Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
25 Июль , 16:16

Ил йөрәге менән минең йөрәк ҡушылып үҫкән кеүек тойола...

Хәниф КӘРИМ 

КӨҘ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ

Алтын урман...

һиңә ҡарау менән,

Көҙ етә, тип кемдәр бойоға?

Бойоҡһондар! Барыбер беҙҙең тоҡом

Йырлап килә еңеү туйына.

 

Беҙҙең шатлыҡ, беҙҙең йылмайыу

Данлы йылдар менән нәҫелдәш.

Беҙҙең еңеүҙәрҙең орлоғо

Ер өҫтөнә ҡуйы сәселгән...

 

Япраҡ ҡойола, көҙ етә, тип инде

Ҡай берәүҙәр юҡҡа бойоға.

Бойоҡмағыҙ! Барыбер беҙҙең тоҡом

Йырлап килә еңеү туйына...

 

МӘЖИТ ҒАФУРИ ҮЛЕМЕНӘ

Колонналар килә һуңғы юлға

Оҙатырға яҡын дуҫтарын,

Ә оркестр ҡайғы маршын уйнай,

Йөрәктәрҙә дауыл ҡуптарып:

«... Һин сыҡтың тормоштоң

Төбөнән ҡалҡынып,

Ҡара төн эсендә

Йондоҙҙай балҡының...

Иҫкегә ҡаршы һин

Юнәлтеп яҡтылыҡ,

Йыр аша һиптең һин

Йөрәгең ялҡынын...»

Бара инек тулы сафтар менән,

Ҡапыл баштар түбән һығылды.

Сөнки бөгөн арабыҙҙан

Бер көрәшсе ҡалды йығылып.

Ә ул һалдат ауыр көрәштәрҙә

һаман еңеүҙәргә саҡырҙы,

Ул һәр яуҙа дошман алҡымына

Шиғри һөңгөләрен батырҙы.

Ул йырҙарын, уттай балҡытып,

Байраҡ итеп тотто юғары.

Юҡ, ул йырҙар ҡалмаҫ онотолоп,

Юҡ, ул исем ҡалмаҫ юғалып.

Ҙур шағирҙең әйтер уйҙарын

Баҫҡан булһа үлем төтөнө,

Яҙып бөтмәй ҡалған йырҙарын

Беҙҙең тоҡом яҙып бөтөрөр.

 

БЕР ЙӨРӘК

Диңгеҙ төптәреңә батып ҡалған

Пароходты эҙләп тапҡанда,

Эпронсылар киң донъяға сығып,

Ер яңғыратып көлһә, шатланһа,

 

Мин дә, ҡушылып улар тауышына,

Шул хистәргә күмелеп шатланам,

һөйгән илем!

Мин һис үгәй түгел,—

Көрәштәрҙә үҫкән шат балаң.

 

Илгә ҡайғы килһә, өҙөлөп-өҙөлөп,

Мин дә бергә ҡушылып көйөнәм,

Йөрәгемдең нескә ҡылдарынан

Йыр һуҙыла ҡайғы көйөнә...

 

Ил шатланһа, мин дә шатланам,

Ил бойоҡһа, мин дә бойоғам,

Ил йөрәге менән минең йөрәк

Ҡушылып үҫкән кеүек тойола...

 

ДИҢГЕҘ ЯРЫНДА

Диңгеҙ мәңге шаулап торған ерҙә,

Виноградтар бешкән урында

Ҡырым йәшәй.

Йырым башлана

Уның матурлығы турында.

 

Унда тауҙар, томан бөркәнеп,

һуҙылалар диңгеҙ буйынан,

Үткер ҡая, бейек, текә ярҙар

Көмөш тамсыларҙа ҡойона.

 

Унда дауыл ҡуба... ә тулҡындар

Тау емергес ҡаты көс менән,

Йыртҡыс кеүек үкереп, ухылдап,

Ташланалар таштар өҫтөнә...

 

Был ерҙәрҙә кипаристар үҫә

Сибәр ҡыҙы булып көньяҡтың;

Ҡояш бата... Диңгеҙ артынан

Ай күренә, тағы төн балҡый...

 

һыу өҫтәрен биҙәп, алтынлатып,

Тулҡындарҙа нурын уйнатып,

Ул ынтыла үргә, юғарыға

һәм юл ала диңгеҙ буйлатып.

 

Ә көндөҙөн: диңгеҙ өҫтө,

Штормдан һуңғы тулҡындар;

Балыҡсылар, елкән, кәмәләре,

Көтөү-көтөү йөҙгән дельфиндәр...

 

Унда ҡояш төшлөк ҡыҙыулығын —

Эҫе нурын һибеп бешерә,

Шат хеҙмәттең рәхәтлеген татып,

Баҡсаларҙа эшләй кешеләр...

 

Бөтә ерҙә күрәм гүзәл йәшәү,

Ҡырым, һинең бөтмәҫ байлығың:

Тау итәктәрендә йөҙөм бешә,

Диңгеҙ тулы тәмле балығың...

 

Ҡайһы яҡҡа күҙем ташлаһам да,

Күрәм тормошомдоң муллығын,

һәр аҙымда һиҙәм Ватанымдың

Бөйөклөгөн, көсөн, ҙурлығын.

 

Сикһеҙ булып диңгеҙ йәйелеп ята,

Офоҡтарға барып тоташа,

Йә яй ғына тулҡындарын ҡаға,

Йә дауылды һиҙеп ул шаша...

 

Был урында батыр илемдең

Йәйрәп ятҡан сиге башлана.

Был урында

Уяу поста тора

Ҡыҙыл флот, ауыл, таш ҡала...

 

Диңгеҙ ярып бында шаулап үтә

Көслө пароходтар тиккәме?

Көнө-төнө улар һаҡлап йөрөй

Еңелмәҫлек илем сиктәрен.

 

ҠЫШҠЫ ҺЫУЫҠ ТӨНДӘ

Ҡышҡы һыуыҡ тәндә сират көтә

Ҡарт извозчик урам сатында.

Яҡты нурға биҙәп тирә-яҡты,

Автобустар үтә яҡындан.

 

Трубка тарта бабай.

Туңып ҡатҡан

Сыбыртҡыһын биленә ҡыҫтырған,

һәр үтеүсе кешегә:

— Әйҙә, киттек,

Ҡиммәт түгел...— тип ул ҡысҡыра.

 

Урам саты. Яҡты лампа яна.

Тап ҡаршыла байраҡ елберҙәй.

Автобустар үтә. Трамвай үтә.

Извозчик ҡарт һаман бер ерҙә....

 

МӨХӘББӘТ ҺӘМ НӘФРӘТ

Мин бик йыраҡта шул, иркәм,

Шуға һуңлай хаттарым.

Уның һайын һәр һүҙемде

Уҡыйһыңдыр шатланып.

 

Йыраҡтағы ҡояш — йылы,

Һирәк ҡунаҡ ҡәҙерле...

Һирәк ҡунаҡ булып та

Йәшәргә мин әҙермен.

 

Дошманға үлем илтеүсе

Ҡоралды тотҡан ҡулым.

Мөхәббәт һәм нәфрәт тигән:

Хис менән күңелем тулы.

 

Ергә ауған сағымда ла,

Нәфрәт ташламаҫ мине,

Һуңғы ҡат күҙ йомғанда ла,

Исемең ятланыр һинең...

 

Ҡояш яҡтыһы һүнһә лә,

Мөхәббәт һүнмәҫ, иркәм,

Ҡан менән йыуған еремде

Дошманға бирмәм, бирмәм!

 

МИН ТОРМОШТО ҺӨЙӘМ

Мин тормошто һөйәм, яңғыҙ бала

һҺөйгән кеүек туған әсәһен.

Беләм:

Йөрәгемдең талмаҫлығын,

Бер үк уттар менән янаһын...

 

Мин тормошто һөйәм.

Аяҡ баҫҡан

Ерҙе, төпһөҙ тәрән күгемде,

Илемдәге һәр бер ҡыуаҡ, ташты...

Айыра алмайынса күҙемде,

 

Ҡарайым мин тирә-яғымдағы

Нур уйнауға. Шашып уйлайым:

Кислородһыҙ йәшәп булмағандай,

Мин был илһеҙ йәшәй алмайым!

 

Һөйәм: баҫыуҙағы йәшел тулҡын,

Диңгеҙ ярындағы ҡаяны,

һәм тайганың ҡырағай мөйөшөн дә,

Ҡайҙа әле кеше аяғы,

 

Бәлки, баҫмағандыр.

Тик йәнлектәр

Йылы өңдә бала үҫтереп,

Йәшәй булыр.

Урман батшаһындай,

һоро айыу ғына үкереп,

 

Солоҡ умартанан бал урлап һәм

Ҡырмыҫҡа ояһын туҙҙырып,

Көн иткән ерҙе лә...

Беләм, бында

Халҡым бер саҡ ҡала тыуҙырыр!

 

Һөйәм: далаларҙың күҙ етмәҫен,

Тауҙың болоттарҙы тишкәнен,

Түбәһенә күҙем ташлағанда,

Башта бүрек тормай төшкәнен!

 

Ҡайнарлығын ҡояш нурҙарының,

Яҡтылығын тыуыр көндәрҙең,

Ҡуйылығын яҙғы томандарҙың,

Зәңгәрлеген уйсан күлдәрҙең...

 

Мин бит хаҡлы: һөйәм уяныуын

Тәбиғәттең, кеше уйының.

Ижадсының төҙөгән һәйкәлдәрен,

Домнасының ҡойған суйынын;

 

Эшсән ҡулдар һалған һәр кирбесте,

Көҙгөләнгән нефть күлдәрен,

Чайковский яҙған һәр нотаны,

Көңрәп сыҡҡан ҡурай көйҙәрен,

 

Күҙ ҡараштың асыҡ, тәрәнлеген,

Дуҫлыҡ һәм һөйөүҙең ныҡлығын,

Кеше йөрәгенең керһеҙлеген,

Тау шишмәһе кеүек сафлығын;

 

Халыҡтарҙың үлмәҫ туғанлығын —

Йылдар шиңдерә алмаҫ емешен,

Дошманыңды көйрәтерлек асыу...

һөйәм кешелеген кешенең!

 

Мин тормошто, Ватанымды һөйәм.

Эске ярһыу менән уйлайым:

Кислородһыҙ йәшәп булмағандай,

Мин был илһеҙ йәшәй алмайым!

Ил йөрәге менән минең йөрәк ҡушылып үҫкән кеүек тойола...
Ил йөрәге менән минең йөрәк ҡушылып үҫкән кеүек тойола...
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: