

Конкурста ҡатнашыуға журналистар һәм авторҙар коллективы саҡырыла. 2025 йылдың сентябренән 2026 йылдың авгусына тиклем донъя күргән эштәр баһалана.
Эштәрҙә замандаштар образдары, милли мәҙәниәттәрҙең байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттә граждандар тыныслығы һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре яҡтыртылырға тейеш.
Ғаризаны 1 сентябргә тиклем ике адрес буйынса тапшырырға мөмкин: 450000, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, 420-се кабинет. Телефон: (347) 218-07-73; (347) 218-16-88; 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йорто бинаһының беренсе ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-07-15/respublikala-ho-aybir-in-premiya-yna-d-ite-g-dokumenttar-abul-itel-4659152