Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Май 2023, 12:55

Мәк мей. Хикәйә. Рауза Мусина

Был хикәйәмдә исемдәр ҡуйманым.Ауылда йәшәгән ,һыйыр тотоп беҙ ҡайтҡанда тәмле ҡаймаҡтар менән һыйлаған,мунса индергән,йәйҙең матур көндәрендә беҙҙе һыйындырған апайҙарыма,һылыуҙарыма , ҡәйнәмә ,килендәштәремә арнайым.Һәр берегеҙ был минең әти - әнием йә минең апайым-еңгәм тураһында тип уҡығыҙ!

Шул хәтлек рәхәт йәйге көндәрҙә ауылда.
Иртән иртүк апайым тауыш - тынһыҙ ғына тороп кейенә, итәгенә яулығын яҙып һалып сәсен тарап ала, яулығына төшкән сәстәрен бөртөгөнә тиклем йыйып ала ла, яулығын ыҡсым итеп башына бәйләп ҡуя.
Яңы көн башлана.Көндәлек ығы - зығы, мал - тыуар,ҡош - ҡорт,баҡса тирәһендәге эштәрҙе үтәп хужабикә өйгә инә.
Шул арала еҙнәм дә торған, иртәнге эштәрҙе теүәлләп ҡуйырға йортҡа сыға.Уға малдарҙы сығарып көтөүгә ҡушырға, ҡаҙҙарҙы йылға буйына ҡыуырға ғына ҡала.
Апайым инде кис һауылған һөттө йылытып алған, ике ялтыр ҡорһаҡлы ҙур сәйгүндәрҙе газға ҡуйған,
соландағы эскәмйәгә беркетелгән сепараторын көйләп һөттө айыртырға һала.
Мин йомшаҡ мендәргә сумып ,йылы юрған аҫтында ошо икәүҙең башҡарған эштәрен тойоп - тойомлап, уларға һоҡланып, эстән рәхмәттәремде уҡып ятам.
Тороп ярҙам да итәһе килеп китә.Беләм: ярамай.Улар ғүмер буйы шулай көйләп алған көндәлек тормош мәшәҡәттәрен үҙҙәре үтәп өйрәнгән, берәйһенең килеп шул эштәрҙе башҡарырға тырышыуы ҡыйынлыҡ ҡына тыуҙырасаҡ.Бәй, шулай булғас, күҙеңде йом да йоҡоңдо дауам ит! Бик тә йоҡлай алмаһаң, иртәнге һаҡ ҡына барған эштәрҙе тыңлап ятыуың бик мәслихәт!
Бына сепататор зыңылдап йырлай башлай.Апайым бәләкәй ултырғысына ултырып сепаратор тотҡаһын башта аҡрын ғына әйләндерә лә бер төрлө генә тиҙлектә эшен дауам итә.
Рәхәт!Ара- тирә еҙнәмдең һыйыр-һарыҡты ҡыуалауы ишетелеп ҡала.
Ҡапҡа төбөндә туҡтап, үҙе һымаҡ малдарын көтөүгә оҙатыусы күршеләре менән сәләмләшеп, ике - өс һүҙ менән алмашып ала ла, өйгә инеп инде күптән ҡайнар пар борхотҡан сәйгүндәрҙе һундереп, бит- ҡулын йыуып ала ла, йыуынғысҡа һыу тултырып ҡуя. Ҡунаҡтар тороуға әҙер булһын!
Апайымдың сепараторы был ваҡытҡа йырын туҡтатҡан.Эх,бала саҡтағы кеүек югереп кенә килеп ҡаймаҡ һемәген ялт иттерергә!
Алһыу йылы ҡаймаҡ өҫтәлдә инде күптән.Уның тирәһенә үтә күренмәле шыйыҡ яңы бал, еләк ҡайнатмаһы, эремсек, еләк,ҡарағат ләүәштәре ҡуйылған.Өҫтәл башында еҙнәм сәй көтә.Ул ҡунаҡтар берәм - берәм тороп ҡыжмырҙаған арала сәйен эсә лә, эшкә саба.
Ҡунаҡтар араһында иң өлгөрө Әнейем.Ул тәһәрәтләнеп намаҙ уҡып алған да, яратып кейгән күлдәгендә баяғы өҫтәлдең түр яғына дәрәжәһен белеп кенә килеп ултырған.Апайым менән , башҡа ҡунаҡтар ҙур өҫтәлде уратып ултырышҡансы, хужалыҡтағы яңылыҡтарҙы бүлешәләр.
- Оло һыйырыңды ла ҡалдырҙыңмы быйыл? -Ҡалдырҙым,
Әнекәйгенәм! Һөтө күп бит.Ҡуйы ла.Иткә тапшырырға әле йәлке бит.
-Эйе шул,- тип килешә Әнейебеҙ.
-Быйылға аҫырарбыҙ әле.Бесән күп әҙерләнде, колхоз сабылған һоло бүлеп бирҙе.Игенде лә һәр колхозсыға 3- әр ц эләгә тинеләр,- тип шатлығын бүлешә апайым.
-Шулай, аяғың тыпылдаһа, ауыҙың шапылдай,- тип һөҙөмтә яһай Әнейебеҙ,уларҙың тырышып донъя көтөүҙәренә ишаралап.
-Йәгеҙ, торҙоғоҙмо,ултырығыҙ,
сәй яһайым.
Беҙ өҫтәл тирәләй күндәм ултырышабыҙ.
Шул саҡ Әнейем шаян тауыш менән апайыма әйтеп һала:
- Ҡаймағың бар, балаҡайым.Бар ҙа бар!Бер ризыҡты ҡуймағанһың икән.Мәк мей!
Апайым ҡәнәғәт йылмайған килеш миңә ҡарап өндәшә:
-Туғаным, буфеттан теге ярты икмәкте алып тура әле.
"Киҫ" тә түгел,"тел" дә түгел , "тура" тине.
Ҡабарып бешкән ярты икмәкте бөтөргәнсе турайым.Әле беҙҙән һуң ашарға ултыраһы балалар бар - еткәнсе киҫтем.Ана береһе моронлаған да инде, йоҡоло күҙҙәрен ышҡый - ышҡый сығып та килә.
- Нәнәй, нимә ул "мәк мей?"
"Мәк мей "тураһында инде нисәнсе тапҡыр ишетергә теләп Әнейебеҙгә текәләбеҙ.
Һорау эйәһе лә ҡайҙа сығып барыуын онотоп, 50 се йылдарҙа Әтейем яһаған ағас диванға "ҡунаҡлай".
Тыңлаусыларына һәм апайыма наҙлы ҡарашын ташлап, Әнейем һөйләй башлай:
-Был балам (апайымды әйтә инде)һуғыш йылдарында тыуып - үҫте.
Ашарға юҡ.Баш бармаҡ башындай ваҡ картуф бар ҙа, аҡ бар.Хәҙерге балалар белмәй инде,аҡтың ни икәнен, һөт була ул , балам,- ти бүләсәренә ҡарап.Беҙҙең һыйырыбыҙ бар, әле ҡайһыларҙың ундайы ла юҡ.Үҙебеҙгә ваҡ булһа ла, ошо бәрәңге ярап ята.
Иң бәләкәй һеңлемә һәм ҡыҙыма һәрсаҡ алып ҡалынған икмәк була.Икеһенең дә бына минең усым ҙурлығында ғына туҫтаҡтары бар.Шунда ҡатыҡ һалабыҙ ҙа ошо ике бәләкәйгә икмәк менән бирәбеҙ.Ашап бөткәс ,ҡыҙым сүгәтәһен беҙгә табан этәрә лә ҡысҡырып ебәрә:
-Мәк мый,тыҡ мей.Ике йәш кенә бит, "икмәк бир, ҡатыҡ бир!"ти инде.
Йоҡоло егетебеҙ тамам йоҡоһонан уянып, ишеткән иҫтәлек тураһында уйланып артабан юлын дауам итә.
Беҙ һүҙһеҙ аңлайбыҙ- Әнейебеҙ был тарихты бөгөн бары бүләсәре өсөн һөйләне.Һүҙһеҙ генә бөгөнгө көндөң матурлығын тыуҙырыусы, тәмлелеген
тойҙороусы ошо йорт хужаларына , иҫтәлектәрен матур итеп һөйләүсе Әнейебеҙгә рәхмәтле булып, ҡабарып торған "МӘК " киҫәгенә "МАҠ " ты ҡушып,теге оло ҡорһаҡлы ике сәйгүндең береһен бушатырға тотонабыҙ.

Читайте нас: