

Рәсәй сәнғәт академияһы президенты Василий Церетели һәйкәл буйынса эштәр планға ярашлы барыуын хәбәр итте. Әлеге ваҡытта мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ҡануниәткә ярашты процедуралар бара, тине ул.
Церетели әйтеүенсә, һәйкәл республика Башлығы билдәләгән ваҡытҡа әҙер булырға тейеш. Яңы бронза һәйкәлде ҡойоу оҙаҡламай башланасаҡ.
«Бөтә эштәр ҙә республика Башлығы билдәләгән ваҡытҡа ярашлы бара. Скульптураның деталдәрен формаларға һала башлаясаҡтар. Уның менән бер рәттән ҡойоу башланасаҡ. Артабан белгестәр ваҡытында тамамлау өсөн бер туҡтауһыҙ эшләйәсәк», - тип белдерҙе Церетели.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа, Салауат Юлаев һәйкәле үҙенең тарихи урынына 2027 йылдың октябрендә ҡайтасаҡ, тип белдергәйне.