Бөтә яңылыҡтар

Шәп, эшсән һәм бик тә рухлы кешеләр бар инде ул донъяла...

Күгәрсен районы Ялсы ауыл хаҡимиәте башлығы Ирек Раял улы Юдаев тураһында әйтеүем.

Шәп, эшсән һәм бик тә рухлы кешеләр бар инде ул донъяла...
Шәп, эшсән һәм бик тә рухлы кешеләр бар инде ул донъяла...

Шул яҡтағы үткән аҙна аҙағындағы сәфәремдә ул миңә, дөрөҫөрәге, “Ағиҙел” журналы редакцияһына, бер батман бал тоттороп ебәрҙе, эйе, бүләк итте.

– Ниндәй хөрмәткә, – тим аптырап, ҡабул иткәндә ауыр батманды саҡ  ҡулдан төшөрөп ебәрмәй.

– Һеҙҙең өҫтәлдә ике йыл элек үк ултырырға тейеш ине ул батман, -–ти. Үҙе рәхәтләнеп көлә. Ғөмүмән, бик ихлас, киң күңелле замандашыбыҙ ул.

– Һөйлә тарихын, улайһа.

– “Аҡмулла арба”һының йомғаҡ кисәһе Иҫәнғол да булды. Шунда һеҙгә батман бал тотоп барырға ниәт ҡылғайным. Тик оҫтабыҙ Мирхәт ағай Абдрахманов, башҡа мәшәҡәте тыуып, затлы һауытты  өлгөртә алманы ла ҡуйҙы.

Эйе, Ейәнсура районы үҙәгендә оло байрам яһағайныҡ шул. “Аҡмулла арбаһы” иң әүҙем китап, журнал уҡыусыларҙы республиканың бар тарафынан йыйғайныҡ. Юдаев әфәнде иң уҡымлы төбәктең етәксеһе булараҡ килгәйне. Ул унда ҡолас һыймаҫ батмуста сәк-сәк бүләк итте – уныһын иҫләйем. Шуны хәтеренә төшөрәм.

– Хәтерең шәп икән, – ти ауыл башлығы.

– Тәмле-татлыны хәтер генә түгел, күңел дә, тел осо ла хәтерләй ул, - тигән булам.

– Ғүмерем эсендә бер тапҡыр батман бал бүләк итергә яҙҙы ул миңә. Кемгә тиһеңме? Мортаза бабайыбыҙға, ауылда мәҙәниәт йортон асҡанда Президент үҙе килде, һөйөнөстән батман да табылды, балы ла ул йылды уңды, бер кинәнес менән бүләк иттем. Шул шатлыҡты тағы ла бер кисерәйем тип 2023 йылда ла ынтылғайным да...

Балта оҫтаһы Мирхәт ағай һуңлап булһа ла “Ағиҙел”дәргә батман эшләй. Тик инде байрам үткән, ваҡытында барып етмәгән  батман, сувенирға әйләнә, эйе, ул күркәм һауыт бер нисә күргәҙмәлә ҡатнаша.

“Мортаза Рәхимов республика етәксеһе, ә “Ағиҙел” рухиәт батшаһы, ул да батманһыҙ ҡалырға тейеш түгел”, – тип уйлай Ирек уҙаман. Ниәт иттем, әйтеү әйттем дәһә, ул үтәлмәһә оят булыр ҙаһа.

Быйыл шағирә Гөлназ Ҡотоева менән июнь айында Ялсы ла халыҡ менән осрашып, ижадыбыҙ, бөгөнгө донъялағы хәлдәр тураһында, Мәскәүҙә баҫылған “СВО. Я вышел из боя живым... “ китабы хаҡында һөйләп, халыҡты илаттыҡ та, уйландырҙыҡ та. Ә был юлы “Аҡмулла арбаһына” ултырып, “Ағиҙел” журналының етенсе һанын индереп кенә сығайым әле тип кенә, машинаны шул яҡҡа борғайныҡ... Һәм бына.

– Һеҙҙең килерҙе белдем дә, таң менән Мирхәт ағайға шылтыратам. Теге батман иҫәнме ул, тим. Нимә булһын уға, ана күкрәк киреп ултыра, ти оҫта. Бара һалып алдым да, юл ыңғайы Наилә апайҙан бал тултыртып, ниәтемде тормошҡа ашырырға булдым.

Әйткәндәй, Наилә апай Иҫәнғолова – республикала беренселәрҙән булып СВО-ға, яугирҙәребеҙгә бер фләк бал ебәргән данлыҡлы апай ул. Тимәк, Ирек Раял улы әйтмешләй, батман үҙе “не простой”, ә балы уның тарихи, изгелекле!

–  Шөкөр, ниәтемде атҡарҙым. Бер батман бал һеҙҙеке! –  Ирек Раял улы ныҡ итеп ҡулымды ҡыҫа.

Ир һүҙе бер була! Рәхмәт һеҙгә, Ялсы ауылы халҡы, рәхмәт, башлыҡ! Инселәнгән батман эйәһен тапты, яҙған ризыҡ шифа-дауаһын биреп, күңел-рухты күтәреп, тәғәйен урынына инеп ятты. Һыйланасаҡбыҙ, һыйлаясаҡбыҙ!

 

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: