Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Август , 11:20

Аллаһҡа тапшырам...

Уға һаҡланыуға бирелгән юғалмай. 

Аллаһҡа тапшырам...
Аллаһҡа тапшырам...

Хәҙрәт Ғүмәр бер мәле улын яурынына ултырҡан бер ирҙе күрә. Ир менән улы йөҙҙәре менән бер-береһенә шул тиклем ныҡ оҡшағандар, хатта хәҙрәт Ғүмәр «Сүбеханаллааһа» — тип түҙмәй көлөп ебәрә: «Улын үҙеңә шул тиклем оҡшаған, бына ҡап-ҡара ҡарға балаһы ҡап-ҡара ҡарға инәһенә оҡшаған кеүек. Малайың шул тиклем үҙенә оҡшаған, тас бер бәләкәй һуйып ҡаплаған атаһы».

— Әй, мөьминдәр әмире! Һеҙгә бер тарих һөйләйем әле. Әгәр тыңларға теләһәгеҙ бынан да иҫ киткесен һөйләйем, ни эшләп миңә оҡшағанын. — Һөйлә әйҙә. – ти хәҙрәт Ғүмәр. - Был бала әсәһенең ҡорһағында булғанда миңә сәфәргә сығырға тура килде. Өйҙән юлға сыҡҡан мәлдә мин доға ҡылдым: «Йә Аллаһ, Һиңә аманат итеп ошо әсәһе ҡорһағында ятҡан, әле тыумаған баланы ҡалдырам, һаҡла үҙен, Һиңә тапшырҙым.» – тип әйтеп сығып киттем. Бер-нисә айҙан ҡайтһам, туғандарым әйтәләр: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һин киткәс йөклө ҡатының ауырып китеп, үлеп ҡалды».

Ағайым менән ҡәберлеккә, ҡатыным ятҡан ергә барҙыҡ. Ҡәбер эргәһендә ултырабыҙ... сеү, бер мәле ҡолағыбыҙға бәләкәй баланың илаған тауышы ишетелә. Сүбеханаллааһ! Ҡәбер эсенән ишетелә! Ҡабаланып ҡәберҙе ҡаҙып, астыҡ... Ни ғәжәп. Был тере баланы күрҙек һәм үлгән ҡатыным ятҡанын. Үле ҡатынымдың кәүҙәһе берҙә ҡараймаған һәм серемәгән. Тере саҡта нисек — шул көйө, ә бала ҡатынымдың имсәген имә. Был бала ҡәбер эсендә тыуған һәм әсә һөтөн имеп ятҡан!

Баланы йәшәгән ергә алып ҡайтып ғалимдарға күрһәттем. Улар «Һин сәфәргә сыҡҡанда берәй доға уҡыныңмы? Нисек уҡының?» тип һораны. «Әйе, ошо тыумаған баланы Һиңә (Аллаһҡа) тапшырҙым, тип доға ҡылдым», - тим. Ғалимдар шулай тип яуап ҡайтарҙылар: «Аллаһҡа ҡалдырған аманатың — улың, әгәр ҡатыныңды ла Аллаһҡа өмөтләнеп ҡалдырған булһаң, ул да тере булыр ине...».

Донъяғыҙҙы, балаларығыҙҙы, ир-ҡатынығыҙҙы, малығыҙҙы, хатта берәй әйберегеҙҙе юғалтмайым тиһәгеҙ — ошо доғаны уҡығыҙ.

«Әстәүди ғүкүмү ллааһа әлләҙи ләә тәдииғү үә дәәиғүһү».

«Аманат итеп Аллаһҡа бирәм, Уға һаҡланыуға бирелгән юғалмай».

Аллаһҡа тапшырам...
Аллаһҡа тапшырам...
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: