

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәрби батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссия төҙөлдө. Бөгөн Өфөлә уның ултырышы үтте. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яҡташтарыбыҙ оло намыҫ менән хәрби бурысын үтәй. Тылда ҡалғандар Еңеү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы киләһе быуындарға барып етергә һәм мәңге хәтерҙә ҡалырға тейеш — был беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Бының өсөн Башҡортостанда махсус комиссия булдырҙыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи факттарҙың тиҙ генә юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға күрә беҙҙең күҙ алдында яҙылған тарихты һаҡ ҡына, әҙ-әҙләп йыйырға кәрәк.
Беҙ ҙур эш башланыҡ. Унда беҙҙең киң мәғлүмәт саралары, яҙыусылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, музейҙар, архив эштәре буйынса идаралыҡ ҡатнаша. Беҙ мәғлүмәттәрҙе йыйырға, дөрөҫ итеп эшкәртергә һәм уларҙы йәмәғәтселеккә еткерергә тейешбеҙ. Һалдаттарҙың артефакттарын, шәхси әйберҙәрен һаҡлау — айырым һорау. Улар беҙҙең дәүерҙең тере шаһиттары, улар ҙа музей күргәҙмәләрендә үҙҙәренең хаҡлы урынын табырға тейеш», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.