Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларында, интернетта, социаль селтәрҙәрҙә һәм башҡа майҙансыҡтарҙа БПЛА ҡулланыу һәм уның эҙемтәләре тураһында мәғлүмәттәр булған фотоһүрәттәр һәм видеоматериалдар таратыуҙы тыйыу тураһында указға ҡул ҡуйған.
Пилотһыҙ осоу аппараттарының төрөн, төшөү урынын, осоу траекторияһын, улар һөжүм иткән урындарҙы (объекттарҙы), уларҙың объекттарға зыян килтереүен асыҡларға мөмкинлек бирә торған мәғлүмәтте баҫтырыу тыйыла, тиелә указда.
Бынан тыш, ПВО һәм радиоэлектрон көрәш сараларын ҡулланыу һәм ҡулланыу эҙемтәләре тураһында мәғлүмәтте баҫтырып сығарырға ярамай.
Закон боҙоуҙар өсөн административ штраф һалына: граждандарға – 3 000-5 000 һум, вазифа биләгән кешеләргә – 10 000-30 000 һум, ойошмаларға иһә 100 000-500 000 һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 сентябрҙә Өфө нефть эшкәртеү заводы самолет тибындағы дрондар һөжүменә дусар булды.