Бөтә яңылыҡтар

Үкенесле тәүге һөйөү

Их, үкенесле шул тәүге һөйөү… Бәлки, йәштәргә фәһемле булыр тип, яҙыр­ға булдым әле.

Үкенесле тәүге һөйөү
Үкенесле тәүге һөйөү

Өфөлә эшләп йөрөйөм, 29 йәштәмен, ирем һәм бер балам бар. Кисә автобуста беренсе мөхәббәтемде осраттым! Уның менән ун йыл күрешкәнебеҙ юҡ ине. Бер-беребеҙҙе үлеп яраттыҡ. Тик мин Өфөгә уҡырға индем, ә ул – Сибайға. Икенсе курсты бөтөп ҡайтҡас, йәй буйы бергә булдыҡ. Көн һайын килде. Бәхетле инек.

Йәй аҙағында ул минең менән бергә йәшәргә теләүен әйтте: “Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсәм дә, Өфөлә эшкә урынлашырмын”, – тине. Тик әсәйем: “Институтты бөтмәйенсә кейәүгә бирмәйем!” – тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Һөйгәнем әсәйемде аңланы, фекерен ҡабул итте. Көҙгә ул әрмегә китте, оҙатып ҡалдым. Шылтыратып торҙо, хат яҙыштыҡ. Ике йыл хеҙмәт итеп, ҡайтырға йөрөгәнендә, уға контракт төҙөргә тәҡдим иттеләр. Риза булып ҡалды, тағы өс йылға...

Уны “ҡыҙыу нөктә”гә ебәрҙеләр. Ял да бирмәнеләр. Тағы өс йыл көтөргә кәрәк… Һығылып-һығылып илай инем төндәрен, үлә яҙып һағындым, алйотҡа әйләнеп бөтә яҙҙым. Төштәремә әллә ниндәй һуғыштар инә. Егетем: “Ҡурҡма, бер ниндәй ҙә һуғыш юҡ”, – тип тынысландыра ине. Уҡыуҙы тамамлағас, Өфөлә эшкә ҡалдым. Егеттәр артымдан күп йөрөп маташты, тик яратҡан егетемде көтөүемде дауам иттем. Ҡайтҡас, туй үткәреп, бергә йәшәй башларбыҙ, тип план ҡорҙоҡ. Шулай: “Бер аҙнанан ҡайтам!” – тип шылтыратты. Унан һуң шылтыратыу­ҙар ҙа булманы, ҡайтманы ла. Бер йыл буйы көттөм, ләкин бушҡа ғына. Аптырап, әсәһенә шылтыраттым: “Һинең кейәүгә сыҡмауың арҡаһында улым армияға китте”, – тип кенә әйтте лә, телефонын һүндерҙе. Башҡаса телефонды алманы. Ниңәлер гел төшөмә инә ине: һөйгәнем ята, ә уның эргәһендә аҡ халатлы ҡыҙҙар йөрөй. Йә егетем балыҡҡа әйләнгән, имеш, тип һаташтым. Шулай йөрөй торғас, бергә эшләгән һомғол буйлы, аҡыллы егет кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Әсәйем: “Сыҡ, уҡып бөттөң, егетең кәләш алған, әсәһен күрҙем, ул әйтте”, – тине. Йәнем көйөп, яратмаһам да, 2009 йылдың көҙөндә кейәүгә сыҡтым. Сафлығымды егетемә тип һаҡлағайным, быны белгәс, ирем мине тағы ла нығыраҡ ярата башланы. Тик үҙемде уның менән бәхетле тойғаным юҡ, енси яҡынлыҡ минең өсөн ыҙа кисереү генә…

Түҙеп ятам инде. Ә һөйгәнем төшөмә инеүҙән туҡтаманы. Үҙем һағынһам да, үс итеп йәшәйем тип, тешемде ҡыҫып йәшәүемде дауам иттем. 2012 йылда улыбыҙ тыуҙы. Уға егетем менән хыялланып планлаштырған исемде ҡуштым. Көтмәгәндә!.. Ә кисәге осрашыу бөтә күңелемде тетрән­дер­ҙе! Автобусҡа инеп ултырғайным, ниндәйҙер көс артҡа боролоп ҡаратты. Һәм унда... Мөхәббәтем! Тәүге мөхәббәтем! Иң ҡәҙерле кешем! Күҙҙәремдән йәштәрем тәгәрәп китте. Ул да мине күреп ҡалды. Их, шундай таныш ҡараш, шундай йылы, шундай нурлы, шундай яғымлы, яҡын ҡараш. Ул да урынынан торҙо. Үҙемдең нисек уның ҡосағына барып сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кәләше барлығын да онотҡанмын. Икенсе туҡталышта төшөп ҡалдыҡ. Бер кафеға индек. Уның һөйләүенән, кәләш алмауы асыҡланды. Әсәйем алдап әйткән булған, мине тиҙерәк тормошҡа сығыуымды теләгәндер. – Отпускыға ҡайтам тип йөрөгән көндө грузиндар Көньяҡ Осетияға баҫып инде. Беҙҙе ярҙамға ебәрҙеләр. Грузиндарҙың бер һөжүмендә мин ултырған бинаға танк атты. Иҫемә килгәндә, дауаханала ята инем. Һуғыш бөтөүенә бер йыл да ике ай үтеп киткән. Шундуҡ шәфҡәт туташынан телефон алып, һиңә шылтыраттым, телефоның һүнгәйне. Шунан әсәйем һинең кейәүгә сыҡҡаныңды әйтте. Мин үҙемә бер ваҡытта ла ҡайтып йөрөмәҫкә һүҙ бирҙем. Бөтә тормошом армияла үтте.

Быйыл Украинала буталыш башланғас, үҙем теләп, Донецк ополчениеһына барып ҡушылдым. Яңыраҡ емереклектәр араһынан өс йәшлек ҡыҙҙы табып алдыҡ. Уның әсәһе, бөтә өмөтөн өҙөп, ҡыҙы был донъяла юҡтыр тип, Рәсәйгә ҡасып киткән булып сыҡты. Эҙләй торғас, ҡыҙҙың әсәһен Өфөгә ебәргәндәрен белдек, бәләкәсте бында алып киттем. Бөгөн килеп еттек һәм баланы әсәһенә тапшыр­ҙым. Иртәгә тағы Украинаға, – тип аңлатты егетем.… Минең күҙҙән туҡтамай йәш аға. Йәшлек мө­хәббәтемде өйөмә саҡырҙым, улым атаһы менән өләсәһенә картуф ҡаҙышырға киткәйне. Егетем миңә тормошомдо боҙғоһо килмәүен, әммә ғүмер буйы яратасағын белдерҙе. Онотолмаҫлыҡ төн үткәрҙек. Тәүге тапҡыр ләззәттең нимә икәнлеген аңланым. Бөгөн уны икенсегә вокзалдан оҙатып ҡалдым. 

Ынйыгөл.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: