Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Июль , 15:55

МӘСЕТ (повесть. 2-се өлөш)

Хәйҙәр ТАПАҠОВ 

3

 

Ярты йылдан һуң, яңы йыл байрамы алдынан, Мәскәүҙең үҙенә саҡлы тикшереүгә ебәрелгән Рәүефте алып ҡайттылар. Ауырыуҙы Имәнлекүлгә район дауахана-һының “Тиҙ ярҙам” машинаһы алып килде. Ҡаршыларға барҙы ла дуҫын бәпес-тәй күреп күтәреп түр яҡтағы түшәккә индереп һалды. Ошоғаса ныҡ, беше, уҫла-птай ҙур кәүҙә кибеп ҡорҙайға ҡалып еңеләйгәйне, ә яҫтыҡланып шешмәкләнгән күҙ төптәренә фажиғә, өмөтһөҙлөк, битарафлыҡ тамғаһы юйылмаҫлыҡ дәрәжәлә һеңгәне. Яҡын әшнәһе булараҡ ҡаршы алырға килеүселәрҙән аҙаҡҡараҡ тороп ҡалғайны, хужабикә өҫтәлгә бер ярты араҡыны тыпылдатты, һары май ватты, ик-мәк телде, башлы һуған ҡырҡты. Өндәшмәй-һөйләшмәй, ауыҙҙарына һыу уртлап ҡына ҡалмай, зәһәр араҡыны тамаҡ төбөнә сытыраймай оҙатып теге шешәне бу-шатҡайнылар, күҙҙәренә йәш алған Рәүеф ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулын болғаны: - Тамам өҙөлдө өмөт, Иштуған, тере мәйеткә ҡалынды! - Бәлки, ваҡыт үтеү менән рәт-яйға китер, ә? - Ярты йыл балнис карауатында файҙаһыҙға аунағандан һуңмы?! Тот ҡапсығыңды, әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла тылҡыма, белдеңме?! - Ни тинеләр һуң тегендә? - Мине дауалап аҙапланған профессор башҡаса аяғына баҫа алмаҫһыңдыр, тип төңөлдөрөп ҡайтарҙы. Билдең түбән яғы иҫ белмәй, ә йәнем тулыһы менән үлек! - Ары аралашырға теләмәгәнен белгерткән Рәүеф стена яғына боролоп ятты. Ауырыуҙы бер кешегә ҡарау мәшәҡәт булғанғалыр инде, Лира Атанғолда яңғы-ҙы көн иткән әсәһен үҙенең янына күсереп алды. Шул көндәрҙә Имәнлекүлгә тағы ла бер ҡаза килде. Кис эш урынында ауыл егеттәре менән эскелек ойошторған ләх иҫерек Рауил иң аҙаҡ ҡалып клубты бикләп сыҡҡан да ҡышҡы сасҡауҙа теге таш янына ятып бөгәрләгән, ҡатыны эҙләп тапҡансы бейәләйһеҙ ҡулдары, дермантин ботинкалы аяҡтары туңып өлгөргән. Аяҡ-ҡулының бармаҡтары мөнтәлгән ауыр-ыу район дауаханаһында оҙаҡ ятмай газ гангренаһынан үлеп китте. Ошо ваҡиға уны тертләп китергә мәжбүр итте, башына ҡайнар ҡан бәрҙе, фекере сыуалды: “Тағы ла шул ҡәһәрле таш, тикмәгә түгел был, бында ниндәйҙер ғиллә, сер, иҫкәр-теү бар…” Үлгәндәр үлә лә ҡотола, тереклек иткәндәр көндәлек мәшәҡәттәрҙе хәстәрләргә, осто-осҡа ялғарға тырыша - Лира ла сауҙа мәшәҡәттәре екһендергәнгә райондың мәҙәниәт бүлегенә барып клуб мөдире булып эшкә төшөүе хаҡында бойороҡ ал-ып ҡайтты. Көндәр буйы мейесһеҙ кибетте һаҡлауға ҡарағанда бында ни ҡулай, мәҙәниәт усағында эшләү өсөн ойоштороу һәләтенә эйә булыу, йыр-моңға, нәфис һүҙгә маһирлыҡ кәрәкмәй, домино һуғып, шахмат уйнап биллиард шарҙарын ҡыуыусы егет-еләнгә, аҙнаһына бер тапҡыр “Украина” киноустановкаһынан күр-һәтелгән киноға килеүселәргә клубты асып-япһаң шул да еткән, ә ҡалған ваҡытта өйөң тирәһендә йорт мәшәҡәттәре менән булаһың. Кисәге һатыусы, бөгөнгө мәҙә-ниәт хеҙмәткәре, мөдир, кәүҙәһенә һылашып ҡатҡан кибет халатын сисеп ырғыт-ып яңы мөхиткә яраҡлаштырып көйәҙ кейенеп алды; ҡуңыстары тубыҡ быуында-рынан юғары килешле күн итектәр, ҡыҫҡа итәкле, асыҡ иҙеүле ҡиммәтле күлдәк, аҡтан аҡ төҫтәге еңел пальто, шундай уҡ төҫтәге башлыҡ, ҡыҙыл шарф, бит-йөҙөн дә кейгән кейеменә яраҡлаштырып һылап-һыйпап ебәрҙе, дөйөмләштереп әйтк-әндә һыбай атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ күркәм, ылыҡтырғыс һынға әүерелде. Ә үҙенә килгәндә инде, һуңғы осорҙа ситкә сығып йөрөмәй тиерлек, ялланайым, тиһәң ауылда ла ҡулға эләгерҙәй ваҡ-төйәк мәшәҡәте табылып ҡына тора, тип һылтаулай, ысынында иһә табыш еҫен һиҙеп өлгөрөп һунарсы ҡомары уянған януар ише уны бында ниндәйҙер ымһындырғыс көс бәйләп тота. Ҡулға эләгерҙәй оҫталыҡ кәсебенән ҡайтып инеп ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылай ҙа дауахананан ҡайтҡас кәйефе һиҙелеп ыңғай яҡҡа үҙгәргән дуҫының янына бара һала, сәғәттәр буйы донъя хәлдәре, ауыл яңылыҡтары тураһында гәп һатып ултыралар, шахмат уйнайҙар, кәрт һуғалар, береһен ташлап өлгөрмәй икенсеһен ҡабып тәмәке быҫҡыталар. Кис етеп эшенән ҡайтып ингән Лира ишекте шар асып ҡуйып өйҙө елләттә лә сәрелдәк тауышланып икеһен бер юлы тиргәргә тотона. Белә, һиҙә, тиргәүҙең дә төрлөһө була, Лира уны ҡыуалаған мәлендә яңылыш ҡына бәпес башындай ҡабарынҡы түштәре менән ҡағылып-ҡағылып ала, ишектән дә ҡулы менән түгел мамыҡтай мыймылдаҡ осаһын ҡыйшаңлатып этеп сығара. Уға шул ғына кәрәк тә, иртәгеһен һылтауын табып тағы ла дуҫына, дөрөҫөрәге дуҫының ҡатынына бара ла яңынан ошондайыраҡ ҡыуалауҙы көтә башлай. Ошоғаса екһенеп ҡараған ҡатынынан бөтөнләй ситләште, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп тә ете-ятҡа әүерелделәр; ауыҙҙарына йөҙөк йәшереп тәғәмләнәләр, ым-ишара менән тейерлек аралашалар, иллә көндәр, аҙналар барышында былай йәшәү мөмкин булмағанлыҡтан көсәнеп һүҙ ҡушырға, өндәшергә мәжбүрҙәр, тик улары ла ыҙғыш-талашҡа ялғанырға әҙер. Бер көн кис шахматҡа мауығып китеп оҙағыраҡ ултырып ташлағандар. Лира ла был юлы мыжымай, ризаһыҙлығын белдермәй эргәлә генә уныһын-быныһын эш-ләп йөрөп ята. Ҡайтырға сыҡҡанында ҡуйырып эңер ҡараңғылығы төшкәне инде. Артынан оҙатырға сығып, кире инергә ашыҡмай солан ишегенең яңағына һөйәлг-ән Лира менән ҡабалан ғына хушлашты ла ошоғаса кисектерелеп килеп тә әле мо-тлаҡ ҡылынырға тейеш гөнаһтан ҡасырға теләгәндәй йүгерә-атлай урам буйлап китте. Апаруҡ алыҫлашҡайны ла, артынан үҙәләнгән саҡырыуҙы ишетте: – Иштуған?!. Боролоп ҡараны – артынан яурынына фуфайка һалған Лира эләгә-йығыла йү-герә. Килеп етте лә ҡаршыһына баҫып бер килке текәлеп торғас ҡосағына тартын-ыуһыҙ һыйынып өҙөп-өҙөп бышылданы: - Инде күпме ныҡлығымды һынарға иҫәбең? Тәҡәтем ҡалманы, нәһерем ҡороно… Сабырлығын, ихтыяр көсөн юйғанлыҡтан үҙ-үҙен белешмәй тумалаҡ һынды үҙенә тартты, эленмәгән фуфайканы ҡайырып ебәреп тартыныуһыҙ мул түштәрҙе һәрмәне, ҡомһоҙланып текә осаны үҙенә ҡарай тартты ла һутлы ирендәргә ҡаҙал-ды. Лира уны ситкә этә бирҙе лә быуылып бышылданы: – Ашыҡмайыҡ… Мин үҙем… - Юҡ, тиҙ генә һеҙҙәге мунса соланына инәйек тә… - Унда яғылмаған, һалҡын. Хәҙер ҡайтам да уныһын-быныһын эшләгәс клубта айлыҡ отчетты яҙып әҙерләйһем бар, тип Рәүефте алдаштырам. Ышанмай ҡайҙа ғына барһын, һәр хәлдә мине тикшереп артымдан юрғалай алмай бит инде ул. - Улайһа әйҙә, әйҙә, хәҙер үк! – Ярһыуына сыҙаша алмай ҡабаттан түштәргә үрелде, һығылмалы билде ҡосоп үҙенә тартты, һутлы ирендәрҙе ҡабаттан һурҙы. Оҙаҡ үбешеүҙән тамам хәле алынған, булмышы ярһыу сигенә еткән ҡатын өҙ-өп-өҙөп әйтте: - Сабыр ит, сабырлыҡ төбө… - әйтеп бөтөрмәй кире өйҙәре яғына ҡайырылды. – Клуб янында, солан мөйөшөнә боҫоп көт, оҙаҡламам… Клуб янына яҡынланы ла абайламаҫтан теге ташҡа эләгеп һөрлөгөп китте. “Тағы ла шул нимә, хәйерһеҙ! Юл эсендә лә ятмай ҙа һымаҡ, әммә үткән-һүткән-дә һәрмәп эләктерергә әҙер.” Ҡабалан ғына кейемен ҡаҡты ла ғәмен икенсе теләк биләп алғанлыҡтан солан мөйөшөнә барып һыйынды, тынысланырға теләп эйел-еп ҡарҙы һоҫоп алып биттәрен, маңлайын ыуҙы, мул итеп ауыҙына ҡабып ҡорғаҡһыған тамағын сафландырҙы, шунан сигарет тоҡандырып ҡомһоҙланып тартырға кереште. Бер аҙҙан ипле баҫып атлаған һын яҡынлашты, уның Лира икәнлеген белге-рткән осраҡлы ел танауына татлы хушбый еҫен килтереп бәрҙе. Суғырмаҡлы ҡулын йомшаҡ ус ҡарманы, ҡараңғы юҡта ҡолағын наҙлы өнд-әшеү наҙланы: - Клубҡа инәйек, һалҡын мунса соланы түгел, унда яғылған, йылы, ҡабаланаһы ла түгел, иркенләрбеҙ… – Шулай тине лә эргәһендәге йорт яғына ҡарай етәкләне. Эскә үтеп сәхнәгә күтәрелгәс ҡарһаланып сисенә башланылар, өҫ кейеме шар-шау артындағы элек мөнбәр урынлашҡан, хәҙер гардероб хеҙмәтен үтәгән стен-алағы ҙур уйым яғына ҡарай осто. Гөнаһлы ҡауышыу ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан, һәм шул уҡ ваҡытта йәшен йәшнәүендәй сағыу, илерткес килеп сыҡты. Ярһып буша-нғандан һуң уны өҫтөнән төшөрмәй ҡыҫып ҡосаҡлап ятҡан Лира ни сәбәптәндер түгелеп иларға керешеп китте лә әле ҡылынғанға үҙ баһаһын бирҙе: - Сәләмәт сағында ла Рәүеф минең күңелемде күрмәне нишләптер. Саты араҡыға бешкәнгәме, әллә икенсе сәбәптәнме, шыпа кәре, дәрте юҡ ине уның. Артыҡлап теләге булмаһа ла минең күңелде күрергә теләпме, ике аҙнаға бер тапҡыр яҡынланы, уныһы ла ашыҡ-бошоҡ. Мин дә ҡатынмын да инде, миңә лә көн һайын наҙиркәләү кәрәк… - Ә минең менән нисек? - О-о-о, бындайҙы күптән күргән, татыған юҡ ине! – Ҡауышыу ҡеүәтен хуплағандай ирҙең сикәһенән үбеп алды. Үҙе лә абайламаҫтан йылан ағыуынан ҡотолорға теләгәндәй еүеш сикәһен ытырғанып ыуҙы, ә аңын кинәт асырғаныулы уй шаңҡытты: “Ни ҡыландым һуң әле мин, нимәгә кәрәкте? Лиранан башҡа бисәләр бөткәнме? Күҙ күрмәгән яттар менән сыуалыу бер ни түгел, мин бит йәндәй күргән яҡын дуҫыма хыянат иттем. Был бит яҡшы барып бөтмәйәсәк!” Кейенде, ҡулына йомарлаған кәпәсте башына батырҙы ла үҙе ҡылған хәшәрәт-лектән ерәнгәндәй асыу менән ласылдатҡансы иҙәнгә төкөрҙө: – Тор, нимә ятаһың айғыр менгән бейәләй ҡул-аяҡтарыңды йыя алмай тырпырап! Ҡалҡыу урындарын, бөгөлгән-һығылған ерҙәрен күргәҙмәгә ҡуйғандай ялтлат-ҡан Лира яйлап тороп баҫты ла стриптиз күрһәткәндәй борғаланып-һырғаланып ашыҡмай ғына кейенергә тотондо. Ҡабаттан кәре ҡалҡыуҙан сығырынан сыҡҡанға яланғас ҡатынды ҡабаттан стенаға ҡыҫты. Клуб эсендәге бөләңгерт тынлыҡта яңы-нан татлы иңрәү яңғырап китте. Ишек алдына сыҡҡанда ябалаҡлап яуған ҡарҙы ер өҫтөнән йүгертеп һепертмә буран башланғайны. Ҡараңғы күккә уҡтай ҡаҙалған иҫке манара көслө елгә шағыр ҙа шоғор килеп гөнаһлыларҙың өҫтөнә ауып икеһен дә бер юлы иҙер төҫлө. Иштуған тиретун яғаһын торғоҙоп, ҡулына йоран бейәләйҙәрен кейҙе лә беләгенә тағылып ҡатынды асыу менән өйө яғына этәрҙе: - Бар ҡайт, ирең көтә! - Көтһөн, шунан ары нимәгә эшкинә ул! – Ҡырағай ләззәт алыуҙан ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡҡан Лираның иҫе лә китмәне. – Иртәгә эңер мәлендә тағы ла кил, тәҙрәләрҙә ут булмауға ҡарама, ишекте бикләмәйем. Улай уғын уҡ көтмәгән инем, ә һин бик дәртлеһең, ҡеүәтлеһең икән, ә ундайҙарға бисә-сәсә һылашып ба-рыусан! - Көтмә, инде килмәйем башҡаса, ваҡытым юҡ! - Ул бүктермәй торған нимәгә ваҡыт кәрәкмәй. - Иң глаунайы шул, иреңә һиҙҙермә! - Һиҙҙе лә икән ти, нимә эшләй ала ул, түшәгендә һаҫып ятҡан килеш арты менән кәртә емерерме? - Ни тиһәң дә ул минең дуҫым! - Дуҫың?! Ә мин белмәгән дә инем! - Мында минең ғәйеп юҡ, үҙең ҡоторттоң, бына шул, юғиһә яҡынлай буламмы тағы. - Ҡара сәле, шулай уҡмы? – Лира тауышын баҫып селтерәтеп көлөп ебәрҙе. – Улайһа мин ғәйепле булып сығам? - Һин генә, башҡа бер кем дә түгел! - Еүеш Иштуған һыуҙан ҡурҡмай түгелме? Һинең менән буш һүҙ сыбалтҡансы китеп ҡотолам, тигәндәй ҡулын асыулы һел-тәп ебәреп ҡайтыр яҡҡа йүнәлгәйне генә юл ҡырындағы ҡар һырынтыһына күме-лергә өлгөргән теге ташҡа аяғы эләгеп яңынан тәгәрәп китте. - Инәңде, ошо нимә булманы ла баһа! Лира кинәйәле иһаһайланы: - Һармышҡайым?.. - Ништәп мин һиңә һармыш булайым тағы? - Иштуған яндырай ырғып тороп өҫтөндәге ҡарҙы ҡаҡҡыланы, ситкә осҡан кәпәсен табып алып кейҙе. - Һармыш инде, һармыш, өйҙә ятҡан, эшкә ашмаған бәйнәтем абышҡа, ә һин – һармыш. - Ярай, һармыш та икән ти, әле генә нимә әйтмәксе инең? – Алды-артыңды ҡарап йөрө, аҙымыңды үлсәп баҫ, тимәксемен, ана бит, кә-пәсең ситкә осто, абайламай башһыҙ ҡалып ҡуйма! Ошо ерҙә минең абышҡа бил-ен имгәтеп сатын ҡоротто, Рауил ятып туңды, ә һин башһыҙ башыңдағы муйын-ыңды һындырып ҡуйма тағы! Иҫкәртәм, хәйер, мин түгел, йәнһеҙ, ҡаты, һалҡын киҫәтеүсе бар! - Ҡар араһынан сысайып күренгән ташҡа ымланы. Ҡайтып ингәс ашың тоҙло, тип һылтауын табып Гөнәзирәне ҡаты ғына тиргәп ташланы, иллә ҡул күтәрергә ҡыйманы. Тауыш ҡуптарыуы ла айырым ятырға те-ләү генә ине, әммә йәшерен уйы барып сыҡманы, ҡатыны түшәкте уртаҡ йәйҙе лә аталығының тәнендә өйөккән ят кәнтәйҙең еҫен тойомлаған инәлек ише ятыу мен-ән ҡылтайғандай һыртын ҡуйҙы. Йоҡлап китә алмай оҙаҡ түшәктә әйләнгеләне, бер нисә тапҡыр йорт күтәрмәһенә сығып тәмәке лә быҫҡытып ҡараны, мәгәр йән тыныслығын, күңел бөтөнлөгөн юғалтҡайны, башында выждан ғазабына ҡушылғ-ан ҡапма-ҡаршылыҡлы, икеләнеүле, үкенеүле уйҙар сыуалды. Сәйер төш күрҙе Иштуған. Ерҙе асманға ялғаған, оҙон ҡара арҡанға тартым ҡойон бағанаһы әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла кәртә-ҡуралар һыртлатып Имәнле-күл ауылы тирәләй өйрөлә башланы. Ҡойон үҙәгенә ҡара саңға ҡушылып болға-нып ҡағыҙ киҫәктәре, кипкән ботаҡ-һатаҡ, ҡый-һай, тағы әллә нимәләр тартылғ-ан. Йотҡаны менән ҡәнәғәтләнмәгән шайтан бағанаһы ауылды уратҡан һайын бе-рәүҙе эләктереп алып юғарыға күтәрә. Күптәрен танып та бөтөрмәй, тик шуны ғына тойомлай - улар барыһы ла ауылдаштары. Ҡойонда мәсетте клубҡа әүерел-дергән элекке ауыл Советы рәйесе Таһир ҡарт, уның ҡатыны завклуб Зөлхизә, парторг Әҙеһәм, Алла юҡ тип иҫбатлаусы тарих уҡытыусыһы Иҙрис, тупыс Рауил, шыр яланғас Лира, тән тиреһе мунса ҡоромолай ҡап-ҡараға әүерелгән ул, тағы әллә кемдәр әйләнә, зыр түңәрәк әйләнә. Һөрәнләп ярҙамға саҡырыр ине лә, ҡул-аяғы тышалған, кипкән теле аңҡауына йәбешкән. Түбәндә, мәсет эргәһен-дә, уларҙы атаһы, әсәһе, ҡартәсәһе, элекке Указлы Харис мулла күҙәтәләр, имеш. Күҙәтәләр, әммә ярҙам итергә теләк-яйҙары ғына юҡ. Ҡулдарын ҡаушырып баҫҡ-андар ҙа үҙҙәрен тыныс тотоп, сабыр ғына ҡарап юғарыға төбәлгәндәр. Ҡойон тот-ҡондары - ихтыярһыҙҙар, улар барыһы ла ғәрәсәт әсирлегендә. Бына шашыныу-ҙан көс-ғәйрәте ҡайтышланған ҡойон тегеләрҙе берәмләп түмәләстәге аҡ таш өҫт-өнә атып-бәрә башланы: кемеһенеңдер башы сәсрәп ярылды, кемеһенеңдер биле имгәнде, бәғзеләренең ҡул-аяҡтары өҙөлөп ситкә осто. Алынған яраларҙан ҡыҙыл ҡан түгел дегеттәй ҡара шыйыҡса атылып сыға, йәнәһе лә, сыға ла сәсрәп тирә-яҡ-ҡа һибелә. Шул төҫ ауылды, ер өҫтөн, күк йөҙөн яба барып, һуңғы сиктә ҡояшты һүндереп яҡтылыҡ сығанағын томаланы. Тормош, көнитмеш, йәшәйеш һүнде. Дөм ҡараңғынан ғазап тауыштары, ыңғырашыу ауаздары ғына ишетелә... Һаташыуынан көскә арынып ҡара тиргә батып уянды. Урынында тороп ултыр-ҙы, башта һәрмәнеп ҡайҙалығын тоҫмалланы, шунан ҡул-аяҡтарын, башын ҡап-шап теүәлләне, ағзалары урынында һымаҡ. Өйҙә, түшәгендә ята икән, эргәһендә бисәһе эркет тултырылған тоҡтай күлбеп, ауыр мышнап йоҡлай. Ҡул һырты менән еүеш маңлайын, шырт баҫҡан сикәләрен һыпырҙы, тәҙрә ҡорғанын тартып урам яҡҡа ҡараны. Киске ел бер аҙ баҫыла төшкән, ауылды күмеп, бурап ҡар яуа икән дә баһа. Күргәненең бары төш кенә икәнлегенә инанғас ялан аяҡтарына табанлы быймаларын ҡатып, яурынына тиретунын һалып, башына төлкө кәпәсен батырҙы ла сығып күтәрмә тотонғосона терһәкләнеп маҡсатһыҙ ғына бер аҙ һерәйгәс кеҫәһенән сигарет сығарып тоҡандырҙы. Кисәнән алып быҫҡый бит инде, сираттағыһы тын юлын ҡурып хәтәр әсеттереп ебәргәс ҡулындағын ситкә ырғытып, артынан ҡаҡырынып-төкөрөнөп ҡуйҙы. Инеп яңынан түшәккә бөгәрләнеп ятты. Һаташыуҙан, әле генә һалҡынға сығып инеүҙән йоҡоһо тамам осҡайны. Тыныс таң аттырырға теләп тәүге тапҡыр тупаҫ теленән иманлы һүҙ ысҡынды: “бисмилла...” Ә иртәгеһен иртәнсәк инде ул үҙенең тәбиғи булмышына, яҡшы менән яман-ды бутаған гөнаһлы көнитмешенә әйләнеп ҡайтҡайны инде. 4 Асыҡҡандан ғәйре ҡаныҡҡан яман, тигәндәй башҡаса унда ике аяғымдың береһен баҫмайым, тип үҙенә-үҙе ант итһә лә, туҡран тәүбәһенән фәтеүә самалы, кеше аяғы һилдә хыянат, боҙоҡлоҡ, аламалыҡ һуҡмағын таҡырлауы бермә-бер йышай-ҙы. Зиһен офоҡтары сикләнгән, хис инеше һай, тыйнаҡлыҡ, тотанаҡлыҡ төшөнс-әһе фиғеленә яғылмаған Лира алдатҡыс, ҡыҫыр баҙлауыҡҡа оҡшаш, иллә телә-һә ниндәй ир-атты ымһындырырлыҡ ҡатын-ҡыҙ байлыҡтары үҙ урынында. Шул-ар үҙенә тарта ла инде. Йылы яҡ ҡошо тауис та бит ҡарап тороуға иҫте китәрмәле, йәйғор төҫөндәге ҡойроғон яҙып ялпылдатып ебәрһә ҡарамаҫ ерҙә ҡарарһың, һо-ҡланмаҫ ерҙә һоҡланырһың, ә асылда ул бит тауыҡ, башҡаларынан бер ни яғы ме-нән дә айырылмаған, әтәс тапауын көҫәгән тауыҡ! Уның этеп алып барған дәртле кәренән үтә ҡәнәғәт ине йәш бисә, шуғалыр йылыға йылан эйәләй, тигәндәй, ыҫм-ала ише сат йәбеште, үҙенән ысҡындырмай йәбеште. Рәүеф дуҫы боҙоҡ йәнле ҡат-ынынан юҡҡа ғына ситләшмәгән икән. Көслө затты бит иң әүәл наҙ, оялсан әҙәп, тыйнаҡлыҡ, күҙгә бәрелеп бармаған нәзәкәт йәлеп итә. Ошо күркәм сифаттар ҡат-ын-ҡыҙҙың күңел сырағын яҡтыраҡ яндыра, булмышын байыта, тормошон йәмл-әй, матурлай. Ул да аңлай, ваҡыт үтеү менән тышҡы ялтырауыҡ бөләңгертләнһә бер килеп аралары һыуыныр, һыуынып ҡына ҡалмай икеһенең береһен туңдыр-ыуы ла бик ихтимал. Шыҡырлап туңырҙар ҙа хәрәсәтле ҡойон ҡарамағына тапш-ырылырҙар. Ә ҡойондоң хөкөмө ҡаты, аяуһыҙ. Бер көн ҡат-ҡат һөйөшкәндән аҙаҡ сәхнә иҙәнендә, ләззәт тулҡынында туғарыл-ып тырпырап яталар ине, соланға өтә баҫып килеп ингән аяҡ тауыштары ишетел-де. “Кем йөрөй икән был мәлдә, Гөлнәзирәме? Улай тиер инең, ул теле менән ҡа-йымлашырға ғына һәләтле, былайтып ҡараңғы ергә эҙләү һалып килеп етергә йө-рәге етмәҫ. Ул сағында кем йөрөй икән ете төн уртаһында?!.” Уны-быны абайлап өлгөргәндәренсә түшәмдәге лампа гөлтләп ҡабынды. Ишек ауыҙында Лираның әсәһе Гөлйыһан ҡарсыҡ баҫып тора ине. Тимәк һиҙенеп, эҙ ҡыуалатып килгән. Баҡса ҡарасҡыһылай, юҡ, ҡурҡыныс албаҫтылай кейенеп алған; аяҡтарында сама-нан тыш ҙур, табанлы быймалар, өҫтөндә итәге иҙәнгә тейә яҙған иҫке пальто, ба-шына һиҙерәүе еткән дебет шәл уралған, шул шәл аҫтынан сал сәстәр таралып сығып күренәләр, соҡорҙарына тәрән батҡан күҙҙәр күмерҙәй яндырып, өтөп ҡа-райҙар. Клуб мөдире спектаклдең беренсе өлөшө тамамланғандай шаршауҙы ҡабалан япҡайны, ышыҡта саҡ ашыҡ-бошоҡ кейенеп өлгөрҙөләр. Лира башын ба-ҫып йүгерә-атлай сығып китте, ә ул ҡаршыһына баҫып өлгөргән ҡарсыҡ тарафын-ан юлы быуылғанлыҡтан ары ни ҡылырға белмәй аптыранып туҡтап ҡалды. - Ней, мин дә ҡайтайым әле, инәй… - Эш боҙоп уҡытыусыһы алдында башын эйеп баҫҡан уҡыусы ише фиғеленә тап килмәгән йыуаш тауыш менән инәлде. – Уйламағанда хата килеп сыҡты, тәүге тапҡыр, башҡа ҡабатланмаҫ, тучныһ-ын әйтәм… - Уйламағанда, хата, беренсе тапҡыр, тиһеңме? Ышандырып ҡуйма! - Әйтттем дәһә, беренме тапҡыр, һуҡмыш баштан… - Иблис, әҙәм аҡтығы, аңһыҙ хайуан кимәленә төшкән хыянатсы! – Ҡарсыҡ быуынһыҙланғандай иҙәнгә сүкте лә салланған сәстәрен ҡыу бармаҡтары менән аралап йыйырсыҡтар сыбарлаған сикәләрен ҡушусланы. - Һине юҡҡа ғына динһеҙ, иманһыҙ тип йөрөтмәйҙәр икән! Мәсеттең тышын үҙгәртһәләр ҙә, манараһына флаг элһәләр ҙә уның Хоҙай Тәғәлә тарафынан билдәләп ҡуйылған игелек билдәһе һуғылған тәғәйенләнеше ҡала. Үҙеңдең элекке изге урында уйнаш иткәнлегеңде беләһеңме, кафыр? - Һорауына үҙе үк яуап бирҙе. - Белмәйһеңдер, белһәң был тиклем дә түбәнселеккә төшмәҫ инең. Шуны хәтереңә киртеп ҡуй, бер килеп һине Алла һуғыр, шуны онотма! Бар, дүрт яғың ҡибла! Әгәр ошо хәл тағы ла ҡабатланһа устарымдың һырты менән хуш итеп бәддоға уҡырмын! - Төҫһөҙ күҙҙәре сая янған, сәстәре ялбырап таралған, ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡарсыҡ был мәлдә албаҫтынан ғәйре мәскәй әбейҙәй ҡурҡыныс күренде, шуғалыр ҙа ҡурҡҡандай, һипһенгәндәй ҡыланып стена ҡырлатып сығыу яғына ҡарай атланы, артынан тағы тауыш ишетелһен генә, тәгәрәп китер хәлдә. Гөлйыһандың ҡарғышына тетрәнгәнгә тәнтерәкләп ҡайтырға йүнәлгәйне, теге ташҡа эләгеп йығылып китте. Нисәнсе тапҡыр! Был ни ғиллә, ошо тәңгәлдә абай-лап баҫҡандай ҙа һымаҡ, суйырҙы гелән ситләтеп үтергә лә тырыша - юҡ, арбаған-дай, күҙҙе бәйләгәндәй, зиһенде юйғандай үҙенә тартып, әмәлен табып эләктерә барыбер. Ҡәһәрле, үсле нәмә тере йәндәй үткән-һүткән һайын уға аяҡ сала баш-ланы.”Был тикмәгә түгел”, тип иңрәне шөбһәләнгән күңеле. Йығылған еренән то-роп ултырҙы ла урынһыҙ рәнйетелгән сабыйҙай һыҡтап илап ебәрҙе… Аҙна самаһы түҙеме етеп таныш тарафҡа ҡайырылманы. Һыу юлында, тыҡрыҡ тәңгәлендә Лира менән тап булыштылар. Һаулыҡ һорашып башын баҫып үтеп китмәксе ине лә, ғәйепләүгә тартым шелтәле өндәшеү туҡталырға мәжбүр итте: - Һауғынаһыңмы, һармыш?! - Һау булһам духтыр түгелһеңдер әле! – Түбәнселекле өндәшеүгә тиҫкәре яуап ҡайтарҙы. - Мине өйөр айғыры ише бысраттың да ҡойроғоңдо һыртҡа һалырғамы иҫәбең? - Һәр нимәнең дә башы, аҙағы була. - Аҡланғандай танауы аҫтынан мығырҙаны. - Шулай уҡмы, белмәгән инем!? Ә бына быға нимә тип яуап бирерһең, башҡалар алдында нисегерәк аҡланырһың икән? - Фуфайка аҫтынан ҡабара биреп күренгән ҡорһағын ҡармап ыуҙы. - Бел, был донъяла бер нимә лә эҙһеҙ үтмәй! - Ауырға ҡалыуыңды минән күрмәксеһеңме, Рәүеф тә ир бит әле. - Эйе, ир, тик уның биленән түбән яғының ҡыу ағастай ҡороғанлығын бөтәһе лә белә. Элегерәк маташыуы ла эҙһеҙ үтә килде, тоҡомдан ҡалған ул. - Э-э-э... - Ары нимә тип яуап ҡайтарырға белмәй аптыранып ҡалды. – Нимә эшләйбеҙ? - Нимә, нимә, – үсектергәндәй итеп ҡабатланы ҡатын, - әлегә бер ни ҙә. Ҡалғанын ваҡыт күрһәтер. - Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай, осо сыға ҡалһа бәлки икенсе берәүҙе һылтарһың, ә? - Әйткәнеңде ҡабатла әле?! - Ни тиһәң дә Рәүеф бит минең яҡын дуҫым, шуны ла иҫәпкә алайыҡ. - Итәғәтле, йыуаш дуҫ булып ҡыланма, йыуаштан йыуан сыға, һинән, тик һинән, башҡа бер кемдән дә түгел! Тотош ауыл буйҙаҡтарын эйәләтергә мине кү-пҡасар бейә тип белдеңме? - Эҫе мәлендә бәлки берәй сараһын күрерһең, бәлки, ә? Бикйәндә бер имсе әбейҙе беләм. Өйөн бушлай ремонтлау иҫәбенә килешергә мөмкин. - Мине ремонтлауың күрҙең бит, нимә менән барып бөттө. Ҡарап ҡарарбыҙ. Икенсе яҡтан уйлап ҡарағанда был минең беренсе бәпесем. Ауылдарға шаб-ашкаға сыҡҡанда әүәләгән балаларыңды иҫәпләмәгәндә һинең дә тәүгең. - Бығаса Рәүеф һиҙгәндер инде? - Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ. - Нимә ти? - Нимә тиһең, бына! - Һиҙелер-һиҙелмәҫ күгәреп күренгән сикәһен ыуҙы. - Сәсемдән эләктереп алып ятҡан еренән тондорҙо. - Д-ә-ә, эш тәрәнгә киткән бит! – Башҡа әйтер һүҙ тапмағас шулай тип һуҙҙы. - Әсәйем дә уны яҡлай. - Теге саҡ мәсеттә холҡон күрһәтте бит инде. - Уның урынында булһаң һин ни эшләр инең?! Ғүмере буйы ғәҙел йәшәргә тырышты, гел үҙ көсөнә генә таянды, эшсән дә ине, тура һүҙле булғаны өсөн дә, тегендә Атанғолда “Судья Гөлйыһан” тип йөрөттөлөр үҙен. Ҡулына алған һуңғы ҡабымын бүлеп ашатып, башҡалар алдында кәм-хур итмәй кейендереп, ҡарап, ҡәҙерләп үҫтерҙе, ә мин барыһына аламалыҡ һәм гөнаһ менән яуап ҡайтарҙым. Хәҙер телен йотҡандай һүҙһеҙ, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәһәк тә аралашмайбыҙ. Һөйләшеү өҙөлдө. Һүҙһеҙ торҙолар. Лира шуҡ янған күҙҙәрен ҡыҫа төшөп тирә-яҡты һөҙөп байҡаны: – Мир алдында һерәймәйек. Былай ҙа беҙҙең хаҡта өй беренсә ғәйбәт һөй-ләйҙәр. Әсәйем, минең менән аралашырға теләмәгәс һылтауын табып Атанғолда йәшәгән элекке әхирәтенә бер нисә көнгә ҡуна ҡалырға китте, аҙна-ун көн самаһы ҡайтмаҫ әле, Рәүеф аҙна самаһы инде көн яҡтыһын абайлар хәлдә түгел, лаяҡыл иҫерек, шешәләрҙе карауаты эргәһенә теҙеп ултыртып ҡуйып эсә. Гел клуб та клуб тигәнсе өйгә инеп күренгеләмәй генә эңер төшкәс кил, мунса яҡтым. - Ваҡытым юҡ! - Ваҡытым юҡ, тигән сәле?.. - Кәнкритне әйттем түгелме, әллә тағы ҡабатларғамы? - Ярай уныһын үҙең ҡара, әммә мунса яғылған, урын-еренә еткереп таҙартылған, томаланған булыр. Пока! Ҡараңғы төшөүгә ҡараҡтай алан-йолан ҡаранып кәртәләр артынан, баһыуҙар ҡырлатып үҫкән кесерткәндән сағыла-сағыла картуф баҡсаһы осондағы ҡара му-нсаға йүнәлде. Лира уны көтөп торған, электр уты үткәрелгән йылы соланға бә-ләкәй өҫтәлгә һыйын теҙгән, уртаға бер шешә көмөшкә ҡуйырға ла онотмаған. Бындай осраҡта ашау-эсеү, мунса ҡайғыһымы, шешәне муйынынан тотоп тон-соға-сәсәй яртылаш бушатты ла кейем-һалымын шытырҙата тартып сисенә баш-ланы. Сер яланғас сисенергә өлгөргән ҡатын уға булашып аҙапланды. Һуңлап ҡына ҡайтып инде лә бер ни булмағандай залдағы утты ҡабыҙҙы. Түр-баш яғынан ҡаршыһына сыҡҡан Гөлнәзирә йәшел күҙҙәрен нәфрәтле яндырып ҡаш аҫтынан тексәйҙе: – Еңел пар менән тиер инем, мунсала йүнләп йыуынмағанһың түгелме? - Ниндәй мунса?! - Ҡоромло, ҡара мунса! - Башты ҡатырып юҡ-бар лыбырҙама, йәме?! - Ҡайтып күренерҙән алда бит-йөҙөңдө тәртипкә килтерһәңсе, әйтәгүр! Ыстырам! Трюмоға күҙ ташланы ла көҙгөлә сағылған әҙәмде күреп шаҡ ҡатты ла ҡалды: һалпыш биттәр, яҫы маңлай эт алғыһыҙлыҡ булып ҡоромға буялғайны, ҡара йөҙ-ҙә кәкес танау торомбаш киҫәүеләй сысайған, ипкендә тиргә ҡатҡан сәстәр терпе энәләреләй тырпайғандар, ағы еңгән ташбыҡ күҙҙәр, йөҙөмдө ни хәлгә төшөрҙөң, хаин тигәндәй нәфрәтле аҡайып ҡарайҙар, маңлайҙа мөгөҙ генә етешмәй - тор-ғаны бер ибәтәйһеҙ һыу инәһе, шүрәле, итәғәтһеҙ һаҙ албаҫтыһы булыр ине, билләһи. Ҡойроғон бот араһына тартып мөйөшкә ҡыҫырыҡланған бурҙай хәлендә ҡал-һа ла үҙен ҡулға алып өлгөрҙө: - Һәр аҙымымды күҙәтергә һин пракарур штүли?! - Тамам күҙҙәрең тоноп, бәйелдән аҙҙың, мине эшкә һанамаһаң күрше-тирәнән оялыр инең! - Улар иң тәүлә үҙҙәрен һәрмәп ҡараһындар, арттары таҙамы икән?! - Көҙгөләге шыҡһыҙ бапаҡтан ҡарашын алғас тамам тынысланып тауышын көрәйтеп ебәрҙе. - Йәш-елкенсәктән, етеп килгән бала-сағанан тартын исмаһам, тотош ауыл һөйләй бит. - Ят көсөктәрҙән өркәһем юҡ, әйткәндәй, ҡайҙа беҙҙең бала? Юҡ, һәм бер ҡасан булмаясаҡ та, сөнки кәнкритне биҙәүһең! Һыуһыҙ ҡоҙоҡ икәнлегеңде белгә-ндә эргәңә яҡын юламаҫ инем. Кыстати, беренсе ҡушылыу төнөн хәтерлә әле, ҡыҙ-лыҡһыҙ ҡыҙ инең бит, хәҙер килеп мине оялтырға самалайһың! - Күпме битәрләргә иҫәбең? Бик беләһең килһә, бала саҡта велосипедтан йығылып сатыма резинаһыҙ педаль тимере инеп киткәйне, бар кәмселектәрем шунан килә. - Һе… - Ары ни әйтергә белмәгәнлектән бер аҙға тотлоғоп ҡалды. – Ышандырҙың ошо ерҙә! - Йыйынмайым да, алдап ғүмер кисергән әҙәм дөрөҫ хәбәргә ышанмай һис ҡасан! Бергә йәшәгең килмәһә айыр, хурлыҡлы тереклек итеүҙән ҡотолорм-он исмаһам!.. - Хурлыҡлы, тиһеңме? Ас-яланғас тилмергәнең бармы, быйыл көҙгөһөн башҡалар кеймәгән йылы күн итектәр әпирҙем, яңыраҡ импыртный пәлтә, шәш-ке бүрек. Теге аҙнала хәтәр сексүәлней бөсгәлтер, панталун… – Улайтып ыштан, түшелдерек иҫәпләп бисәкәйләнгәс алғандарыңды үҙең кей! - Ҡатыны шифоньерҙы шар асып ебәреп һаҡлап тотҡан кейем-һалымын иҙ-ән уртаһына быраҡтырҙы. Кәсекләшеү әргә, әр тауыш ҡуптарыуға ялғанғас сыҙаманы, ҡоромло йоҙроҡтар-ын төйнәп бисәһенә ташланды ла уны еңелсә, йомшаҡ ерҙәрен төйөп бәргесләп ташланы. Үҙенә лә эләкмәне түгел апаруҡ ҡына эләкте. Көрмәкләшкәндәрендә шифоньерға беркетелгән дәү көҙгөнөң бер яҡ сите йәнселде. Көҙгө сатнау бер ни ҙә түгел һымаҡ, әммә һынсыл кеше булараҡ шуны тойомланы – ошо мәлдә тор-моштары ыуалды уларҙың, йәшәүҙәренең ҡото, йәме китте, ҡабыр аштарының бә-рәкәте ҡасты. Өйләнгәндән алып тәүге тапҡыр икеһе ике түшәктә, ҡатыны түрҙәге диванда, ә ул ишек төбөндәге эскәмйәгә тартым киң һәндерәлә төн уҙғарҙылар. Иҫерек булһа ла йоҡо алманы, ҡулдарын баш аҫтына һалып түшәмгә оҙаҡ тек-әлеп бошаланып ятты. Күрмәһә, ишетмәһә лә һиҙә, төпкө яҡта Гөлнәзирәһе, теге ҡушылған саҡтағы һымаҡ тауышһыҙ ғына илай, тыштағы ыжғыр ел мөрйәне әсе һыҙғырта, өй ҡыйығын яман дыңғырҙатып ҡаҡҡылай. Артыҡлап беленмәһә лә ишектән һалҡын бәрә икән дә баһа, кешегә эшләйем, тип өй-тирәһенә ҡулы етм-әй шул, таң атыу менән ишек яңаҡтарын йышып, ел өрөрлөк ек ҡалдырмай йүн-әтеп ҡуйыр. Хәйер, нимәгә һәм кемгә кәрәк әле ул? Ишек ярығынан килгән һалҡ-ын нимә генә, тормоштарынан ғаилә йылылығы, эске нур ҡасты тамам, шуныһы өшәндерә. Тыштағы ыҙғырыҡ ҡасан да булһа, бер килеп үтер, өй эсендәге һауа то-рошоноң һәйбәт булыуы мөһим, ә тормоштарының һауа торошо баштан уҡ төм-һәреп, талашлы, болалы башланғайны, һаман дә үҙгәрешһеҙ дауам итә. Кем ғәйепле? Билдәле, ул, бары ул ғына, тик бик тырышһа, теләһә лә ҡыйғыр бөркөткә әүерелә алмай, уның яҙмышына ҡоҙғон булыу яҙған. Ҡалтыранып китте лә үрелеп ыҫ еҫе һеңергә өлгөргән тиретунын башынан аша бөркәнде. Һуңғы осорҙа ҡатынына ҡарата ҡаты ҡыланмай, ҡатырғанып өндәшмәй, ни тиһ-әң дә бата уҡытып алған хәләле бит, ә ауылда унан башҡа бер кеме юҡ. Яҡынына хыянат итергә ярамағанлыҡты ла белә. Ҡайһылай ғына итһен, ғәҙәт ҡалһа ла тоҡ-омдан күскән холоҡ ҡалмай икән, маңлайға яҙылғанды ус менән генә һыпырып ырғытырмын тимә. Атаһы ла йөрөмтәл, тотанаҡһыҙ елғыуар булды йәш сағында, әсәһен күпме ҡан илатты. Эсеп, ҡайҙалыр ҡунып һуң ғына ҡайтыр ине лә уларҙы урамға ҡыуып сығарыр ине, көн йылыла һарай башында, һалҡындарҙа мунсала йоҡлап йөрөнөләр. Ә Гөлнәзирәгә килгәндә уны айырыу ҡайҙа, унһыҙ ҡалайтыр, өйҙәре эсе ҡотһоҙланып бушап ҡалыр бит!? Әле боларғандарында ла тегеһе сығ-ып китәм, тип әйберҙәрен төйнәп алып ишеккә уҡталғайны, беләгенән эләктереп төп яҡҡа елтерәтте, ятһын шунда. Йылыла. Иртәгеһен Рәүеф дуҫы күршелә йәшәгән ир аша саҡырып сәләм ебәрҙе. Ябай саҡырыу түгеллеген белгәнгә ишетелгән хәбәрҙән йөрәге жыу итеп ҡалды. Күрше ир ҙә үсәгәндәй ҡыланып, һауалы ҡарап, мыҫҡыллағандай тексәйгән. Теге сығып киткәс тынысланырға теләп өй эсен үрле-ҡырлы кәлепләп йөрөп алды, өтәләнеп аҙбар яғына сығып әйләнде, ҡат-ҡат тәмәке тоҡандырҙы, мәгәр күңеле урынына ултырманы, киреһенсә төҫһөҙләнеп атҡан таңы тағы ла ҡараңғыланып киткәндәй итте. Ярай әле, әмәлгә баҡҡандай, Гөлнәзирәһе өйҙә юҡ, ҡайҙалыр сығып киткән, янында булған хәлдә, сүпкә сүмәлә өҫтәп берәй ағыулы иҫкәрмә сәпәр ине, моғайын. Аяҡтары тартмағанлыҡтан ҡурҡа-ҡурҡа ғына барҙы. Әҙәп йөҙөнән ишекте шаҡ-ыны, әммә эске яҡтан рөхсәт биреп өндәшеүсе ишетелмәне. Ҡыйыуһыҙ ҡымғырлап инде, сисенеп түргә уҙҙы, карауат янындағы ултырғысҡа ултырып бө-ршәйҙе. Тамағына ҡаты төйөр килеп тығылғанлыҡтан өнө быуылған, ғәйебен таныған йүгерек ҡарашын ҡайҙа туҡтатырға белмәй ыҙалана. Рәүефтең эскенән ныҡ таушалған йөҙө тағы ла һурыла төшкән, күҙ алмаларына һиҙелеп һары ҡунған, шулай булһа ла күрешеүе ҡаты, йығырға теләгәндәй ҡулын ынтылып тартып алып бер килке ебәрмәй тотто. - Йә, һаумы, Иштуған, гөнаһтан тыуған! - Һаумы, дуҫ? - Дуҫ, тигән сәле, йән дуҫ, тип өҫтәп ебәрһәң арыуыраҡ булыр ине. Рөхсәт бирмәһәм дә инергә иттеңме? - Һуң саҡырғанһың бит... - Үҙең килергә шөрләп йөрөгәсең, саҡырмай әмәлем юҡ, хәлдәрең нисек, Иштуған, гөнаһтан ғына түгел, уйнаштан тыуған? - Тишерҙәй итеп төбәлде. Ирешкә тартым өндәшеүҙе ишетмәмешкә һалышып һин дә мин яуапланы: - Әкренләп барғандай. - Әкренләһә лә бара бит әле. - Бөтәрләнеп бөткән түшәгенә ымланы. – Һәр хәлдә минең ише урыныңа ҡаҙаҡланмағанһың, тере килеш дүрт стена менән ҡамалмағанһың. – Нимә, дуҫ, байрам итеп ятышмы? – Эйе, миңә хәҙер көн дә байрам, көн дә туй. - Урыҫсалап ебәрҙе. - Лафа! – Уның йөҙөндәге үҙгәрешкә ымлап иҫкәрмә яһаны. – Сикәңде әйтәм, сапсылған тү-гелме? - Профилактик маҡсатта бисәнең туҙанын бер аҙ ҡаҡҡылап алғайным, көтмәгәндә сәүек эттәй өҫкә ырғыны ла ҡуйҙы бит, сәсенән эләктерәйем, тип ын-тылғайным ғына битте тырнап өлгөрҙө, свулыш. – Ҡатын-ҡыҙ юҡтан ғына тырнағын тырпайта һалып бармай, сәбәбе барҙыр? - Замана бисәләре сәбәпһеҙ ҙә өҫкә ырғырға әҙерҙәр. - Бына быныһын дөрөҫ әйттең, минең бисә лә һуңғы осорҙа сит ирҙәргә ырғып ҡуныуҙы ғәҙәт итеп алды, ят әтәстән даими тапалғанды күрше тауығы, ти-ҙәрме әле? - Улар барыһы ла бер ҡап та бер һап инде! - Яңылыштың ошо ерҙә, минең бисә, - һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте, - особая, неповторимая! - Ни тиһәң дә Лира әлегә һине ҡарай бит әле, бисәң яныңда булмаһа ни ҡылыр инең, теге оста йәшәгән әсәйең ҡалыр ине бит көнөң, ә уның, билдәле, үҙ хәле үҙенә саҡ, тигәндәй. - Яҡыныңа һүҙ тигеҙергә теләмәй яҡлашырға булып киттеңме?! Ҡарамағ-ан ҡайҙа, ҡарай, тик шуныһы - ситкә ҡарай! Элгәре, тупһабыҙға туҙан ҡундырмай инең, килеп йөрөүҙе оноттоң ошо арала. - Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәрме әле, ялланып ситтә бер аҙ эшләп ҡайттым, юғиһә һуңғы осорҙа ауыл тирәһендә йүнле эш тә ҡалмай бара, ә тамаҡ туйҙырырға кәрәк. - Күрәләтә алдашты. - Бисәне әйтәм, бәлки оҙағыраҡ тотҡарл-аныуымды хыянатҡа иҫәпләп шайтаны аҙғандыр, кем белә. - Ояттан яҙған уйнаштарҙы алыҫтан эҙләйһе түгел, ундайҙар беҙҙә лә етерлек. Кинәйәле әңгәмә өҙөлдө. Тынлыҡ, йәнде кимергән ауыр тынлыҡ урынлашты. Стеналағы сәғәттең һуғыуынан ҡолаҡ ярылары ярылыр төҫлө. Енәйәт өҫтөндә тотолған кешеләй башын баҫып ултырыуында булды, ауыр ҡарашы менән һөҙгән Рәүеф һынап ҡараны: – Тегендә, шабашкала, өй башын яптыңмы, әллә мунса ғына һалдыңмы? Беҙҙеке ише ҡара мунса? - Иҙән-түбә түшәнем, шунан ҡыйыҡ яптым. - Ҡыйыҡтың урынында булыуы мөһим, юғиһә күптәрҙең шул нимәһе ситкә шылыңҡырап китә йыш ҡына, урыҫтар әйтмешләй “крыша едет”. Мунса, тигәндәй миңә лә йыуынып алырға ине. - Алып барайым һуң. - Быныһы инде артыҡ, кәрәкмәҫ. Үҙегеҙ генә инеп йыуынығыҙ инде. Минһеҙ генә. Тик бер иҫкәрмә, таҙа итеп, ентекләп йыуынығыҙ, барлыҡ гөнаһтар-ығыҙҙы йыуып төшөрөгөҙ. Хәйер, һыу менән йыуып ҡына күңелдәге керҙән быср-аҡлыҡтан арынып буламы икән, ә, нисек уйлайһың иптәш, ауылдаш? – Үтәләй тишеп төбәлә, унан, йәшен уғылай яҡты сатҡынан ҡасып ҡотолоу йәшеренеү мө-мкин түгел. Зәһәр ҡарашты күтәрә алмағанға башын эйҙе. - Кәрт һуғабыҙмы? - Ваҡыт тар ине бит әле. - Минең дә үтә ҡабалан ергә бараһым бар! - ?!? - Ниңә яңы ҡапҡаға ҡарап һеңгәҙәгән бәрән ише таҫыраяһың? Аяҡһыҙ ҙа китеп була икән ҡайһы саҡ, теләгән яғыңа... - Бәлки ярҙам итермен, һин тигәндә мин... - Эйе ярҙам көт һинән, ярҙан этеүҙән арыға эшкинмәгән дуҫһың һин! – Әйтеп бөтөргә бирмәй уҫал бүлдерҙе. – Мине дүрәк итергәме теләгең, улайһа тарат, ҡарап ҡарарбыҙ. Ваҡыт тар, тиһеңме? Барыр ереңә барып өлгөрөрһөң. Ашыҡма. Әҙәм балаһы иртәме-һуңмы бөтәһе лә шунда юллана. Кемдер иртәгә үк, кемдер хаслыҡҡа, яманлыҡҡа батып, гөнаһын йөкләй алмай бер нисә йыл үт-кәс. Күңеле, йәне һуҡыр кеше түшәккә ятты ниһә зиһене яңырып, күңел күҙе ас-ылып күрәҙәсегә әүерелә икән, һуңғы сиктә, шуны белдем, төшөндөм әле. Фекере тарҡау булғанғамы отолдо кис буйы. Шунан шахматта ла еңелде. - Бөгөн һинең көн, Рәүеф, ҡотлайым. - Эйе. Минең көн. Шул мәлдә Лира килеп инде лә сырайын ҡараңғыландырып, ҡулдарын ҡаушырып ситкәрәк баҫты. Рәүеф әсенеүле йылмайып уға мөрәжәғәт итте: – Бына минең һөйөклө ҡатыным да ҡайтып инде! Һаумы, берҙән-берем, хәлдәрең нисек?! Бөгөн кис клубты йылытып әҙерләйһеңме, әллә мунса ғына яғаһыңмы? – Кис буйы бергә булырбыҙ, яратҡан ашыңды яраштырырмын, юғиһә эш тә эш, һин дә ҡарауһыҙға ҡалып мөҙөрөп киттең ошо арала. Рәүеф асырғаныулы ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Үҙе көлдө, күҙҙәре көлмәне, ас-ыҡ ауыҙҙа ыржайған тештәр ҙә һөжүмгә ырғырға йыйынған йыртҡыстыҡына та- ртым. - Иҫ китмәле, тәүфиҡле бисәм мине нисегерәк ҡайғырта, ә, иҫең китмәле! Ундай хәстәрлекле фәрештәне көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә! Яуаплы эше лә үтә ауыр һәм мәшәҡәтле бигерәк. Айлыҡ, квартальный отчеттарҙы кис һайын клубҡа барып аулаҡта ғына яҙа, аулаҡта микән, уныһы ла ышандырып етмәй. Хәҙер бер урында ҡыҙыҡ булмай башлағас ҡара мунсаның соланына күсте. Әл дә хәстәрлекле ҡәйнәм эргәлә, юғиһә яңғыҙлыҡтан хет бүре булып оло. - Уға нәфрәт менән ҡараны ла һуҡ бармағы менән ишек яғына төрттө. - Ә һин, Иштуған Ишмөхәмәтович, ҡайт. Короче говоря, пошел вон, подонок! Ҡабаттан беҙгә килеп йөрөмә. Кәртә артынан да, ишектән дә. Әгәр тағы ла беҙҙә күренә ҡалһаң, - аҫтына ҡара кер йыйған оҙон тырнаҡлы ҡулдарын алға һоноп тырпайтты, - ошо ҡулдар-ым менән быуып үлтерәм! Сығырға йыйынғайны, хөкөм сығарғандағылай ҡырҡыу яңғыраған тауыш ҡа-йырылырға мәжбүр итте: - Хәтереңә һеңдереп ҡуй, подлец, мин бер ҡасан да дурак булманым, булмаясаҡмын да, һәм еңелеп, бахыр хәлендә ҡалып та өйрәнмәгәнмен! – Лираға нә-фрәт менән ҡараны. – Һин дә бар, сығып кит янымдан, күҙемә күренеп йөрөйһө булма! Эргәмдән хәҙер үк ҡаты әйберҙәрҙе алып ҡуй, юғиһә башыңды сәсрәтә һу-ғыуым бар! Иртәгеһен таң менән ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә ҡурҡыныс хәбәр таралды: ”Рәүеф түшәгендә ятҡан килеш аҫылынып үлгән!” “Кеше көнлө булғыһы килмә-гәндер, ғорур ине бит!” тиеште, ҡотолғоһоҙ тейешлекте ҡабул ҡылған ауыл ха-лҡы. Имәнлекүлдә зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға тотош ауыл ирҙәре сыға. Шулай тей-еш, яҙылмаған ҡанунға ярашлы шулай ҡабул ителгән. Ә ул һылтауын табып, йом-ошо булмаһа ла ҡара таң менән йәйәүләп күрше ауыл яғына ҡарай йүнәлде. Оло юлдан йүнәлде лә зыяраттан алыҫ булмаған сауҡалыҡҡа ҡайырылып боҫто. Был ерҙән зыяратта ни ҡылғандары бермә-бер асыҡ күренә. Әгәр башҡаларға эйәреп ҡәбер ҡаҙырға сыҡһа тиҫтәләгән ҡараш уға ғәйепләп төбәлер төҫлө тойолдо. Шулай ҙа дуҫы алдындағы бурысты үтәргә ҡарар итте. Рәүеф ҡазаланғас уҡ мал-тыуарын һатып бөтөргән Лираның ҡулынан килмәҫен белгәнгә һарайындағы һи-меҙ бәрәнде һайлап алып уны фидиә итеп боронғо йолаларҙы, Көрьән талаптар-рын яҡынсалатып булһа ла белеп, ауылда имам-хатиб вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарған Хәмзәгә илтте. Дауамы бар.

МӘСЕТ (повесть. 2-се өлөш)
МӘСЕТ (повесть. 2-се өлөш)
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: