Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июль , 16:10

МӘСЕТ (повесть. 4-се өлөш)

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

МӘСЕТ (повесть. 4-се өлөш)
МӘСЕТ (повесть. 4-се өлөш)

                                                                       7

 

  - Иштуған олатай, һаумы? - Һиҫкәнеп китте. Эргәһенә үк ауыл хакимиәте башлығы Илшат килеп баҫҡан имеш.

- Ә-ә-ә, һаумы, улым? - Таш өҫтөнән ҡалҡып салбарын һыпырып ҡаҡҡандай итте лә ике ҡулын һоноп күреште.

- Төҙөлөш барамы?

- Барған ерендә бара, тик ултырһаң туҡтай ҙа ҡуя.

- Улай тип әйтмә әле, яңғыҙ булһаң да ана күпме эш ҡыйратып ташлағанһың! - Илшат шулай лауылдап һөйләнеп мәсеттең эсенә инеп ҡарап сыҡты. – Мө-гәрәптән нигеҙҙе нығытҡанһығыҙҙыр? Һалҡын бит иҙәндән бәрә.

- Быны миңә өйрәтеү кәрәкмәй, ғүмер буйы башҡарған эшем. - Үпкәләгәндәй итте.

 

- Йә, ярай, ҡылтайып барма инде, олатай, һүҙ араһында ғына белешеүем.

 - Ҡыйыҡҡа ҡарашын атты. - Күрәм, ауырын ауҙарғанһың тиерлек, тик манараны нисек ҡалҡытырға иҫәп?

- Кипкән ҡарағас һайғауҙарын йышып етерлек кимәлдә әҙерләнем былай, - тип уратып яуапланы.

- Бик һәйбәт, әләйгәс, был өлөштө бөтөрөүгә оҫталар, ярҙамсылар кәрәгер инде. Манара һынлы манараны ослауҙы яңғыҙ кеше атҡара алмаҫ.

- Уныһы билдәле.- Әйтерен урата бирҙе. - Һин әйткән нимәне башҡарыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ, тик ярым айҙы килештереп эшләтеп уны иң түбәгә ҡундырырға ла кәрәк бит әле. Аҡсаһын тапҡан хәлдә күпмегә төшөр икән, тағы уны ҡайҙа эшләтәләр, шуны белешергә ине.

 –  Алтын һымаҡ итеп һары ялатып ялтыратһаң байтаҡ ҡына сығым талап итер инде ул, тик алдан киҫәтәм, ауыл хакимиәтенең артыҡ аҡсаһы юҡ. Был төҙө-лөш проектланып, планға инеп, уға бюджет сығымдары бүленмәгән. Вапше-то ха-кимиәт ауылда мәсет ҡалҡытырға ни имеет право! - Ни сәбәптәндер урыҫсалап еб-әрҙе. - Дин хөкүмәттән, мәктәптән айырым, тип бик күп йылдар элек сығарылған Указды әлеге көндә лә отменять итмәгәндәр. Хөкүмәт дингә йөҙ менән боролған хәлдә лә ошо документ ғәмәлдә ҡала килә. Шулай булғас теләктәре барҙарға дини биналар төҙөргә рөхсәт итәләр, әммә финанс ярҙамын күрһәтеүҙе юғарыла хупла-майҙар... - Аллаһы Тәғәләнең үҙенә күрһәткәндәй һуҡ бармағын юғарыға сәнсте.

       Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған телмәрҙе ризаһыҙ бүлдерҙе:

- Һин әйткән ярым айҙы эшләткән осраҡта уны урынлаштырыу өсөн кран кәрәк буласаҡ.

- Уныһына ғына ҡалған көндө! - Илшат фильтрлы сигарет сығарҙы ла тартырға тәҡдим итеп ҡапты уға ҡарай һуҙҙы.

- Ул һаламдай нәмәңдең шыпа ла ҡеүәте юҡ, мин ғүмер буйы “Беломор” тарттым.

       Кеҫәһен һуҡҡылап күнеккән таш тәхетенә барып ултырҙы, башлыҡ йәнәшәһе-нә баҫты.

- Мин шуға һинең янға һуғылдым әле, олатай, - Илшат тәмәке төтөнөн ситкә өрҙө, - мәсетте ҡорбан ғәйетендә асҡанда арыу булыр ине.

  –    Арыу булыр ине лә эштең нимәгә килеп төртөлгәнен күрҙең дә.

- Ул мәсьәләне бик еңел хәл итергә мөмкин.

 

       Ышанмайыраҡ текәлеп ултырҙы ла яртылаш тартылған папиросын үксәһе аҫ-тына һалып ныҡлап иҙеп ҡуйҙы, шул хәрәкәте менән ишеткәнен буш һүҙгә алыуы ине.

- Көн барышында миңә берәү инеп сыҡты әле. Башҡаланың үҙенән килгәндә йомошо булғанғалыр ситтә ятыуыбыҙға ҡарамай дилбегәһен беҙҙең тарафҡа ҡайырған.

- Бөтә барған ташландыҡ ауылда ни ҡалған уға?

- Уныһы хаҡында һуңынан. Мәсет тураһында һүҙ сыҡҡайны, көтмәгәндә тоҡанды ла китте был. Сығымдарға иҫе лә китмәй ярҙам итәмдән һалдырып  ныҡ-ыша башланы.

- Буштың атаһы күптән үлгән, ни хаҡ һорай?

- Әйтәм бит, миңә сығымдар мөһим түгел, ти.

 

- Ҡайҙан килгәнлеген әйттең. Сүтәки, йомаҡ өймә, кем әле ул сумарт, аҡсаһын иҫәпләмәгән әҙәм?

       Илшат күҙҙәрен шуҡ ҡыҫты:

- Әйткәндәй ул беҙҙең өсөн ят әҙәм түгел. Ҡайтышлай хакимиәткә һуғыл, шунда һөйләшербеҙ.

 

 

                                                                  8

 

 

 

    Хакимиәт янында ҡара төҫтәге ике джип ултыра. Машиналарҙың эргәһендә сп-орт кейемендәге йәш егеттәр күренә. Сәстәре ҡыҫҡа, май бөргән йөҙҙәре йылтыр  быжыр, бөтәһе лә ҡара күҙлектә, эре һөйәклеләр, һүл  ағасынан ашыҡ-бошоҡ әт-мәләнгән һумалтыр шкафтай уҫлаптай кәүҙәлеләр. Туҡталып, аңшая биреберәк һоҡланып торҙо, бындай шәп машиналарҙы ошоғаса күргәне юҡ ине әле. Үткәндә Имәнлекүлгә район башлығы килеп киткәйне. Уның да ултырып йөрөгәне үтә лә кәттә ине, әммә бындай уҡ затлы түгел.

      Егеттәрҙең лас та лос һағыҙ сәйнәгәне ҡултығы аҫтындағы алтатарының кабура-һын ҡапшай биреберәк яҡынланы ла тәртәләй оҙон ҡулын ишек яғына һуҙҙы:

- Что уставился, как ночной филин, дядя?!

- Һаумыһығыҙ, уландар?

      Сәләмләү ҡабул ителмәне:

- Если к Хозяину, он там, - һаҡал баҫҡан яҫы эйәк ишек яғына ҡарай ымланы, - проходи не задерживайся!

    Башлыҡтың кабинетында стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың береһендә ят кеше ултырған. Затлы пинжәгенең аҫҡы төймәләрен ысҡындырып, аяҡтарын тарбайтып ебәргән, үҙен иркен, бойондороҡһоҙ тотоуына ҡарағанда урында эшләгән берәй түрәлер. Улай тиһәң галстук таҡмаған, елкәһе ныҡ, ҡалын, ысҡындырылған иҙеүенән  ишелгәндәй итеп бер-береһенә тоташҡан эре ҡулсаларҙан ғибәрәт алтын сылбыр күренә, һулаҡай ҡулының сәпәкәй бармағында алмас ҡашлы алтын балдаҡ. Урта буйы өрөп тултырылған туптай тумалаҡ. Ҡойола башлаған йоҡа ерән сәстәренең сикә өлөшөнән башланған бакенбардалар ике яҡлап һалынҡы танау аҫтындағы һирәк мыйыҡҡа килеп ялғаналар. Яҫы, тура ҡаштар текә маңлайҙы беректергәндәй тоташып үҫкәндәр. Кабинет эсенә ҡояш төшмәһә лә был әҙәм ни сәбәптәндер ҡара күҙлеген һалмаған. Ҡунаҡ менән күреште лә ишек ҡырынан урын алды. Ир уның ҡулын ҡыҫҡан мәлдә ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла, эреләнеүе, һауаланыуы шул ҡәҙәрелер, битлеккә тартым битараф йөҙөн тыш яҡҡа ҡарай йүнәлтте.

- Бындараҡ яҡынлаһаңсы, олатай! - Башлыҡ ҡул ишараһы менән эргәһенән урын тәҡдим итте.

       Ихлас саҡырыуҙы ишетмәгәндәй урынынан ҡуҙғалманы. “Был кешене ҡайҙалыр күргәндәймен…”

- Таныш бул, олатай, Альфред Фәтхуллович!

 

      “Әлфәрит?! Таныш исем. Әллә был теге, детдомдан алынған Лираның улымы? Нисә йылдар үтеп киткән, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Мал бер килеп ашаған ер-енә ҡайта, тигәндәре шулдыр, ниндәйҙер ят әҙәмдең ауылға килеүенә ғәжәпләнгә-йне, бына бит, ғилләһе асыҡланды…”

       Күҙлеген һалған ирҙең йөҙөндә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ йәнләнеү ишараты сағ-ылды:

            –  И  вас не забыл, дядя Иштуган, до сих пор помню!

- Эйе… Һин теге… Әлфәрит…

- Да, вы же постоянно твердили одно и тоже – Альфарит! Не ошиблись, он самый!

      Ҡабаттан ҡалҡып ҡунаҡтың ҡулын һәрмәп ҡыҫты ла яҡын кешеләй күреп эр-гәһенә ҡунаҡлай һалды:

- Китсе, нисә йылдар үткәс! Үәт исмаһам осрашыу! Икенсе урында тап итһәм танымай үтеп китер инем, билләһи.

- Да, годы летят, меняется мир, меняемся мы.

- Ҡайҙа йәшәйһең, улым?

