Һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә Александра тигән бер мәрйә ауылдан-ауылға йөрөп кейем-һалым, башҡа ваҡ-төйәк һатып йөрөгән. Баймаҡ, Сибай яғынан килгәндер инде. Мәрйә үҙе бик фырт кейенеп йөрөгәндер инде. Исемен әйтергә теле әйләнмәгән ололар уны "Әлексәнкә" тип йөрөткән. Аҙаҡтан фырт кейенеп йөрөүселәргә ҡарата ҡулланыла башлаған был һүҙ. Фәйзрахман ағай һөйләүенсә, Александраның тормошона бәйле лаҡап та билдәле булды. Бер мәл Александраны ире улын эйәртеп ташлап сығып киткән. Ҡатын ауыл халҡына ошо хәлде: "Лукьян провались, Андрея жалко..." — тип зарланған, имеш. Был һүҙ лаҡапҡа әүерелеп, кешеләр урынлы-урынһыҙға, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, шуны ҡабатлаған.