Һүҙ Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы , драматург, прозаик һәм публицист Азат Абдуллин хаҡында.
Азат Хаммат улы Абдуллин 1931 йылдың 26 июнендә БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Уның ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү тәрәнлеге, тормошсанлыҡ хас. XX быуаттың 70‑се йылдарында йәмғиәттең социаль‑әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе «Ун өсөнсө председатель» (1979) драмаһы үҙәгендә — заманынан алда барыусы кеше трагедияһы (донъяның 35 илендә ҡуйыла; тәүге тапҡыр — Евгений Вахтангов исемендәге театрҙа). Был әҫәр дәүләт һәм власть органдары чиновниктарына оҡшамай. Уны заманында КПСС Үҙәк Комитеты секретары Суслов Михаил Андреевич үҙе тыя. «Ун өсөнсө председатель» пьесаһының дауамы — «Һуңғы уҙаман» (1986; яңы редакцияһы «Һағыш йылғаһы») драмаһы. Рудольф Нуриевҡа арналған «Раббым баҡсаһы» (2001) пьесаһы мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән итә (2004 й. Роман Виктюк театрында ҡуйыла).
Азат Абдуллин С. И. Чекмарёв тураһындағы «Онотма мине, ҡояш» (1963) документаль повесын һәм драмаһын ижад итә. Әҙиптең әҫәрҙәре илдең байтаҡ театрҙары репертуарына ингән. «Аҡтан-аҡ һөт» (1976), «Ҡыҙыл ысыҡ» (1979) документаль повестары, публицистик очерктар һәм мәҡәләләр авторы.
Азат Абдуллиндың китаптарын электрон форматта Башҡортостан Милли китапханаһы сайтында табырға мөмкин: https://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-3471