Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Август 2019, 14:37

Һеҙ һутланып бешкән алма икән! Һәр кем бәхеткә ынтыла.

Үткәнендә һандар менән бер аҙ төшөндөрөргә тырышҡайныҡ, 40-50 йәштән һуң яңғыҙ ҡатындар күбәйә, ә ир-ат кәмей бара. Был күренеш шаулап торған баҙарҙы хәтерләтә. Күбеһе ҡыҙарып бешкән алма килтергән. Тимәк, хаҡы ла ҡиммәт түгел. Ә бына ҡыҙыл сөгөлдөр һәм кишерҙе эҙләштерергә тура килә. Анауында бар, тиҙәр, тик хаҡы яҡын барырлыҡ түгел.

Сағыштырыу урынһыҙыраҡ тойолор, ләкин ошонан да яйлырағын тапманыҡ. Ярай әле, танышыу клубтары, димселәр, әхирәтәр бар, шулар ярҙамға килә. Бер мәл һис уйламағанда үҙем дә димсе була яҙҙым. Мөхтәрәмә әбей күптән түгел яңғыҙ ҡалғайны, шул ҡарсыҡ осрайһы итте. Һүҙ юҡтан һүҙ булһын, тип:
– Инәй, һаман яңғыҙһыңмы, ҡыйын түгелме? – тигән һорау бирҙем. Әбейем иң тәүҙә билен турайтты, йөҙөн һыпырҙы, сәстәрен рәтләне һәм:
– Әллә берәй кешең бармы, димләйһеңме әллә? – тип, мөлдөрәп өндәште. Яңғыҙлыҡтан биҙрәп, аптырағандан, өмөт менән янған күҙҙәрҙе күргәс, уф, ҡайҙан һораным, тип уңайһыҙланып ҡуйҙым.
– Юҡ, юҡ, – тинем мин. – Хәлеңде генә белешеүем.
– Хәлем шул инде, яңғыҙмын. Балалар ҡайтмай. Әллә һинең берәйһе бармы, тип уйлағайным.
Яңғыҙлыҡ кемдең генә үҙәгенә үтмәй икән. Шуны иҫтә тотоғоҙ, кемде лә булһа йортҡа индереү, бергә тормош ҡороу, йәштәргә лә, өлкәндәргә лә үҙе бер етди һынау. Һеҙҙең биләмәгә бығаса белмәгән сит-ят кеше керә, ул башҡа ҡағиҙәләр буйынса йәшәп өйрәнгән, хатта үҙ ҡанундарына һеҙҙе буйһондороу теләге лә юҡ түгел. Ә һеҙ үҙе баш, үҙе түш көн итеп өйрәнгәнһегеҙ, уның закондарына таянып йәшәү һеҙҙең уйығыҙҙа ла юҡ. Бындай осраҡта нимә эшләргә? Һеҙ әлегә өндәшмәгеҙ, шым ғына күҙәтеп, уны өйрәнеү осорон кисерегеҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең компьютерығыҙ берәү генә, уныҡы – бөтөнләй юҡ. Килеп кереүенә бер ай үтмәне, ә ул һеҙҙең компьютерға һонола. Ипле генә туҡтатығыҙ, ана, телевизор уныҡы, без лимита, ә кеҫә телефонын, яҙышыуы уңайһыҙ булһа ла, әйҙә, күңеле булғансы тотонһон.
Эшкә барһаң, ишек төбөндә үк әхирәттәрең көтөп тора, күҙҙәренә, биттәренә, кәүҙәләренә һорау билдәһе яҙылған: “Һөйлә әле, һөйлә, төн нисек үтте?”. Һеҙ ике ут араһында. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һеҙ һайлаған ир Брюс Уиллис та, Стивен Сигал да түгел. Ифрат ауыр һорау, быға яуап биреү өсөн иң киң фантазиялар ҙа етмәй. Ә әхирәттәр ентекләп, тәфсирләп, хатта арттырып һөйләүгә өҫтөнлөк бирә. Ирҙең көткәндәрен аҡлап булыр, ә бына әхирәттәргә ошоно нисек итеп бик кәметмәй, йә арттырмай еткерергә һуң? Бының бер генә юлы бар: һеҙ серле генә итеп йылмайығыҙ. Йылмайыуығыҙ һеҙҙең күңелегеҙҙең киңлеген, бәхетегеҙҙең ашып барыуын һәм һәр төндән генә түгел, тормоштан, ғөмүмән, ҡәнәғәт икәнлегегеҙҙе күрһәтһен. Эйе, бәхетле һәм серле итеп йылмайығыҙ, тик бер ни ҙә өндәшмәгеҙ. Был хаҡта һеҙ үҙегеҙ генә белергә тейеш. Шуға күрә был осраҡта һүҙҙәр артыҡ. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй шул.
Читайте нас: