Яңылыҡтар
6 Июля , 09:21

Искәндәр Юлдашев яңы вазифаға тәғәйенләнде

Билдәле шағирҙар Тамара һәм Хисмәтулла Юлдашевтарҙың улы Искәндәр Юлдашев Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп тәғәйенләнде.

Искәндәр Юлдашев яңы вазифаға тәғәйенләндеИскәндәр Юлдашев яңы вазифаға тәғәйенләнде
Искәндәр Юлдашев яңы вазифаға тәғәйенләнде

Бөгөн был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан ителде.

Искәндәр Юлдашев яңы вазифала Башҡортостан менән Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Төмән өлкәләре, Пермь крайы араһында сауҙа-иҡтисади, социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ Уралда һәм Себерҙә башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшен координациялау өсөн яуап бирә.

Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев 1983 йылдың 9 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. Дәүләт власы органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында эшләү тәжрибәһе ҙур. 2006 йылда «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен белә.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, шулай уҡ республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда һәм Рәсәй халыҡтары йортонда төрлө вазифаларҙа эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына етәксеһе, шулай уҡ Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы башҡарма директоры вазифаһын башҡара.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге яңы вәкиле төбәк-ара һәм милләт-ара хеҙмәттәшлек менән әүҙем шөғөлләнде. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы делегаты, ошо ойошманың почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-07-03/bash-ortostandy-sil-be-lk-end-ge-v-kile-t-yenl-nde-4658338

Автор:
Читайте нас