

«МХО биләмәһендә оркестр төҙөлә, тигәс, шунда эләгермен, тип уйлағайным. Әммә тәүге көндө үк “Ашығыс ярҙам” машинаһы асҡысын ҡулыма тотторҙолар, – тип йылмая ул. – Водитель тәжрибәм ҙур түгел ине, өйрәндем. Хәҙер инде дүртенсе “УАЗ”икты ауыҙыҡланым».
Халыҡ артисының күңеленән моң ағылды: йырланы ла, шиғыр ҙа һөйләне.
«Яу шарттарында туғанлашып бөтәһең, өйҙәгеләрҙе генә түгел, ундағыларҙы ла ғаилә тип һанарға була. Үҙ яртыһын табып өйләнешкән парҙар ҙа бар. Ә бына беҙҙең республика халҡының берҙәмлегенә барыһы ла һоҡлана. Гуманитар ылауҙар күп ебәрелә, ә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙа автобус менән алып ҡайтып, кире алып барыуҙарына бигерәк тә аптырайҙар», — тине батыр яҡташыбыҙ.
Төрлө милләт вәкилдәре араһында “Башкир” позывнойын алыусылар күп икән. Башҡорт ерендә тыуып үҫкән, рухлы ир-егеттәр улар.
«Ә мин үҙем позывнойҙы оҙаҡ һайлап ултырманым, шунда уҡ башҡа килде, – ти яугир. Эйе, уның Дүртөйлө районы Әсән ауылынан булыуы хаҡында ла күптәр белә».
Радик Динәхмәтов йәше буйынса 3 йыл ярымдан хеҙмәттән бушатылырға тейеш. Әммә уға хәтлем һуғыш туҡтаһын инде, тип теләй йырсы.