Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь , 21:50

Республика көнө айҡанлы конкурс еңеүселәре билдәләнде

Хөрмәтле дуҫтар, конкурс тамам!

Республика көнө айҡанлы конкурс еңеүселәре билдәләнде
Республика көнө айҡанлы конкурс еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы «Ағиҙел» журналы төркөмөндәге патриотик шиғыр һөйләү конкурсына йомғаҡ яһалды. Ярышта ҡатнашыусыларҙың һорауы буйынса, ә унда 50-гә яҡын кеше бәйге тотто, еңеүселәрҙе жюри ағзалары билдәләне.

Редакцияла ҡыҙыу фекер алышыу булды, жюри ғәҙел баһалар ҡуйып, мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы дәртләндерергә ҡарар итте. Шулай итеп, һеҙҙең алда – еңеүселәр исемлеге:

Гран-при – Самир Латипов!

Өлкәндәр араһында:
1-се урын – Азалина Бүләкова;
2-се урын – Нурия Бикбаева;
3-сө урын – Зилиә Күсәрбаева.
Сайтта иң күп тауышты Йәмил Ҡотлогилдин (430 тауыш) йыйҙы.

Балалар араһында:
1-се урын – Нәркәс Вәлитова;
2-се урын – Инсаф Маликов, Әҙилә Аҙнабаева;
3-сө урын – Илнур Ғөбәйҙуллин, Азалия Фаздалова;
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһында – Таңсулпан Хәсәнова.

Конкурсанттарҙың етәкселәре Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясова, Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова «Ағиҙел»журналының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.ң

Бүләктәр йыл аҙағында тантаналы рәүештә Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһында тапшырыласаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һәр ҡайһыһығыҙ – еңеүсе, киләһе конкурста осрашҡанға тиклем!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: