Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июль , 10:51

МӘСЕТ (повесть. 3-сө өлөш)

Хәйҙәр ТАПАҠОВ 

МӘСЕТ (повесть. 3-сө өлөш)
МӘСЕТ (повесть. 3-сө өлөш)

                                                                                          5

 

       Игеҙәктәрҙәй бер иш, үҙгәрешһеҙ көндәр үҙ яйына ағыла торҙолар. Хәйер, бындағы көнитмеш үҙенсәлекле шул, үҙгәреш, яңырыу, бөтөүгә, юғалыуға дусар ителгән ауылға яғыла һалып бармай, яңылыҡҡа килгәндә, яңылығы ҙур ерҙәге һымаҡ яңғырамай, ишетелә лә ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсә торғас таралған һайын ҡеүәте кәмегән ҡайтауаздай тынып ҡала, онотола. Лира менән бер нисә тапҡыр урамда тап булыштылар, әммә ете-яттарҙай  баш ҡағып иҫәнләшеүҙән ары уҙманылар. Теге саҡ бүлтәйә башлаған ҡорһаҡ тапҡырында артыҡ үҙгәреш һиҙелмәне, тимәк мәлендә сараһы күрелгән.

       Көҙгө төн уртаһында кемдер һаҡ ҡына итеп солан тәҙрәһен сиртте. Ҡатыны менән аралары тамам һыуыныуы шулдыр, мәленән алда түшәк айыра башланы-лар. Кис етте иһә икеһе ике яҡта ауыҙҙарына һыу уртлап һерәйешәләр ҙә йоҡлар ваҡыт етһә, ҡайҙа етте шунда ятып бөгәрләнәләр. Ныҡлап һалҡындар төшмәгән-гә верандала төнәп йөрөй, әле бошаланып карауатында  әйләнгеләй ине. Һиҫкән-еп китте лә кинәт тороп ултырҙы. Тыңланды. Яңылыш ишеткәндер. Тыштағы ел йортҡа терәлеп тиерлек бейек булып үҫеп киткән муйылдың суғын тәҙрәгә бәргә-нгә оҡшай. Бер кешегә иҫәпләнгән тар карауаттың пружиналарын шығырҙатып кире ятҡайны, кемдер усы менән ишекте ҡапшағандай итте.

 Йоҡоһо осто, аяҡтарына сылғау урап итектәрен кейҙе лә һаҡ баҫып ишеккә яҡ-ынланы.

- Кем? - Тыштан яуап бирмәнеләр. - Нимә унда телеңде йоттоңмо әллә?!

- Мин… Ас әле… - Тауышты таныны. Осрашмағандарына байтаҡ булып китте, нишләп килергә итте икән, етмәһә төнө менән, әллә яһилланырғамы яйы? Булмаҫ. Шикләнһә лә келәне ысҡындырҙы, ышанысһыҙ ҡыймылдап тупһа күтәрмәһенә аҙымланы. Биленән бөгөлгән ҡатын ҡарасҡылай күтәрмә тотонғосона һөйәлгән.

-    Лира! – Тауышынан танып, буй-һынын сырамытһа ла ҡабатлап һораны.

- Танының ниһайәт, рәхмәт… Төнө менән уғрылай өй баҫып йөрөй, тимәксеһеңме? - Килеүсе шыбырҙап тиерлек һораны.

- Улай тип әйтмәгәнмен бит әле.

- Ниңә улайһа оҙаҡ мыштырҙайһың, ишегеңде асмаҫҡа ла ине шикелле яйың?

- Өтәләнергә, өлтөрәргә төнө менән бер кемде лә ҡунаҡҡа саҡырманым.

- Саҡырылмаған ҡунаҡмын шул.

-     Нимә артынан килдең?

- Беҙ хәҙер бер-беребеҙҙе һис яҡынлай алмаҫ ят кешеләр… Киттек беҙгә! - Лира яуапты ла көтөп тормай көйәнтәләй бөгөлөп, ҡорһағын ҡосаҡлап төн ҡараңғылығына инеп юғалды. Иштуған өйҙөң төпкө яғында йоҡлаған ҡатын-ын уятыуҙан ҡурҡып шыпырт ҡына өҫтөнә пинжәген кейҙе лә тауышһыҙ хәрәкәт-ләнеп күҙ күреме ерҙә ҡыймылдаған шәүләнең артынан эйәрҙе. Төн күҙгә төртһәң күрмәҫлек ҡараңғы. Күктән шыҡһыҙ итәктәре ергә ҡәҙәр һәлберәп-һөйрәлгән суйын ҡара болоттар ерҙәге ошо ҡараңғылыҡ менән ҡушылып береккәндәр төҫлө. Шым-шырыҡлап ваҡ ҡына ямғыр һибәләй. Ямғыр һибәләй, әллә күктәге болоттар ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнеп ҡойола, белмәҫһең. Тиҙҙән итектәренә яланғас урам һуҡмағының ҡойоһо һылашты. Донъя бар гөнаһлыларҙы үҙенә, бер урынға йыйыр тамуҡҡа оҡшап ҡалған. Хәҙер уның шыҡһыҙ ишектәре шығырҙап асылып китер ҙә Лира менән ҡушарлап шунда барып керерҙәр төҫлө. Иманһыҙҙарға ҡылған гөнаһтарына, эшләгән хилафлыҡтарына ярашлы ҡотолғоһоҙ яза күптән әҙерләнеп ҡуйылғандыр унда. Рәүеф дуҫы ла һис шикһеҙ шунда ғазапланалыр, изге мәсетте бысратҡан әҙәм башҡаса ҡайҙа булһын? Урынында туҡтай биреп икеләнеңкерәп ҡалды хатта, ни тиһәң дә мәленән алда тамуҡҡа инеп язаға юлыҡҡыһы килмәй. “Әллә кире ҡайырылып ҡайтырға ла китергәме? Ҡайтыр ҙа иртәгәге таңдан тороп мунса яғыр, Рәүеф таҙарынып булмай тиһә лә йүкә йыуғыс менән тотош тәнен ҡыҙартҡансы ышҡып йыуынып алыр, шунан ошоғаса ҡылғандарын онотоп, һәр хәлдә оноторға тырышып әйтеү әйтеп, тәүбәгә килеп әҙәмсә йәшәй башлар. Башҡаларҙыҡынан ҡайтыш булмаған йорттары бар, хужалығы бөтөн, мал-тыуары ишле, ҡатыны эргәһендә, өҫтәп тағы ла ни кәрәк уға? Ниңә олоғайған көнөндә йәш елкенсәктәй үҙ башыңа кәмит, мәрәкә, мажара эҙләргә? Яҙғы ташҡындай болғанды бит инде бер тапҡыр, хәҙер күнегелгән тормош ярҙарға ҡайтып тыныс ҡына, һил генә ағырға күптән ваҡыт. Хәл иттем, ниңә бисә саҡырыуына эйәреп ҡайҙалыр китеп барырға, етәктәге быҙау түгелмен дә баһа! Боролам ошо ерҙә!”

 -  Нимә, туҡтап ҡалдың, атла! – Ҡара шаршау эсенән Лираның бойороулы тауышы ишетелде. 

       Йоҙаҡ һалынмаған ишекте шар асып уттары балҡып янған өйгә башта хужа-бикә керҙе, арттан ул эйәрҙе. Өй эсендә дөйөм тәртипһеҙлек. Кейем-һалым вай-ран килеп таралып, сәсрәп ята, иҙән һеперелмәгән, өҫтәл өҫтөнә йыуылмаған ҡа-шығаяҡ өйөлгән. Йорттарына саң ҡундырмай Гөлнәзирә, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәр-тип, тәҙрә төптәрендә гөлдәр сәскә ата. Ошо әрпешлекте күрҙе лә ризаһыҙ тана-уын йыйырҙы. Быны абайлап, күреп өлгөрҙө Лира.

- Бер нимәгә күңелем ятмай, тотҡаным ҡулымдан һыпырылып төшөп бара. Тамағыма ла аш үтмәй, ҡалын итеп кейенһәм дә, нишләптер өҙлөкһөҙ ҡалты-рата, йылына алмайым. Рәүеф өйҙөң ҡотон, йәмен, йылыһын, йәшәүҙең мәғәнәһ-ен үҙе менән алып китте һымаҡ. Әҙәм ҡәҙере үлгәс кенә беленә икән. – Йыйышты-рылмаған түшәгенә барып ултырған хужабикә боланың сәбәбен аңлатҡандай ти-рә-яғына ҡарашын һирпте лә карауаттың ялтыр башын усы менән һыпырҙы.  – Үткәндә Рәүеф ошонда еп таҡҡан да яйын тап килтереп аҫылынған. Еңел ҡотолдо. Йөрөмтәл ҡатыны менән ары ҡалғыһы килмәгәнгә, бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер. Ә минең ошо хәлдә лә йәшәгем килә, нишләптер, кемгәлер кәрәк булып, уны ҡурс-ып йәшәгем килә, тик уға хоҡуғым бармы икән, бына мәсьәлә ниҙә?!.  Иркен өйгә икәүбеҙ һыя алмайбыҙ, мин - бында, әсәйем - усаҡлыҡта. Атанғолға кире ҡайтам, тип йыйынып бөткән ерҙән ялынып алып ҡалдым уны. Бер үҙем ҡалғы килмәй. Тере сағында Рәүеф, кешеләр араһында йәшәп тә яңғыҙ ҡалыуың ҡурҡыныс, тип ысҡындырғайны һүҙ араһында. Һыуы ҡороған ҡоҙоҡ һымаҡ әсәйем менән һөйләшер һүҙҙәребеҙ бөткән, бына нимәһе ҡыҙғаныс. Мине яҡты донъяға тыуҙырған ғәзиз кешемә артыҡ булғас, тимәк мин бер үҙеммен, бер кемгә лә кәрәгем, хәжәтем ҡалмаған.

