Кәрәк була:
ҡабаҡтар - 2 кг.;
шәрбәтле борос - 1 кг.;
һарымһаҡ - 15 теш;
көнбағыш майы - 0,5 стакан;
томат пастаһы - 400 гр.;
ҡара борос - 5-6 бөртөк;
лавр япраҡтары - 5-6 бөртөк.;
9%-лы уксус - 0,5 стакан;
шәкәр - 2/3 стакан;
тоҙ - 1 аш ҡалағы.
Әҙерләү:
1. Ҡабаҡтарҙы әрсеәйбеҙ һәм орлоҡтарынан таҙартабыҙ. Шәрбәтле боросто йыуабыҙ, орлоҡтарын алабыҙ, оҙонсай итеп ҡырҡабыҙ.
2. Кәстрүлгә ҡабаҡтарҙы һәм боросто һалабыҙ. Тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы, томат пастаһы һәм 1-2 стакан һыу өҫтәйбеҙ.
3. 40 минут быҡтырабыҙ. Бешеп сығырға күп ҡалмағас, ваҡланған һарымһаҡ, ҡара борос, лавр япраҡтары һәм уксус өҫтәйбеҙ.
4. Ҡайнар лечоны банкыларға бүлеп һалабыҙ, ябабыҙ.