Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ
Яңы директор килһә, уға һәр кем үҙенсә ”объектив” хәлдәрҙе һөйләп, ошаҡлап, уны дошмандарыбыҙға ҡаршы ҡуйыу оҫталығыбыҙ бар. Беләм, минең хаҡта ла нимәлер һөйләгәндәр, сөнки директор минең менән һөйләшмәй ҙә.
Һәҙиә Дәүләтшинаның яңы ғына типографиянан сыҡҡан “Ырғыҙ” тип аталған китабын һатып алдым һәм уның иң беренсе битенә: “Юнир ҡустым, туған көнөң менән ҡотлайым, имен-һау йәшә. Ҡотлап: ағайың Мортаҙа Рәхимов”, тип яҙҙым. Гәзит-журналдарҙа сыҡҡан ҡултамағаһына оҡшатып ҡул ҡуйҙым да, уны тотоп директорға индем. Йомошомдо әйтеп, әҙ-мәҙ һөйләшеп ултырғандан һуң, китабымды онотҡан булып, сығып киттем. Бер аҙна уҙғас ул мине кабинетына саҡырып алды ла:
– Юнир Хаевич, бына, китабығыҙҙы онотоп ҡалдырғаныһығыҙ. Әйткәндәй, Мортаҙа ағай һеҙгә ҡайһы яҡлап туған булла? – тип һораны.
– Олатайым, Әүжәндән Мәләүезгә тиклем һал ағыҙғанда, ун өс йәшлек кенә өләсәйемде кәләш итеп алып ҡайтҡан. Өләсәйем, Мортаҙа ағайҙың атаһы менән бер туған. Мин егет саҡта, Мортаҙа ағай атаһының ҡушыуы буйынса, өләсәйемдең хәлен бәләргә беҙгә инеп сыға ине, – тинем.
Ошо хәлдән һуң директор миңә иң яҡын дуҫ кеүек булды ла ҡуйҙы. Ә Мортаҙа ағайҙың миңә бер туғанлығы ла юҡ.