    Һылыу йөҙҙән ҡан әҫәре ҡасҡан, бүлтек ирендәр ҡыҫылғандар, күҙ аҫтары күгә-реп күренә.

      Ултырырға теләмәгәнгә иҙән уртаһында һерәйеп тороуын дауам итте лә урам яҡҡа ялтлап күренергә теләмәгәнгә тәҙрә ҡорғандарын ентекләп тартып ҡуйғас тауышын күтәрмәй генә һораны:

- Ниңә саҡырттың?

- Элегерәк, өйөккән эттәй уйнаш иткәндә ошо һорауыңды бирмәй инең түгелме?

-  Эйе бирмәй инем, мин дә һаташыулы төштән айыҡҡан һымаҡмын.

-   Һаташыулы төш? Хаҡлыһыңдыр. Һине ғәйепләмәйем, барыһына мин - кәнтәй ғәйепле. Бейә кешәнәмәһә айғыр яҡынламай, тигәнде ишеткәнең бармы? Әгәр шул бысраҡ бәйләнеште яңыртырға теләй икән был, тип уйлай ҡалһаң яңы-лышаһың. Бынан бүтән бик теләһәң дә яныма яҡынлатмаясаҡмын. Ошоғаса йәш-әгән көндәрем һин әле генә әйткән өндәге һаташыулы төшкә оҡшаш. Аҙғынлыҡ шаршауы күҙҙәремде бәйләгәндер, ҡолаҡтарымды томалағандыр, күрәһең…

- Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ҡасандан алып аҡылға ултырҙың әле?

- Көнө-төнө тынғылыҡ бирмәй йәнемде ашаған уйҙарымды ғына еткерәм. Аҡылға ултырмағанмын,  һаман да ташҡын ағымына эйәргән ихтыярһыҙ юнысҡы хәлендәмен.

- Нимә кәрәкте, саҡыртыуыңдың сәбәбен әйтә һал да, миңә ҡайтырға кәрәк, өйҙә ҡатыным көтә?! - Артыҡлап һүҙ ҡуйыртырға теләмәгәнгә тауышына ҡәт-ғилек, талапсанлыҡ һыҙаттары өҫтәп урынында тыбызыҡланы.

– Өтәләнмә улай, ҡатыным көтә, имеш, күҙгә ҡарап ялғанлайһың, һине бер кем көтмәгән һалҡын торлағыңа ҡайтырға өлгөрөрһөң. Һиҙемләүемсә һин дә өйөрөнән ҡыуылған ҡарт алирләндәй верандала йоҡлап йөрөйһөң. Ярай, уныһы һеҙҙең эш. Миңә тик бөгөн генә ярҙам ит тә, ары тормош һуҡмаҡтарыбыҙ мәңгегә айырылыр.

- Төн уртаһында ниндәй ярҙам ул тағы, елтәкәй?

- Елтәкәй? Бына миңә тәғәйен, тап-таман ҡушаматын да таптың. Ябалаҡтар ҡорбандарын ҡараңғыла аулаған һымаҡ бар гөнаһтар төндә, ҡараңғыла эшләнә.

-  Мин ябалаҡ түгел!

  Лира уны тәү тапҡыр күреп хәтерендә ҡалдырырға теләгәндәй итеп текәлде лә кибеп ярғысланған ирендәрен ялап ҡуйҙы:

- Юҡ, яңылыш әйттем, һин ябалаҡ түгел, иблис, гөнаһ иблисе!

- Төн уртаһында әрепләшер өсөн саҡырҙыңмы, әгәр шулай икән – пока! - Сығыу яғына боролғайны ғына хөкөмдарҙың өндәшеүенә оҡшаш ҡырҡыу тауыш туҡтатты:-    Һыпыртырға ашыҡма, ҡойроғоң мәке боҙона туңған бит һинең, һинеке лә, минеке лә… Кәрәк тирәкте йыҡтыра, тиҙәр, башҡа ярҙам итер яҡыным булмағанға ғына һиңә мөрәжәғәт итәм…

-    Йә, әйтә һал да, юғиһә сурытып сурытаһың!

-    Эңерҙә балам төштө...

- Нисек? – Аңламағандай таҫырайҙы.

- Ҡатын-ҡыҙҙың балаһының нисегерәк төшкәнен ишеткәнең юҡмы ни?

- Һин теге саҡ аборт яһатманыңмы ни?

 –    Ниндәй аборт ул тағы, ошоғаса ҡорһағымды корсет менән ҡыҫып йөрөн-өм. Шулайтып тыумаған баламды, бәпесемде ҡарында уҡ быуып үлтерҙем... - Бит-ен ҡушуслап бөгөлөп төштө. Яурынбаштар дерелдәй башланы. Бына һыҡтаған Лира ауырлыҡ менән ҡалҡты ла яй ҡыймылдап соланға сығып китеп үҙе менән ҡағыҙ ҡумта тотоп инде. Ҡулындағын иҙән уртаһына ултырғыс тартып шунда ҡу-йҙы. Үҙе урынына барып суҡайҙы, шунан иҙәнгә шыуып төшөп тубыҡланды. Йән-де баҫҡан ауыр тынлыҡ урынлашты. Шыбырҙап тиерлек әйтелгән һүҙҙәр ҡолағын зыңлата:

- Ир йынысынан ул. Тере тыуҙы. Фанилыҡта ике сәғәт кенә йәшәне. Шуға күңелемдән  генә исем дә ҡуштым. Быныһы һиңә мөһим дә кәрәк тә түгел.

-  Юҡ, мөһим, кем тип ҡуштың исемде?

-   Ғәзизйән уның исеме... Хәҙер уны зыяратҡа апарып ерләргә тейешһең. Бик үтенгәс әсәйем инеп ясин сыҡты, йыназа уҡыны.

- Зыяратҡа? Төндәме?

- Төндә.

- Кеше күҙенән ҡасыпмы? Ә нишләп көндөҙ түгел?

- Йәне, тәне таҙа булһа ла уйнаштан яралған зат бит ул. Тағы ошо хәлдән һуң ауыл халҡы миңә ҡырын ҡараясаҡ.

- Был эш закунныймы һуң? Бала тере тыуҙы, тиһең бит. Тимәк уның да әҙәмсә ерләнергә хоҡуғы бар. Фильшер Рәйсәнән баланың үлеме хаҡында ыспр-авка ла алырға кәрәктер, уның рәте шул, шунһыҙ кешене зыяратҡа сығарыу тый-ыла.

- Ҡасандан алып законға буйһоноп йәшәй башланың әле?! Ауырға ҡалғанымды бөтәһе лә белеп бөтмәй, башта әҙерәк шаулап алдылар ҙа баҫылдылар бит. Рәйсәгә лә мөрәжәғәт иткәнем булманы, медпунктта ауырлыларҙың иҫәбендә лә тормайым.  - Бойорғандай әйтте. - Теге саҡ Рәүефтең әйткәндәрен онотмағанһ-ыңдыр бит? Беҙгә башҡаса килеп йөрөйһө булма, ишектән дә кәртә артынан да, тине бит әле ул!  Минән шул һүҙҙәрҙе ҡабатлатма, бар, әйткәнде эшлә, шунан беҙ-ҙең өйгә юлды онот!

  Апаруҡ тос ҡумтаны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып ҡайтып, ҡараңғы-юҡта һәрмәнеп, осло башлы көрәкте, ләхетлек таҡта киҫәген тапты ла  ҡараңғы булһа ла кәртә аҫлатып зыярат яғына ҡарай йүнәлде. Мәсет янындағы аҡ таш уға аҙым һайын аяҡ салып аптырата ине, хәҙер һуҡмағындағы һәр нимә эләктереп, тартып, семетеп ҡалырға тырыша, абынып йығылып китә лә ҡабат ҡалҡып алға ынтыла, ташҡа бәрелгән тубығы дыулай, асыҡ ерҙәрен әле һулырға өлгөрмәгән кесерткән саға. Ҡумта эсендәге мәйет ҡымғырлағандай итте. Тереме икән әллә? Шул уйынан тәне зымбырҙап китте. Туҡталды, тыңланғандай итте. Юҡ, бер ни ҙә юҡ, бары йөрәге күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп һуға икән дә баһа. Зыярат ҡапҡаһын таба алмай бер килке аңҡы-тиңкеләнеп ҡаңғырҙы ла кәртәнән ек табып шыуышып эс яҡҡа үтте. Ауылда йола шундай - һәр ара үҙ кешеләрен билдәле бер урынға ерләй. Тоҫмал менән үҙ-ҙәренекеләрҙең ҡайҙа ятҡанлығын билдәләп алды ла шул тарафҡа китте. Атлауы бигерәк яйһыҙ, ниндәйҙер түмәләстәргә барып менеп китә, ҡәбер таштарына элә-гә, йә бәрелә. Шаңҡығанлыҡтан, иҫәңгерәгәнлектән ҡурҡыу тойғоһон тамам онот-то, һеңгәҙәгән зиһене генә нимәнелер эшләргә ҡуша, алға әйҙәп хәрәкәтләндерә. “Минекеләр ошонда ятырға тейеш...” Сираттағы ҡәбер кәртәһенә килеп терәлгәс кеҫәһенән шырпы сығарып тоҡандырырға маташты. Һыуланып бөткән салбар ке-ҫәһендә ятҡан еүеш ҡапҡа шырпы бөртөгөн ҡабат-ҡабат сыйһа ла файҙа сығара алманы. Оҙаҡ мәшәҡәтләнде шулай. Йонсой-этләнә торғас һуңғы бөртөк ауырлыҡ менән тоҡанып китте.  Усындағы һүрән яҡтылыҡ сығанағын ҡәбер ташына йүнәл-ткәс тотлоға-тотлоға уҡыны: “Иш-мө-хә-мә-т Иш-ҡәле улы Бая-зи-тов... Шөкөр... Таптым...”   Көрәк менән тәрән булмаған соҡор ҡаҙығас ҡумтаны, ләхет таҡтаһын шунда төшөрөп тупраҡты ҡулдары менән ышырып күмә башланы. Бына, ниһай-әт уның да балаһы тыуҙы, тыуҙы һәм мәрхәмәтһеҙ ерҙә иблис тоҡомонан булған ата-әсәһе менән йәшәргә теләмәй фанилыҡта артыҡлап тотҡарланмай әхирәткә күсте. “Улым…” Тамаҡ төбөнән ғырылдауға тартым өн һығылып сыҡты. Шуны ғы-на көткәндәй ҡараңғы бейеклектән ошоғаса аҙға ғына туҡталып торған ямғыр шым-шырыҡлап ҡабаттан яуырға тотондо. Уның да тамағын әсеткән төйөн һыты-лды ниһайәт, еүеш тупраҡҡа бысранған ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап бөгөлөп тө-штө лә үкһеп илап ебәрҙе. Бер аҙҙан сәстәре еүешләнде, биттәре буйлап һалҡын тамсылар һырғаланы, еүеш кейеме тәненә һылашып тәнен өшөттө. Юғарыға ҡар-ағайны - көтмәгәндә баш осондағы болоттар уртаға йәнселеп унан һарғылт ай ер өҫтөн аҙға ғына һарғылт нурҙарға ҡойондорҙо ла уның күләгәһен шайтан һынына әүерелдереп әле генә күмгән ҡәбер өҫтөнә йәйҙе, йәйҙе лә күҙ менән ҡаш араһын-да юҡҡа ла сыҡты. Сыҡҡан сағында ниндәйҙер бейек үк тимер кәртәгә барып тер-әлде, ары алға үтер сара тапмағас һонолған ҡулы һәрмәп тапҡан ишекте асып эс-кә үтте… һәм мурҙаға килеп ингән шамбылай тоҙаҡҡа эләкте, уңға ҡайырылһа ла кәртә, һулға һонолһа ла ҡулы һалҡын тимер рәшәткәне һәрмәй. Оҙаҡ әйләнгелә-не кәртә эсендә, тик ни сәбәптәндер ингән ҡапҡаһын табып аса алманы. Аптырағ-ас урталыҡҡа ынтылғайны бите ярым айға килеп терәлде. Һалҡын тимергә ирендәрен тигеҙҙе лә күңеленән ялбарҙы: “Аллам, ҡотҡар мине был бәләнән, ҡотҡар, үтенеп һорайым, ҡотҡар, гөнаһтарымды кисерә алһаң ярлыҡа. Әйтеү итеп әйтәм, тәүбәгә киләм, мин башҡаса, сит-яттарҙы йәберһеткән, рәнйеткән гөнаһтарға һис ҡасан бармам, әҙәмсә йәшәп, әҙәмсә әхирәткә күсергә тырышырмын…” Шул мәл күктәге болот ҡап уртаға ярылып китеп баяғы һарғылт ай күренеп зыярат эсен, баяғы үҙе асып ингән, әле ярым асылып күренгән кәртә ҡапҡаһын бер аҙға ғына яҡтыртып ебәрҙе…