- В большом городе. – Ҡайһы ҡала икәнлеген аныҡлап тормай уратып яуапланы. – Хәҙер ауыл ерендә открыть новое дело, получить прибыль, невозможно. Әле һеҙҙең райцентрҙа икмәк цехы асыу буйынса веду переговоры с местным рук-оводством. Если этот проект сработает, процесс пойдет, бер нисә ауылда магазин асырга ла теләк бар. Потом займусь фермерством, у вас очень много неиспользов-анных земель, сказу прямо, грех не воспользоваться таким бесплатном богатством! Япондар таш утрауда зур уныш получают! А мы – ялкаудар, мич башында яткан Емелядар! Алма беш, ауызға төш! Оят! Бында килгәс, яҡынлагас, ауылға ҡайтып әйләнергә булдым, как никак когда-то жил здесь.

- Дөрөҫ эшләгәнһең, улым, райүҙәккә кил дә утыҙ саҡрымда ятҡан Имәнлекүлгә ҡайтып әйләнмә инде. Хилаф булыр!

- Я тоже так подумал. - Әлфәрит яҫы ҡаштарын яҙып ебәреп, көҙрөй елкәһен еңелсә эйеп ризалашҡандай итте.

     -     Өйөгөҙҙө күрҙеңме?

     -      Уның нимәсен күрергә, заброшенный дом!

- Тормошоң, көнитмешең нисек, улым?

- Живу как все. Повторный детдом, Лира апанан соң. Армия. После демобилизации долго скитался по белому свету, потом решил заниматься бизнесом.

Стал худо-бедно получаться.

- Бөгөн танышһыҙ, дуҫ-ишһеҙ йәшәп булмай, берәре ярҙам иткәндер?

- Все своими руками. Начал с продажи семечек, потом перешел на китайские шмотки, теперь играю по-крупному, поле деятельности постепенно раширя-ется. Да ребята помогают, без этого никак. Видели по телеку сериал”Бригада”?  Хотя…

- Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле, Альфред Фәтхулловичтың һиңә, дөрөҫөрәге беҙгә бик эшлекле тәҡдиме бар. - Башлыҡ саҙаҡа там иткән урам хәйерсеһеләй йөҙөн кеселекле ирәмһетте.

 

- Дядя Иштуган, значит вы решили построит мечеть?

- Ҡулдан килгәнсе тырыштырҙым инде.

- На свои деньги?! Сегодня таких людей встретишь редко. Все гребут под себя, ворует кто как может, научились считать деньги, прибыль, а заниматься бла-готворительностью не все хотят.

- Үҙегеҙ әйтмешләй ауыл ерендә аҡса табыуы еңелдән түгел. Өйлөк тип йыйған материалдарҙан төҙөйөм. Әлегә күпләп аҡса сығарғаным юҡ.

 – Материалы тоже стоят денег. - Әлфәрит әйтелгәндәр менән килешмәгән-дәй өҫтәне. Сәғәтенә ҡарап алды. - Прошу прощения. Нет времени. Спешу. В городе сегодня ночью важная встреча.

- Һуң хәҙер кис, ҡайтып еткәнегеҙсе төн уртаһы була.

- Все важные дела делаются ночью, иногда за неформальным столом.

   Нишләптер теге саҡ Лираның әйткәндәре иҫенә төштө: “Бөтә ауыр гөнаһтар төндә, ҡараңғыла эшләнә.”

- Әллә тим, беҙҙә ҡунып ҡайтаһыңмы, улым, аш һалырмын, мунса яғып ебәрербеҙ, миндекте туҙҙырғансы сабынып мунса төшөрбөҙ, кис буйы һөйләшеп ултырырбыҙ. - Урамдағыларҙы иҫенә төшөрҙө. - Эйәреп йөрөгән дуҫтарыңа ла ур-ын табылыр.

      Әлфәрит йылмая биреп ҡуйһа ла һуңғы әйтелгәндәрҙе яуапһыҙ ҡалдырҙы.

- Һыймаҫбыҙ, тиһеңме? Беҙҙә ни килеп тороп иркен, ҡарсыҡ менән икәү генәбеҙ. Сәхәрҙә сыҡҡан сәфәргә бер ни ҙә етмәй инде ул.

- Нет, спасибо за приглашение. Говорю же, очень спешу. Глава наверное довел до вашего сведения наш разговор?

- Тумбыта биреп ҡуйғайны ҡуйыуын.

- И что вы на это скажете?

- Нимә әйтәйем инде… Төҙөп бөтөрҙөм тиерлек, манара ғына ҡалды. Урыҫсалап әйткәндә минарет була инде.

- Я это понял. Ары нимә эшләргә уйығыҙ?

- Эштең яйын белгән оҫталар кәрәк.

- Осталар, мастера нужны, и еще деньги.

- Ни тиһәң дә башлағаның шул аҡсаға килә лә төртөлә шу. Мин дә бит әле заманында билдәле балта оҫтаһы инем, тик бер тапҡыр ҙа манара ҡалҡытып ҡар-амағас ҡулдан килерлек түгел, шуға аптыраңҡырап ҡалынды.

- Я вам помогу.

- Һе, ярҙам итәм, тигән сәле! – Ҡулыңдан килерме икән, тигәндәй һынап текәлде.

- Понятно, мое предложение в переносном смысле, какие финансовые вливания требует эта ваша работа?

- Иҫәпләгән юҡ әлегә. Әйттем бит, минең өсөн ят эш у, шуға сығымдарҙы айырып, теүәлләп әйтә алмайым.

 

- До вашего прихода, сез килгәнче я примерно посчитал. - Түш кеҫәһенән блокнот сығарып яҙғандарына күҙ атты ла түңәрәк кенә хаҡты әйтте.

      Һағайып ҡалды, яңылыш ишетмәнемме икән тип көтөңкөрәй биреп тә ултырҙы.

- Сейчас все дорого, и цены растут не по дням.

- Уныһы билдәле инде. Һәр хужалыҡҡа һалынған налугты, икенсерәк итеп әйткәндә төтөн аҡсаһын йыя алмай баш ҡата. - Тик ултырыуҙы килештермәгән ба-шлыҡ әңгәмәгә ҡушылды. - Ә райондан биләмәне төҙөк тотоуҙы талап итәләр, юлы ла ялтырап ятһын, ҡоҙоҡтар ҙа эшләп торһон. Әйтеүе генә анһат. Баш ҡатҡ-ан инде.

- Давайте, конретно перейдем к делу. Мин сезгә помогу поднять минарет.

- Бушлаймы?

- Бушлай. Только у меня одно условие, небольшая просьба, так сказать.

       Ышанмайыраҡ ҡарап ултырҙы. Һиҙеп алды. Әлфәрит - эшҡыуар. Ә бөгөнгө эшҡыуарҙар үҙ яҡтарын ҡайырырға әүәҫтәр.

- Ниндәйерәк шарт икән ул? Шул шарт аҙаҡтан елкәне баҫмаһа.

- Все будет по-честному. У меня только одно предложение – мәсетте ”Лира” тип атагыз, вот главное условие!

      Баҙап, юғалып ҡалды, ул бындай тәҡдимде көтмәгәйне.

- Ну, что скажете? Мин никогда не видел своих родителей. А Лира апа для меня как родная мать. Она свята для меня. Кстати сегодня посетил ее могилу. Поставлю ей памятник из черного камня, ее фотографию прикреплю, это – однозна-чно.

       “Эй, улым, ул һиңә изгелер, бәлки. Ысынлап та ул ҡоромдай ҡара ташҡа ғына лайыҡ.” Лираның һуңғы әйткәндәре тағы ла ҡолағында яңғырағандай итте: “Беҙҙең гөнаһҡа ярлыҡау юҡ!”

- Мин ни әйтә алам?! Бындай сетерекле мәсьәләне ауыл схуды хәл итә инде ул. - Мәсеткә Лира исемен биреүгә ҡаршы сығасаҡтарына ышана, урында бит бер-береһен биш бармаҡтай яҡшы беләләр.

 

- Нимәгә тағы сход?! Хәҙер халыҡты йыйыуы үҙе бер бәлә. Йыйылыш үтте тип ҡарар сығарабыҙ ҙа бер нисә кешенән ҡултамға алабыҙ. Бөттө-китте. – Башлыҡ илтифатһыҙ ҡул һелтәне.

- Ете ҡат үлсә лә бер тапҡыр киҫ, тип боронғолар дөрөҫ әйткән, мир фекерен тыңламай булмай. - Һаман үҙенекен тыҡыны.

- Ҡасан йыябыҙ? Алдағы аҙнала ваҡытым юҡ. Ары мине Өфөгә ике аҙналыҡ учебаға ебәрәләр. Әгәр ошолайтып һуҙһаҡ ҡорбан байрамы килеп етә, ә мәс-етте асыу шул көнгә планлаштырылған. Так што был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. - Күренеп тора башлыҡ бушлай ярҙамды ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй.

       Яй ғына ҡалҡты ла ишек яғына йүнәлде.

       Башлыҡ туҡтатырға итте:

- Ҡайҙа ҡабаландың, олатай, мәсьәләне хәл итмәнек бит.

 

       Боролдо ла теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, тигәндәй ҡул ғына һелтәне:

- Һин башлыҡ, һиңә хәл итергә. Тағы эстә эшләнеп бөтмәгән бер ни тиклем мәшәҡәттәр ҙә ҡалды. Бер юлы шуларҙы ла иҫәпкә алып һөйләш.

       Әлфәрит тә еңел ҡалҡып эргәһенә килде лә ихласлап ҡулын һондо:

- Иштуган абый, мне было очень приятно с вами поговорить, побеседовать, пообщаться. Думаю что наша встреча не последняя. Скоро выборы в Государ-ственную Думу. Этот вопрос на верхах уже отлажен, проголосуй за меня, агитируй других. Моя фамилия Хидиятуллин. Запомнил? Хидиятуллин! Я из вашего, вер-нее из нашего районного электората намерен получить сто процентный резуль-тат!

       “Бушлай, эскерһеҙ ярҙам итәм, тигән була тағы. Хәҙер халыҡ юҡ шул беҙҙә, кеше юҡ, хәйер ырғытҡандарға хеҙмәт итеүсе моңһоҙ, һәммәһенә битараф элек-торат ҡына бар.”

       Хакимиәттән сығып апаруҡ ҡына ара киткәйне артынан саҡырыу ишетте:

             -   Дядя Иштуган, задержитесь, пожалуйста, на одну минуту!

             -    Тыңлайым, Әлфәрит улым!

      Альфред Һиҙиәтуллин янына йүгерә-атлай килеп етте:

     -   Иштуган агай, как говорят русские: “Долг платежом красен!” Помните, когда меня провожали в райцентре, вы одели, обули меня, как говорится с ног до головы!

     -   Ярай, уныһы инде ваҡ эш, булған да бөткән, онотолған!

     -   Нет, бутмаган, унытылмаган! Вот, что у меня есть на данный момент! – Күн барсеткаһынан аҡса төргәген сығарҙы ла ҡулын тартып усына йомдорҙо. – Примите как подарок, как знак признательности!

            -   Ошоноса аҡса миңәме? Был аҡсаға манара ултыртыу ғына түгел, яңынан мәсет төҙөп ҡуйырға була!

            -   Нет, минарет отдельная тема, мы этот вопрос уже обсуждали, а это вам, лично вам! Счастье не в деньгах, дядя Иштуган, в последнне время об этом часто начал думать и размышлять. Ладно, это к слову... Будьте счастливы! Алла бирсә, может когда-нибудь да встретимся, хотя врядь ли. Хочется взлетить, поймать пти-цу-счастья за хвост, а я почему-то куда-то тороплюсь, раздаю долги, кому задол-жал. До свидание!

       Ир ҡабаланып боролдо ла яурындарын һалындырып, башын баҫып кемдән-дер ҡасҡандай ҡара төҫтәге машинаһы яғына китте...

       Ул төҙөлөшкә барып кәрәк-ярағын алды ла аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтыу яғ-ына йүнәлде. Күңеле иңрәп бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Ысынлап та минең мәсет төҙөргә хаҡым булмаған. Булмаған!”

 

                                                                 9

 

 

       Ҡорбан ғәйете күркәм, йәнле генә үтте Имәнлекүлдә. Һауа торошо боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан ҡорбан салыусылар өс урынға ҡаҙан аҫып бишбармаҡ бешер-еп ауылдаштарын һыйланы. Унан тыш байрамса кейенгән халыҡ көн барышында бер-береһен саҡырышты, ҡунаҡҡа йөрөштө, һәр кем муллыҡ билдәһе итеп өйө эсендә май еҫе сығарып осраған береһен әҙерләгән табынына әйҙәләне. Һәммәһе-нең күңеленә ятҡан, хуш килгән күренеш шул булды - эскеселәр, баштары шаңҡ-ып араҡы темеҫкенеүселәр намыҫтары етеп  был көндө урамға сығып күренмәне-ләр. Тәүфиҡ, әҙәп, тәртип, әйләнә-тирәгә ихтирам алып килгән ҡорбан байрамы ҡана ла һуң йыл барышында дауам итһә, көнитмеш бөтөнләй икенсе юҫыҡтан ки-тер ине, билләһи!  Әлфәрит был тантаналы көнгә мәсеттең тирә-яғын кәртәләтеп алып манара күтәртеп өлгөрттө, буяу эштәрен тамамланы, кәрәк-яраҡ ҡаралты һатып алып урынлаштырҙы. Ҡапыл ғына сырхап ятып киткәс ул быларҙың бере-һен дә күрмәне. Тик байрамдан һуң бер аҙна үткәс, кискә ҡарай, ҡояш байыр ал-дынан хәле яҡшырғандай тойолғас тороп ултырҙы, икмәккә май һылап, ҡуян ҡан-ылай ҡаты итеп сәй яһатып эсеп тамаҡ ялғап алды, шунан бөхтә кейенеп ҡасанд-ыр үҙе төҙөп ҡуйған урыҫ ҡапҡаһының ауыҙына сығып баҫты. Һауа төмһәреп то-ра, күк йөҙөн яртылаш суйындай ҡара болоттар ҡаплаған, һалҡын ел ағас башта-рын сайҡап шаулата. Көн торошоноң киреләнеүен ауырығанында тәҙрә аша күҙ-әтеп ятты. Бар ғаләм күҙ менән ҡаш араһында тәҙрә өлгөһөнә һыйҙы ла ҡуйҙы. Бала сағында күргәне шул тиклем дә иркен, төбәлгән тарафы, офоҡ даирәһе икһ-еҙ-сикһеҙ ине. Ил ҡыҙырҙы, донъя күрҙе. Ҡартая төшкәс ҡайҙалыр сығып әйлән-еүҙән бөтөнләй төңөлөп ауылына бикләнде, ауырып киткәс күҙәтеүе өйөндәге сат-наған быяла аша төшкән ус аяһылай яҡтылыҡҡа ҡалды. Шулайтып әҙәм балаһы өсөн яйлап-яйлап тарая баралыр ул көнитмеш ҡалыбы, иртәме-һуңмы тәҙрәһеҙ ергә лә алып барып һалырҙар…

   Бер аҙ урынында тапана биргәс ашыҡмай ғына атлап урам буйлап китте. Бара бирә лә юлында осраған йоҙроҡтай таштарҙы бер яҡ ситкә, баһыу ҡырына алып барып һала. Һала ла ары атлай. Һәр нимәнең үҙ мәле, әүәле тирә-яҡҡа таштарҙы күп атты, хәҙер уларҙы йыйып тәртипкә килтерергә ваҡыт.Тәҙрәнән уны ауылда-штары ҡарап оҙаталар төҫлө.

   Мәсет әллә ҡайҙан балҡып күренеп үҙенә саҡырып тора. Манараны ҡайһылай ҙа бейек, елле итеп эшләгәндәр, ә ярым ай байып барған ҡояш нурҙарында саф көм-өштәй балҡый. Тимер бағаналар ултыртып кәртәләп алынған ишек алдына таш плитәләрҙән һуҡмаҡ та һалғандар икән, тик теге аҡ ташты тағы ла ҡуҙғата алмағ-андарҙыр ул тапҡыр кәртәләп, сәскәләр ултыртылып ярым түңәрәккә алынған. Суйыр хәҙер үткән-һүткәндең салғыйынан тартып аҙапламаҫ, ни тиһәң дә ул мат-урлыҡ менән ҡайылған, сәскә йәменә күмелгән. Бер яҡ ҡырҙараҡ торған иҫке мәс-етте лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандар, уның нигеҙен һылап-аҡлап, ҡыйығын, стенаһын тимер ҡалай менән көпләп ебәргәндәр, уратаһы семәрләнгән ишеккә лә инеп-сығып йөрөһөндәр өсөндөр инде, йоҙаҡ эленмәгән. Шуғалыр ике мәсет тә береһе икенсеһен тулыландырып күренә. Ултырып ял итергә ҡулай булһын өсөн-дөр ишек алдына ултырғыстар эшләп ҡуйғандар. Ғәҙәте буйынса ултырғысҡа түг-ел, тәпәш кәртәне ашатлап үтеп аҡ ташҡа осаһын терәне. Ер ҡуйынынан килгән һалҡынлыҡ тағы ла тәненә күсте. Китсе, көндәр буйы ҡояш аҫтында ятҡан таш йылынмаһын сәле. Башын ҡалҡытып юғарыға һирпелде. Манараның оло юлға, ауыл яғына ҡараған тапҡырына, бейеккә, йәшел менән буялған дүрткел таҡта киҫ-әгенә аҡ хәрефтәр менән “Лира” тигән яҙыу элгәндәр. “Әҙәм хәтере үтә ҡыҫҡарҙы шул, ата улын, әсә ҡыҙын танымаған бола заман килде… ” Әсенеп шулай уйланды. Сырхап ятҡанында уның күп нимәгә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Үҙгәрҙе, тик һу-ңлап, бик һуңлап. Әгәр мөмкинлек булып яңынан йәшәй башлаһа ул бөтөнләй икенсе тормош йүнәлешенән китер ине, әҙәмсәрәк, кешесәрәк көн итер ине һәр хәлдә. Мөмкин түгел, кешегә ғүмер тигәнең тик бер тапҡыр ғына бирелә шул. Уны нисегерәк итеп йәшәү һәр кемдең шәхсән мәйелендә: кемдер яҡшы һүҙ, аҡ эҙ ҡа-лдыра, кемдер гөнаһлы хәтер. Иҫке мәсеткә күҙ атып ҡуйыу менән генә сикләнде, әгәр эсенә инһә теге саҡ ҡылған гөнаһы күҙ алдына килеп баҫыр ҙа зиһенен тома-лар ине. Ҡылт итеп иҫенә килеп төштө, мәсет клуб хеҙмәтен үтәгәндә уға һис ҡас-ан бысраҡ-әшәкелек яғылманы. Алтын-көмөшкә лә тупраҡ һылашып бармаған кеүек ул да, аҡ таш та, моғайын да үҙҙәрен-үҙҙәре таҙартыу ҡөҙрәтенә эйә булған-дарҙыр.

- Әссәләмәғәләйкүм, Иштуған Ишмөхәмәтович?

  Башын ҡалҡытты. Эргәһенә элекке мәктәп директоры, партия бар саҡта бүлексә парторгы булып йөрөгән Дәүләтша килеп баҫҡан икән. Ул ҡайҙалыр барып дини белемен камиллаштырып ҡайтты ла Хәмзәгә наҙан йәрлеген тағып, дини ғәмәл-дәр үткәреүҙән ситләтеп әле мәхәллә муллаһы вазифаһын башҡара. Бына бит, өл-өшөнә ымһынғандарҙы тамаҡлап, замана ағымына тиҙ яраҡлаша беләләр, ҡайһы берәүҙәр.

     -     Вәғәләйкүмәссәләм!

     -     Хәлдәрегеҙ нисек?

- Түҙерлек.

- Шөкөр, тиң!

- Түҙерлек, тинем дә баһа! - Теләкһеҙ генә һонолған ҡулды ҡыҫты.

- Мәсетте асыу тантанаһына килә алманың. Ҡорбан байрамына Һиҙиәтуллин иптәш, диниә назаратынан вәкил, район башлығы килгәйнеләр. Көткәйнек. - Мулланың быжыр, битараф йөҙөндә үкенес билдәһе сағылманы.

- Сырхап ятылды. Бөгөн генә аяҡҡа баҫтым әле. Исем дә ҡушып ташлағанһығыҙ икән. - Манаралағы яҙыуға ымланы.

- Ауыл сходы шулай хәл итте. Ғәжәпләнмә, ағай, бөгөн аҡсаң ғына булһын, ул тылсымлы асҡыстай бөтәһен ыңғай хәл итә.

- Ә үҙең һуң, мәсеткә исем ҡушыуҙы нисегерәк ҡабул иттең?

- Миңә ни… Ысынында иһә был ҡашлаҡты ауылдағы һәр кем Аҡташ түңе ти, хәҙер мәсетте лә шул исем менән  атап йөрөтә башланылар. Был ғәҙел дә дөрөҫ тә.

- Мин дә һинең менән килешәм. Киләләрме һуң?

- Бармаҡ менән генә һанарлыҡтар. Етмеш йылдан ашыу Аллаһыҙ йәшәгәндән һуң дингә йөҙ менән боролоу еңел бирелмәй.

     -   Һин дә элек Алла юҡ, тип тәҡрарлай инең шикелле?

     -   Ни ҡылмаҡ, элек көнитмеш икенсерәк ине шул, юғарынан ебәрелгән бойороҡтарға буйһонорға мәжбүр инек. Мәгәр күңелемдә гел Алланы ғына йөрөт-төм, уға ғына ышандым һәм табындым!

     -  Ышандырҙың, Дәүләтша! – Мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы.

   Битәрләүҙәргә күнгәндер был әҙәм, йөҙө сытырайманы, һәүетемсә, үҙ ағышында әңгәмәне дауам итте:

            -   Иртәгә йома намаҙына кил. Бер юлы һиңә рәхмәтебеҙҙе лә әйтербеҙ.

 

- Кәрәкмәҫ. Мине бит заманында Динһеҙ Иштуған, тип йөрөттөлөр. - Йөҙөн ризаһыҙ салшайтты.

   –     Үткәнде хәтерләмәйек инде ағай, хәтерләй китһәң… - Мулла башлаған-ын әйтеп бөтөрмәй манаралағы яҙыуға ҡарашын һирпте.

- Мәсеткә килгәндә уны бит Әлфәрит төҙөп бөтөрөп ҡуйҙы. Бында выждандары таҙалар ғына йөрөргә хоҡуҡлы. Гөнаһлы була тороп үҙемде изгеләргә хисапламайым. Заманаға яраҡлаштырып йөҙөмдө лә үҙгәртә алмайым. Нисек бар шулаймын.

       Әйтелгәндәрҙе күңеленә яҡын ҡабул иткән Дәүләтша бурҙаттай ҡыҙарынып китһә лә үпкәһен һиҙҙермәне:

            – Үҙең ҡара улайһа. Инеп күргең киләме? - Кеҫәһенән асҡыс сығарып һон-до. - Ҡайтайым булмаһа. Ә һин ҡабаланмай һәммәһен ҡарап сыҡ. Асҡысты туп-һа аҫтындағы һауытҡа һалырһың. Әйткәндәй, ишеттеңме әле бер хәбәр?

            -  Ауырып ятҡанымды белә-күрә һорайһың тағы!

            -   Уныһы шулай, һин әле генә хәтергә алған Әлфәрит, ошо мәсетте төҙөтөп бөтөрөүгә күп көс һалған, аҡса сарыф иткән Әлфәрит яҡты донъяла юҡ бит хәҙер. Шундайыраҡ яңылыҡ ишетелде, ышанмаҫ та инең, уның дөрөҫлөгөн район хакимиәте раҫлап райунканың битенә некролог та баҫтырғандар!

            -   Нисек инде юҡ?! Әлфәрит тиһеңме? – Ҡот осҡос хәбәр быуынын алғанға алға эйелеп тубыҡтарына таянды.

            -    Шул инде, шул, Лира мәрхүмәнең уллыҡҡа алған малайы!

            -    Һуң ул бит әле йәш!

            -    Хоҙай Тәғәлә йәш тип ҡарап тормай, маңлайҙарына фажиғә мөһөрө баҫылғандарҙы берәмләп сүпләй шулайтып.

            -    Машинаһында ауғанмы әллә? – Теге саҡ башын баҫып машинаһы яғына китеп барған арыған ирҙе хәтеренә төшөрҙө. – Хәҙер бит әҙәмдең үлеме шул тимерҙән!

            -   Иртәнсәк ҡалалағы подъезына саҡырып сығарып атып киткәндәр. Енәйәтселәрҙе һаман да булһа таба алмайҙар икән. Үҙҙәренең араһында йөрөгәндәрҙер инде, ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.

            -   Бар әле, ҡайт! – Хәйерһеҙ хәбәр сурытҡан мулланы янынан ҡыуҙы.

 

      Дәүләтшаны күҙ яҙғансы ҡарап оҙатты ла ҡабаттан аҡ таш өҫтөнә барып ултырҙы. “Һе, бына исмаһам хәбәр… Теге саҡ, бурыстарымды ҡайтарырға ашығам, ти ине, тикмәгә булмаған… Бурыстарымды ҡайтарам, тип Әлфәрит тә тырышҡан булды, гөнаһымды юям, тип ул ҡырталашты, ә Тәңре бары тейеште, тейеш кешен-ән генә ҡабул итә, саҙаҡаһын да, рәхмәтен дә… ” Ауырлыҡ менән ҡалҡты ла яңы мәсет яғына ыңғайланы, асҡыс менән йоҙаҡты асты.

   Эс яҡ еренә еткереп йыһазландырылған: иҙәндә йомшаҡ, затлы келәм, тәҙрә ҡо-рғандары ҡиммәтле аҡ ебәктән, бер яҡ ситтәге оргбыяланан эшләнгән журнал өҫт-әленә дини китаптар күргәҙмәһе һалынған, стеналарҙа ғәрәпсә яҙыуҙар күренә, ҡаршыла тәхеткә оҡшатып ағастан семәрләп эшләнгән, төҫһөҙ лак менән буялған мөнбәр. Мөнбәр янындағы ярым асыҡ ишек күҙенә салынды. Быныһы моғайын да манараға менә торған ерҙер. “Бөхтә урын, изге урын, таҙа, саф урын… Бындай мат-урлыҡты булдырыуҙары ай-һай… Ә мин ҡулымдан килмәҫтәйгә тотондом. Баш-ланым, тик уны тамамлай алмаҫ инем барыбер, Хоҙай Тәғәлә быға фатихаһын би-рмәҫ ине…”

 

       Манараға сығып баҫты ла тирә-яҡҡа ҡарашын атты. Теге саҡ был ерҙән төнгө уттар ғына күренә ине, хәҙер яҡты күҙҙә һәммәһе асыҡ, ус төбөндәгеләй йәйрәгән. Ауыл һуңғы йылдарҙа кибә барған күл ише һиҙелеп үҙәгенә тартылды, мәктәп бу-лмағас йәштәр ситкә күсеп китә башланылар, һөҙөмтәлә буш торған хужалыҡтар бермә-бер ишәйҙе, элекке ферма урынында ярым емерек һарайҙар ҡалды, ырҙын табағының урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Ауылда хәҙер эш тә юҡ, аш та юҡ, тигәндәй. Элек ул эргә-тирәләге ауылдарҙы ғына ҡыҙыра ине, хәҙерге ир-ат һөргөнгә ҡыуылғандай Себергә китергә мәжбүр. Ғаиләһен ташлап, яҡындарын ҡалдырып, үҙ иректәре менән. Нигеҙҙәрҙең кәмеүе Имәнлекүлде ҡороуға килтерә. Имәнлекүл кеүек ауылдар бихисап. Яҙмыштары аяныслы, ай, ҡайһылай ҙа аяны-слы…  Шулай ҙа төйәген ташларға теләмәгәндәр тереклек итергә тырышып ятҡан көнө. Остараҡ уларҙың өйө, аҫта Рәүефтәрҙеке. Ул йортта хәҙер бер кем дә йәшәм-әгәс ишек алдын кесерткән, тегәнәк баҫҡан, урам яҡтағы кәртә бағаналары сереп аушайған. Йорттар ҙа әҙәм балаһы һымаҡ ваҡыт үтеү менән ҡартаялар, туҙалар, хәтерҙән юйылалар икән ул… Бына Әлфәрит әсә хөкөмөндәге Лираның исемен мәңгеләштереү маҡсатында мәсеткә уның исемен биреп ҡуйҙы, бирҙе һәм оҙаҡ-ламай үҙе лә әхирәткә күсте. Манара башына исем яҙып ҡуйыу менән генә халыҡ уны ҡабул итерме икән? Икеле. Халыҡ хәтере әле заманалар боларып, үҙгәреп киткән хәлдә лә яҡшы менән яманды айырыр кимәлдә.

  Тора биргәс ҡәтғи ҡарарға килеп манара кәртәһе аша ҡыйыҡҡа сыҡты ла исем яҙылған фанера киҫәгенә йәбешеп уны ҡуптарып алырға теләп тартҡылай башла-ны. Ныҡ ҡатылған нәмә урынынан ысҡынманы. Оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Көсәнеп тар-тып тырыша торғас  бер мөйөштө ҡумшытты, шунан икенсеһен, бер аҙҙан таҡта бер ҡаҙауға ғына эләгеп ҡалды. Хәҙер уны ысҡындырып алып түбәнгә ырғытаһы ғына ҡалды. Ике ҡуллап үрелде һәм… аяғы тайып китеп башта урынында бәүелеп тора биргәс түбәнгә мәтәлде.

       Гөлнәзирәһе эҙләп килгәндә фанера киҫәген ҡосаҡлаған Иштуған һуҡмаҡ ҡы-рындағы теге аҡ таш эргәһендә ята ине. Сикәһендәге яранан батмустай булып ҡан күләүеге йәйелгән. Иламаны ла, сарғаланманы ла Гөлнәзирә, бары ошондай фаж-иғәнең булырын алдан белеп, көтөп йөрөгән ҡиәфәттә иренең эргәһендә һерәйеп ҡатып ҡалды.

  Иштуғанды иртәгеһен зыяраттағы теге ҡарағас таяҡ ҡатылған ергә йәнәшә ҡуйҙылар. Ерләү мәшәҡәттәре үтеү менән көтмәгәндә күк йөҙө асылып китеп ҡояш нурҙары тәүҙә алыҫтағы тау армыттарына ҡунды, шунан ауыл эргәһендәге түңгә төшөп бөгөнгө динһеҙ диндарҙар күҙгә лә элмәгән иҫке мәсетте, уға һыйынып ятҡан аҡ ташты яҡтыртып бөтә матурлығында балҡытып ебәрҙе. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: