« КҮРЕНЕҮ БЕР. ЕТЕҮ ЯҠШЫ КҮҢЕЛДӘРҘЕҢ ТҮРЕНӘ»

« КҮРЕНЕҮ БЕР. ЕТЕҮ ЯҠШЫ КҮҢЕЛДӘРҘЕҢ ТҮРЕНӘ»« КҮРЕНЕҮ БЕР. ЕТЕҮ ЯҠШЫ КҮҢЕЛДӘРҘЕҢ ТҮРЕНӘ»
« КҮРЕНЕҮ БЕР. ЕТЕҮ ЯҠШЫ КҮҢЕЛДӘРҘЕҢ ТҮРЕНӘ»

Нисәнсе көн йәнәштән Хисмәтулла Юлдашевтың " Көмөш йүгән", "Убаларҙа - ҡылған", "Себер еле", " Сәнскеле йондоҙ", " Һуҡмаҡ" исемле китаптарын уҡып, күңелемде берсә сәнскеле йондоҙҙарҙан сыймаҡлатып, берсә һалҡын үҙе ялҡын себер һәм Ырымбурҙың әсе ел - бурандарында ҡалып, көмөш йүгәндәр сыңлап киткән ҡылғанлы даланың шиғри һуҡмаҡтарында хисләнеп тә, уйланып та мас булдым. Үҙем өсөн хикмәтле һәм хисле донъя астым, моңло ла, уйлы ла юлдаш таптым...
Һүҙ уйнатып ҡына яҙыу түгел был: минеңсә, кемдең яҙғандарын уҡыйһың, шул авторҙың күңел күҙе менән дә донъяға өр - яңынан бағаһың, уның ижади энергетикаһы менән һуғарылаһың. Тауҙар ҡыҙы булһам да, мине лә даланың ябай күркәмлеге, иркенлеге гел арбай килде, әле лә үҙен ижадыма сәм биреүсе бер сығанаҡтай тоям, ләлә сәскәләренә күмелгән даланы һағынам.
Шул даланың даланлы уланы Хисмәттең шиғырҙарын элек тә уҡығаным булды, интернет селтәре аша даими күҙәтеп барып, хәлемсә комментарийҙар ҙа яҙҙым. Был юлы иһә ниәтем етдиерәк: ҡәләмдәшебеҙ ижадына бер ни тиклем байҡау яһауҙан бигерәк Хәсән Назар ағай әйтмешләй, хикмәтле Хисмәттең Хисмәтле хикмәттәрен барлау ине. Оло шағирҙың яҙғандарынан иң күңелгә ятҡан бер фекерен Хисмәтулланың шиғриәте тураһында үҙемдең бөгөнгө уйланыуҙарға эпиграф итеп тә алыр инем: " ... Яһалма тәрәнлектәрҙән ҡасып, бик тә тәбиғи туҡый ул шиғырҙарын ..."тип яҙҙы Хәсән ағай. Ысынлап та шулай: Хисмәтулланың шиғриәтендә бөҙрә һүҙҙәр юҡ, унда ирҙәрсә ҡырыҫлыҡ менән дөрөҫлөк! Сәбәләнмәйсә генә, өс - дүрт һүҙҙе үҙәккә һалып төп фекерҙе аса ла ҡуя. Мәҫәлән, дала ҡылғанын ғына ла ниндәйҙер бер сихри көскә - дала күсәренә әйләндерер сағыштырыуҙар аша эш итә. Ябай ҡылған шағирҙың йөрәк яраларын тегеп йүнәлтер ебәк епле энәгә лә, ҡанатлы уҡҡа ла әйләнә.
Ижадына ҡыҫҡалыҡ һәм тығыҙ фекерләү хас. Бая әйткәнемсә, шиғриәте ирҙәрсә булғас яҙыу стиле лә ирҙәрсә ырамлы, мускуллы. Мәүлит ағай Ямалетдиновтың шиғыр яҙғанда ҡулланыу өсөн беҙгә өйрәтеп ҡалдырған бер ҡағиҙәһе булыр ине. Шиғырҙың быуыны тарҡау уйҙарҙан буп - буш булып бәүелеп тормаһын өсөн төрлө уйҙар менән сыбарламай, уны бер генә тос фекер менән ҡаҙаҡлап - сөйләп ҡуярға өйрәтер ине. Әйткәнен һүҙмә - һүҙ ҡабатлаһам былай тип әйтер ине:
" Шиғыр яҙыу - балға тотоп ҡаҙаҡ ҡағыу менән бер. Бер генә ритмда ашыҡмайса сөйҙө урынына еткәнсе төйәһең дә төйәһең. Балғаң менән бармаҡҡа, йә ситкә һуҡһаң, йә сөйҙө кәкерәйтһәң оятҡа ҡалаһың." Хисмәтулла ла тәс Мәүлит ағай күрергә теләгән шиғриәттең оҫта балғасыһы ла, балтасыһы ла кеүек миңә. Һәм бынамын тигәне!.
"Тамыр" исемле шиғырын ғына алайыҡ.
Таралып китер тамыр,
Төрлө хәлләргә тарыр,
Таштарҙы ла аҡтарыр,
Барыбер ул
Һут табыр.

