

«Аҡ далалар»ҙа Башҡортостандағы ваҡиғалар һүрәтләнһә, икенсеһендә Ҡаҙағстандың тарихы, ата-бабалар хәтере, революция һәм репрессиялар, һуғыштан һуңғы йылдар, хәҙерге ваҡиғалар бәйән ителә. Хикәйәләү үҙәгендә яҙыусының ҡәйнәһе Зиада-Зәбирәнең яҙмышы тора.
«Минең ҡәйнәм ҡаҙаҡ милләтенән, Торе ырыуынан. Был иң зыялы, юғары статуслы ырыуҙарҙың береһе, улар Сыңғыҙхандың оло улы Джучиның нәҫеле, - тип аңлата автор. - Революциянан һуң уның атаһы Ҡаҙағстаның юстиция наркомы итеп тәғәйенләнә. Әммә 1937 йылда уны ҡулға алалар һәм атып үлтерәләр, ә ғаиләһе Ҡурған өлкәһенең төпкөл ауылдарының береһенә ҡасып килә. «Халыҡ дошманының» ҡыҙы булараҡ, ул унда властарҙың эҙәрлекләүенән йәшенә. Бына шундай ауыр яҙмышҡа дусар була ул».
Рамаҙан Шәйхулов ҡулъяҙма өҫтөндә алты йыл самаһы эшләй. Иң тәүҙә ул тормошондағы төп ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында трилогия яҙырға ниәтләй. Өләсәһенең һәм әсәһенең тарихтары тәүге китапҡа инә, ҡәйнәһенең яҙмышын һүрәтләгән икенсе китапта әҫәрҙең сюжеты дауам итә.
Быға тиклем Рамаҙан Шәйхулов «Аҡ далалар» романы өсөн Югра губернаторының премияһына лайыҡ булғайны.