

Уҡсы булып хеҙмәт иткән «Риа» позывнойлы яугирҙы РФ Оборона министры Андрей Белоусов үҙе икенсе дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалын тапшырған. Айгиз Баймөхәмәтов был хаҡта үҙ сәхифәһендә яҙҙы.
Динар 2024 йылдан МХО-ла хеҙмәт итә, өс тапҡыр яраланған. Шуға ҡарамаҫтан, ул оло намыҫ менән Ватанды һаҡлауын дауам итә. Хәйер, награда атамаһы үҙе үк әйтеп тора - яҡташыбыҙ һынмаҫ ихтыярлы, көслө рухлы.
«Динарҙы бала саҡтан беләм, Белорет районындағы балалар йортонда бергә үҫтек. Уның сығышы Әбйәлил районынан. Дуҫым һәм яҡташым өсөн бик ҡыуанам. Уға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйем!» - тип яҙа Айгиз Ғиззәт улы.