Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө нефть эшкәртеү заводы биләмәһенә дрондар осоп килеүенә ҡарата фекерен белдерҙе.
«Бөгөн «Башнефть» предприятиеһы террористик һөжүмгә дусар булды. Пилотһыҙ осҡостарҙың береһе асыҡланды һәм уның артынан эҙәрлекләү ойошторолдо.
Предприятие һаҡсылары уға ҡарата эре калибрлы ҡоралдарҙан ут асҡан. Һөҙөмтәлә БПЛА завод биләмәһенә ҡолап төшкән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.
Производство майҙансығы бер аҙ зыян күргән, урында янғын сыҡҡан, әле уны һүндереү эштәре бара. Ошонан һуң Өфө күгендә тағы ла бер пилотһыҙ осҡос атып төшөрөлгән. Ул ҡолаған урында килтерелгән зыян күләме әлегә асыҡлана.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә штат режимында эшләй. Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары, компания етәкселеге, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл контролдә ҡала», — тип яҙҙы республика башлығы.
Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропортында осоштар ваҡытлыса сикләнде.