Бөтә яңылыҡтар

Мәрт. Хикәйә

Ә иртәгәһен... Күршеләрендә йәшәгән ир ҡатынын эсеп ыҙалата, ҡатыны ике балаһын эйәртеп Ҡәмәриәләргә инеп ҡунғылай ине. Был юлы көпә-көндөҙ дыу килә. Ҡапҡанан ҡасып сыҡҡан ҡатынын сәсенән эләктереп типкесләргә тотондо. Аяуһыҙ ҡысҡырып илауҙы ишетеп, Ҡәмәриә менән әсәһе урамға атылды, ҡаршы йорттан ике ир, бисәләре килеп сыҡты. Ә иҫерек, ҡулында бысаҡ, берәүҙе лә яҡын ебәрмәй, ҡатынының башын ҡапҡа бағанаһына бәргән ыңғай, ҡатын сүгәләп китте лә, бите буйлап ҡан аға башланы. Кемдеңдер полиция, тиҙ ярҙам саҡыртырға башы етте. Ике ир эскесенең аяғына утын бәрҙе. Теге яман аҡырып ауып китте. Арҡанға урап һалдылар.  

Мәрт. Хикәйә
Мәрт. Хикәйә

Әҙәм балаһының донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәренә төшөнгөһө килә. Бөтә кеше лә нимәлер белгеһе килеп талпынып тормай, әлбиттә. Арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тип йәшәгәндәр ҙә бар. Хәйер, кем белә, бәлки, ундайҙарға йәшәүҙең мәғәнәһеҙ ғәмәлдәренең асылы күптән билдәлелер.

Уҡымышлы кешеләрҙең дә фекере төрлөсә, фәйләсүфтәр, донъяға көтөлмәгән осраҡлылыҡ идара итә, тигән фекерҙә ине. Ә физиктар күҙгә күренеп тормаған күренештәркүренеп тормаған күренештәр араһындағы бәйләнештәр барлығын асыҡлай һәм донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, бөтәһе лә – за- конлы күренеш, тигән һығымтаға килә.

Үкенесле, әлбиттә, бәхетһеҙ йондоҙ аҫтында донъяға килгәндәр аҙмы ни? Уларҙы ҡайғы-хәсрәт, һағалап ҡына торған кеүек. Ә берәүҙәр нужаның ни икәнен дә белмәй ғүмер итә. Бының ғәҙеллек түгеллеге билдәле. Кешенең яҙмышы маңлайына яҙыла, тигәндәре ысын булып сығамы икән? Ә нишләп берәүҙең маңлайы тулы ал да гөл, берәүҙәрҙеке иһә...

Ҡәмәриә йыш ҡына атаһын иҫенә төшөрә. Хыялға бирелеп киткәне лә бар: имештер, атаһы менән бергә йәшәйҙәр. Атаһы Ҡәмәриәгә Гүзәлдеке кеүек күлдәк, уныҡы кеүек туфли алған. Имештер, ҡыуанысының сиге юҡ! Атаһын яҙа-йоҙа булһа ла хәтерләй Ҡәмәриә, оҙон буйлы мыҡты кәүҙәле ир ине.

Ҡәмәриәнең яҙмышы һуң? Ни өсөн, ни гонаһы өсөн былай булды?

Урта мәктәпте тамамлағас, яңғыҙ әсәһенең ризалығы менән район үҙәгенә сығып китте. Ятыр-торор түшәктәр тегеп һатҡан шәхси эшҡыуар ҡатынға эшкә ялланды. Бер ҡатын менән ҡуртымға фатирға инделәр. Эшләп тапҡан аҡсалары самалы булып сыҡты. Фатирға түләргә, ашарға ғына етә. Ашауға ла ауылға ҡайтҡан һайын тейәнеп килә. Ә район үҙәгендә бүтән ҡатын-ҡыҙ эшләрлек эш юҡ, ауылды әйтеп тораһы ла түгел. кейенгеһе лә килә. Әсәһе былтырғы һуғым танаһының ярты итен һатып, әҙ- мәҙ кейендереп сығарып ебәргәйне, шул көйө йөрөй әле. Уҡырға инергә баҙнат итмәне шул. Уҡытыусы балалары уҡырға инде, әсәләренең эш хаҡы бала- ларына китеп тора. Ә Ҡәмәриәнең әсәһе түләй алмаҫ ине, тапҡан-таянғаны – бәйләм бәйләп һатыу, былтыр ике һарыҡ һаттылар ҙа он алдылар. Ҡойто шул аҡсалары. араһындағы бәйләнештәр барлығын асыҡлай һәм донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, бөтәһе лә – за- конлы күренеш, тигән һығымтаға килә. Үкенесле, әлбиттә, бәхетһеҙ йондоҙ аҫтында донъяға килгәндәр аҙмы ни? Уларҙы ҡайғы-хәсрәт, һағалап ҡына торған кеүек. Ә берәүҙәр нужаның ни икәнен дә белмәй ғүмер итә. Бының ғәҙеллек түгеллеге билдәле. Кешенең яҙмышы маңлайына яҙыла, тигәндәре ысын булып сығамы икән? Ә нишләп берәүҙең маңлайы тулы ал да гөл, берәүҙәрҙеке иһә... Ҡәмәриә йыш ҡына атаһын иҫенә төшөрә. Хыялға бирелеп киткәне лә бар: имештер, атаһы менән бергә йәшәйҙәр. Атаһы Ҡәмәриәгә Гүзәлдеке кеүек күлдәк, уныҡы кеүек туфли алған. Имештер, ҡыуанысының сиге юҡ! Атаһын яҙа-йоҙа булһа ла хәтерләй Ҡәмәриә, оҙон буйлы мыҡты кәүҙәле ир ине. Ҡәмәриәнең яҙмышы һуң? Ни өсөн, ни гонаһы өсөн былай булды? Урта мәктәпте тамамлағас, яңғыҙ әсәһенең ризалығы менән район үҙәгенә сығып китте. Ятыр-торор түшәктәр тегеп һатҡан шәхси эшҡыуар ҡатынға эшкә ялланды. Бер ҡатын менән ҡуртымға фатирға инделәр. Эшләп тапҡан аҡсалары самалы булып сыҡты. Фатирға түләргә, ашарға ғына етә. Ашауға ла ауылға ҡайтҡан һайын тейәнеп килә. Ә район үҙәгендә бүтән ҡатын-ҡыҙ эшләрлек эш юҡ, ауылды әйтеп тораһы ла түгел. кейенгеһе лә килә. Әсәһе былтырғы һуғым танаһының ярты итен һатып, әҙ- мәҙ кейендереп сығарып ебәргәйне, шул көйө йөрөй әле. Уҡырға инергә баҙнат итмәне шул. Уҡытыусы балалары уҡырға инде, әсәләренең эш хаҡы бала- ларына китеп тора. Ә Ҡәмәриәнең әсәһе түләй алмаҫ ине, тапҡан-таянғаны – бәйләм бәйләп һатыу, былтыр ике һарыҡ һаттылар ҙа он алдылар. Ҡойто шул аҡсалары.

Ҡәмәриә эшләгән ателье хужабикәһе тегенселәрен тарҡатып ебәрҙе. Банкротлыҡ иғлан итте. Етештергән тауарҙары үтмәй, тегенселәргә эш хаҡы түләү ҙә ауырлашты. Ҡайҙа барһын, ауылына ҡайтырға мәжбүр булды. Йәй көнө ауылда эш муйындан, тракторлы егеттәрҙән бесән саптырҙылар, ташы- тып алып ҡыуандылар, ҡаҙ сепейҙәре алғайнылар, улары теүәл генә үҫеп бара, Аллаһ бирһә, эш итеп алырҙар ҙа бер аҙын һатырҙар.

Иң мөһиме – мәктәптә иҙән йыуған ҡыҙҙарҙың береһе кейәүгә сығып киткән, Ҡәмәриә шуны ишетеп мәктәп директорына йүгерҙе, бәхетенән, риза булып эшкә инә алһа, шундай шәп булыр ине.

– Һин дә кейәүгә сығып олаҡмаҫһыңмы һуң? – тип һораны директор Ҡәмәриәнең йомошон белешкәс.

– Юҡсы... Егетем дә юҡ әле...

– Улайһа, ун бишенсе сентябрҙән эшкә сығырһың. Берәй һөнәргә өйрәткән колледжға инһәң хөрт булмаҫ ине лә... Һәйбәт уҡының бит. – Инермен ул... Заочно булһа ла...

Кәйефе күтәрелде Ҡәмәриәнең. Атайһыҙ үҫкәс, ул үҙен класташтарынан кәмерәк күрҙе. Дөрөҫ, ул бер үҙе генә йәтим түгел ине. Ауыл ирҙәренең күбеһе алама ғәҙәткә һалыша ла китә бит. Иртә донъя ҡуя. Юҡ, бер үҙе генә түгел, ә эсендә кәмһенеү тойғоһо бар. Ярар, әсәһе янында булыр. Уҡырға ла инер, Аллаһ бирһә. Кем белә, яҙғаны табылып, парлы ла булыр...

Ә Ҡәмәриәгә яҙған яҙмыш ун бишенсе сентябрҙе көтөп торманы...

Бер көн шулай йәкшәмбе көндө район баҙарына һөт, ҡаймаҡ, май һатырға барғайны, алып килгәндәрен кисләтеп кенә һатып бөттө. Район үҙәгендә йәшәүселәрҙең ҡайһы береһе үҙе лә мал аҫрай. Ял һайын булмаһа ла, һирәкләп баҙарға сыҡҡан бер ҡатынды Ҡәмәриә күргеләй. Бөгөн иһә ул тауарын осороп бөттө лә юҡ булды.

Ҡатынды бер егет килеп ала ине, улы булһа кәрәк, бөгөн килһә, әсәһе юҡ! Егет тегеләй ҡаранды, былай ҡаранды, телефондан һөйләшмәксе булды, уныһы ла яуап бирмәне, күрәһең. Ҡәмәриә янына килде:

– Һылыу, әсәйем ошонда һатыу итә торғайны, бөгөн күрендеме ул?

– Булды. Һөтөн тиҙ генә һатып бөттө ул. Ҡайтып та китте. Бер апайҙың машинаһына ултырҙы буғай.

– Ә һин ҡайһы урам ҡыҙыҡайы?

– Мин ауылдан.

– Ҡайһы ауылдан?

– Мирастан.

– Ә-ә-ә... Мин дә шул ауылдан!

– Эйе шул! Бер көнө көтөү көтөп йөрөй инегеҙ.

– Автобус китте. Нисек ҡайтаһың?

– Попутныйға сығам инде...

Ул арала яңы танышының телефоны шылтыраны.

– Әсәй, мин һине юғалттым! – әсәһе улына ниҙер аңлатты.

– Әсәй, мин Флүрә апайымдарға барып әйләнәм, йомош бар.

Эйе, Флүрә тигән апай бар шул ауылда, медпунктта фельдшер.

– Әйҙә, елдереп кенә илтеп ҡуям. Исемең кем тинең әле?

– Ҡәмәриә...

– Минеке – Айгиз!

Йор һүҙле Айгиз гимназияла физкультура уҡыта икән. Саңғысы. Райондың, республиканың саңғы ярыштарында чемпион титулына эйә булған. Күмертауҙағы физкультура колледжын тамамлаған, армияла булып ҡайтҡан. Ҡәмәриәнең ауылдағы еңгәләренең береһе ҡыҙыҡ итеп һөйләгәйне: берәй егеткә күҙең төшөп, ул һиңә һалҡын булһа, унан армия хәлдәрен һөйләт һәм сабыртыңла. Егеттәр армияла булған мажараларын шундай кинәнес менән һөйләй, етмәһә, ул үҙе һәр ҡыҙыҡ ситуацияла – еңеүсе! Телдәр егетте тыңлағанда, шул кәңәште иҫенә төшөрөп, эстән көлөмһөрәп ҡуйҙы.

Ҡәмәриәгә Айгиз оҡшап китте. Класташтары кеүек, унда эскәндәрен, бында кәйеф-сафа ҡорғандарын романтик ваҡиға итеп һөйләп кинәнес кисереп, батырлыҡ ҡылған кеүек ҡыланмай.

Айгиз ауылға йышланы, килә лә етә, киләлә етә. Ҡәмәриәнең әсәһе Айгиздең ата-әсәһен яҡшы белә икән. Элек, автобус йөрөмәгәндә, ауылдаштарының Айгиздең әсәләрендә ҡунып ятҡандары аҙ булмаған. Игелекле ғаилә.

Бер көндө Ҡәмәриә баҙарҙа торғанда Айгиздең әсәһе лә килеп баҫты. Айгиз әсәһенең мөлкәтен теҙеп ултыртышты ла әсәһен Ҡәмәриә янына килтереп баҫтырҙы.

– Әсәй был ҡыҙҙың исеме – Ҡәмәриә.

– Алай икән... Айгиз һине һөйләй ҙә һөйләй. Шәмсинурҙың ҡыҙы булаһыңмы?

– Уныҡы... – Ҡәмәриә оялышынан башын аҫҡа эйҙе.

– Әсәй, мин Ҡәмәриәне кәләшем итергә булдым. Оҡшаймы һиңә?

– Һөйкөмлө бала... Үҙеңә оҡшаһа, әйҙә генә инде! Белгән кешеләрҙең балаһы. Райцентр ҡыҙҙары кеүек, аҡаңнап тормай. Атаһы елғыуар ине лә...

Ауыл һайын бисә айырып, балаларын йәтим иткән кеше булды. Төҫкә һылыу ине лә, холҡо еңел ине шикелле. Шәмсинурҙы беләм, егәрле ҡатын. 

– Туйҙы көҙгә яһарбыҙ! – Айгиз икәү-ара алдан һөйләшеп ҡуйған шикелле тота үҙен. Ризаһыңмы, тип һорамай ҙа... Кискәрәк килер әле, аңлашырҙар, асылда, Ҡәмәриә риза ул. Тик улай уҡ ҡапыл булыр тигән уй башына ла килмәгәйне. Уның әсәһенең Ҡәмәриәнең атаһы тураһында һөйләгәндәре бик ҙур яңылыҡ булды. Әсәһе былай атаһын яманлап һөйләгәне юҡ. Матур минең ҡыҙым, тас атаһы, тип яратыр ине.

Нишләһен икән, көндөҙгө һөйләшеүҙе әсәһенә әйтергәме? Өндәшмәне. Ҡыйыулығы етмәне.

Ә иртәгәһен... Күршеләрендә йәшәгән ир ҡатынын эсеп ыҙалата, ҡатыны ике балаһын эйәртеп Ҡәмәриәләргә инеп ҡунғылай ине. Был юлы көпә-көндөҙ дыу килә. Ҡапҡанан ҡасып сыҡҡан ҡатынын сәсенән эләктереп типкесләргә тотондо. Аяуһыҙ ҡысҡырып илауҙы ишетеп, Ҡәмәриә менән әсәһе урамға атылды, ҡаршы йорттан ике ир, бисәләре килеп сыҡты. Ә иҫерек, ҡулында бысаҡ, берәүҙе лә яҡын ебәрмәй, ҡатынының башын ҡапҡа бағанаһына бәргән ыңғай, ҡатын сүгәләп китте лә, бите буйлап ҡан аға башланы. Кемдеңдер полиция, тиҙ ярҙам саҡыртырға башы етте. Ике ир эскесенең аяғына утын бәрҙе. Теге яман аҡырып ауып китте. Арҡанға урап һалдылар.

Тиҙ ярҙам менән полиция бер-бер артлы килеп туҡтаны. Шаһиттарҙан һорау ала башланылар. Халыҡ белә ине бит инде был эскесенең кем икәнен. Бахыр бисәһен күпме ыҙаланы. Бөгөн, ана, үлеп ята. Ярай ҙа был тиклем фажиғәне балалары күрмәй, аҙна элек кенә өләсәләре ауылдарына алып ҡайтып киткәйне.

Шәмсинур күргәндәренән тетрәнеп үҙҙәренең ишек алдына ҡайтып инһә, Ҡәмәриәһе тас салҡан ерҙә ята! Тегеләй ҡыбырлатмаҡсы булды, былай, ҡыҙы иҫһеҙ тик ята! Шәмсинур урамға сығып йүгерҙе, тиҙ ярҙам китеп өлгөрмәгәйне, илай-илай докторға ялбарҙы:

– Минең ҡыҙым һушһыҙ ята! Зинһар, ярҙам итегеҙ! Ҡәмәриәне доктор ҙа уята алманы.

– Алып китергә тура килер... Стресмы икән... Шәмсинурҙың һыйыры аяғына бәйле, кискеһен, иртәнгеһен һауып эшен бөтөрмәйенсә сығып китә алманы. Хәстәханала яҡшы хәбәр ҡаршыламаны,
Ҡәмәриәһе һушһыҙтик ята. Танауынан зонд төшөрөп туҡландырғандар. Янына Айгиз тигән егет килеп киткән. Эргәһендә ултырып гәзит уҡып маташҡан. Ә Ҡәмәриә, шул көйө, һис бер мөнәсәбәтһеҙ тик ятҡан. Егет илап сығып киткән.

Шәмсинур клиниканың баш табибына инде. Ул әлегә бер ниндәй ҙә диагноз ҡуймағандарын әйтте, бындай хәлде тәүгә осратыуын, кисә кис буйы диагноздар китабын аҡтарып сығыуын, сит илдә булған бер ваҡиға хаҡындағы яҙыуҙы тап итеүен һөйләне.

