнгә килеп етергә тейеш. Уның араһында көн дә тиерлек хәлен белеп йөрөгән Зәки ағайыбыҙ бар. Шәмбе көндө апайҙы вокзалда билет алып көтөп торған Зәйнетдин ағай. Ул ғына ла түгел – өйгә ҡайтып инеү менән, ҡәртәсәйҙең тауышын ишетеү менән, апайым илап ебәрә. Апай ни тиклем ҡаты көрәшмәһен, атай менән әсәй уны Сибайҙа уҡырға күндерә алды. Уҡыуҙы бик уңышлы тамамланы. Уҡытыусылыҡ һәләте уның тәбиғәтенә һалынған. Был йәһәттән ул училищела хатта легендар студентҡа әйләнде. Маҡтау һүҙҙәре ауылда йәшәп ятҡан атай менән әсәйгә лә килеп ишетелде. Ауылға ҡайтып уҡыта башлағас, атай, әсәй һәм апай коллегалар булып китте. Атай – мәктәптә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. Төрлө сәбәптәр табып, ҡыҙының дәрестәренә инеп ултыра һәм йыш ҡына әсәйгә: “Разия, Гөлнәзирә хатта һинән дә көслөрәк уҡыта”, – тип маҡтап ҡуя. Атай хаҡлы булып сыҡты. Теүәл 11 йылдан, 2003 йылдың яҙында, Гөлнәзирә Дәүләтбай ҡыҙы ҙур конкурста еңде – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында Гран-при яуланы.

Башҡорт дәүләт университетында беҙ бер осорҙа уҡыныҡ. Мин –  көндөҙгө бүлектә. Апайым – ситтән тороп. Дипломдарыбыҙ икебеҙҙең ике төҫтә булһа ла, ул уҡыу дәүерендә миңә ҡарағанда әҙәбиәт серҙәрен дә, тел үҙенсәлектәрен дә яҡшыраҡ үҙләштерҙе. Бик ауыр тип һаналған предметтарҙы артыҡ борсолмай ғына “бишле”гә биреп сыға. Ул саҡта башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһын Марат Вәли улы Зәйнуллин етәкләне –“Тел ғилеменә инеш” һәм “Дөйөм тел ғилеме” предметтарын уҡытты. Ул фәндәрҙән иң яҡшы билдәне алыу – һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Беҙ университетты бер йылда тамамланыҡ – 1998 йыл. Марат Вәли улы: “Һеңлеңде артабан аспирантураға тәҡдим итәм. Уҡыһын. Белеме лә, тырышлығы ла бар”, – тигәс, Ғәйнислам ағай һүҙ минең турала бара тип уйлаған. Аҙаҡ ҡына, мин аспирантураға уҡырға инәм тип имтихандар тапшырып йөрөгәндә, һөйләшеү Гөлнәзирә апай хаҡында барғанлығы асыҡланды. Ул саҡта апайҙы ярайһы уҡ тормош баҫҡайны: ғаиләһе, мәктәптә уҡытып йөрөгән класы бар. Тәүәккәлләп, тормошон ҡапыл үҙгәртеп, ҡайҙалыр сығып китә торғандарҙан булманы шул.

Үҙемде белә башлағандан алып, атай менән әсәйҙән ҡусты һораным. Урындыҡ башына ултырып алам да мыжырға тотонам: “Айҙарҙың ҡустыһы бар, Илнурҙың ҡустыһы бар, Миңзәләнең ҡустыһы бар, Әлфирә менән Гөлфирәнең ҡустыһы бар – минеке генә юҡ”. Шул тиклем апай булғым килгәндер инде... Ҡустымдың тыуыуын көтөп арығас, үҙем уйлап сығарған ҡусты менән аралаша башланым. Ишекте асам да: “Әйҙә, уйнарға киттек”, – тип башта уны сығарам, артынан үҙем. Ашарға ултырһаҡ, өҫтәп ҡалаҡ һалам, тәрилкә ҡуям.  Беҙҙең өйҙөң ҡапҡаһы бик ауыр асыла. Бәләкәй балаларҙың көсө етерлек түгел. Мин шул ҡапҡа аша ингәндә лә, сыҡҡанда ла башта “ҡустым”ды алдан үткәрәм: “Әйҙә, үт. Ҡулыңды ҡыҫып ҡуйма. Тиҙерәк атла”, – тим. Минең был сәйер ҡыланышты күҙәткән кешеләр:

– Кем менән һөйләшәһең ул? – тип һорай.

– Ҡустым менән, – тип яуаплайым.

– Һинең ҡустың юҡ бит, – тиҙәр.

– Бар. Тик уны мин генә күрәм, ә һеҙ – юҡ, – тип яуаплайым.

Ҡайҙалыр уйнарға барһам да, һин дә мин уйнап йөрөгән ерҙән:

– Мин ҡайтам. Унда минең ҡустым илай, – тип өйгә йүгерәм.

– Ненормальная, – тип аптырап ҡалалар.

1-се класты тамамлап, каникулдар башланған көндө Гөлнәзирә апайым шым ғына ҡолағыма: “Беҙ тиҙҙән һинең менән апай булабыҙ”, – тип шыбырланы. Тик әлегә был серҙе бер кем дә белмәҫкә тейеш, тип киҫәтте. Сыҙап буламы ни? Бер көндө ҡыҙҙар менән талашҡанда тегеләрҙе үртәр өсөн: “Ә между прочем, беҙҙең тиҙҙән ҡустыбыҙ була. Ып-ысын ҡустыбыҙ”, – тип әйттем дә һалдым. “Беҙгә ҡусты алып ҡайтып бирһәләр, мин һеҙҙең менән уйнап та йөрөмәйем”, – тип тә өҫтәнем.

Ҡустыбыҙ донъяға килеүе тураһындағы шатлыҡлы хәбәр-ҙе кем еткергәндер инде – иҫләмәйем, әммә Маһинур инәйем менән Басир олатайымдың мине матур итеп кейендереп, Баймаҡҡа, әсәй янына алып барғандары хәтерҙә. Аҡ йүргәкте, шул йүргәк эсендә ятҡан ҡустымды тәҙрә аша ғына күрһәттеләр ҙә, янына инергә лә, күтәреп ҡарарға ла рөхсәт итмәнеләр. Етмәһә, ҡустым барған һайын әсәй менән һөйләшергә ҡамасаулай. Йә илай, йә ашарға таптыра. Мин бит иламай торған, тыуғас та атлап китергә тейешле ҡустыны көттөм.

Ауылға һары төҫтәге “Жигули“ машинаһында алып ҡайттылар ҡустымды. Атайым уға Нур (фотола) тигән исем әҙерләп ҡуйғайны. Бәләкәй генә ҡустымды етәкләп, беренсе тапҡыр уйнарға алып сыҡҡан мәлде лә хәтерләйем. Беҙҙең урам ҡыҙҙары Нурҙы күргәс тә: “Һаман да бәләкәй икән. Сәпсим дә үҫмәгән”, – тип әйтеп һалдылар. “Һеҙҙеке лә ҙур түгел. Һеҙҙеке лә бәп-бәләкәс”, – тинем. Китте талаш. Кемдеке ҙурыраҡ та, кемдеке бәләкәсерәк. Мин уларҙы нисек тә еңергә тырышып: “Зато беҙҙең ҡустыбыҙҙың ҡолағы ҙур. Һинең ҡустыңдыҡы бәләкәй. Ҡартайғас, ҡустың һаңғырау була”, – тип ғорур ғына баҫып, ҡустымды етәкләгән килеш өйгә табан атланым.

Ҡустыбыҙҙы атай: “Малай кеше бит ул, кәрәкһә – һуғышһын, тейеш тип һанаһа – эш боҙһон”, – тип үҫтерҙе. Әйтергә кәрәк, Нур был йәһәттән атайҙың хыялын тулыһынса тормошҡа ашырҙы. Тирә-яҡтағы тормошто тиҙ үҙләштерҙе. Мәктәпкә бармаҫ борон уҡ, атай менән әсәйҙән ҡасып, тәмәке көйрәтергә өйрәнде. Үҙенән бәләкәй булған малайҙарҙы яҡлашып, күлдәк-ыштаны йыртылғансы һуғышып ҡайтҡан саҡтары ла булды. Бер ҡасан да ошаҡлашманы, урам буйында алған яралары өсөн илап ултырманы. Сөләймән Ибраһимовтың үтә шуҡ ейәне үҫеп килеүенә күрше-тирәләге инәйҙәр бик шат түгел ине, ахырыһы. Мәле сыҡҡанда: “Атайың улай булманы, ағайың улай булманы, һин кемгә оҡшап тәртипһеҙ ул?” – тип бот сабып аптыранылар. Ә минең үҙемә ундай ҡусты ныҡ оҡшай. Элек әсәй тик мине генә әрләй ине, ә хәҙер беҙ икәү булдыҡ. Етмәһә, минең ғәйептәрҙе лә үҙ өҫтөнә алырға риза.

Миңә ҡалһа, әҙәм балаһы үҙ яҙмышын үҙе үк күҙаллай. Бынан 45 йыл элек “Миңә ҡусты кәрәк” тигән аң юҡҡа ғына күңелемә инеп эйәләмәгән. 2022 йылдың ноябрендә әсәйҙе һуңғы юлға оҙатҡас, беҙ ҡустым менән  икәү генә тороп ҡалдыҡ. Башта – атай, аҙаҡ – апай, һуңынан – ағай, улар артынан әсәй мәңгелеккә юл алды. 2024 йылдың майында Нур ҡустым махсус хәрби операцияға юлланғас: “Нишләп, исмаһам, мине уйламайһың? Мин хәҙер яңғыҙым тороп ҡаламмы?” – тип аҙапландым. “Яңғыҙың түгел, апай. Мин ҡайтам”, – тип оло юлға сыҡты. Вәғәҙәһен үтәне. Аҡыллы һәм уңған ҡатыны янына, балалары янына, минең яныма, еҙнәһе янына, Ильяс һәм Ирназар ҡустылары янына әйләнеп ҡайтты. Аллаһ Тәғәлә миңә бер ҡустыны ике тапҡыр бүләк итте. Тимәк, был тормошта минең өлөшөм ҙур...

 

Һөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят
Һөйөү доғаһынан бер аят
Автор:Гөлсәсәк САЛАМАТОВА, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Читайте нас