Ул минең әсәйемдең ике туған һеңлеһе. Ул һәр саҡ ҡысҡырып һөйләшә торғайны.Әгәр ҙә уға ниҙер оҡшамаһа, ул турала әйтмәй ҡалманы.Апай беҙгә килһә, беҙгә, үҫмер ҡыҙҙарға үҙенең кәңәштәрен бирергә яратты.Һеҙ, бына бигерәк йыуашһығыҙ, был уҫал тормошта, ундай холоҡ менән, йәшәп буламы ни ул, күҙегеҙҙе соҡоп, алып китерҙәр бит тип, теҙеп алып китә. Бына мин бер ҡасан да йыуаш булманым. Ҡысҡырһалар мин дә ҡысҡырҙым, миңә һуҡһалар, мин дә һуҡтым. Бер кемгә лә бирешеп торманым тип, башын ғорур күтәреп ебәрә. Бына һуғыштан һуң, карточкаларға ризыҡ алырға тип, әсәйем гелән мине ҡалаға ебәрер ине. Сират һәр саҡ шулай оҙон булды.Мине бала саға тип, уҫал ҡала ҡатындары, сиратымдан төртөп тә сығаралар ине ҡайсаҡта. Уларға ла бер ҡасанда бирешеп торманым, артын семетә торғайным, ул ғына ла ярҙам итмәһә, ер ярып ҡысҡыра инем, меня обижают тип. Барыбер үҙемдең сиратыма Кире керә инем, бер ҡасан да карточкамды отоваривать итмәйенсә өйгә ҡайтманым. Мине бит өйҙә әсәйем һәм туғандарым көтә, ә мин иң оло ҡыҙ,12-13 йәш кенә булһа ла уларға ярҙамсы ла, яҡлаусы ла. Атайыбыҙ һуғыштан ҡайтманы, шуға күрә беҙгә үткер булырға тура килде.
Апай үҙе артык үткер булһа ла, еҙнә бик йыуаш кеше булды. Дүрт бала ҡарап үҫтерҙеләр үҙҙәре.
Еҙнәгеҙ мине саҡ ятҡа бирмәне бит ул йәш саҡта тип, йәш сағын иҫкә алып һөйләгәнен хәтерләйем.
Нисек, нисек тип, беҙ ҡыҙыҡһынғас, ул шул турала бер мәҙәк һымаҡ һөйләп бирҙе.
Йәш саҡта беҙ уның менән, бер беребеҙҙе ярата инек тип, һүҙен башланы апай. Уның да атаһы һуғышта үлгән, әсәһе 3 баланы бер үҙе ҡарап үҫтергән. Өйҙәре лә иҫке генә, тәпәш кенә ине.
Ике йыл инде осрашабыҙ, ә миңә кейәүгә сыҡ тип, әйтмәй бит был, ә үҙе яратам тигән була. Шул сәбәптән, уға үсегеп, бер көн свиданияға сыҡманым, икенсе, өсөнсө көндә лә сыҡманым. Ул саҡта ҡалала стройкала эшләп йөрөйөм, өҫ башым да етеш, бирнәләрем дә әҙер йәшем егерменән уҙып бара. Мин свиданияға сыҡмағас, ул да, башҡа беҙҙең өй янына килеп һыҙғырыуын туҡтатты.
Беҙҙең менән эшләгән, бер ерән сәсле, йәшел күҙле, өфө аръяғынан килгән бер егет миңә күҙе төшөп йөрөй ине. Минең егетем менән ташлашҡанды ишетеп ҡалған бит бер саҡ теге егет. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары һөйләп тә өлгөргәндәр тегеңә. Әйҙә сыҡ миңә кейәүгә тип, майҙама тейә башламаһынмы был. Янымдан да китмәй бит был обед ваҡытында.
Беҙҙең менән бергә эшләгән бер оло ғына апай миңә:
- Саҡырған саҡта барыр кәрәк , егет эсмәй тартмай, аҡса тота белә, үҙенең ҡулы алтын, ни тотһа барыһы ла ҡулынан килә- ти.
Үҙемдең уйымда гел Идрис (исеме үҙгәртелде) ҡына, уны уйламаған бер генә лә минут юҡтыр. Әгәр ҙә мәгәр ул,ошо 3 көн эсендә свиданияға килмәһә, уға үс итеп бергә эшләгән егеткә сығайым да ҡуяйым тип уйлайым үҙем. 3 көн көттөм, был килмәй бит әй, ныҡ үпкәләткәнмендер ахыры. Теге ерән сәсле егет, артымдан ҡалмай, сыҡ та, сыҡ минә тип йөрөй.
-Риза- тип әйтеп ташланым бер саҡ. Шулай итеп уның туғандары беҙгә танышырға килергә булдылар. Уның өйләнгән бер туған ике абызыһы Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр ине.
Бер ял көнө күстәнәстәр тотоп, гармун тотоп, килеп төштөләр ҡунаҡтар. Әсәйем менән матур итеп табын әҙерләнек. Егет менән мине ҡапма-ҡаршы ултыртып ҡуйҙылар. Ошо кешегә байраммы ни хәҙер, нәҫел аҙҙырып тип уйлайым үҙем. Шул ваҡыт, берәү һыҙғыра башланы өй янында.
Әсәйем аптырап миңә ҡапыл ҡарап ҡуйҙы. Ә мин уның һыҙғырғанын шунда уҡ аңланым. Йөрәгем туп-туп тибә, ни эшләргә лә белмәйем. Һыҙғыра ла, һыҙғыра бит был. Көҙ урталары булыуға ҡарамаҫтан, ҡапыл ғына еңелсә генә шәл ябынып, хәҙер керәм тип, тышҡа сыҡтым да киттем. Минең сығыуым булды:
- әйҙә мин һине урлайым- ти.
-Урлаһаң, урла әйҙә, - тием тегеңә. Шулай итеп Идрис мине урлап алып ҡайтып китте, тип һүҙен тамамланы апай.
Әсәйем тыңлап ултырҙы ла:
-Эйе беҙ ҙә шул ҡунаҡта булғайныҡ бит, шунда барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырҙың- ти быға.
Теге ерән сәсле егет, ни эшләргә лә белмәй , саҡ иламай инде. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһын да үҙебеҙгә алып ҡайтып киттек. Теге егет:
- әйҙә мине алып барығыҙ, тегеләрҙең өйө янына, уларҙың өйө янында гармун уйнағым килә,-ти. Тәүҙә, юҡ кәрәкмәй унда барып йөрөргә тип әйтеп ҡарайбыҙ тегеңә, юҡ бик ярһыған, тынысландырып булмай егетте.
Шунан атайығыҙ:
-әйҙә киттек- тип, алып сығып китте тегене. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡайтып керҙеләр былар. Егет бер аҙ тынысланған һымаҡ күренә. Шулай итеп, беҙҙә ҡунып, иртән сәй эсеп, ҡайтып киттеләр ҡунаҡтар. Беҙ атайығыҙ менән икәүләп тегеләрҙән, ҡат-ҡат ғәфү һорап, оҙатып ҡалдыҡ. Ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, атайығыҙҙан һорайым:
-Гармун уйнанымы, тегеләрҙең өйө янында-тип.
- Юҡ, мин уны ауылдың иң яңы, иң ҙур өйө янына алып барҙым, шул өй янында, скәмиягә ултырып, өҙҙөрөп, өҙҙөрөп гармун уйнаны, балдыҙҙы подводить итергә ярамай бит,- тине атайығыҙ.