Студент саҡта үҙебеҙ йыш йөрөгән ашханала ошо Ольга еңгәгеҙҙе осраттым. Зәңгәр күҙле, етен сәсле, йылмайып ҡына йөрөгән ҡыҙ ниңәлер күңелгә ятты бит. Оля менән осраша башлағас, минең тамаҡ һыйлыға әйләнде.
Оҙаҡ дуҫлашып та йөрөмәнек, ике ай тигәндә өйләнештек. Мин уҡып бөткәнсе уларҙың коммуналь фатирында, ата-әсәһе, ике ҡустыһы янында тығылып йәшәнек. Ҡайным һиҙҙермәһә лә, ҡәйнәм ҡыҙының һайлауын һис тә өнәмәй һәм быны аҙым һайын белдерә ине. Баҡтиһәң, әсәһенең минең кандидатураға ҡырҡа ҡаршы булыуын белгән Оля “йөккә уҙҙым” тип алдаған икән. Минең атай-әсәй ҙә рус ҡыҙына өйләнеүемде хупламаны. Ул саҡта эре генә: "Мөхәббәт милләткә ҡарамай", - тип яуап биргәйнем...
Тиҙерәк фатирлы булыу маҡсаты менән институттан һуң милицияға эшкә барҙым. Ысынлап та, тәүҙә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, ҡыҙыбыҙ тыуғас, ике бүлмәле фатир асҡысы тотторҙолар.
Насар ҙа йәшәмәнек кеүек, икәүләп эшләнек, аҡса ла етте, машина ла, башҡаһын да алдыҡ. Әммә бына хәҙер килеп аңланым: дөрөҫ йәшәмәгәнмен икән. Элегерәк, көнө-төнө тигәндәй эштә булғас, артыҡ иҫ китмәгән. Йәш саҡта беленмәй, олоғайғас, ҡыйын икән ул. “Юлдаш” радиоһын ҡабыҙһам да оҡшамай, телевизорҙан башҡортса яңылыҡтар ҡарарға ла ярамай. “Опять...” тип башлай ҙа йөҙ һүҙгә етә инде. Һөйләһәң, күп инде...
Шуға ятам әле бына. Бында, исмаһам, башҡортса йыр тыңлаһам да, тапшырыу ҡараһам да әрләүсе, һөйләнеүсе юҡ. Әйтер һүҙем шул: егеттәр үҙ милләтенән кәләш алһын, ҡыҙҙарыбыҙ үҙ башҡортобоҙға, мосолманыбыҙға кейәүгә сыҡһын...
Гөлдәр Яҡшығолова.