Әҙәбиәттебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе үҫтерер генә түгел, халыҡты туплар, яҡты киләсәккә илтер көскә эйә - «Ағиҙел». Журналдың 2025 йылғы йомғаҡтарын барлау кисәһе йәнә ошоға бер дәлил булды. Әҙәбиәт алға бара, үҫешә, һүҙҙең ҡәҙере арта. Был хаҡта фекере менән БР халыҡ яҙыусыһы, баш мөхәрриребеҙ Мөнир Ҡунафин уртаҡлашты.
«Һуңғы 4 йыл һүҙ көсөнөң тағы ла әһәмиәтлерәк, ҡәҙерлерәк була барыуын аңлайбыҙ, ул алғы һыҙыҡта булған теләһә ҡайһы снарядтан да көслөрәк», — тип белдерҙе баш мөхәррир.
Һүҙ көсө яугирҙәрҙе фронтта алға әйҙәй, халыҡта киләсәккә яҡты өмөт-ышаныс уята. «Ирҙең даны - иленән» конкурсы ла бөгөнгө илебеҙҙә барған мөһим ваҡиғаларҙы яҡтыртыу, МХО һалдаттарына һәм уларҙың ғаиләләренә рухи яҡтан терәк булыу маҡсатында үткәрелде. Бәйгелә призлы урындарға БР Милли әҙәбиәт музейы белгесе Зөлфирә Ҡарағужина, Ғафуриҙан мәрхүмә шағирә Лилиә Миниязова, телсе-ғалим Фәнзил Санъяров лайыҡ булһа, шағирә Айзилә Мортаева еңеүсе тип танылды. Уларҙың һәр ҡайһыһына республика нәшриәт йортонан һәм Яҙыусылар союзынан бүләктәр тапшырылды.
Журнал шулай уҡ матур йолаһынан тайпылмай, йылдың иң шәп ижадсыларын лауреат исеме һәм премиялар бүләкләне. 2025 йылғы лауреат исеменә шиғриәт өлкәһендә БР халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, шағирә Римма Ғәлимова, проза өлкәһендә - БР-ҙың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова һәм мәрхүм ҡәләмдәшебеҙ, яҙыусы Рәлис Ураҙғолов лайыҡ булды.
«Бөгөнгө әҙәбиәтте «Ағиҙел»дән тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел, Яҙыусылар союзы журнал менән һәр саҡ бергә. «Ағиҙел» — ул республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә һирәк журналдарҙың береһе, бындай әҙәбиәт баҫмалары илдә өсәү генә», — тип баһаланы «Ағиҙел»дең бөгөнгө эшмәкәрлеген БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Журналға йыйылған һәм баҫылған һәр әҫәр — әҙәбиәтебеҙ үҫешенең күрһәткесе. Әйтәйек, бөгөн редакцияла 5 роман баҫтырыуға сиратҡа ҡуйылған. Ә башҡа жанрҙарға ижадсыларҙы йәлеп итеү өсөн «Ағиҙел»дә конкурстар үткәрелә, дәртләндереү саралары булдырыла. Мәҫәлән, быйыл яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова менән берлектә уҙғарылған фантастик әҫәрҙәр конкурсына приз фонды 100 мең һум тәшкил иткән. Конкурста еңеүгә билдәле яҙыусы Наил Ғәйетбаев лайыҡ булды, 2-се урынды — Гөлнәзирә Ҡашҡарова, өсөнсөнө Риф Йөҙлөкбаев яуланы.
«Ағиҙел» быйыл бихисап проекттар булдырып, интернет селтәрендә лә уҡыусыларҙы йәлеп итте. Шағир Рәшит Зәйнуллиндың «БашРедактор» нәшриәте менән берлектә үткәрелгән «Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсы райондарҙа эшләп килгән берекмәләрҙе барлау, интернетта эштәренә баһа биреүҙән ғибәрәт ине. Киләсәктә был йәһәттән эш дауам итәсәк. Конкурс һөҙөмтәһе булараҡ, Ғафури районының «Мағаш» тауышы әҙәби ойошмаһының йыйынтығы баҫтырыласаҡ. Кисәлә Рәшит еңеүселәргә 50 дана китап сығарыуға сертификат тапшырыу ҡыуандырҙы.
Республика көнө айҡанлы үткәрелгән шиғыр һөйләү бәйгеһе лә «Ағиҙел» йылъяҙмаһында айырым урын алыр, моғайын. Конкурсҡа республиканың төрлө тарафтарынан иллеләп бала ҡушылды. Иң-иңдәрен редакция ағзалары һайлап алды. Кисәлә еңеүгә лайыҡ булған Ауырғазы, Мәләүез, Өфө уҡыусыларының ялҡынлы сығыштары береһен дә битараф ҡалдырманы.