Һәм үҙемдең битараф булмауым арҡаһында уларға ярҙам итә алыуыма шатланып ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта ни өсөн был ирҙәрҙең ғаиләләре өсөн «артыҡ тамаҡ» булып китеүҙәре тураһында уйлана башланым. Статистика мәғлүмәттәренә иғтибар итһәк, ғаиләләрен ташлаған 100 процент ирҙәрҙең 40 проценты урта йәштәрҙәге ирҙәргә, йәғни 30-40 йәштәгеләргә, 30 проценты – 20-30 йәштәге көслө енестәргә, 20 проценты – 40-50 йәш арауығына тура килә һәм 10 проценты – пенсия йәшендәге 50-65 йәшлек ирҙәр. Ә 20 йәше тулмаған егеттәр ғаиләнән китмәйҙәр, сөнки улар өйләнеп өлгөрмәгән әле. Ә өлкән йәштәге ирҙәр ҡатындарын ташларға ашҡынып бармайҙар, сөнки бынан фәтүәһе булмаҫты аңлайҙар. Күпме ирҙең ғаиләһен ташлап киткәнлеге тураһында статистикала аныҡ ҡына һандар юҡ. Ләкин Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән ғаиләләрҙең яртыһы тарҡалыуын һәр кем белә. Ғәмәлдә ни өсөн ирҙәр ғаиләнән китә һуң? Психологтар фекеренсә, бының бер нисә сәбәбе бар.
Быға көнкүреш һәм финанс проблемалары, катын-ҡыҙҙың ирен саманан тыш контролдә тотоуы, ҡатынының ҡыҙыҡһындырмай башлауы, йәғни әрпешлеге, шулай уҡ уларҙың дөйөм мауығыу- ҡыҙыҡһыныуҙары булмауы инә. Бынан тыш ғаилә мөнәсәбәттәренә туғандар, дуҫтар тығыла башлауы ла кире тәьҫир итә. Ни өсөн ирҙәр ғаиләһен ташлай, - тигән һорауға төплө генә яуап та табып булмай әле. Ғәҙәттә, был аҙымға ирҙәрҙе бер нисә сәбәп этәрә: аҡса етмәүе үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе генә түгел, матди именлеккә, сәләмәтлек өлкәһенә һәм бергәләп ял итеүгә лә тәьҫир итә. Ирҙең ғаиләнән китергә йөрөүен нисек алдан белергә һуң? Беренсенән, ул ғаиләләге бар ваҡиғаларға ла битараф ҡала. Уны балалары ла, ҡатыны ла ҡыҙыҡһындырмай башлай. Уларҙың проблемаларын хәстәрләү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Икенсенән, ирҙә ҡатынының тышҡы ҡиәфәтенә ҡыҙыҡһыныу юғала, хатта ул ҡатыны менән бергә йоҡламай башлай, йәғни интим тормоштары туҡтала. Ҡайһы бер көслө енес вәкилдәре тиҙ ҡыҙып бара һәм бер туҡтауһыҙ өйҙәгеләрҙе тәнкитләй башлай. Ир кеше күп ваҡытын ғаиләлә түгел, ә ситтә үткәреүгә ғәҙәтләнә. Өйҙә сағында ла ваҡытын кем менәндер социаль селтәрҙәрҙә яҙышып үткәрә.
Һәр ҡатын иренең үҙенә ҡарата «һыуынғанын» тоя бит инде. Уның ҡатынын яратмауы тәртибенән үк күренә башлай. Бик тырышҡанда ғына ҡатын кеше ирҙә үҙенә ҡарата киренән ҡыҙыҡһыныу уята ала, ләкин күп осраҡта ғаиләләр тарҡала бит. Әлбиттә, ғаилә тарҡалғанда иң ғазап сиккәне – балалар. Ләкин быныһы – айырым тема. Бөгөн иһә мине ни өсөн балалар үҫкәндә кәрәк булған ирҙең аҙаҡ балалар үҫеп бөткәс ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй кәрәмәүе аптырата. Быға әллә күпме миҫалдар килтерергә булыр ине. Ләкин мин үҙемде тетрәндергән ике миҫалға ғына туҡтап китәм…
Күршемдә бер ир күҙ менән ҡаш араһында ҡартайҙы ла хәҙер ҡатынына ла, балаларына ла кәрәкмәй. Хәтеремдә улын матур итеп армияға оҙатыуҙары, гөрләтеп туй үткәреүҙәре, был ирҙең матур итеп кейенеп, дипломат ҡына тотоп эшкә барып, эштән ҡайтыуҙары… Тик һуңғы ике йылда «алкаш»ҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Әллә ни зыяны ла юҡ кешегә, тик үткәндә-һүткәндә йәй көнө үҙе һымағыраҡ «бушағандар»ҙы йыйып ултырыуы ғына асыуға тейә. Ошо йәй уның эргәһендә өстө-башы матур ғына татар ире лә күренә башланы…Мин уның һуңғы подъезда йәшәгәнен , ике балаһы, ҡатыны булыуын ишетеп кенә белдем… Бер эштән ҡайтып килеүемдә бының ҡулындағы рүмкәне күргәс, түҙмәнем: «Әрәм булаһың бит, эсмә», тинем. Ә ул йылмайҙы ла: «Иртәгә Украинаға китәм бит, шуға эсәм…» тине. Икенсе көндө уны ап-айныҡ күргәс, «был шыттырған икән» тип уйлап ҡуйҙым, айныҡ булыуына шатландым. Ә өсөнсө көндө ҡыҙым менән кибеткә китеп барғанда арттан ҡыуып тотоп, һаулыҡ һорашып үтеп китте… Иртәгәһен беҙ ҡыҙым менән шифаханаға юлландыҡ. Ә был ирҙең Украинаға юлланғанлығын ял итеп ҡайтҡас осраҡлы ғына ишеттем…Ниндәйҙер йомош менән маршруткала ҡайтып килгәнемдә беҙҙең йортто хеҙмәтләндереүсе таныш малярға тап булдым. Нишләптер күҙҙәре моңһоу ине...Баҡһаң, 40 көн элек кенә тормош иптәшен ерләгән икән…Украинанан бала ғына егеттәребеҙҙең тәүге мәйеттәре ҡайтҡан мәл ине. «Кисә генә Илмирҙы күмделәр бит инде», - ти был миңә. «Ниндәй Илмирҙы?» тигән һорауыма «Һуң һин йәшәгән йорттоң һуңғы подъезында йәшәй ине бит» ти. Мин аптырап : «Ниңә унда берәй хәрби кеше бар инеме ни?» тим. Һеҙҙең подъезд төбөнә лә барып ултыра ине бит оҙон буйлы татар ире…» тигәс йығылып китә яҙҙым. Аҙаҡ уның донъя күргән иптәштәренән шуны белдем. Ул ваҡытында «Газпром»да матур ғына эш хаҡы алып эшләп йөрөгән, осраҡлы ғына эшһеҙ ҡалғанында ипотекаға башын тығып өлгөргән булған… Ошо сәбәпле ғаиләһенә кәрәкмәй башлаған ул. Шуға күрә Чечня һуғышында тәжрибәһе булған егет үҙ теләге менән Украинаға юлланған.. Һәм 20 көн эсендә үлеп ҡайтҡан...Иптәштәре уның үлеменә һаман ышанмай «Бына Яңы йылға тиклем көтәбеҙ әле, бәлки ҡайтыр,» - тиҙәр. «Нисек инде?»тим. «Ниңә Чечня һуғышынан алып ҡайтып күмгәс, бер аҙҙан үҙе ҡайтып төшкән ине бит» - тиҙәр. Был юлы ҡайтмаҫ шул ул!…Уны Стәрлетамаҡ районы Алға ауылында ерләгәндәр. «Ғаиләһендә ҡәҙерһеҙ ир икәнен белһәмме?» тигән мәғәнәһеҙ уй ҙа килде әле башыма, йәшәр ҙә йәшәр ине…
Римма ҒӘЛИМОВА.