Аҙашҡан тамырҙар ҙа
Һут еткерер ағасҡа.
Япраҡ ярып,
Айырылыр һәр ботаҡ
Үҙенә башҡа.

Тәрән тамырлы ағаста,
Кәрәкһә, булыр аҙаҡ:
Һәр бер япраҡ- йәшел байраҡ,
Һәр бер ботаҡ-
Уҡ - һаҙаҡ.
. Артыҡ бер тыныш билдәһе, "нагрузкаһыҙ" бер һүҙ ҙә юҡ. Ағас тамырын шиғырға алтын бағана итеп ала. Арҡа мейеһен зымбырлатып күңелдәргә орлоҡ сәсеп ҙур хис - рух көсөн рәхәтләнеп үҫтерә генә, малай. Һәр беребеҙҙең, ғаилә тамырҙары - шәжәрәһе, асылыбыҙ хаҡында поэмаға торошло камил, йөкмәткеле ижад өлгөһө бит был.
Инверсияны урынлы һәм уңышлы файҙалана: һүҙҙең мәғәнәһен, иғтибарҙы көсәйтеү өсөн йыш ҡына уларҙың урынын алыштыра.
Шиғри тонды ла дөрөҫ һайлай: ҡалын һуҙынҡы - тартынҡы өндәре булған һүҙҙәрҙе күберәк ҡуллана. Улар үҙ йәһәтендә шиғырға ҡәтғиерәк, уҫалыраҡ кәйеф һала. Бына улар: тамыр, ботаҡ, ағас,таш, һут, уҡ, һаҙаҡ, байраҡ...
Шиғырҙың композицион төҙөлөшө лә бик үҙенсәлекле- балдаҡлап ҡуйылған кеүек.
Ҡабат - ҡабат уҡыйһы килә.Һүрәтләү саралары буйынса ябайҙарҙан - ябай шиғыр ғәҙәти генә хәбәр менән башлана ла һәр юл һайын көсәйә, фекере үткерләнә бара. Шағир үҙ ижадында, тимәк, градация алымын оҫта файҙалана. Нисә генә шиғри юлға беҙҙең үткәнебеҙ ҙә, бөгөнгөбөҙ менән киләсәгебеҙ ҙә һыйған.Шиғыр, бөгөндәре актуаль булған кеүек, киләсәктә лә уҡымлы буласағына иманым камил.
Автор төрлө һүрәтләү, йәнләндереү һәм башҡа төрлө поэтик сара - алымдарҙы ла әүҙем ҡуллана. Бына уның
"Ташҡа үлсәү" шиғырын ғына алып ҡарайыҡ:

Нисек түҙҙем?
Ошоғаса
Янманым да ташманым.
Ғәмһеҙлектең ауыр ташын
" Аһ" тип алып ташланым.

Быға тиклем
Шул ташты бит
Йөрөгәнмен ашаҡлап.
Ташты түгел, үҙемде
"Аһ" тиеп алып ташлап

Ҡанатланам хыялдарҙың
Тормошҡа ашҡанынан.
Вайымһыҙ йәшәлгән көндө
Үлсәйем
Ташҡа ғына.

Бында шағир анафора тип аталған стилистик аҙымды урынлы ҡуллана. Синтаксик анафора был.Бер типтағы конструкция, йәғни тотош бер һөйләм
("Аһ" тип алып ташланым"һәм "Аһ" тиеп алып ташлап") ҡабатлана ла шиғыр Ташҡа үлсәйем, тип тамамлана. Бының менән 1- сенән, ритмика көсәйә, 2- сенән, тасури композиция тыуа, 3- сөнән геройҙың эске кисерештәре көсәйтелә, 4- сенән, төп фекергә иғтибар арта. Анафора аҙымының фонетик, морфема, лексик тип аталған башҡа төрҙәрен дә йыш ҡуллана. Береш өндәрҙе, ижек, һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы шиғри юлдарҙың башында ҡуллана белеү шағирҙың оҫталығынан ҡала. Анафора, градация, гипербола кеүек алымдарҙы Хисмәт үҙ ижадында хәтәр шәп ҡуллана. Шуға инандым. Шиғриәтенең бәҫе лә, көсө лә, бәлки, шундалыр тип ҡуйҙым!!
«Мин үлгән булыр инем бит,
Ер күмгән булыр ине.
Ине, инем... тим лә тағы
Ут - һыуға китәм инеп.
Мин үҙемә үҙем ау ҙа,
Мин үҙемә яу әле.
Үҙемә үҙем мин упҡын,
Үҙемә мин тау әле.
Әле ҡош кеүек ирекле,
Әле ҡол кеүек биктә.
Ҡасан үлһәм дә ваҡытлы,
Ҡасан үлһәм дә иртә.»
Ошо шиғыр миҫалында ғына шиғриәттең күпме тасуирлау, камиллаштырыу өлгөләрен өйрәнергә була:
- "мин "һүҙенең поэзияла булһынмы, прозаламы йыш ҡабатланыуы ғәмәлдә өнәп етелмәй, әммә бында мин - минлеккә баҫым яһалмай. Тавтология ла түгел! Геройҙың яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтә генә, бигерәк тә үҙемә үҙем һүҙбәйләнеше менән йәнәшәлә килгәндә;
- Түбәндәге 2 шиғри юл уңышлы сағыштырыу ғына түгел, фразеологик анафора ла.:
«Әле ҡош кеүек ирекле,
Әле ҡол кеүек биктә»;
- Гипербола күберәген фольклорҙа :әкиәт, баллада легендаларҙа батырҙарҙы ҡылыҡһырлағанда, геройҙың бәҫен күтәреү, көсөн арттырып күрһәтеү маҡсатында йыш ҡулланыла.
«Үҙемә үҙем мин упҡын,
Үҙемә мин тау әле» тигән юлдарҙы метафоранан бигерәк гипербола алымына миҫал тип тә ҡабул итергә булалыр.
Тағы бер шиғырынан өҙөк:
«...Ташты ла тишеп сығырмын,
Тибрәлеп кенә елгә,
Үлән булып,
Үлән булып...
... Иркәләнәм һөйгәнемдең
Ут кеүек ҡосағында
Үлгән булып,
Үлгән булып...»
( анафораның морфема йә фонетик алымылыр: үлән, үлгән һүҙҙәренең береш яңғыраған уртаҡ өлөшө бар).
"Һаумы, малҡай" шиғыры ҡойоп ҡуйған кеүек: сағыштырыуҙар сағыу, рифмалар тапалмаған һәм теүәл. Ҡылымдарҙы автор ижадында бик һирәк һәм урынлы ғына рифмалай. "Ата - ята, бата -вата" кеүек ҡылымдар юҡ унда
Тауыштары тәүге әтәстәрҙең
Салынмаған әле
Ҡолаҡҡа.
Аҙбарҙағы аттың ауыҙлығы
Зыңлап китә,
Тейһә улаҡҡа.
- Һаумы, малҡай, - тиһәм,
Башын сайҡай,
Буш улаҡҡа бәреп тояғын.
Ҡуҙҙай йымылдаған
Был йылдам мал
Йондоҙҙарҙы
Һоло урынына
Ялмап торған кеүек тоямын.
Ғәҙәттә, шағирҙар киң таралған абаб, йә аабб стилендә яҙа. 1-3 сө, 2- 4 се юлдарҙа һ. б һуңғы һүҙҙәрҙе, йә ижекте рифмалап ҡына ҡуя. Шиғырҙы сәнғәт кимәленә күтәреү өсөн был ғына етмәй. Образлы фекерләү, хис - тойғолар ҡойоно кәрәк. Хисмәтулла ижадында барыһы ла бар, әммә улар ҡабарып, түгелеп бармай, ә ирҙәрсә тотанаҡлы, сабыр, урыны менән ҡырыҫ.
Ижад һүҙе ғәрәп теленән алынған һәм уға йомарт, киң күңелле тигән мәғәнә һалынған. Һинд телендә лә сағыу, яҡты балҡыу, балҡыш тигәнде аңлата. Шиғриәт - һүҙ сәнғәте. Иммануил Канттың иһә: " Бөтә төр сәнғәттәрҙән дә беренсе урынды шиғриәт ысҡындырмай",- тигән фекере билдәле.("Критика способности суждения'"исемле хеҙмәтендә)
Телмәрҙе үҙенсәлекле итеп ҡора белеү, уның ысулдарын табыу ҙа бик мөһим. Һәр шағир үҙ маһирлығынан сығып Һүҙ сәнғәтен үҫтерә, камиллаштыра. Ул ҡатып ҡалған бер ҡалыпта булалмай. Шулай уҡ һәр милләттең үҙ традицион шиғриәте бар. Япондарҙың, мәҫәлән, хокку тип аталған 3 юллыҡ шиғри һүҙен башҡа бер милләттеке менән дә бутап та, русса, башҡортса классик шиғриәт менән сағыштырып та булмай. Телдәребеҙ ниндәй яҡын булһа ла, хатта башҡорт һәм татар Һүҙ сәнғәте лә үҙе бер башҡа. Ҡаҙаҡ телле ижадташтарҙың шиғриәте метр- үлсәмдәре менән айырыла. Дала киңлегендәй, 12 - 16 ижеккәсә етә.
Хисмәтулланың шиғриәтендә лә - дала һулышы, дала тыны, әммә ул тығыҙ фекерле булһа ла аҙ һүҙле, үлсәме менән ҡыҫҡаҡ.
«Аҡылда - күкрәү,
Йөрәктә - йәшен»,

«Шундай күңелле дала -
Күңеле иркә бала.
Ямғыр елләрен һиҙенеп,
Баҫыулыҡтар сайҡала»

Ваҡыты менән шиғриәттең олпат ағайҙарын, улар менән аралашҡан мәлдәрен, шул мөхитте һағыныуы ла бар, әммә бөгөнгөнән ваз кисмәй ул...
« Аҙашырлыҡ шырлыҡ та юҡ,
Дуҫ та юҡ аңлашырлыҡ»
Йәки
« Ә шулай ҙа, үҙеңә яу
Үҙеңдеке, ти ҡанун »,
« Ете яттар ғына хуплай,
Ә үҙ туғаның туҡмай...»
тип көйәләнһә лә бар шиғриәте донъяны һөйөү, яратыу, ватансыллыҡ тойғоһо менән һуғарылған һәм бер ваҡытта ла сөсөләнмәй.
«Күҙҙәрем менән күргәндән
Күберәк күргәнгәме-
Кәмемәй, тик арта ғына
Тормошҡа булған ғәмем»
Ҡулына ҡәләм тотҡан һәр Ижадсы, Шағир үҙе йәшәгән осорҙоң Намыҫы бит ул: алһыу күҙлек кейеп ярамһаҡлана ла, ҡара күҙлек кейеп насарлыҡ юҡ, бөтә һәйбәт тип тә алданып - алдашып йәшәй алмай. Ни тиклем генә күңеле хис, мөхәббәт ҡоло, асмандарҙа аҙашыусы хыяллы, хыялый зат булмаһын ул ерҙән атлай, теле - халҡы, милләте яҙмышы менән йәшәй, яҡлай, көрәшә.
Хисмәтулла атлы шағир ҙа - имселәр затынан, шуға ла һәр һүҙе, ымы витамин түгел, дарыуға бәрәбәр! Ә күңелде сәләмәтләндереүсе дарыу татлы булмай, унда әрем тәмендәй әселектең дә булыуы ғәжәпме ни?!
Яҡташы, күренекле шағир Рауил Бикбаев Хисмәтулла Юлдашев ижады хаҡында ҙур күләмле "Вахталағы шағир" тип аталған мәҡәләһендә ентекле
анализ яһай, авторҙың үҙе хаҡында һөйләй, ижадына ҡарата бик ихласлап тасуирлама бирә. Бер генә фекерен һүҙмә - һүҙ килтерәйем: " . .. Ул яҙмыш ҡушыуы буйынса ғүмергә әҙәбиәтебеҙҙе хәстәрләүсе ижадсы - вахталағы шағир булып ҡаласаҡ"...
Ҡабатлауҙар булмаһын өсөн үҙем анһатыраҡ юл таптым.Шағирҙең күңелде тетрәндереп күкрәтеп, йәшнәтеп ебәргән шиғри юлдарын 4 китабынан да бергә йыйһаң ҡалын бер өр - яңы һайланма әҫәрҙәр томы хасил булыр ине. "Себер еле" китабында ғына 200 - гә яҡын шиғыр тупланңған. Иң үткер фекерле шиғри юлдар бихисап күп унда.
Был юлы үҙемә эште еңеләйтеп бик аҙын ғына бергә йыйнап "Милли аң " тип нарыҡлап шиғри уйҙар шәлкемен һеҙҙең иғтибарығыҙға еткерәм.

«Өрөп ҡабыҙыла усаҡ,
Өрөп һүндерелә шәм»

« Башымды юғалтаһым бар,
Юғалтып та табаһым бар
Ҡылғандар араһында!»

«Ҡаҡшатып күпме тәхетте
Нығытҡандар күпме тәхет-
Эйәр менәренән төшмәй
Күрҙеңме һуң, халҡым, бәхет? »

«Атай, йөҙөңдәге һырҙар
Ҡамсы эҙе булып ятҡан,
Йүгән эҙе булып батҡан.
Әйтерһең дә, баш бирмәйсә
Өҙгөләнергән
Һуңғы тарпан!»

« Еңеп сыҡҡан Хаҡ һүҙ генә
Тормош китабын йәмләй»

« Ете ятҡа димләп беҙҙе
Аңды ағыулағандар
Ҡан тартҡанды
Йән тартмайса,
Беҙ һуңлап аңлағандар
... Ел осороп бөтөргәнде,
Тапалғандарҙы тапһаң,
Көлгә ҡалған
Көлөр ҡабат,
Балҡыр -
Балсыҡҡа батҡан»

« Һағыныуым,
Ап - аҡ ҡымыҙ һымаҡ
Сиктәренән инде артыла»

«Нимәнелер тейешенсә
Өйрәтмәгән яҙмыш беҙгә.
Арт һанғамы типмәгән ул,
Һуҡмағанмы юҡһа теҙгә? »

«Һәр ерҙә лә кәрәк
Үҙ - үҙеңдең яҡлау бәҫеңде.
"Башҡортом" тип
Һыҡтап илап ҡына
Һаҡлап булмай бөртөк сәсеңде
Башҡортомдоң,
Эйе,
Даусыл рухы
Баҙарҙарға ғына һыялмай.
Хәҙер инде
Аҡыл көрәшенә
Ең һыҙғаныр кәрәк
Тыйылмай.»

«Тирмән
Һыуһыҙ әйләнмәй ул,
Һыу ҡойма
Сит тирмәнгә.
Тирмән ташыбыҙ әйләнә
Тыуған моң һәм
Телдәрҙә»

«Туңырға була
Һәм ҡаҡланырға.
Аллам һаҡлаһын-
Ярамһаҡланырға?!»

«Йырлауыбыҙ -
Илауыбыҙ
Эскә күҙ йәшен йотоп...»

«Сығып ҡына килһә берәү
Кеше рәтенә, шәпкә,
Нимәнән генә атмайҙар-
Әйләнә башы сәпкә.
...Көнсөл ғәйбәтсе туптары
Шартлай икән дә һаҫыҡ».

«Ут булып күренергә лә
Яулап алған үр кәрәк»

«Мин оҙонлоҡҡа һикерәм
Артҡа сигенеп.
Керештәй
Тартылмайынса
Булмай һикереп» һ. б

Хисмәтулланы шиғриәтебеҙҙең киләсәге лә борсой Бигерәк тә хәҙерге көндә "Клиповое мышление" тигән күңелһеҙ хәлдең таралыу мәлендә уйҙары әрнеүле уның:

«Ҡулъяҙмалар янмай, тиҙәр,
Фәжиғәлерәктер хәлдәр -
Уҡыусы уны юҡта,
Уҡыусы һине юҡта...»

Шулай ҙа өмөттәрҙе бөтөнләйгә өҙмәйек әле, өҙмәйек... Даръялай даланың ир - уҙаманы,- Шағир Хисмәтулла Юлдашев ижадына бер кәлимә һүҙҙе ошондай теләктәрҙә тамамлар инем:
- үҙе өлгөргән шәхес, һүҙе үтемле, әммә һуңғы осорҙа ижадын аҙыраҡ һүлпәнәйтте , буғай;
- элегерәк сыҡҡан китаптарында, юҡ - юҡта, кире ҡайтып яңынан ҡарап сығып, яңы һулыш бирерҙәй шиғырҙары ла юҡ түгел. Үҙе әйтмешләй, шуларҙы балсыҡтан алып балҡытып ебәрһәсе икән;
- ҡәләмен, ҡуйын дәфтәрен алып инде ҙурыраҡ һәм күләмлерәк жанр- поэмалары менән дә ҡыуандырһасы.

Хисмәтулла үҙе яҙғанса,
тартһын йөктөң ауыр тейәлгәнен,
еңел тейәлгәне аҡһатыр...Йәнә, ат ялына һөртөп күҙ йәшен, тип тә өҫтәйек.
Рауил ағай әйткәнсә, ул бит ғүмергә әҙәбиәтебеҙҙе хәстәрләүсе ижадсы - вахталағы шағир!

Минзәлә Шөғәйепова.

Автор:
Читайте нас