Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
25 Июль , 15:49

Яҙыусы Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл

Низам Ҡәрипов башҡорт әҙәбиәтенә очерктар, хикәйәләр һәм сәхнә әҫәрҙәре менән ҙур өлөш индергән шәхес.

Низам Ҡәрип улы Ҡәрипов 1905 йылдың 25 июлендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Хәлил ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Тиҙҙән уны комсомол ячейкаһы секретары итеп һайлайҙар. ВЛКСМ-дың Мәсәғүт канткомы янындағы курсты тамамлағандан һуң Низам Ҡәрипов Мәсетле волкомы аппаратына эшкә алына, 1925 йылда волком секретары итеп һайлана. 1929 йылда Низам Ҡәрипов Ҡазанға рабфакка уҡырға китә.

Аҙаҡ Татарстан коммунистик университетының журналистика бүлегендә уҡый. Ләкин университетты тамамларға форсат сыҡмай. III курстан уҡ Башҡортостандың Ейәнсура МТС-ыпа политбүлек начальнигы итеп ебәрелә, шул уҡ районда район гәзите мөхәррире вазифаһын да үтәй. Унан һуң  Маҡар районы гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

1935 йылда Низам Ҡәрипов «Башҡортостан» гәзитенең партия бүлеге мөдире итеп күсерелә. 1939 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзының беренсе секретары (хәҙерге идара рәйесе) итеп һайлана һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем шул вазифаны башҡара.

1941 йылда фронтҡа китеп, Сталинград өсөн барған дәһшәтле алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда батальон политругы Низам Ҡәрипов батырҙарса һәләк була.

Низам Ҡәрипов башҡорт әҙәбиәтенә очерктар, хикәйәләр һәм сәхнә әҫәрҙәре менән ҙур өлөш индергән шәхес. Уйың айырыуса «Сәлим ҡарт», «Алма», «Һалдаттар ҡайтҡас», «Алмашсылар» кеүек пьесалары иғтибарға лайыҡ.

Шулай уҡ балалар өсөн яҙылған пьесалары ла бар.

Яҙыусы Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл
Яҙыусы Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: