Донъябыҙҙан ни ҡала?
Төйәгемә күҙ ташлаһам,
Хәсрәттәрем ҡуҙғала,
Зифа ҡамышын һарғайтып,
Һыуҙар ҡорой йылғала,
Эсер һыуҙар ҡороһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Урал күкрәген ағыулап,
Әсе төтөн айҡала,
Завод һөрөмдәрен йотоп,
Ҡан төкөрә аҡ ҡала,
Һулар һауа ла булмаһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Ҡара дауылдар тулатып,
Һай, замандар бутала,
Сал урмандың баш осонда
Айбалталар уҡтала,
Урмандарыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Таш-ҡаялар аҡтарыла,
Тауҙар ауыр тын ала,
Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар
Күҙ алдында юғала,
Атайсалды ла юғалтһаҡ,
Моңобоҙҙо ла юғалтһаҡ,
Телебеҙҙе лә юғалтһаҡ,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй, аҡһаҡал, сал тарихтың
Йомғаҡтарын һүт әле,
Ирәндеккә - Йәнтөйәккә
Ҡарағастай тамыр йәйгән
Иң аҫаба, йор башҡорттар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй, ҡорҙашым, хаҡ һүҙемде
Ҡолағыңа кирт әле,
Быуын-быуын булып үрсеп,
Милләтебеҙҙе ҡотайтҡан
Сая рухлы ырыуҙаштар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй, яҡташым, әҫәрләнеп,
Моң-сазыңды сирт әле,
Урал ҡурайҙарын уйнап,
Бар ҡитғаның таң ҡалдырған
Йырға- моңға маһир заттар
- Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй һыбайлы, Һаҡмар буйлап
Бер елдереп үт әле,
Ат атланып, яуға сабып,
Ил дошманын еңеп ҡайтҡан
Ҡурҡыу белмәҫ азаматтар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй һылыуҡай, йәшен – ҡартын
Бейеп хайран ит әле,
Иң-иң сағыу йондоҙҙарҙы
Сәхнә күгендә балҡытҡан
Сәнғәткә ғашиҡ таланттар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй тыуған яҡ сәхрәләре,
Матур шул иҫ китмәле,
Шундай гүзәл илкәйемдең
Һәр бер тын алышын тойған
Хәстәрлекле бауырҙаштар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Башҡортостан - илгенәм!
Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгенәм.
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бергенәм.
Башҡортостан – илгенәм,
Илгенәм, илгенәм,
Гөлдәр менән тиңгенәм.
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Гөлгенәм, гөлгенәм,
Башҡортостан – илгенәм.
Һулар һауам, йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көнгенәм.
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм.
Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм.
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ергенәм!
Ҡурайым
Ерҙең йөрәк тамырынан
Яралғанһың, ҡурайым,
Шуға ла һин, ер әсәмдәй,
Моңлоһоңдор, моғайын.
Нисә быуаттар буйына
Һайрайһың, һин, ҡурайым,
Моңдарыңды хайран ҡалып,
Тыңлағандыр Арҡайым.
Халҡымдың Моң шишмәһе һин,
Йор тауышлы ҡурайым,
Тауышҡайыңды ишетһәм
Яҡтыралыр сырайым.
Һин һыҙҙырып уйнағанда
Мин ҡушылып йырлайым.
Милли моңға йән өрөүсе
Әл дә һин бар, ҡурайым.
Әкиәт батыры һымаҡ
Әйтерһең, мин әкиәт донъяһының
Ҡаһарманы булып тыуғанмын.
Әйтерһең, мин сая күкрәгемә
Бар ҡитғаның көсөн йыйғанмын!
Йондоҙҙарҙы мин ҡабыҙам төҫлө,
Мин балҡытам төҫлө таңдарҙы,
Ғаләм буйлап мин еләмен кеүек,
Ҡанатыма алып тауҙарҙы!
Гүйә, юлсы аҙашмаһын өсөн,
Аҡ маяҡтар теҙеп ҡуямын.
Гүйә, яу яраһын уңалтып, мин
Илдең ҡайғыларын юямын!
Ҡөҙрәт-даръям урғып алҡынғанға,
Аптырамағыҙсы, дуҫтарым!
Әкиәт батыры һымаҡ ғәйрәтле мин
Оло һөйөү итеп йөрөткәнгә
Йөрәгемдә бөтә Ер шарын!
ҠАЙТЫП ТӨШҺӘҢ ИНЕ...
Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичҡа
Һай, арҙаҡлы шағир Шәйехзада,
Ҡыңғырауҙар тағып пар атҡа,
Юл буйында көмөш моң сыңлатып,
Бер елдереп ҡайтып төшһәң ине
Беҙҙең яҡҡа, күркәм Баймаҡҡа!
Күңелкәйең һулҡып һағынғандар
Ҡоштар йырын, Саҡ, Суҡ тауышын,
Был төйәктә тыуып үҫмәһәң дә,
Ошо ергә, ошо сал тупраҡҡа
Ереккәндер һинең яҙмышың.
Мосафирҙай аҙмы ҡыҙырҙың һин
Талашты һәм Шырҙы* буйҙарын,
Йөрәккәйең янған минуттарҙа
Устарыңа алып уртлап эстең
Темәс шишмәһенең һыуҙарын.
Бәғзе ваҡыт Рапат тигән тауҙың
Ҡыраз ташҡайына ултырып,
Йөрәкһенеп шиғри мәрйен теҙҙең
Табаҡ та ғына табаҡ аҡ ҡағыҙҙың
Ап-аҡ биткәйҙәрен тултырып.
Көмөш кенә башлы, алтын ҡашлы,
Аҫыл мандолина ҡылдарын
Сиртә башланыңмы, барса кеше
Һинең сихри моңдо тыңлар ине
Алмайынса хатта тындарын.
Яғалсаның* һомғол сауҡалары,
Һонолошоп үҫкән артыштар,
Алҡынып та аҡҡан Һаҡмарымдың
Ебәк тулҡындарын серҙәш иткән
Зифа буйлы һылыу ҡамыштар;
Һәр береһе, гүйә, өнһөҙ генә
Йәдкәр һөйләй һинең турала,
Мин белмәгән бик күп хәтирәләр,
Әйтерһең дә, серле йомғаҡ булып,
Күңелемә килеп урала.
Һин айҡаған биләндәргә сыҡһам,
Мәтрүшкәләр, төрлө сәскәләр.
Гүйә, зауыҡланып илһамланып,
Ҡасандыр бер һинән отоп алған
Таҡмаҡтарҙы ҡат-ҡат әйтәләр.
Һине юҡһыныуҙан сағылдарҙа
Һыҡтап иңрәй кеүек йор ҡурай,
Күк Ирәндек ҡаяһына баҫып,
Әле булһа һине көтә төҫлө
Моңдарыңа ғашиҡ ҡоралай.
Аһ... йөрәкте бик йыш тетрәндерә
Фажиғәһе һинең ғүмерҙең,
Ләкин, Бабич, һин бит ҡыҫҡа ғына,
Фәҡәт ике мөсәл ғүмереңдә лә,
Фанилығын тойоп был ерҙең,
Гүзәл мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ
Бөйөк эштәр эшләп өлгөрҙөң.
Ажар бөркөт һымаҡ ғорур булдың,
О, юҡ, йөрөмәнең моңайып,
Урттарыңа ҡандар төйөлһә лә,
Хәсрәтеңде йөрәгеңә йотоп,
Йәш аралаш көлдөң йылмайып.
Ҡомһорап та сапҡан арыҫландай,
Көрәш майҙанына атлыҡтың...
Йылдар уҙған һайын, уфтандырып,
Йәнен ҡырҡҡа телгән ҡайғыһы ла,
Ғорурлығы ла һин башҡорттоң!..
Нисә тапҡыр һине үлтерҙеләр,
Күпме яуызлыҡтар ҡылдылар,
Хатта исемеңде, бөтөнләйгә
Халыҡ хәтеренән юйып ташлап,
Мәңге юҡ итмәксе булдылар!
Уҫал хөкөмдарҙар һәм ҡатилдар
Борондан уҡ шулай шашҡандар,
Илдең ут йөрәкле батырҙарын,
Сәсән телле мәшһүр шағирҙарын
Атҡандар, йә тотоп аҫҡандар!
Шундай аяуһыҙлыҡ һәм яуызлыҡ
Ҡабатланмаҫ тимә бөгөн дә,
Зәһәр ағыуҙарын сәсмәк булып,
Аждаһалар тулап ятмаймы ни
Яһилдарҙың йөрәк төбөндә!
Йыр быуыла һаман, сәсәй заман,
Арта бара дошман хәйләһе...
Ә ҡайҙалыр ярһып-ужарланып,
Тағы ҡандар көҫәп йөрөй кеүек
Һине сапҡан ҡылыс шәүләһе!
Әй, самими тәбиғәтле Бабич,
Һине кем һуң, кем һуң онотор?
Әгәр онота икән, ул әҙәмдәр
Зиһен сәхрәләрен сафландырған
Рухи инештәрен ҡоротор!
Ғүмер баҡый атайсал тип яндың,
Ҡолаҡ һалдың заман ғәменә,
Ил-йортоңдоң, ете ырыуыңдың,
Армыт-армыт мәғрүр Уралыңдың
Моң-зарҙары һеңде йәнеңә.
Шәйехзада, һинең шикелле лә
Мөхәббәтле шағир ҡайҙа бар?
Күңелеңдең аяҙ көмбәҙендә
Етемдәрҙең йәнен йылытырлыҡ
Ҡайнар ҡояш та бар, Ай ҙа бар!
Шәйехзада, һинең шикелле лә
Кешелекле шәхес ҡайҙа бар?
Саф көмөштәй матур йырҙарыңда
Ғашиҡтарҙың дәртен дөрләтерлек
Ихлас һөйөү ҙә бар, наҙ ҙа бар!
Мөхәмәтзакир улы Шәйехзада,
Шиғриәттең йәүһәр тажы һин,
Мәңге баш эймәгән милләтемдең
Быуындарҙан быуындарға күскән
Милли моңо, милли сазы һин!
Аһ... йөрәкте бик йыш тетрәндерә
Фажиғәһе һинең ғүмерҙең,
Ләкин, шағир, һин бит ҡыҫҡа ғына,
Фәҡәт ике мөсәл ғүмереңдә лә,
Фанилығын тойоп был ерҙең,
Гүзәл мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ
Бөйөк эштәр эшләп өлгөрҙөң!
Йөҙәр йылға тик бер тыуа тиҙәр
Таң ҡалырлыҡ йыр-моң маһиры,
Һинең маһирлыҡтың, оҫталыҡтың
Урал илкәйендә тамыры...
Ана шуға, Бабич, һин үлемһеҙ,
Халҡымдың һин даһи шағиры!
_______ Талашты һәм Шырҙы — Темәс ауылындағы йылға исемдәре. Яғалса — тау исеме.
****
Ҡыш түшәне тауҙарыма
Йомшаҡ мамыҡ юрғанын .
Мин таң ҡалып ҡыҙырып барам
Күк Ирәндек урманын.
Үҙем өҙәм баландарҙың
Ҡуҙҙай янып торғанын.
Миләштәр миңә үрелеп
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙа.
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар ҙа
Ниндәйҙер көй йырлайҙар .
Улар көйөнә ҡушыла
Урманда бар турғайҙар.
Эй, тәбиғәт, бер ҡараһаң,
Тылсымлы һинең эшең,
Ҡыш та ҡоштар һайратаһың,
Балҡытаһың емешең.
Мәңге дәртле, мәңге йәш бит
Һинең йөрәк тибешең.
Таң атҡанда
Һыҙылып ҡына таң атҡанда,
Сәхрәләргә сыҡтыңмы?
Һандуғастың үҙәк өҙгөс
Яңы йырын оттоңмо?
Һыҙылып ҡына таң атҡанда,
Ярҙа усаҡ яҡтыңмы?
Усаҡ ҡуҙына төбәлеп,
Тәрән уйға баттыңмы?
Һыҙылып ҡына таң атҡанда,
Уйһыуҙарҙан уҙҙыңмы?
Ҡауышыуҙы яҡынайтып,
Йәйғор күпер һуҙҙыңмы?