     Ҡайтҡан сағында бер аҙ бара ла туҡтап ҡала, йә тубыҡтарын ҡосаҡлап сүгәләп төшә; йөрәге алҡымына килеп тығылғанлыҡтан тыны быуыла, бушаҡ, көсө ҡайт-ҡан быуындары таралып баралар. Күңеле бер үк һүҙҙәрҙе тыҡып иңрәй: “Тегендә, зыяратта ярлыҡау һораһам да Тәңре, ал минең йәнемде, ал, йәшәүҙән туйҙым та-мам, тормошомдан екһендем!” Күк ҡабағы асылғандай төн бер мәлгә генә баяғыл-ай балҡып китте лә, ошо мөхиттә ыҙаланып йәшәйһең бар әле, тигәндәй, ҡараңғы билдәһеҙлеккә йүнәлгән ҡойоло, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡтың бер өлөшөн яҡтырт-ты. Ирекһеҙҙән аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре тартып мәсет-клуб яғына ҡарай ыңғайл-аны, йәнһеҙ, хәрәкәтһеҙ булһа ла хас дошманына әүерелгән таштың өҫтөнә барып ултырҙы. Ғәжәбенә ҡаршы, ҡасып-боҫоп булһа ла әҙәмсә ғәмәл ҡылғанын хуплағ-андай, ошоғаса өшәндергес һалҡынлыҡ бөрккән таштан был юлы йылымыс йыл-ылыҡ килеүен һиҙҙе. Әллә үҙенең күшеккән тәне уттай янып барғанға шулай той-олдомо, белмәҫһең…

    Ҡайтып инде, мәгәр ут ҡабыҙып маташманы. Ҡабаттан маңлайын усы менән ҡарманы, ул ысынлап та ипкен бөрккән мейес ҡуҙылай янып бара, күҙ алмалары соҡорҙарынан атылып сығырға әҙер. “Ауырыйым шикелле. Юҡ, миңә бирешергә, бәлйерәргә ярамай, ярамай!..” Һәрмәнеп һыуытҡыстан араҡы шешәһен килтереп сығарҙы ла тонсоғоп эсергә керешеп китте, ауыҙы ситенән һарҡҡаны күлдәген еү-ешләп түбәнгә һарҡты. Бына ул шешә төбөндәге менән сәстәрен, муйынын ыуҙы ла сөйҙәге тиртунды табып ҡатынының карауаты эргәһенә иҙәнгә ятып бөгәрлән-де.

 Иртәнсәк Гөлнәзирә уны ҡулы менән түгел аяҡ остары менән төрткөсләп уятты:

- Бөгөн таңға саҡлы ҡайҙа темеҫкендең, төн ҡарағы, кемдең малын тамаҡланың? - Һуңғы йылдарҙа ҡыйыулана төшкән ҡатыны күҙҙәренә тура ҡараны.

 Йәшереп маташманы:

– Бөгөн төн улымды ерләп ҡайттым. Ғәзизйән улымды. Тағы ла һорауың бармы?

– Өйләнешкәндән алып тәүге тапҡыр алдашманың. Шуныһына рәхмәт...

   Ҡояш ҡалҡыуға әүеҫлек аҫтынан апаруҡ йыуан ҡарағас һайғауын табып алып бер осон ослап, икенсе осон ялпаҡлап сабып унда улының исемен, тыуған һәм ба-ҡыйлыҡҡа күскән көнөн сыймаҡланы ла иң аҫҡа Иштуған улы, тип өҫтәне. Бер ҡу-лына шул беләк буйы ағас киҫәген тотоп, икенсеһенә балта алып зыяратҡа йүнәл-де. Ғәжәпкә ҡаршы уның был ҡылығын ауыл күләмендә ғәйбәтләүсе табылманы. Йәшерен гөнаһын алдан һиҙгәндәрҙер, белгәндәрҙер, бәлки. Иртәгеһен ҡапыл ғы-на үлеп киткән Гөлйыһан ҡарсыҡ та зыяратҡа күсте. Был юлы инде ҡасып-боҫоп аҙапланманы, төндә улын ерләгән көрәкте яурынына һалып, башҡа ауыл ирҙәренә эйәреп, зыяратҡа сыҡты. Лира менән уға ҡарата ҡаты, мәрхәмәтһеҙ ҡыланһа ла күңеле йомшаҡ булғандыр күрәһең, ҡарсыҡтың ятыр урыны йомшаҡ, ҡомло ине, ҡаҙып йонсоманылар, һирпеп һоҫоп ҡына алды ла ҡуйҙылар.

 

                                                                  6

 

  Киләһе йыл йәй аҙаҡтарында Лира тәрбиәгә малай алып ҡайтты. Башҡалалағы балалар йортонан алған, тигән хәбәр сыҡты ауылда. Беренсе сентябрь көнө иртә таң менән Лираны мәктәп яғына киткән тыҡрыҡ ауыҙында тап итте. Ул 8-9 йәштәр тирәһендәге малайҙы етәкләп мәктәпкә китеп бара ине. Бөхтә итеп кейенеп алған, ҡулына ҙур гөлләмә тотҡан  ҡатма малай уны күреү менән ҡурҡҡандай ҡыланып бер яҡҡа тартыла бирҙе. Лира тегенең башынан һыйпап ҡосаҡланы.

- Һаумыһығыҙ, Лира? - Арауыҡ һаҡларға теләгәнгә рәсми иҫәнләште.

- Үҙең ни хәлдә йөрөп ятыш, Иштуған? - Лира йылмая биреп яуапланы ла малайына өндәште. - Ағай менән һаулыҡ һораш, улым!

- Здравствуйте, - тине, тегеһе.

- Башҡорт ул, исеме Әлфәрит, тегендә тәрбиәләнгәс телде белеп еткермәй.

-    Альфред, меня так зовут! – Малай үпкәләгәндәй итеп төҙәтә һалды.

-  Альфред матур исем, әммә беҙҙең өсөн Әлфәрит булырһың, йәме?

-   Назовите, как хотите, не против! – Малай ҙа ҡайтымһаҡланды.

- Нисек йәшәйһегеҙ?

- Иҫ китмәле шәп. Бына әле икәүләп белем байрамына китеп барабыҙ. Йортома ҡот ҡунды, йәшәүемә тел менән аңлата алмаҫлыҡ мәғәнә һалынды. - Лира шулай тине ла башын ғорур тотоп ары атланы. Уны бындай ҡиәфәттә күреп өйрәнмәгәнгә урынында һенағастай ҡатып торҙо ла ҡалды.

 

       Тағы ла бер йыл үтте. Күрше ауылдан ҡайтып төшөп кенә тора ине, кемдер ишек шаҡыны. Сыҡһа - Әлфәрит.

- Һаумы, улым?

- Һаумыһығыҙ. - Малай был юлы башҡортсалап яуапланы ла йомошон әйтергә уңайһыҙланғандай туҡталып ҡалды.

- Ни йомош, берәй ярҙам кәрәк булып киттеме әллә?

- Әсәйем сирләй, килеп сыҡһын әле, ти.

Уңайһыҙланғандай ҡатынына һирпелде, уныһы ыңғай яуапланы:

- Барып сыҡ, бик етди сирләй тиҙәр уны. Әйтере барҙыр.

 Блантҡа ингәйнеләр Әлфәрит усаҡлыҡ иҫәпләнгән бәләкәй йорт яғына ымла-ны:

 

- Өйҙә түгел, шунда ята. Хәҙер ике көн сығып күренгәне юҡ.

- Ә үҙең нисек туҡланып йөрөйһөң һуң?

- Икмәк-май бар әлегә. Сәй ҡайнатып эсәм.

      

Ҡояш төшмәгәнгәлер усаҡлыҡтың эсе ярым ҡараңғы. Инде лә урынында туҡ-талып ҡалды.

- Килдеңме, Иштуған?.. Бына, бынауында ултыр…

 Артһыҙ ултырғысты алып шунда һаҡты.

- Бына, сырхап киттем әле, көтмәгәндә, - тине Лира ғырылдаҡ тауыш менән.

- Бөтә кеше лә ауырыштырғылап ала инде ул, ауырып ала ла сәләмәтләнә.

- Минең ундай сир түгел шу. Сирҙең үлемеслеһенә юлыҡтым, шуны һиҙәм... Нишләп һине саҡырттыммы?.. Башҡа өндәшер яҡыным булмағанға. Ауылда һин дә, Әлфәрит. Ә баланы хафаға һалып бөтәһен дә һөйләй алмайым. Ике аҙна элек йыйыштырыусы Мәстүрә апай менән клубты йыуып алырға иткәйнек. Шун-да сәхнә артындағы стеналағы тутыҡҡан ҡаҙауға ҡулым һыҙырылғайны. Ғәҙәти сыйылыуға хисаплап эшкә һынамай йөрөгән ярам эренләп аҙҙы ла китте. Фильшер Рәйсә килеп ҡарағайны, кисекмәҫтән район балнисына барырға кәрәк, ти. Әле ылау эҙләп шуның артынан сығып китте, хәҙер килер ул. Сирем үлемесле, унан ҡотолоу юҡ. Ҡулым һыҙырылған мәлдә нишләптер иң тәүҙә шул уй башыма килгәйне. Ғәфү ит, бер генә үтенес менән саҡырттым һине. Үлә-нитә ҡалһам, Рәүефемдең янына ҡуйығыҙ. Тағы Әлфәрит кемгә ҡала инде?..