– Күҙәтәйек, бәлки, уяныр. Йәш организм, анализ күрһәткестәре нормала! Хәстәхана эсендә күңелеҡатҡан кеше кеүек йөрөгәйне, урамға сыҡҡас үкһеп илап ебәрҙе. Күҙ терәп торған бер бөртөк балағынаһын ни гонаһы өсөн ошолайтып һалып ҡуйҙы был тәҡдир тигәнең?

Донъя үҙ ыңғайы менән тәгәрәй бирҙе. Шәмсинурҙың хәсрәтле яҙмышын бүтән кешеләр нимә генә эшләтә, нисек кенә еңеләйтә алһын? Шәмсинурҙың рөхсәте менән ҡыҙын Өфөгә алып киттеләр. Бер көн өйөнә әсәһен эйәртеп Айгиз килеп инде.

Шәмсинур ауылдашы Фәриханың улы Айгиздең Ҡәмәриәгә булған мөнәсәбәтен сырамытаине. Күңеленәнриза булыпйөрөнө. Айгиз – атайлы бала. Гимназияла уҡытҡас, тәртипһеҙ түгелдер.

– Хәлеңде ишетеп килдем, Шәмсинур! Ундайҙы ишеткән дә юҡ ине. Был араларҙа Ҡәмәриәңде әйттерергә килергә йыйынғайныҡ. Әйттеме һоратырға килергә итәләр, тип?

– Юҡ... Ҡыйыуһыҙ бит ул... Йәтимлеге арҡаһында йомолоп йәшәүгә күнеккән шул балаҡайғынам.

– Илдус та инде... Бисәнән бисәгә йөрөгән булды. Әле ҡайҙа икән, ишетелмәйме?

– Юҡ...

Айгиз бик бойоҡ ултырҙы. Хушлашыр алдынан Өфөгә алып китһәләр, бергәләп барырбыҙ әле, тип теләген белдерҙе. Машинаға сығыпултырғас, әсәһе уйланыпбарҙыбарҙы ла көрһөнөп ҡуйҙы:

– Атаһының йөрөмтәл булыуының ҡоно ғына төштө, буғай, был балаға... Йөрөнө әллә кем булып. Карма тигәндәре шул була инде. Ҡарғаусылар булмаған, тиһеңме? Бисәләрҙе аҙ илатҡан тиһеңме?

Өфөлә Ҡәмәриәне режим менән ашаталар икән. Әле балғалаҡлап ҡаптырғанды йота башлаған. Ашау сәғәте етһә, ауыҙы тамшана башлай, тиҙәр. Тәнен спирт менән
һөртөп торалар. Аяғын-ҡулын клеенка түшәп йыуалар. Профессорға күрһәткәндәр.

Профессор Шәмсинурҙан энәһенән-ебенә тиклем төпсөп һорашты. Ул илай-илай һөйләп эсен бушатты.

– Әлегә “Ҡурҡыу синдромы” тигән диагноз ҡуйҙым, – тип оҙатты доктор Шәмсинурҙы.

– Яҡшы динамика булыу менән хәбәр итербеҙ. Айгиз Ҡәмәриә ятҡан палатала ултырҙы. Бүлектең телефонын яҙып алды. Быға Шәмсинур шатланды, үҙенең башына килмәҫ ине әле.

Өфөгә бер барғанында Шәмсинурға Ҡәмәриә янына егете килеүе, бүлектә илайилай ғауға ҡуптарыуы хаҡында һөйләнеләр. Врачтарҙы ғәмһеҙлектә, белемһеҙлектә ғәйепләгән. Ҡәмәриәне күтәреп алып йөрөткән.

– Дауалай белмәгәс, нишләп медицина университетында уҡырға ине. Уян, ҡәҙерлем, зинһар, уян! – тип шыбырлап илаған.

Быларҙы күҙәткән шәфҡәт туташтары ла илашып бөткән. Полиция саҡыртмаҡсы булыусылар ҙа табылған, бүлек мөдире тыйған.

– Өйләнешергә булғандар улар. Арыу егет ул Айгиз... Тәҡдир ана нишләтеп ҡуйҙы балаларҙы...

– Шәмсинур үҙе илауҙан уҙғайны, бәхетһеҙ яҙмышына күнеүе шул булды шикелле. Яҙмыштануҙмыш юҡ, тигәндәре юҡ һүҙ түгелдер бит. Һәр кешенеңдә бәхете булмай, күрәһең, миңә былар ҡағылмаҫ, тигән инаныс менән ғүмер иткән булыу менәнме ни. Ипле холоҡло, кешегә ҡарата итәғәтле, егәрле ҡатын Шәмсинурға ни өсөндөр донъя йыш ҡына арты менән боролдо. Был ниткән тәҡдир булды һуң? Кем гонаһын өйә яҙмыш Шәмсинур елкәһенә?

Төндәр буйы керпек тә ҡаҡмай сыҡҡаны бар. Уйламаған уйы ҡалмай. Хәҙер бик иламай ҙа, йәше кипте шикелле. Ауыл халҡы бер-береһенең хәлен белешеп, башына хәсрәт төшкәндең ҡайғыһын уртаҡлашып ғүмер итә. Дөрөҫ, ауыл кешеһенең дә төрлөһө бар, Шәмсинурҙың күрше-тирәһе ул яҡҡа һәйбәт булды. Анау ҡәһәр һуҡҡан эскесе күршеһе генә боларып, эт нужаһы сиктерҙе. Бахыр ҡатын ғынаһының башына етеп, әрәм генә итеп ҡуйҙы. Әсә генәһе килеп етте. Балаларын ҡалдырып килгән.

Ыуаҡтар бит әле, уҡырға ла төшмәгәндәр. Ана ултыра өйҙәре, һуҡыр бесәй кеүек, һөмһөрө ҡойолоп.

Урам аша күршеһе Мәхмүзә менәнборсағы бешәШәмсинурҙың, берәүгәлә әйтмәй торған серҙәре лә уртаҡ. Бер-береһенә сәйгә лә йөрөшәләр. Бергә-бергә күңеллерәк бит.

– Берйылды, – тип башланы һүҙен Мәхмүзә. – Бер режиссер шикелле, телевизорҙан оялмайҙа һөйләп ултыра. Мин, ти, күптапҡыр бисә алдым. Балаларымда күп. Яңыраҡ йәнә телевизорҙан яңылыҡ! Ҡырҡмы, иллеме йәшкә кесе һуңғы ҡатыны тапҡан ике балаһының береһе, ҡыҙғынаһы, машинала барғанда авария булып, ошо көндә лә иҫһеҙ ята. Рулдә атаһы булған бит әле. Уйнашҡа оҫта булдым тип тә маҡтаныр икән кеше.

Ята ҡыҙы, беҙҙең Ҡәмәриә кеүек... Алып ҡайтаһың да ҡуяһыңмы әллә шул баланы? Өйҙә, өйрәнгән ерҙә, һәйбәт булмаҫмы?

– Ул турала үҙем дә пландар ҡорам да ул...

Шәмсинур ауылдың фельдшеры Флүрә менән дә кәңәшләшергә булды.

– Иң мөһиме – ашай, тиһең бит, Шәмсинур апай! Тимәк, Ҡәмәриәнең йәшәүгә ихтыяры һаҡланған. Ҡәмәриә менән шундай хәл булып киткәс, мин дә медицина китаптарынан эҙләндем.

1963 йылда АҠШ Президенты Кеннеди атып үлтерелгәс, Аргентинала йәшәгән йәш ҡыҙ бик ныҡ тетрәнә һәм йоҡлай ҙа китә. Ун өс йылдан һуң ғына уяна. Ҡәмәриәлә бер килеп уяныр ҙа китер әле, Раббыбыҙҙан булып. Ҡурҡты инде ултеге алкаштың аяуһыҙҡылығын күреп. Тик Ҡәмәриә кеүек мәрткә киткән кешене көсләп уятырға ярамай, ти, – тип кәңәш бирҙе, йыуатты шәфҡәт туташы.

Айгиз – Флүрәнең апаһының улы, уның хаҡында Шәмсинур ҙа ҡыйып һорашманы, Флүрә лә ләм-мим өндәшмәне. Йәш егет үҙе лә стресс кисермәгән, тиһеңме?

Өс ғазаплы йыл артта ҡалды. Донъя гүзәл хозурлыҡҡа төрөндө. Өй артындағы муйыл сәскә атып бөтөр-бөтмәҫтән аҡ сирендәр менән күк сирендәр хуш еҫтәр таратырға тотондо. Тәбиғәттең йәш йәшеллеген Шәмсинур ыуыҙға оҡшата. Шулай, тәбиғәттең ҡанундары алыштырғыһыҙ. Күршеһенең өйө баҡсаһында ла муйыл да, сирен дә сәскә атып ултыра. Һандуғас сутылдығын сыға. Кешеһе бармы был өйҙөң, юҡмы, тәбиғәткә барыбер.

Баҡсаһында сәсеү эштәрентамамлағас, Шәмсинур Өфөгәюлланды. Докторҙар бер ниндәй ыңғайдинамика булмауы, Мәскәү профессорҙарына ла күрһәтепҡарауҙарын һөйләне.

– Алып ҡайтайым баламды, – тип теләген белдерҙе Шәмсинур.

– Өфө алыҫ, йыш килеп йөрөй алмайым. Уйламаған көнөм юҡ. Медсестралар, санитаркалар менән кәңәшләштем. Алып ҡайтайым.

– Расписка яҙаһығыҙ инде.

Расписка яҙҙы Шәмсинур, йөҙ һыуын түгеп машина теләнселәп алды һәм ҡыҙы менән ауылдарына юлланды. Күңеле булып ҡалды. Нишләйһең бит, яҙғаны шулдыр, иң мөһиме − балаһы тере, ана күрше ҡатын, бахыр ғына, вафат булып ята, әсәһе үҙҙәренең ауылына алып ҡайтып ерләгән, тинеләр. Ә Шәмсинурҙыҡы, шөкөр, тере әле. Бәхетенән, уянып та китер.

Ауырыуҙың сығымдары күп шул. Инвалидлыҡ юллап алырға кәңәш иттеләр. Районға барып белешеп йөрөнө. Ауылға килергә теләмәйҙәр, иҫһеҙ һуҙылып ятҡан кешене комиссияға күрһәтәм тип нисек алып бараһың? Беҙҙең медицина ни эшләп ауырыу мәнфәғәтен хәстәрләмәй икән ул? Тик үҙ яғын ҡайғыртырға өйрәтеп сығаралар шикелле уҡығанда уҡ.

– Һаумыһығыҙ, Шәмсинур апай! Ултырығыҙ машинаға! – Айгиз икән. Ҡыйырҡыймаҫ ҡына инеп ултырҙы. Нимә тип һөйләшергә лә белмәй, шым булды.

– Ҡәмәриәне барып алғанһығыҙ икән, һәйбәтбулған. Өйрәнелгән кешеләр, таныш атмосфера ыңғай йоғонто яһар ул.

...Шәмсинуринвалидлыҡ юлламаҡсы булып йөрөүен, комиссия рәйесенең үтә текә һөйләшеп ултырыуы хаҡында һөйләмәй булдыра алманы.

– Диагноз ҡағыҙҙарығыҙ үҙегеҙҙәме?

– Үҙемдә.

– Миңә бирегеҙ. Ҡурҡмағыҙ. Мин институтҡа индем. Райондың спорт комитетында эшләйем.

Айгиз Ҡәмәриә ятҡан бүлмәгә инде. Ултырғыс алып ҡаршыһына ултырҙы һәм Ҡәмәриәнең ҡулын, битен һыпырҙы. Ап-аҡ йөҙлө, һалҡынса тәнле ҡыҙыҡай өс йыл элек нисек бала-саға кеүек матур булған, бөгөн дә шул көйө. Айгиз ҡыҙҙың ҡолағына уны яратыуы, бер күреүҙән ғашиҡ булыуын, һөйөклөһөнөң уянырына өмөтләнеүе хаҡында шыбырланы ла шыбырланы. Һаҡ ҡына ҡыҙыҡайҙың ирененән үбеп ҡарарға ла булды. Ирендәре һалҡын, әммә шундай үҙ! Йәнә, хәстәханалағы кеүек, күтәреп алып бүлмә буйлап йөрөнө лә урынына һалды.

Аҙна-ун көн тирәһе үтте шикелле, Шәмсинурҙың ҡапҡаһы төбөнә машина килеп туҡтаны. Машинанан өс ҡатын килеп сыҡты һәм өйгә килеп инде. Бындайҙы күрмәгән комиссия ағзалары был юлы әҙәмсә һөйләшеп, компьютерға сәләмәтлек күрһәткестәрен яҙҙы.

Бер ҡатын, начальниктары булһа кәрәк, шулай ҙа һуҡранып ҡуйҙы:

– Айгиз Сөләймәнович Ивановаға саҡлым барып етмәһә лә булыр ине лә... Беҙгә ауырыуҙың өйөнә барып йөрөргә бик ҡушмайҙар ул... Шәмсинур өндәшмәне.

– Аҡсалата пособие соцобес аша түләнер, – тинеләр.

Ай артынан ай ғына түгел, йыл артынан йылдар үтте. Айгиз үҙен Өфөгә эшкә саҡырыуҙарын, ризалашыуынбелдереп шылтыратты. Шәмсинур һыйырын тотонорға булды. Ҡарауы ауырлашты.

Ҡәмәриәнең пенсияһы икеһенә лә етә. Дебет шәл бәйләп һатҡылай. Бирешкәндәре юҡ. Ҡәмәриә ризыҡланыуын режимға һалып алған. Ит турағыстан үткәргән итте лә бирә. Эргәһендә иптәш булып ята әле ҡыҙғынаһы. Өйөнә кеше килгәнгә лә ҡыуана. Һөйләшкән тауыштар ишетелеп торғаны яҡшыраҡ бит.

Ун йыл ваҡыт та үтеп китте. Шәмсинур, бирешмәйем тиһә лә, ҡаҡшаны. Ҡан баҫымы күтәрелә, дауаханаға барғаны юҡ. Бер көнө Ҡәмәриәгә айына бер булһа ла килеп йөрөгән докторҙан ҡан баҫымын үлсәткәйне, шелтәләп китте, ҡулығыҙҙа ауырыу ҡыҙығыҙ, һаҡ булырға кәрәк битһеҙгә! Тонометр алырға кәңәш итте, дарыуҙарға рецепт яҙып китте. Дарыуҙарҙы барып алырға ваҡыт тапмаған булды. Йөрәге күкрәген ярырҙай булып һулҡылдай башлағас, Флүрәгә шылтыратты. Шәфҡәт туташының иҫе китте:

– Апай, хөрт бит хәлегеҙ! Дауаханаһыҙ булмай! – Флүрә “Ашығыс ярҙам” менән, Шәмсинурҙың ҡатышып йәшәгән күршеһе Мәхмүзә менән һөйләшә башланы.

– Мәхмүзә апай, зинһар, Ҡәмәриәнеҡараптороғоҙ инде, Шәмсинур апай ауырый!

– Хәҙер киләм! Ул да ауырымағас! Ун йыл ҡыҙын ҡарай! Шутка ли!

“Ашығыс ярҙам” оҙаҡламаны. Доктор йөрәген тыңланы ла кейенергә ҡушты. Шәмсинур ризалашмай бер булды.

– Ауырыу! – тип тауышын күтәрҙе доктор.

– Әгәр реанимацияға тере алып барып еткерһәм, шоколад ҡушып сәй эсеп һыйлаясаҡмын үҙемде! Инфаркт булырға тора!

Мәхмүзә Ҡәмәриә ятҡан бүлмәгә күҙ һалды. Ә Ҡәмәриә... Тороп ултырған да түгелеп илай!

– Доктор!

Доктор утыҙ секунд тирәһе телһеҙ торҙо, шунан телефонына тотондо.

– Ҡабул итеү бүлегеме? Прединфаркт! Реанимация әҙерләгеҙ! Ә йәнә сюрприз көтөгөҙ!

Шәмсинурҙы ла, Ҡәмәриәне лә носилка менән алып сыҡтылар. Ун йыл хәрәкәтһеҙ ятҡан ҡыҙҙың аяҡ быуындары йомшарғайны.

Шәмсинурҙы биш көн реанимацияла тотоп, Ҡәмәриә ятҡан палатаға сығарҙылар. Ҡәмәриәне логопед күнекмәләр эшләтеп һөйләндерә, массажист егеттә алсаҡ, ҡыҙыҡ ваҡиғалар һөйләп ҡыҙыҡайҙың күңелен күрә. Ун туғыҙ йәшендә бәләгә тарыған ҡыҙ ун йыл буйы шул көйө һаҡланған. Матур. Әсәле-ҡыҙлы өҫтәл артына ултырып ашай башланылар. Мәхмүзә мейестә бешкән
икмәк, ҡаймаҡ, йомортҡа килтерепкитте, ул да тәмле булды. Өс аҙнанан Шәмсинурҙы сығарҙылар. Ҡәмәриәне әлегә ҡалдырҙылар.

Бер көн районға эш менән килгән шәфҡәт туташы Флүрә больницаға һуғылды. Иҫе дөрөҫ Ҡәмәриәнең, ауылдаштарын таный.

– Флүрә апай, ә Айгиз ни хәлдә икән?

– Айгиз Өфөлә йәшәй.

– Ғаиләлелер инде...

– Яңғыҙ...

Ҡәмәриәне бығаса кисермәгән әллә ниндәй бәхет тойғоһо биләп алды...

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Тамара Ғәниева.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: