Уҡытыусым һәм яҡын дуҫым (йәш айырмаһына ҡарамай) Марат Вәлиулла улы Зәйнуллинды төштәремдә йыш күрәм, бер-бер артлы үҙе, Лилиә Марат ҡыҙы, Мансур Марат улы, Гәүһәр апай Динмөхәмәт ҡыҙы күҙ алдарымдан үтә, яҡындарым менән «аралашып» алам. Үҙенең тыуыуына 90 йыл тулыу көндәре яҡынлашҡанда остазымды йышыраҡ күрә башланым, биргән хәйерҙәрем дә бындай «аралашыу»ҙарҙы туҡтатып тора алмай, әйҙә, туҡтатмаһын да! Фани донъяла әйтелмәгән һүҙҙәр, аралашып, шуларҙан алған ҡыуаныслы минуттар дауам итә торһон! Үҙенсә бер йәшәйеш, виртуаль күренеш, кеше мейеһенең ғәжәйеп һәләте икән дә ул был төш тигәнең, улар ниндәйҙер бер рәхәтлек, ҡыуаныс бирә төҫлө миңә. Нишләптер, уларҙан һуң остазымдың, яҡындарымдың образы тағы балҡыуыраҡ төҫ ала бара...
Һин үҙеңде түгел, башҡалар һине маҡтаһын...
Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин минең аңымда оло шәхес, яҡты кеше, ышаныслы арҡаҙаш булып һаҡлана. Уның менән үткән ике тиҫтә йылым, һәр көн тығыҙ аралашып йәшәүем, ғаилә дуҫлығы остазымдың бар булмышын эштә генә түгел, ә донъя көткәндә, юлйөрөм мәлендә, ял иткәндә күргәндәрем, уның үҙенән ишеткән тәуарихтар уникаль шәхесте тулыһынса аңларға, объектив баһаларға булышлыҡ итәлер, тим. Ә бит уйлай китһәң, кеше, бәндә хаҡында һүҙ йөрөтөү, фекер туплау, уйлағаныңды, яҙғаныңды башҡаларға еткереү анһат эш түгел. Ғөмүмән, кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән бирле әҙәми зат, уның булмышы, йәмғиәттәге тәғәйенләнеше хаҡында күп уйланғандарҙыр, шуға ла аң-белем туплана килә меңәр йылдар буйына фәндә төрлө ҡараштар нығына төшкән. Мәҫәлән, донъя ғилмиәтендә антропологик философия тигән айырым бер фәнни өлкә бар. Кеше шәхесенә ҡарата уның натуралистик, рационалистик, социолизаторлы һәм экзистенциональ тип аталмыш махсус йүнәлештәре формалашҡан. Экзистенциональ ҡараштар раҫлауынса, һәр кешенең һиммәте уның ҡабатланмаҫ тормош тәжрибәһенә, уникаллегенә бәйле, йәғни шәхестең эске донъяһы ни тиклем бай, рухиәте тәрән, уның кешелеклелеге лә шул тиклем юғары. Тимәк, натуралистик, рефлексив һәм рациональ талаптарҙан ана шул рухи донъя кимәле шәхесте юғары күтәрә, ысын мәғәнәһендә кеше итә. Бәндәләрҙең йәшәү маҡсаты тураһында аҡыл эйәләре ана ни тигән: «Үҙең өсөн генә йәшәргә ярамай. Ул рухи үлем. Кешеләрҙән мөмкин тиклем аҙыраҡ ал һәм уларға мөмкин ҡәҙәр күберәк бир» (Л.Н. Толстой). «Йәшәү мәғәнәһе шуның менән билдәләнә: үлгәндән һуң да йәшәүең дауам итһен!» (Муса Йәлил). «Кеше шәхси бәхетте үҙен йәмғиәткә, башҡаларға бағышлағанда ғына таба» (Альберт Эйнштейн). Күренеүенсә, маҡсатлы йәшәгән, шәхси булмышын экзистенциональ сифаттар, йәғни үҙ бәхете, мәнфәғәтенә ҡарағанда, ил яҙмышы, милләт үҫеше, кеше ҡыуаныстарын ҡайғыртҡан, үҙен шуларға арнағандар уникаль шәхес кимәленә күтәрелә.
Профессор Марат Зәйнуллиндың ғилми эшмәкәрлеге, башҡорт һәм төрки тел ғилмиәтен киң планда тикшеренеү мәсьәләләре, халҡыбыҙ яҙмышы, киләсәге хаҡында уйланыу-борсолоуҙары тураһында беҙ фәҡирегеҙгә ике тиҫтәгә яҡын мәҡәлә, һүрәтләмә, очерк яҙыу бәхете тейҙе. Улар ғилми йыйынтыҡтарҙа, республикабыҙ баҫмаларында, Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзитендә донъя күрә килде. Ошо райондың Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына лайыҡ булыуыбыҙ ҙа тап шуларға бәйле. «Ниңә уның тураһында артыҡ күп яҙаһың?» – тиеүселәр ҙә булманы түгел. Мин яҙҙым һәм яҙам, сөнки Марат Вәлиулла улы Зәйнуллиндың: «Уҡытыусым Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тураһында егерме бишенсе мәҡәләмде баҫтырҙым!» – тигәне һәр ваҡыт ҡолағымда яңғырап тора. Ә был бит үҙенсә рухи батырлыҡ, экзистенционаллектең нәҡ үҙе түгелме?
Ана бит, арҙаҡлы ғалим, оло шәхес хаҡында замандаштары ҡанатлы һүҙҙәр әйтә килде. Мәҫәлән, икеһе лә 1935 йылдың 5 ноябрендә тыуған, Мораҡ педагогия училищеһында бер төркөмдә уҡып, ҡыҙыл дипломлы башланғыс кластар уҡытыусылары, ә 1954–1959 йылдарҙа БДУ-ның тарих-филология факультеты студенттарының береһе булған – академик Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин дуҫы хаҡында былай тип яҙа: «Марат Зәйнуллин менән мин 53 йыл танышмын. Ошо оҙон ғүмер эсендә беҙҙең тормош юлдарыбыҙ бер киҫеште, бер айырылышты, әммә тәүге көндәрҙән тыуған дуҫлыҡ тойғолары, күңел йылылығы һис тә һүрелмәне. Иң тәүге осрашыуыбыҙ 1950 йылдың көҙөндә Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылында булды... Марат Зәйнуллин, шәхес булараҡ, үҙенең принципиаллеге, үҙ фекерен яҡлай, дәлилләй белеүе, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙға хас ғорур, ябай, иң саф, изге күңелле булыуы менән айырылып тора». Ысынлап та, Марат Вәлиулла улының арҡаҙаштары, дуҫтары күп булды, уларҙың күңел йылыһын, иғтибарын, ололауын күреп-тойоп йәшәне, шуларҙан үҙенә рухи көс, дәрт-дарман алды. Үҙе лә башҡаларға йән йылыһын йәлләмәне. Татар әҙәбиәтсеһе Камил Дәүләтшиндың декан бүлмәһенән сығып килгәндә әйткәне: «Аккумуляторыма көс-заряд алып сығып киләм!..» Халыҡ яҙыусыһы, профессор Суфиян Поварисов фекере: «Юғары мәктәп уҡытыусыһы өсөн өс төп йүнәлеш шарт булырға тейеш: лекция уҡыу һәләте, даими һәм актив рәүештә фән менән шөғөлләнеү һәм тәрбиә эше. Профессор Марат Вәли улы Зәйнуллин был эштәрҙе, һис шикһеҙ, юғары кимәлдә башҡара. Әммә уның тағы бер сифаты хаҡында әйтке килә. Ул – кешелеклелек. Марат Вәли улы кешене биҙәй торған ошо аҫыл сифатҡа эйә булыуы менән бәхетлелер, тип уйлайым». Ошо аҫыл һүҙҙәргә ҡушылып, үҙемә сикһеҙ бәхетле көндәр биргән ике ваҡиғаға айырым туҡталмаҡ булам.
2008 йылдың көҙөндә Өфөгә, Башҡорт дәүләт университетына, эш сәфәре менән ТФА академигы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың яҡын дуҫы, төркиәтсе Мирфәтих Зәкиев килде. Беҙ бергәләп «Өфө» аэропортында ҡаршылап-оҙатып йөрөнөк мәшһүр телсене, бер нисә көн арҙаҡлы татар ғалимы Мирфәтих Зәки улына ҡорҙаш булдыҡ. Тап шул осорҙа ғалим башҡорт дәүләтселеге мәсьәләләре менән шөғөлләнә ине, ғөмүмән, халҡыбыҙға уның ихтирамы бик көслө булды. Телсенең ошондай һүҙҙәре әле лә иҫтә: «Атайым башҡорттоң «Азамат» тигән халыҡ йырын тау түбәһенә менеп йырлаһа, тауышы күрше ауылдарға уҡ ишетелеп торған, тип һөйләйҙәр, был көйҙө гармунда үҙем дә һыҙҙыра торғайным...» Профессор М.З. Зәкиев Жәлил Кейекбаевтың тәүге аспиранты Марат Зәйнуллинды тәрән хөрмәт итте, кешелек сифаттарына таң ҡалыр ине. Ғалим «Дәртле йыр» (Өфө, 2011) китабында былай тип яҙа: «Марат Зәйнуллиндың бик матур яҙылған диссертацияһына һуңынан миңә оппонент булырға тура килде. Жәлил ағаның был аспиранты бик тыйнаҡ һәм үҙ фәнен тәрән белеүе менән беҙҙә, Ҡазан ғалимдарында, яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Уға, күрәһең, Жәлил ағайҙың эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡарыу ғәҙәте яҡшы ғына һеңеп ҡалған». Шуғалыр, Ҡазанда уҡытыусымдың дуҫтары, фекерҙәштәре күп булды. Улар менән даими аралашып, хәбәрләшеп торҙо. Үҙен дә тәрән хөрмәт иттеләр. Юғиһә, профессор Ғүмәр Саттаров алтын юбилейына ошондай шиғыр-бағышлау яҙыр инеме:
Башҡорт иленең аҫыл заты,
Уралтауҙың бөркөтө.
Ҙурлығы һәм ғорурлығы,
Марат – халыҡ егете!
Ошондай ихлас мөнәсәбәтте яҡташыбыҙ, Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуып үҫкән төркиәтсе, Татарстан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Фоат Әшрәф улы Ғәниевкә ҡарата ла әйтеп булыр ине. Уның да БДУ-ға юлйөрөмө диссертациялар яҡлау советында рәсми оппонент булып сығыш яһауы менән бәйле булды. Ғәҙәттәгесә, Марат Вәлиулла улы менән бергәләп ҡаршыланыҡ һәм оҙаттыҡ. Ике-өс көндә мине танылған телселәрҙең бер-береһенә ихлас мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Шул көндәрҙә Марат Зәйнуллиндың әйткәне: «Фоат Ғәниев – беҙҙең яҡташыбыҙ. Киң даирәле ғалим, бер үк ваҡытта бик баҫалҡы, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше. Ул ысын мәғәнәһендә интеллигент һәм юғары мәҙәниәтле шәхес». Моғайын, бәғзе берәүгә ҡарата экзистенциональ баһа бирелә икән, ул тап ошолай булырға тейештер, әйтелгән фекерҙәр уникаль шәхестәрҙе ҡылыҡһырлауҙың өлгөһө ул, минеңсә. Әйткәндәй, Марат Вәлиулла улы Зәйнуллиндың үҙе хаҡында университетыбыҙҙың сит телдәр факультеты деканы, профессор Рәхим Зәки улы Мерәҫевтән ошондай һүҙҙәр ишетеү насип булды: «Марат Вәлиевич башҡорт араһынан сыҡҡан уникаль шәхес, уға аристократлыҡ, иҫ киткес юғары интеллигентлыҡ сифаттары хас. Ул трибунаға сығып баҫһа, тыңлаған һайын тыңлайһы килә...» 2010 йылдың сентябрь башында үҙемә лә Ҡазан ҡалаһына сәфәр ҡылыу бәхете тейҙе. БДУ һәм шәхсән М.В. Зәйнуллин исеменән телсе Фоат Әшрәф улы Ғәниевте 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙы миңә йөкмәттеләр. Татарстан Хөкүмәте һәм Фәндәр академияһы уҙғарған сарала һүҙ әйтеү, бүләктәр тапшырыу, һуңынан юбилярға арнап башҡорт халыҡ йыры «Иҫке Урал»ды башҡарыу беҙ фәҡирегеҙгә насип булды. Абруйлы ғалим, яҡташыбыҙҙың тулҡынланып ҡулдарҙы ҡыҫыуы үҙе бер кинәнес булып хәтергә уйылып ҡалды. Нишләйһең, хәҙер арҙаҡлы ғалимдар, танылған шәхестәрҙе һағынып иҫкә алырға, форсаты сыҡҡанда, кинәнеп маҡтайһы ҡала беҙгә... Ана, Марат Вәлиулла улының 75-ендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов үҙенең «Легендар декан» шиғырын уҡып, юбилярҙы һәм барлыҡ халыҡты нисек ҡыуандырғанын онотоп буламы ни?!
Атаҡлы телсене бөгөн
Маҡтап телебеҙ талмай.
Шундай телселәр булғанға
Халҡыбыҙ телһеҙ ҡалмай.
Ул һәр ваҡыт киң күңелле,
Талапсан, ғәҙел булды.
Ошолай үткән ғүмергә,
Вау! 75 йыл да тулды!..
Ҡоро маҡтау менән объектив баһа – улар икеһе ике төрлө булалыр. Халҡыбыҙ артыҡ сөсөләнеүҙе, ҡупыртып буш маҡтауҙарҙы үҙһенмәй. Хатта ки маҡтауҙарға һараныраҡ. Профессор Мөхтәр Әхтәмовтың «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге» (Өфө, 2008) хеҙмәтендә, мәҫәлән, «ат» һүҙе мәҡәл-әйтемдәребеҙҙә – 615, «ир» – 444, «баш» – 431, ә «маҡта» һүҙе ни бары 55 тапҡыр ҡабатлана. Булғандарында ла объектив баһалау өҫтөнлөк итә. Шуларҙың береһе: «Ир маҡтағанды ил маҡтар». Уҡытыусыбыҙ, коллегабыҙ Марат Зәйнуллин маҡтауҙарҙы сабыр тыңланы, башы әйләнмәне, иң мөһиме – хеҙмәтенә баһа-наградалар яулап йөрөмәне, күкрәк ҡаға белмәне. Һәр ваҡыт Кеше булып ҡалды.
“Университетта эшләүем менән бәхетлемен...”
М.В. Зәйнуллиндың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу булды: Башҡорт дәүләт университеты, филология факультеты. Ул үҙ эсенә 1959 – 2016 йылдарҙы алды һәм үҫеш баҫҡыстарын билдәләне: аспирант, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, филология факультеты деканы. Бергәләп, университетҡа инеп килгәндә әйткәне: «Энекәсем, бына ошо ауыр имән ишектәрҙе асып инеүемә теүәл илле йыл тулды. Мин ошонда белем алыуым, эшләүем, ғаиләмдең университетты үтеүе менән ғорурланам!» Эйе, ғорурланырға урын юҡ түгел: бар ғүмерең “альма-матер”ға бәйле булыуы һәр кемгә лә эләкмәй. Ҡайтанан Суфиян Поварисовты ҡабатлайым: «...Тотондоҡ эшкә. Күңел дәрте, йөрәк дарманы менән. Әйүп пәйғәмбәр сабырлығы ярҙам иткәндер беҙгә – кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлап, профессор булдыҡ бер ваҡыт. Прометей ныҡлығы бар ине Марат Зәйнуллиндың йөрәк көҙгөһөндә. Бер үк ваҡытта кафедра мөдире, факультет деканы (башҡорт, татар, урыҫ бүлектәре). Докторлыҡ, кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы рәйесе дилбегәһен ныҡ тотто бит ул. Бер һөйләшкәндә һанап китһәк, ун төрлө йәмәғәт эше башҡара икән. Япон халҡы әйтмешләй, «Атты юл һынай, кеше холҡон ваҡыт һынай» («Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы». «Башҡортостан», 2016 йыл, 28 июнь). Бөгөн, вафатына ун йыл яҡынлашып килгәндә, шуны әйтә алабыҙ: даланлы ғалим, инсафлы инсандың юлы ла, холҡо ла ваҡыт һынауын уңышлы үтеп килә, ғилмиәте ғилемле, үҙе һәм талымһыҙ эшмәкәрлеге үлемһеҙ.
Зыялылар белә: фәнһеҙ ғалим булмай. «Ғәмәлһеҙ ғилемдең файҙаһы юҡ, файҙаһыҙ ғалимдың ғәмәле юҡ. Ғалим ғәйре ғамил», – тип яҙҙы Ғайса Хөсәйенов. Был фекер тулыһынса академик Марат Зәйнуллиндың ғилмиәтенә тап килә. Күренекле телсе М.В. Зәйнуллин 1963 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Йәш телсе башҡорт телендә хәбәр һөйкәлеше ҡылымының заман категорияһын тикшерә. 1960 – 1970 йылдарҙа зҙләнеүҙәрен дауам итеп, ҡылымдарҙың заман категорияһы менән бер рәттән, уларҙы модаллек һәм экспрессивлыҡ планында ғәмәлләшеүен асыҡлай. Ғалим фекеренсә, телде өйрәнеү уның айырым грамматик категорияларын тикшереү менән сикләнергә тейеш түгел, ә функциональ-семантик аспектта ҡаралырға хаҡлы. Уның фекерҙәрен бер төркөм аспирант һәм докторанттары үҙ хеҙмәттәрендә тағы ла тәрәнерәк өйрәнде.
М.В. Зәйнуллин 1988 йылда Ҡаҙағстан ФА-ның Тел ғилеме институтында «Хәҙерге башҡорт телендә модаллек категорияһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Быға тиклем был категория бер ни ҡәҙәр профессор Н.К. Дмитриев хеҙмәттәрендә дөйөм планда өйрәнелә биреп ҡуйғайны, ул башлыса модаль һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә иғтибар итә. М.В. Зәйнуллин модаллек категорияһын беренсе сиратта кешенең, һөйләүсенең донъяны танып белеүе, ысынбарлыҡты логик фекерләү һәм хис-тойғо ярҙамында ҡабул итеүе менән бәйләп аңлата. Уныңса, ысынбарлыҡта ике реаллек йәшәй: объектив һәм субъектив. Шуға кеше донъяны ике юл менән танып белә – рациональ һәм иррациональ, йәғни хис-тойғо ярҙамында. Был ҡараш В.В. Виноградовтың фекерҙәренә тап килде. Шулай итеп, модаллек категорияһын ысынбарлыҡ йәки реаллекте сағылдырыусы модаллек һәм ысынбарлыҡҡа тап килмәү йәки ирреаль модаллек тип баһаларға кәрәк. М.В. Зәйнуллин халыҡ ижады ынйылары һәм башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре телен тәрән өйрәнеп, модаллек категорияһының бихисап мәғәнә төҫмөрҙәренә эйә булыуын иҫбатланы. Заманында профессор Н.А. Баскаков былай тип яҙҙы: «Башҡорт телендәге конкрет миҫалдар нигеҙендә модаллек проблемаларын тикшереп, автор башҡорт телендә модаллекте сағылдырыусы тел сараларының ифрат күп булыуын асыҡлай. Проблеманы өйрәнеүҙә был ғәйәт ҙур аҙым». Рәсми оппоненттарының береһе Мирфәтих Зәкиев: «Модаллек буйынса хеҙмәттәрендә М.В. Зәйнуллин шундай һығымта яһай: модаллек категорияһы һөйләүсенең телмәрҙә сағылған объектив ысынбарлыҡҡа раҫлау, дөрөҫләү, кәрәклек, тейешлек, кире ҡағыу, мөмкин-мөмкин түгеллек, саҡырыу, өндәү планында мөнәсәбәтен сағылдыра. Автор менән килешмәй булмай: модаллектән ул барлыҡ-юҡлыҡ, һөйләмдәрҙең функциональ типтарын, эмоциональ-экспрессив төҫмөр күренештәрен ситкә ҡаға. Ошо нигеҙҙә ул шундай һығымта яһай: модаллек – ул һөйләүсенең объектив ысынбарлыҡҡа булған мөнәсәбәте». Телсе модаллек категорияһын өйрәнеүен артабан да дауам итте, утыҙға яҡын ғилми мәҡәләһе төрлө баҫмаларҙа донъя күрҙе. 2000 йылда «Башҡорт телендә модаллек категорияһының асылы һәм сиктәре» исемле монографияһы донъя күрҙе.
Күренекле тел белгесе М.В. Зәйнуллиндың ғилми мираҫы ғәйәт ҙур. Ул хәҙерге башҡорт әҙәби телен тикшереүгә арналған ике тиҫтәгә яҡын монография, дәреслек, уҡыу ҡулланмалары баҫтырып сығарҙы. 600-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә яҙҙы. Һуңғы йылдарҙа Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин башҡорт лингвокультурологияһы мәсьәләләре менән етди шөғөлләнде, дөрөҫөрәге, уға нигеҙ һалды. Традицион тел ғилеме, йәғни лингвоцентрик мәктәп вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, ул хәҙерге башҡорт тел ғилеме өсөн антропоцентризм, йәғни “тел – йәмғиәт, кеше өсөн” принцибының мөһимлеген ваҡытында күрә, ғилми эҙләнеүҙәрҙе ошо юҫыҡҡа йүнәлтә белде. Авторҙашы, профессор Л.М. Зәйнуллина менән берлектә яҙылған «Общие проблемы лингвокультурологии» (2008), “Лингвокультурология и межкультурные коммуникации” (2014) монографиялары, “Актуальные проблемы современной башкирской лингвистичес-кой науки” (2012), “Основные проблемы лингвокультурологии” (2012), “Мышление, сознание, язык: проблемы соотношения и взаимодействия” (2014) мәҡәләләрендә проблеманың актуаллеге аныҡ билдәләнде.
Әйтелгәндәр менән бер рәттән, М.В. Зәйнуллин башҡорт халҡының антропонимик культураһының һуңғы осорҙа түбәнәйә барыуына әсенеп йәшәне. Баҡтиһәң, милләттең үҫешен, мәҙәниәте кимәлен балаға, кешегә ҡушҡан исемдәр ҙә билдәләмәй ҡалмай икән. А.В. Суперанская фекерҙәрен артабан үҫтереп, ғалим кеше исемдәрендә, уны нарыҡлаусыларҙың ихтыярынан тыш, йәмғиәттең мәҙәниәте, социаль тормошо сағыла. Телсе ҡарашынса, хәҙерге көндә ғаиләлә традицион башҡорт исемдәрен ҡушыу һирәгәйә, Европа халыҡтары исемдәре, киреһенсә, киң күренеш ала бара. Ул милли нигилизмға килтерә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ғалимдың остазы Жәлил Кейекбаев та «Совет Башҡортостаны» (2 март, 1961) гәзитендә «Кем исемле һин?” мәҡәләһен баҫтырған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл яҡшырыуға барғаны тойолмай.
Юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор М.В. Зәйнуллиндың фәнни эшмәкәрлеге менән педагогик хеҙмәтен айырып ҡарап булмайҙыр. Хәтһеҙ йылдар башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире булды. БДУ-ла 50 йылдан ашыу «Тел ғилеменә инеш», «Тел теорияһы» курстары буйынса лекциялар уҡыны, практик дәрестәр алып барҙы, программалар төҙөнө. Уларҙың ни тиклем юғары кимәлдә үтеүен республикабыҙ уҡытыусылары, милли интеллигенциябыҙ яҡшы белә. Ғалимдың шәкерте, профессор Д.С. Тәкәевтең хәтирәләрен килтереү менән сикләнәм: «Беҙ уның ғилми ҡараштарының киңлегенә, эрудицияһына, кешелеклелегенә, хатта аудиторияла үҙен нисек тотоуына һоҡлана торғайныҡ. Ул дәрескә һәр саҡ ыҫпай, матур кейенеп килә ине...»
Филология фәндәре докторы, профессор М.В. Зәйнуллин юғары квалификациялы башҡорт телселәрен әҙерләү эшенә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Башҡорт тел ғилеме үҫешен унан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ғилми етәксе булараҡ, ул 60-тан ашыу фән кандидаты һәм докторы әҙерләне. Улар араһында, мәҫәлән, ошондай киң билдәлеләрҙе һанап китеп булыр: Д.С. Тәкәев, М.Х. Әхтәмов, М.Ғ. Усманова, М.Б. Кетенчиев, Г.Х. Бохарова, З.М. Рәйемғужина, Р.Ә. Әбүталипова, Л.Х. Сәмситова, А.Р. Мөхтәруллина, З.И. Сәләхова һ.б. Бындай титаник хеҙмәтте аныҡ ҡына баһалап һәм үлсәп тә булмайҙыр. Иң мөһиме шул: академик М.В. Зәйнуллиндың үҙ ғилми мәктәбе булды, ғилеме ғәмәлле ине. Көндәлек тормошо, йәшәйеше, ғаиләһе үҙе бер ғилми донъя. Тормош иптәше Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина – филология фәндәре кандидаты, ғүмере буйы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр. Лексикограф Г.Д. Зәйнуллина – бик күп мәҡәлә, алты китап авторы. Ҡыҙы Лилиә Марат ҡыҙы Зәйнуллина инглиз теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор ине. Улы Мансур Марат улы ла уҡытыусылыҡ юлын һайланы, тарих фәндәре кандидаты ине. Күрәһең, ғилмиәт фән кешеһенең йәшәү рәүешенә әүереләлер, үҙе бер мөхиттер. Шул мөхиттә кинәнеп йәшәне, фән менән шөғөлләнде, туған халҡына хеҙмәт итте милләтемдең аҫыл улы Марат Зәйнуллин.
Оло йөрәкле шәхес булды
Тәүге күреү һәм һоҡланыу университетта уҡыған йылдарҙа булды. Ул йылдарҙа ҡойоп ҡуйған һынлы, ҡара бөҙрә сәсле, үтә етди факультет деканы янына барыу, һүҙ-лөғәт ҡушыу төшкә лә кермәҫтәй хәл. Ул мәңге шулай булып ҡалыр кеүек ине. 1993 йылда Өфөлә тәүге әлифбаларҙың береһенең йөҙ йыллығына арналған конференцияла ҡатнаштым. Ул тамамланғас, ағайым Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров һәм беҙҙең буй етмәҫ элекке деканыбыҙ Марат ағай менән БДУ яғына ыңғайланыҡ. Бер аҙ килгәс, мин БДПИ-ға, Камил Әхиәровҡа барыуымды әйттем, педагогика буйынса аспирантураға инеү ине теләгем. Шул саҡ Марат Вәли улы етәкләп үк алды: “Киттек миңә, үҙемдең аспирантым булырһың”, – тине. Бүлмәһенә барып кергәс, «Ана, күрәһеңме үҙеңде?”, – ти. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы тышлығында һүрәтем тора ине. «Бик шатландыҡ республика конкурсында еңеүеңә», – тип ҡулымды ҡыҫты Зәйнуллиндың үҙе! 1994 йылда республика мәктәп-интернатында директор булып эшләй башлағандан алып, беҙ аралашып йәшәнек. Ә инде БДУ-ла уның фән һәм уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләү осоро ғүмерҙә онотолмаҫ хәтирә булып ҡалыр. Шул осорҙа ғилми етәксемдең бер-бер артлы иң матур сифаттарын аса торҙом.
М.В. Зәйнуллин ғүмере буйы остазы Жәлил Кейекбаевтың яҡты образына һоҡланып йәшәне. Уны иҫкә алмаған бер көнө лә булманы шикелле. «Вәт нисек бит ул!», «Конторҙа эш бөтмәҫ, ҡайттыҡ, мырҙам!» кеүек Кейекбаев лаҡаптарын ҡабатларға яратты. Телсенең юбилей конференцияларын ҙур әҙерлек менән ойошторор, үткәргәс, ҡәнәғәтлек кисереп йәшәр ине. Кейекбаев музейҙарының эше, «Кейекбаев уҡыуҙары» менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Жәлил Кейекбаевтың балалары менән ихлас аралашты. «Үҙ уҡытыусыһын ололаған йәннәттең түрендә булыр», тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Була күрһен!
Үҙенең элекке студенттары яҙмышы, уңыштарына ҡыуанып йәшәне ул. Меңәрләгән уҡыусыларының исем-шәрифтәрен онотманы, ҡайҙа эшләүен белеп, һорашып торҙо. Һәр студентҡа ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтергә әҙер ине. Кафедра уҡытыусыларына, факультет хеҙмәткәрҙәренә ифрат йылы мөнәсәбәт һаҡланы. Үҙенең дә БДУ-ла абруйы ғәйәт юғары булды. Иҫ киткес оратор, ике телдә лә юғары стилгә эйә лингвистик шәхес риторик һәләтле булыуы менән айырылып торҙо. Университет ректорҙарын һайлау мәлендә иң кәрәкле һәм урынлы һүҙҙе М.В. Зәйнуллин әйтер ине. Яҡташтарын, Күгәрсен халҡын яратты ғалим. Райондың «Мораҙым» гәзитен даими уҡып, яңылыҡтар менән танышып барҙы. «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһын етәкләгәндә был ихласлыҡ айырыуса асыҡ күренде. Райондан сыҡҡан йөҙҙән ашыу фән кандидаты һәм докторының исемлеген төҙөп, һәр яңы ғалимға шатланып йәшәне. Миңә бер нисә тапҡыр етәксем менән Күгәрсен районына сәфәр ҡылыу бәхете тейҙе. Шул саҡта уның ғәзиз ерен ни тиклем яратҡанын тойҙом. Донъяла кеше яратҡан, һәр кемде үҙ күрергә ынтылған инсафлы инсандар була. Марат Вәлиулла улы кеше айырманы, кеше һөйләмәне. Төрки донъяһында, Рәсәйҙә һәм үҙебеҙҙә дуҫтары күп булды. Ҡуйын дәфтәрендә йөҙәрләгән адрес, телефон номерҙары булыр ине. Улар тулһа, ҙурырағын алып, яңыһын башланы. Көн аралаш тигәндәй Ҡазанға дуҫтары – академик Мирфәтих Зәкиевкә, мөхбир ағзаһы Фоат Ғәниевкә, Ким һәм Роберт Миңнуллиндарға, Ҡабарҙы-Балҡарҙағы дуҫы Муса Кетенчиевтарға шылтыратып торҙо. Уларға һаулыҡ теләүҙе үҙ бурысылай күрҙе. Мәскәүҙә лә ихтирамлы булды. Көслө абруйы арҡаһында беҙҙең диссертацияларға һүҙ теймәне. Ғилми советтың ябылмай һаҡланып килеүе уның исеме, даны менән бәйле ине. Дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, шағирҙар менән яҡын булды. Дуҫлыҡ тигән төшөнсәне һәр саҡ юғары ҡуйҙы. Тормош бит, барыһы ла ал да гөл булып бөтмәй. Хыянатты, көнсөллөктө һәм башҡа төрлө ваҡлыҡтарҙы кисереү яҙҙы уға. Мәҫәлән, үҙ-ара һаҡлауға ынтылһа ла, тыуған яҡтарында хөрмәтле ҡунағы итеп йөрөтһә лә, танылған әҙәбиәтсе дуҫы менән араһына ҡырау төшкөләне. Бындай ваҡыттарҙы ул ауыр кисерҙе. Шул мәлдәрҙә улар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ хаҡында мин фәҡирегеҙ ошо юлдарҙы яҙғайным:
Ике тау араһында
Арҡаҙаштар ара боҙҙо,
Ҡалдым тау араһында.
Ике ҡая һалҡынлығы –
Йөрәгем яраһында!
Тауҙар хәтәр, шундай бейек,
Бөйөк ике арҡаҙаш.
Бөйөктәрҙең низағтары
Булмаҫ ябай яғалаш!
Ике туған ыҙғыш тиһә, –
Яраша эйәрҙәрҙә.
Баҫылырмы һыҙланыуым,
Әрнеүҙәр йөрәктәрҙә?!
Һыр бирмәйсе ике тау ҙа,
Аңламайым был тауҙарҙың
Тетрәнеүҙәрен тиккә.
Арҡаҙаштар һалҡынлығы –
Халҡыма оло һынау.
Икеләтә миңә ғазап
Дуҫтар низағы тынмау.
Ярай әле ҡыраулы таңдарҙы сағыу көндәр алмаштыра торҙо. Ана шул дуҫы баҡыйлыҡҡа күскәс, уҡытыусым бик йылы хәтернамә яҙҙы, уны төрлө баҫмаларҙа донъяға сығарҙы, дуҫын һағынып йөрөнө. Минең болоҡһоуҙарым да баҫыла төштө ундай мәлдәрҙә.
Олотауға ла мендек беҙ...
...Эйек кенә буйы, Урал яғы
Зыялы ла икән балаһы!
Башҡорт иле ҡалай ҙурлай уны,
Данға лайыҡ икән баһаһы!
Шулай тип яҙҙы уҡытыусыһына арналған шиғырын Сафуан Әлибаев. Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин йәййөрөм мәлдәрендә Күгәрсенгә, тыуған ауылы Үрге Һаҙға һирәкләп булһа ла ҡайтып әйләнер ине. Ә күп ваҡыт яҡташтары, ауылдаштары уны байрам сараларына үҙҙәре саҡырҙы. Икәүләп тә, ғаиләләребеҙ менән дә бергәләп сәфәр ҡылдыҡ остазым менән. Мәҫәлән, 2004 йылдың авгусында Үрге Һаҙ мәктәбенең 90 йыллығын билдәләү сараларында ҡатнашҡанбыҙ. Ауылында ике ҡатлы кирбес мәктәптең асылыуына бик ҡыуанғайны ғалим, сөнки уны һалдырыуҙа республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов, Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов, урындағы хакимиәт башлығы Рәмил Мәжитовтар менән бергә уның үҙ өлөшө бар ине. Өр-яңы мәктәптә ҡыуанып, яҡты кластарҙа дәртләнеп йөрөгәне иҫемдә. Бер барыуыбыҙ һеңлеһе, атҡаҙанған уҡытыусы Клара Вәлиулла ҡыҙына зыярат ҡылыу, яңыртылған таш ҡуйыу менән бәйле булды. Дини йолаларҙы үтәүе иҫән саҡта эшләп, изгелек ҡылып ҡалайым тигән уйҙан башҡарылғандыр. Өлгөрҙө ағай. Шул килгәнендә тыуып үҫкән йорто алдында тәрән уйҙарға сумып тороуы күҙ алдымда. Ни уйлаған, ни кисергәндер инде, сөнки аҡҡа бурланған ыҡсым йорттоң ишектәре бикле, ихатаһын кесерткән баҫып киткәйне. Уға түгел, миңә лә бик ауыр булды ул мәл.
Бер нисә йылдан һуң йәнә, атап әйткәндә, 2010 йылдың август айҙарында Үрге Һаҙҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында ҡатнашыу ҙа иҫтән сығаһы түгел. Арҙаҡлы ауылдашын һаҙҙар ни алып, ни бирергә белмәй ҡаршыланы. Үҙе лә ныҡ тулҡынланды. Хәтерем яңылышмаһа, беҙ шунан башҡа Үрге Һаҙҙа була алманыҡ шикелле. Сәбәбе бер: остазым алыҫ юлға сығып, сәфәр ҡыла алманы башҡаса. Ә шулай ҙа һуңғы барыуыбыҙ үҙе бер оло, хәтергә мәңге уйылып ҡалырҙай ваҡиға ине. Беҙ Үрге Һаҙ ҡаршыһындағы Олотауға күтәрелдек, дөрөҫөрәге, ҡустыһы Зәки тимер толпарында «һә!» тигәнсе алды ла менде, йөрәктәребеҙҙе усҡа һалырға ла өлгөрмәй ҡалдыҡ. Ә артылғас...
Атайсалыбыҙ сал Уралдың армыт-армыт түбәләр, тау теҙмәләре булып, күҙ күреме етмәҫ тарафтарға һуҙылған бәрәкәтле итәгендә, йәйен алыҫ далаларҙан иҫкән ҡыуан елдәргә, ҡышҡыһын ыжғыр бурандарына, әсе елдәренә ҡаршы торор ҡаҡшамаҫ рухлы, киң күкрәген киреп баҫҡан, әллә ниндәй бәһлеүәндәреңә биргеһеҙ ҡыпсаҡ батырылай, осло түбәһе күкте тишерҙәй булып, мәғрур Олотау монарлана. Бар тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек. Олотауҙың рухын күңеленә һеңдергән, әле лә ҡыпсаҡтың аманатын һаҡлап йәйрәп ятҡан Үрге Һаҙ иле был! Тау түбәһендә баҫып торған Марат Зәйнуллин тыуған төйәгенә, ошо иркенлеккә, йәннәт баҡсаһына күпме ҡараһа ла, күреп туймаҫтай тойолдо миңә. Ғәзиз төйәген яратыуы хаҡында эш бүлмәһендә оҙаҡ йылдар эленеп торған Олотау картинаһы асыҡ һөйләй. Ана, түбәһендәге аҡ ҡылғандар һәм остазымдың сал сәстәре иҫкән ел ыңғайына әкрен генә тирбәлә, ир яҙмышы ер тарихынан айырылғыһыҙ икәне хаҡында ҡобайыр теҙә кеүек...
2025 йыл остазымдың тыуыуына 90 йыл тулыу дәүере булып хәтерҙә һаҡланыр. Быйылғы көҙөм нәҡ ошо датаға арнап әҙерләнгән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу эшенә арналды. Үҙем хеҙмәт иткән Өфө күп профилле һөнәри колледжының киләсәктә уҡытыусы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре буласаҡ студенттарым менән хәтһеҙ әҙерләнеп, юғары кимәлдә ғилми конференция үткәрҙек. Республикабыҙҙа ғалимдың туҡһан йыллығына арналған иң тәүге сара булды ул. Студенттар профессор М.В. Зәйнуллиндың китаптары, ғилми мәҡәләләре менән танышты, биографияһын, фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген ҡыҙыҡһынып өйрәнде, тәрән йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһаны. Тимәк, олуғ ғалимдың, Халыҡ-ара төркиәт академигының ғилеме ғәмәлле, ә шәхесе, ҡылған изгелектәре, Лев Николаевич Толстой әйткәнсә, үлемһеҙ.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 11-се һанында донъя күрҙе).