     -   Ә мин ҡәбер таҡтаһына Ғәзизйән тип яҙһам да беренсе улым тыуһа Шатморат тип исем ҡушырға хыяллана инем. Беҙҙең тоҡом сылбырында ошондай ма-тур исем бар, шуны мәңгеләштерергә ине иҫәп.

     -   Һәр кем үҙенсә хыяллана был йәшәйештә. Балалар йортона барғайным, ҡаршыма ошо бала килеп сыҡты ла күҙҙәремә төбәлеп әйткәне шул булды: “Мине алырға килдеңме, апай, ә минең исемем - Альфред!” Уны үҙ баламдай күреп эйәрттем дә ҡайттым. Иң бәхетле көндәр бүләк итте ул миңә. Үкенесле, һуңлап ҡорған ҡотло, бәрәкәтле донъям ҡала. Тик кемдең ҡулына ҡала, бына бер бәлә. Әгәр бирһәләр малайымды уллыҡҡа ал да ҡуй. Өйөгөҙгә йәм, яҡтылыҡ алып килер. Эргәңдән ебәрмә уны. Ә беҙҙең икебеҙгә килгәндә изге йортто бысратып гөнаһтың юйылмаҫтайын ҡылдыҡ, ярлыҡау юҡ беҙгә... һәм һуңғы үтенесем – зыяратҡа алып барғанда мине саҡҡа ғына теге аҡ таш янында туҡтатып үтегеҙ...

-   Аңлап етмәнем әйткәнеңде?

-   Һәр енәйәтсе иртәме-һуңмы үҙенең енәйәт ҡылған еренә бара. Беҙҙәге гөнаһлылар шул урындан ҡуҙғалалар тамуҡҡа...

-   Тере килеш ожмах, тамуҡ хаҡында һүҙ алып бармайыҡ әле!

-    Уйымдағын әйттем, ҡабул итеү, итмәү һәр кемдең үҙ ихтыярында...

       Уңғансы ишек ауыҙында Рәйсә күренде.

      Фельдшер уны еңенән тартып кәртә яғына алып китте лә борсолоулы бышыл-даны:

-  Күреп сыҡтың бит инде, Лираның хәле шәптән түгел. Һыҙырылған ҡулы аша тәненә инфекция күскән, медицина теле менән әйткәндә – заражение крови. Сәлә-мәтлеге көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәрә. Тегендә ебәреүҙән дә файҙа күрмәйем. Шу-лай ҙа нимә лә булһа эшләргә кәрәк бит, “Скорый”ҙы саҡырттым.

        Әлегә, әсәйең балниста саҡта беҙҙә йәшәп тор, тип Әлфәритте эйәртеп үҙҙәр-енә алып ҡайтты.

     Бер аҙнанан Лираны теге, таныш “Тиҙ ярҙам” машинаһы үле килеш тейәп кил-терҙе. Мәрхүмәне Рәүефтең эргәһенә ерләнеләр. Ә уллыҡҡа алыуға килгәндә күп-ме генә тырышып документтар юллап, дәлилдәр килтереп ҡарамаһын, уға ауыл-даштары, күрше-тирәһе ышаныс күрһәтмәгәс Әлфәритте ҡайҙалыр алып киттел-әр. Хушлашыр алдынан малайҙы район үҙәгенә алып барып баштан-аяҡ кейенде-рҙе, усына кеҫәһендә йөрөткән аҡсаны йомарлап тотторҙо. Әлфәрит автобусҡа ултырырҙан алда янына килеп аяғынан ҡосаҡланы ла күҙҙәрен йәшкәҙәтте:

- Минең һеҙҙән башҡа бер кемем дә юҡ. Мин һеҙҙе бер ҡасан да онотмам, хаттар яҙырмын!

Ҡайҙа инде, Әлфәрит һыуға ырғытылған таштай юҡҡа сыҡты, вәғәҙәләгән хаттар ҙа килмәне…

       Балтаһы һыуға төшөп йөрөгән көндәрҙә кеше менән аралаша һалып бармаған йомоҡ Гөлнәзирәһе барыһын аптыратып изге эш ҡылды - һығылып торған табын әҙерләп Лираның өсөн, етеһен, ҡырҡын, һуңынан йыллығын уҡытты, мул итеп хә-йер өләште.

 

Дауамы бар. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: