90-сы йылдар уртаһында Мостай Кәримдең Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров хаҡында мәҡәләһен уҡырға тура килгәйне. Мостафа Сафа улы Аҡназаровтың Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе булып эшләгәндә район һәм ҡала етәкселәренең, партком секретарҙары, ҡала-район советтары рәйестәренең ҡатындарының, балаларының исемдәрен яттан белеүе хаҡында һоҡланып яҙғайны.
1999 йылдың йәйендә Өфөлә “Башҡортостан” гәзитендә эш башланым. Иң беренселәрҙән булып Зәкәриә Шәрәфетин улы шылтыратты миңә. Ағайға оҙаҡламай 75 йәш тула, ошо айҡанлы гәзиттә мәҡәләләр биреп булмаҫмы икән? Элекке премьер-министрҙың хеҙмәттәштәре, дуҫтары әле иҫән, гәзит битендә уның тормош юлын яҡтыртырға булдыҡ.
Аҙаҡ ағай үҙем тураһында һораша башланы. Стәрлебаштан икәнлегемде белгәс: “Ҡара әле, Кинйәбаев тигән колхоз рәйесе бар ине, әллә һин шуның улымы?” – тип һораны. “Эйе”, – тинем мин. Ағай ҡыуанды: “Мин шулайҙыр, тип уйлағайным да. Мин бит һеҙҙә ҡунаҡ булып киттем. Арыҫланғолов менән (Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы, 70-се йылдарҙа партияның Стәрлебаш райкомы 1-се секретары) барғайныҡ, атайың менән әсәйең бик ҙур муйыллыҡта һыйланы. Онотҡанмын, атайың ҡайҙа булды ул?”. Миңә атайымдың 1974 йылда вафат булыуы хаҡында әйтергә тура килде.
Ауылға бер ҡайтҡанымда ошо хаҡта әсәйемә лә һөйләнем. Аптыраным, әсәйем өндәшмәй. Булғандыр инде, тине лә ҡуйҙы. Аҙаҡ ентекләп төпсөй башлағас: “Атайың был хаҡта берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты”, – тип өҙҙө лә ҡуйҙы.
Ҡуй инде, атайым өндәшмәҫкә ҡушҡан, ә мин, асыҡ ауыҙ, ошо хаҡта яҙып ултырам. Ярай, йәндәре йәннәттә булһын. Ғәфү итә күрһендәр инде. Үҙҙәрен иҫкә төшөрөргә бер һылтау ғына булды.