Шиғриәт
11 Августа , 13:07

Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов шиғырҙары

2012 йыл.

Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов шиғырҙарыРамаҙан Ҡолмөхәмәтов шиғырҙары
Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов шиғырҙары

Атай йорто


Мәңге иҫтә атай йорто,
Ҡарт ҡарағас – нигеҙ ҡото,
Өрлөктәге сәңгелдәгем,
Шартлап янған усаҡ уты.
Сөм ҡаҙанда картуф ҡайнай,
Әсәй әпәй-икмәк яһай.
Аҡ мейестә имән ҡуҙы
Миңә күҙен ҡыҫып баҙлай.
Иҫемдә гел йортом йәме –
Яңы бешкән икмәк тәме;
Ҡулына алып атайымдың:
«Үҫ, үҫ!» – тиеп һикерткәне.
Ғаилә менән табындамын,
Атайымдың алдындамын,
Саҡ асылған телем менән
«Мәм-мәм» һүҙен бытылдаймын.
Апайҙарым шырҡ-шырҡ килә,
Беҙгә ҡарап әсәй көлә.
Йөҙ сағылған самауырҙан
Наҙлы болот-боҫ бөркөлә.

...Саф, эскерһеҙ бала саҡты
Мин йыш ҡына иҫкә алам.
Күңел менән беҙ барыбер –
Сәңгелдәктә ятҡан бала.


Һуңлап уфтаныу


Уфтанған булабыҙ шағир киткәс,
Матәм телмәрҙәре тотҡанда.
Баш осона ҡуйған ташынан тыш,
Һәйкәл кеүек билдә илдә бармы
Бағыр өсөн һынын онотҡанда?!
Онотҡанда бер иҫкә алабыҙ
Берәй юбилейы көнөндә.
Туғандары ғына ҡөрьән сыға
Рухын һаҡлап йөрәк түрендә,
Төпкөлдәге алыҫ өйөндә.
...Күк хужаһы ерҙән алдан ала
Халҡым тиеп янған уланын.
Үҙе үлгәс кенә белдек инде
Ерҙә ябай даһи тыуғанын,
Шиғыр пәйғәмбәре булғанын.

 

Йылға һағышы


Тау йылғаһы инем, ҡаяларға
Аға инем ярһып, һуғылып.
Минең тормош йырҙан тора ине,
Зыңлай инем гәлсәр моң булып.
Ағымымды бер көн быуҙылар ҙа
Ҡаҡ далаға табан борҙолар.
Мал шикелле, яһалма йырҙанан
Ал-ял бирмәй алға ҡыуҙылар:
Имеш, миңә ирек кәрәк,
Хөрлөк һәм киңлек кәрәк.
Ҡая, тауҙар ҡыҫымында
Ирекһеҙмен бигерәк.
Буръяҡ һыуға тамам әйләндем мин,
Мәте шәреһендәй ҡорормон.
Ашъяулыҡтай наҡыҫ баҫыуҙарҙы
Һуғарыусы хәҙер бер ҡолмон.

 

Шағир һымаҡ


Ай түңәрәк кәртә менән
Үҙен уратып алған.
Йондоҙ-ҡыҙҙар, бойоғошоп,
Тыш яҡта тороп ҡалған.

Айҙың бындай ҡылығына
Яуап таба алмайса,
Йондоҙ-ҡыҙҙар серләштеләр
Оҙаҡ, һары таңғаса.
Ә сәбәбе ябай ғына:
Айға ла бит ял кәрәк.
Яңғыҙ ҡалып уйланырға
Уңайлы бер яй кәрәк.
Йүнле әмәл таба алмай,
Ҡулайлы мәлде көтмәй,
Ул, көмөш нығытма һуғып,
Үҙ-үҙен шунда бикләй.
Ышанмаһаң, күккә ҡара:
Ай бөгөн дә кәртәле.
Илһам көткән шағир һымаҡ,
Үҙенә сумған мәле.

 


Аҡмулланы ололоҡлау


Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Шиғри йәнле хаҡ мулла.
Ғилем, тиеп янғандың
Ғүмер юлы хаҡ була!
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Сал Уралым уланы.
Аҡ күңелле пак мулла,
Белем – олуғ ҡоралың!
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Моңсан истәк балаһы.
Исем1атың абруйлы,
Пәйғәмбәрлек даланың!
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Халҡымдың баш шағиры.
Ил, тип янған саф мулла,
Сәсәндәрҙең маһиры!
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Башҡорттоң азаматы.
Беҙгә остаз аҡ мулла,
Рухыбыҙ пар ҡанаты!
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Милләттең йөҙөк ҡашы.
Хөр тормош иргә ҡулай,
Ирек йәндәш юлдашың!
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Халыҡ йәнле хаҡ мулла.
Илгә һиндәй уҙамандар
Йөҙәр йылға саҡ тыуа!

Автор:
Читайте нас