

“Йәшәгеләр килә әле, их, йәйҙәр ҡыуандыра!” – тип йәшәү дәртен һүндермәй, тормошто яратып яҙа быйыл үҙенең 85 йәшлек оло юбилейын билдәләгән күренекле шағир Радик Хәкимйән шиғырҙарының береһендә. “Ағиҙел” журналының яңы һаны юбилярҙың шиғри шәлкеме һәм уның тураһындағы яҙма (ғалим-педагог Фәнзил Санъяров, “Йырҙарымда күр һин минең йәнде”) менән асыла.
“Шиғриәт” рубрикаһында шағирәләр Рәшиҙә Рәис һәм Рәшиҙә Мәһәҙиеваның өр-яңы шиғырҙары тәҡдим ителә.
Яҙыусы Гөлфинә Сәлимованың “Разия” повесы, Америкала йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ, яҙыусы Фәниҙә Исхаҡованың “Һуңғы Пәйғәмбәрҙе көткәндә” роман-новеллаһы уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ.
“...Ярты быуатлыҡ ғүмеремдә күҙ йәштәрен түккән мәлдәрем дә, шатлыҡтан түбәм күккә тейеп һикергән саҡтарым да, бәләкәй генә ҡыуаныстарым өсөн оло рәхмәттәр уҡыған саҡтарым да аҙ булманы. Ошо донъя, был тормош миңә донъялағы иң оло ҡиммәтте аңларға өйрәтте – туғандарҙың ҡәҙерен белергә, кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға. Һәм, әлбиттә, яратырға. Тыуып үҫкән йортомдоң һәр бүрәнәһенә, атайым ултыртҡан баландарҙың хуш еҫенә, әсәйемдең ҡулы ҡағылған сәскәләргә, ҡасандыр ҡартатайым ат арбаһына һалып ташыған өйөбөҙҙөң нигеҙ таштарына – барыһына ла ғашиҡ мин. Ярата белеү һәләте миңә ҡәҙерле атайымдан, әсәйемдән һәм ҡәртәсәйҙән күскән...” – тип күңелде нурландырырҙай йылы, йәнде сафландырырҙай яҡты хәтирәләре менән бүлешә билдәле ғалимә Гөлсәсәк Саламатова “Һөйөү доғаһынан бер аят” исемле яҙмаһында.
Журнал уҡыусылар яратып өлгөргән “Көслө рухлы әҙиптәр” мәҡәләләр циклы сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова был һанда Башҡортостандың халыҡ шағирыМостай Кәрим һәм күренекле шағир Ирек Кинйәбулатов тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Ихлас яҙылыуы менән күңелдәрҙе яулаған хәтирәләр киләһе һандарҙа ла баҫыласаҡ.
“Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында ғалим-педагог, тарихсы Фәнил Күзбәковтың “Талха Ғиниәтуллин ижадында һуғыш фәлсәфәһе” мәҡәләһен уҡырға була.
“Тормош өсөн кәрәк мөхәббәт” хикәйәләр һәм повестар конкурсы дауам итә. Яңы һанда Салауат ҡалаһынан Сәүиә Бикмөхәмәтованың “Ерҙәр белмәй, күктәр белә” хикәйәһе тәҡдим ителә.
Шулай уҡ уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгән “Яҙыусының ишле ғаиләһе” рубрикаһын был юлы күренекле шағир, дүрт бала атаһы Салауат Әбүзәрҙең ғаиләһе менән төшкән фотоһы һәм балаларына арналған шиғыры биҙәй.