Бөтә яңылыҡтар

МӘРЙӘМ МЕНӘН ҠӘЙҮМ: Рәхмәттәре сикһеҙ, һыҙланыуҙар уртаҡ

1. Янғол байҙың ейәнсәреФилология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллина төҙөгән “Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр” (Өфө, 1983) китабы менән танышҡанда әҙибәнең йәш башҡорт ҡыҙы менән бергә төшкән фотоһүрәтенә иғтибар итә ҡуйҙым. Аҫтына “Һәҙиә Дәүләтшина менән Мәрйәм Ғабдрахманова, 1934 йыл” тигән аңлатма ҡуйылған. Ҡыҙҙың исем-шәрифтәре китапта башҡаса телгә алынмай. Һәҙиә Дәүләтшинаның Бөрөләге музейы фондында ошо уҡ фонда төшөрөлгән коллектив фотоһүрәттә лә Мәрйәм исемле студентка бар булып сыҡты. Фотоның төшөрөлөү датаһы иһә “1937 йыл” тип аныҡ билдәләнгән. Яҙыусының 1937 йылдың 23 июнендә А.П. Чехов исемендәге шифаханала ижад иткән “Кәкүк” исемле әҫәрендәге: “Унан apғы кабинала комсомолка, уҡыу отличницаһы Абдрахманова Мәрйәм ял итә. Ул Совет власына тиклем театрҙың ни икәнен дә белмәгән. Башҡорт халҡының инде опералар тыуҙырырға әҙерләнгән йәш таланттарының береһе. Ул әле Мәскәү консерваторияһының уҡыусы-отличницаһы. Мәрйәмдең йәш, матур, саф тауышы урманда яңғырағанда, һандуғастар һайрауҙан туҡтап тыңлайҙар кеүек тойола”, – тигән юлдарында [3; 179] фотоһүрәттәге ҡыҙ тураһында һүҙ барғанын аңланым. Тимәк, ике фотоһүрәт тә 1937 йылға ҡарай. 7 менән 4 һандары яҙылышта оҡшаш булғанлыҡтан, шундай хата киткәндер, тип фараз итергә ерлек бар.Рәүеф Насировтың һәм Рима Сөләймәнованың 1993 йылда “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Милләтебеҙ инәһе” исемле мәҡәләһе [8] килеп тыуған һорауҙарға бер ни тиклем асыҡлыҡ индерҙе. Мәрйәм Ғабдрахманова Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романындағы Ныязғол байҙың прототибы Янғол байҙың ейәнсәре булып сыҡты. Ниндәй булған уның шәхесе? Ниндәй кисерештәр, уй-тойғолар менән йәшәгән? Донъяла ниндәй эҙ ҡалдырған? Ошо һорауҙар тынғы бирмәне.

Ҡыҙғанысҡа күрә, апай менән танышыу, күрешеп һөйләшеү насип булманы, уның – 2003 йылда, ҡыҙы Гүзәлдең 2014 йылда вафат булғанлығы асыҡланды.
2024 йылдың август айында Мәрйәм Ғабдрахманованың шәхси архивына юлыҡтым. Бында уның тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған яҙмалар, билдәле шәхестәр тураһында хәтирәләр, хаттар, фотографиялар, гәзит мәҡәләләре бар ине. Бай шәхси архив Мәрйәм апай тураһында ғына түгел, апаһы, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре Рабиға Янғол ҡыҙы һәм уның ире, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1922–1929 йылдарҙа БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев, партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Харис Йомағолов тураһында байтаҡ мәғлүмәт бирҙе.
Мәрйәм Ғабдрахманова 1914 йылдың 5 октябрендә Һамар губернаһының Пугачев өйәҙе Имеләй волосы (хәҙер Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Үтәкәй (Бөрйән) ауылында тыуған. Атаһы Йәмил Ғабдрахманов – ауыл уҡытыусыһы, әсәһе Ғизелбанат – Янғол Йомағол улы һәм уның беренсе ҡатыны Рәхиләнең өлкән ҡыҙы. Мөхәмәҙи Ғибаҙуллиндың “Милләт әсәһе” мәҡәләһенән күренеүенсә, Ғизелбанат та һөнәре буйынса уҡытыусы булған [2; 2].
Хәсән ауылында йәшәгән Янғол ҡартатаһына ҡунаҡҡа барыуҙары Мәрйәм Йәмил ҡыҙының яҙмаларында түбәндәгесә һүрәтләнә: “Нисә көн инде инәйем: “Тиҙҙән ҡунаҡҡа юлға сығабыҙ. Әгәр мине тыңламаһаң, бармайһың”, – тип ҡурҡытты. Ә бит был ваҡиғаны мин ниндәйҙер байрам көнө итеп көтә инем.
Ул көн, ысынлап та, килеп етте. Иртәнсәк миңә атайым: “Тор, балам, тор! Хәҙер ҡунаҡҡа барабыҙ”, – тине. Һикереп тороп, тәҙрәнән ҡараһам, ишек алдында арбаға егелгән атты күрҙем.
Инәйем ашыға-ашыға нимәләрҙер йыйып маташа. Ә мин: “Инәй, әйҙә инде, тиҙ бул!” – тип уны ашыҡтырам. Өйҙән беҙҙе оҙатырға берәү ҙә сыҡманы, тик этебеҙ генә артыбыҙҙан өрөп ҡалды.
Бөрйән ауылынан Хәсән ауылына килеп етеүебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдым. Беҙҙең бәхеткә, көн шундай матур. Ҡоштар беҙҙе баҫтырып килгәндәй артыбыҙҙан осалар. "Бына килеп тә еттегеҙ инде", – тип улар ҙа шатланалар һымаҡ.
Бына ҙур ҡапҡа асылды. Ишек алдына түшәлгән, ялтырап ятҡан таштар ҙа беҙҙе: “Яратҡан ҡунаҡтарыбыҙ килде бит”, – тип ҡаршы алдылар һымаҡ.
Матур тәҙрәле, һап-һары төҫкә буялған өйҙөң баҫҡысында хужалар ҙа күренде. Иң элек Хәйрелбанат апай мине ҡосаҡлап алды ла: “Ҡара һин уны, ҡалай ҙур булып үҫкәнһең! Беҙҙең Фатиманы ла ҡыуып еткәнһең бит!” – тип арҡамдан һөйҙө. Шул саҡ Фатиманың да өй баҫҡысынан төшкәнен күреп, уға табан йүгерҙем. Ә ул: “Әйҙә, Балҡан күленә барайыҡ. Уны атайым яңы ғына, һеҙ килеүгә тип, ашыға-ашыға эшләп өлгөрттө”, – тине.
Фатима әсәһенә барып, урамға сығырға рөхсәт алды. Ә Мәхүбә инәй (Янғол байҙың өсөнсө ҡатыны – Г.Ҡ.): “Ҡарағыҙ уны, һыу эсенә кермәгеҙ. Ситтән генә ҡарап уйнағыҙ. Йыраҡҡа китмәгеҙ, шунда ғына ултырығыҙ”, – тине лә атайым менән инәйемде өйгә алып инеп китте.
Ә беҙ етәкләшеп күл яғына ашыҡтыҡ. Күп тә үтмәй беҙҙең янға башҡа ҡыҙҙар ҙа килделәр. Фатима уларға эре генә: “Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ, күлгә яҡын бармағыҙ!” – тип Мәхүбә инәйҙең һүҙҙәрен ҡабатланы.
Был күл минең өсөн бик матур булһа ла, үҙе бик ҡурҡыныс, үҙенә тартып алыр төҫлө булып, мине ҡурҡыуға һалды. “Фатима, ҡуй! Әйҙә, өйгә инәйек. Һуңынан уйнарға сығырбыҙ”, – тинем”.
Мәрйәм Йәмил ҡыҙының хәтирәләренең артабанғы бер нисә бите табылманы. Киләһе юлдарҙа Ғабдрахмановтарҙың тыуған төбәген ташлап сығып китергә мәжбүр булыуҙары тасуирлана: “...Күпме ваҡыт үткәндер. Хәтерләмәйем. Атайым гел ҡасып йөрөнө. Шул арала тағы ла бер һеңлем донъяға килде.
1921 йылда ҡоро, ямғырһыҙ көндәр башланды. Тыуған еремә аслыҡ килде. Бер ваҡыт өйҙәге күп әйберҙәребеҙҙе һата, кешеләргә тарата башланылар. Иртә менән тар һәм бәләкәй генә землянка өйөбөҙ бушап ҡалды. Тик самауыр, түшәк, мендәр, төрлө төйөнсөктәр генә ҡалды.
Инәйем мине уята. “Тор, балам. Хәҙер атайың ҡайта, күсәбеҙ”, – ти. Шул арала атайым арбалы ат менән ҡайтты ла: “Әйҙәгеҙ, тиҙ булығыҙ, китәбеҙ”, – тине. Шулай итеп, беҙ оҙатыусылар менән хушлашып, ауылымды ташлап, Һамар яғына юлға сыҡтыҡ.
Һамар вокзалы алдында ултырған ғаиләләрҙең иге-сиге юҡ ине. Уларҙың бөтәһе лә Ташкент яғына күсеп баралар икән.
Ҡаҙағстан юлында атайым Йәмил тиф ауырыуынан үлде. Тимертау станцияһында ерләп ҡалдырҙыҡ, ҡаҙаҡтар ярҙам итте (1970 йылда яҙылған “Йырҙар бүләк итеүсе” исемле сценарийҙа “Сузок ауылы ҡәберлегендә” тигән аныҡлыҡ индерелә – Г.Ҡ.). Мәрйәм апайҙың хәтирәһендә асыҡ әйтелмәһә лә, Ғизелбанат ошо сәфәрҙә бәләкәй ҡыҙын да юғалта.
Күп тә үтмәй, инәйем яҡташыбыҙ Зиннәт ағайға кейәүгә сыҡты. Оҙаҡ та үтмәне, ул беҙҙе ташлап китте. Инәйемдең тағы ла бер балаһы тыуҙы. Ул бик ҡайғырҙы. Шунан ул Өфөгә Рабиға апайыма (Рабиға Янғол ҡыҙы Ҡушаева – Г.Ҡ.) хат яҙҙы”.
Был хәл 1924 йылда була. Рабиға һеңлеһенән “Ҡайтығыҙ Өфөгә!” тигән яуап хатын алғас, өс йыл ситтә йөрөгән Ғизелбанат ҡулындағы ике балаһы менән Өфөгә юллана. Был йылдарҙа Ҡушаевтар бик күп туғандарын үҙҙәрендә һыйындырып йәшәтә: ҡыҙҙары Мәмдүхә-Мәрйәм һәм Нәккәр менән Ғизелбанат, Янғол байҙың өсөнсө ҡатынынан тыуған Фәтих менән рабфакта уҡып йөрөүсе Хәйрелбанат, Хафиз Ҡушаев [4; 63].
“Мине Рабиға апайым да, еҙнәм дә бик яратты. “Кеше булырһың, тырышып уҡы. Һеҙҙе, балаларҙы, алда ҙур бәхет көтә” тип балалар йортона урынлаштырғандар ине.
Апайымдың һәм инәйемдең ағаһы Харис Йомағолов:
– Һин, бәләкәй Рабиға, тырышып уҡы! Кеше булырһың. Уҡытыусы, йә булмаһа балалар врачы булырһың, балаларҙы дауаларһың, – тип арҡамдан һөйә ине”.
Әсәһен һәм Нәккәрҙе үгәй атаһы Зиннәт ағай үҙе менән алып киткәс, Мәрйәмде татар балалары өсөн асылған Хөсәйен Ямашев исемендәге балалар йортона урынлаштыралар. 1925 йылда башҡорт ҡыҙы В.И. Ленин исемендәге башҡорт мәктәп-интернатына күсерелә.
“Бала саҡта йыш ауырыным. Инәйемде һағына торғайным. Ул икенсе ире менән республиканың башҡа районына күсенгәйне. Күп тә үтмәй, ул да өс балаһы менән яңғыҙ ҡалды, сөнки үгәй атайымды “халыҡ дошманы” тип ҡулға алдылар. Инәйем балалары менән Ҡаҙағстан яғына китергә мәжбүр булды. Бына бит ниндәй яҙмыш!”
Әсәһен һағыныу тойғоларын ун бер йәшлек ҡыҙ бала йырҙар менән баҫырға тырыша. Башҡорт халыҡ йырҙары үҙен ғүмер буйы оҙата барырын күҙ алдына ла килтермәй әле ул әлегә. “Мин йырланым да йырланым. Ә үҙем һаман йоҡлай алмайым. Нишләп һуң инәйем мине ташлап китте икән?! Мин бит төндәрен йоҡлай алмайым. Атайымды күҙ алдыма килтерәм дә, “Нишләп һуң былай иртә йәтим ҡалдым икән?!” – тип өҙгөләнәм. Етмәһә, йыш ҡына изоляторға һалалар. Унда инде бигерәк ҡыйын. Һөйләшер, серләшер кешем дә юҡ. Өс карауатта бер үҙем.
Ҡыҙҙар минең йырлаған йырҙарымды яратып, шым ғына тыңлап яталар. Илап та ебәрәләр. Күрәһең, уларҙың да, бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер аһ-зарҙары барҙыр. Мин уларҙы йырлап йоҡлата ла: “Хәйерле төн һеҙгә, класташтарым!” – тип өндәшә инем”.
Был уҡыу йортонда ҡыҙ киләсәктә билдәле шәхестәр булып китәсәк Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафина, Батыр Вәлид, Хәй Мөхәмәтйәров, Әмир Чанышев һәм Шәрифә Тимерғәлиналар менән тәрбиәләнә.
1932 йылда В.И. Ленин исемендәге башҡорт мәктәп-интернатын тамамлағас, барыр ере булмаған Мәрйәм Мәскәүгә күсенеп киткән Рабиға апаһы һәм Хафиз еҙнәһенең Өфөләге элекке фатирына бара. Гоголь урамындағы 28-се йортта хәҙер Рабиға апаһының әхирәте Шәмсиә менән уның ире Әхмәт Хәсәновтар йәшәгән була. Шәмсиә Мәрйәмдең хәлен аңлатып, баш ҡалаға хат яҙа. Тиҙҙән Рабиға Ҡушаева һеңлеһен үҙ янына саҡырып ала. Мәрйәм Мәскәүгә нисек барыуы тураһында шулай хәтерләй:
“...Өс ҡабартма бирҙеләр. Юл буйына йоҡланым, ашарыма бөттө. Бер ҡатындың тауышын ишетәм: “Ҡыҙыҡай, һин сирләмәйһеңме? Русса һөйләшә беләһеңме?” Мәскәүгә килеп төштөм. Мине Ҡәйүм (Хафиз Ҡушаевтың бер туған ҡустыһы – Г.Ҡ.) ҡаршы алды, рәхмәт яуғыры. Рабиға апайым уға мине ҡаршыларға задание биргән икән.
Мәскәү урамдарын ҡарап, Ҡәйүм ҡоҙанан һораша-һораша, уны аптыратып бөттөм ахыры. Бына беҙ апайымда (Зубов аралығындағы 1-се йорттоң 7-се фатиры, бында 4 ғаилә йәшәгән була – Г.Ҡ.). Ҙур булмаған ике бүлмә. Уртала өҫтәл. Ҡәйүмдең үҙ ҡулдары менән эшләгән приемнигы ла бар икән, ул өйҙөң бер босмағына ҡуйылған.
Апайым эштән арып ҡайтып инде. Шул арала Хафиз еҙнәмдең дә тауышы ишетелде. Динә-Таңһылыу мине күреп ҡосаҡлап алды. Апайым: “Она – твоя тетя, дочь моей сестры. Тебе она понравится. Любите друг друга”, – тип таныштырҙы беҙҙе. Фәғилә (Ҡушаевтарҙа бала ҡараусы булып эшләгән ҡыҙ – Г.Ҡ.) иҫе китмәгәндәй шым ғына ултырҙы, бер һүҙ ҙә әйтмәне.
Апайым менән осрашыу миңә, йәтим балаға, бик тә һәйбәт булды. Ә Ленин мәктәбе менән хушлашыу минең өсөн бик ауыр булғайны.
Мәскәүгә килеп, хәҙер ҡайҙа барырмын, мин бит урыҫ телен һәйбәтләп белмәйем, иркенләп рустар араһында нисек һөйләшермен, тигән уйҙар башымдан сыҡманы. Апайым: “Ҡуй, алай башыңды ватма. Мин иртәгә медтехникумға барам, шунда уҡырһың. Балалар врачы булырһың. Тик тырышып уҡы”, – тине”.
Медицина йүнәлешендәге уҡыу йортонда уҡый башлаған Мәрйәм алда үҙен ниндәй көтөлмәгән боролоштар көтөрөн күҙ алдына ла килтермәй. “Бер-ике көн класта уҡыным, күңелемә оҡшаманы. “Юҡҡа мин бында килдем. Рәтләп урыҫса ла белмәйем. Уҡытыусылар һөйләгәнен бер ҙә генә аңламайым”, – тип өҙгөләнәм.
Бер көн мин училищеға барманым. Урамда йөрөнөм дә йөрөнөм. Арып ҡайтып инһәм, өйҙә ҡунаҡтар. Улар бөтәһе лә аш бүлмәһендә башҡортса йырлашып ултырҙылар. Ә беҙ балалар менән бәләкәй бүлмәлә инек. Шул саҡ бүлмә ишеген асып, буйға бик оҙон булмаған, матур кейенгән кеше инде. Мин аптырап ҡалдым. Шунан ул ҙур бүлмәнән апайымды саҡырып алды ла: “Рабиға, ҡара әле, ниндәй һылыу, үҙеңә оҡшаған ҡыҙың бар икән. Башҡорт ҡыҙы. Бына шундай балалар кәрәк миңә!” – тине. Апайым да аптырап ҡалды, ни әйтергә белмәне. Был ағай шул арала: “Беҙ бит башҡорт балаларына мохтаж булып, уларҙы эҙләп табып, күп кенәләрен бында килтерҙек. Өфөлә опера театры асырға уйлайбыҙ. Шуға кадрҙар кәрәк. Ҡыҙыңды шунда индерәйек”, – тине. Апайым: “Юҡ, ул минең ҡыҙым түгел, апайымдың ҡыҙы. Ниңә, мин риза. Әгәр үтә алһа”, – тине.
Ә ағай миңә әйләнеп: “Йәле, ҡыҙым, йырлай беләһеңме? Тыңлайыҡ әле”, – тип ултырғысҡа ултырҙы. Ә мин нимә тип яуап бирәйем икән, тип уйларға ла өлгөрмәнем, ул: “Йә, ниндәй йырҙар йырланығыҙ мәктәптә? Йырларға өйрәндегеҙме Ленин мәктәбендә?” – тип һорау бирҙе. Ә мин: "Ағай, мин былай ғына йырлай инем. Бигерәк тә минән бәләкәйҙәр мин йырлағанда илап ултыра торғайнылар", – тинем. Ә ул: “Ә, шулаймы ни, әйҙә, ҡыҙым, йырла, йырла!” – тине. Мин бүлмә ишеген яптым да, “Зәлифәкәй”ҙе, “Наза”ны йырланым.
Ағай: “Ҡара әле, Рабиға, нишләп шундай ҡыҙ барын миңә әйтмәнең? – тине.
Ҡарайым, Рабиға апайымдың күҙҙәренән йәштәр аға. Ул: “Уның атаһы Ҡаҙағстанға барғанда юлда үлеп ҡалған, ә инәһе икенсе иргә сыҡты. Шуға күрә мин уны үҙемә алмаҡсы инем”, – тип ҡуйҙы.
“Дөрөҫ эшләгәнһең, мин уны иртәгә профессорҙарға күрһәтәм. Әгәр үтерҙән булһа, консерваторияла уҡыр. Яраймы, ҡыҙым. Уҡырһыңмы?”– тигән булды ағай.
“Уҡырмын”, – тип яуап бирҙем мин шым ғына.
Рабиға апайымдың да минең өсөн тынысланғанын, ләкин нисек булыр икән, тигән уйҙарын һиҙҙем. “Апай, ул “опера театры” тигән һүҙ беҙҙеңсә нисек була?”– тигән һорау бирҙем. Ә ул: “Балам, сәхнәлә артистар йырлап һөйләшәләр һәм уйнайҙар ҙа”, – тип ҡуйҙы”.
Рабиға Ҡушаева Мәрйәмде опера сәнғәте менән таныштырыу өсөн ҡыҙы Таңһылыу, ҡәйнеше Ҡәйүм менән опера театрына “Чио-Чио Сан” спектакленә ебәрә. Ә иртәгәһен иртә менән теге ағай ҡыҙҙы консерваторияға алып бара.
“Консерватория апайымдарҙан алыҫ түгел икән. Ишектән ингәс тә, төрлө тауыштар яңғырай. Ғәзиз ағай мине бер кабинетҡа алып инде. Профессор үҙенең янына саҡырып, үҙе бармағын роялгә һалып:
– Йырлай беләһеңме? – тип һорау бирҙе. – Бына ошо тауышты йырла әле!
Мин тырышып уны ҡабатланым. Йырлап та күрһәттем. Ғәзиз ағайға ҡараным да, уны ҡыҙғанып ҡуйҙым, үҙ балаһы өсөн янып-көйөп ултырамы ни. Бына нисек тырышҡан ул республикалағы буласаҡ театр өсөн.
– Хорошо, хорошо! – тине профессор. Мине үҙенә уҡырға аласағын белдерҙе. Шулай итеп, мин Софья Ивановна Друзякинаның уҡыусыһы булып киттем”.
Мәрйәм Йәмил ҡыҙының шәхси архивында һаҡланып ҡалған яҙмаларға артабан күҙ һалайыҡ. “Минең тормош юлымда бик күп яҡын дуҫтарым, иптәштәрем булды. Булат ағай Имашев опера театрының режиссеры булараҡ беҙгә, яңы сәхнәгә аяҡ баҫҡан йәштәргә ярҙам итте. Ул артист булараҡ та, культуралы, йомшаҡ күңелле, мөләйем кеше булыуы менән дә халыҡ араһында мөхәббәт яулаған ағай ине.
Уның менән беренсе осрашыуым Мәскәү консерваторияһы студенттарының ятаҡханаһында булды. Үҙем менән бергә уҡыған Ғәҙилә Сәлимова менән көлә-көлә коридорҙа уйнап йөрөгәндә ҡаршыма бик матур ағай килеп баҫты. Буйға ҙур түгел, бик һөйкөмлө кеше. “Туҡта, туҡта! Ҡайҙа йүгерәһең?” – тип ҡулымдан тотоп алды ул. Үҙе миңә туп-тура ҡарап: “Ҡайҙан килдең? Башҡортостанданмы?” – тип һораны.
Мин аптырап ҡалдым. “Стәрлетамаҡтан, Ленин исемендәге балалар йортонан килдем”, – тинем.
“Шулаймы ни? Тыуған ерең шул Стәрлеме?” – тине ул.
“Юҡ, – мин әйтәм. – Мин бит Бөрйән ауылынан. Ырғыҙ буйы ҡыҙымын. Һамар яғынан. Консерваторияға мине бер ағай килтерҙе”.
Ағай тыңлап торҙо ла: “Ул кешенең исемен беләһеңме?” – тип һораны.
“Апайым Ғәзиз ағай тип өндәшкәйне”, – тинем.
“Әә, ул бит беҙҙең атаҡлы йырсыбыҙ. Рәхмәт Ғәзиз ағайға. Алай икән, һеңлем. Тырышып уҡы”, – тине”. Үҙен етәкләп консерваторияға алып килгән кешенең билдәле йырсы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, ә әлеге әңгәмәсеһе Булат Имашев булғанлығын аҙаҡ ҡына аңлай йәш ҡыҙ.
Затлы нәҫелдең һәләтле һәм һылыу ҡыҙы Мәрйәмде мөхәббәт тә ситләп үтмәй. Курсташы, буласаҡ данлыҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтов менән араларында һөйөү тойғолары барлыҡҡа килә. “Һин мине, конечно, йүләр малай тиерһең инде. Белергә теләһәң, мин һиңә ҡыҫҡаса ғына аңлатам: урта буйлы, киң түңәрәк битле, шатен, сәстәре, күҙҙәре, ҡаштары ҡара. Баҫалҡы ғына. Күп һөйләшмәй торған башҡорт ҡыҙы. Грамоталы, тормош менән ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, роман уҡырға ярата. Комсомолка. Комсомолда торорға дос-тойна”, – тип уртаҡлаша үҙ сере менән Хөсәйен Фәйзулла улы 1935 йылдың 4 февралендә Зәбих Исҡужинға яҙған хатында [9; 144].
1937 йылда Мәскәүҙәге туғандарының – Харис Йомағол улының, Хафиз еҙнәһенең хаҡһыҙға ғәйепләнеп ҡулға алыныуы, Рабиға апаһының атып үлтерелеүе кеүек береһенән-береһе фажиғәле хәлдәрҙе кисерергә тура килә йәш ҡыҙға.
1938 йылда П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлап ҡайтҡан Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Баныу Вәлиева, Шәһиҙә Вәлиәхмәтова, Зәйтүнә Илбаева, Ольга Калинина-Сыртланова һәм, әлбиттә, Мәрйәм Ғабрахманова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына нигеҙ һалыусылар була. 1938 йылда театрҙың беренсе спектакле – Паизиеллоның “Тирмәнсе ҡыҙы” операһында – Лизхен, аҙаҡ Эйхенвальдтың “Мәргән”ендә Фатима, “Аршин мал алан” операһында Телли партияларын башҡара Һамар ҡыҙы. Урамда уға: “Ана Телли! Теллиҙы уйнаған артистка бит. Һаумыһығыҙ, Телли!” – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. 1938 йылдан 1948 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солистка булып эшләй ул.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда госпиталдәрҙә йыш сығыш яһай опера йырсылары. Яралыларҙы йырҙары, йылы һүҙҙәре менән дауалайҙар. Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалған егеттәрҙә йәшәү дәрте уятырға ынтылалар.
1951 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Министрҙар советының радио комитетына урынлаша, 1971 йылдың ноябренә тиклем музыкаль мөхәррир булып эшләй.
“СССР-ҙың почетлы радисы”, “СССР Ҡораллы көстәренә мәҙәни шефлыҡ итеү отличнигы” (Һуғыш осоронда) тигән почетлы исемдәр, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Күп һанлы почет грамоталары, республика радиоһынан башҡорт музыкаһын, совет композиторҙарының йырҙарын, рус классик музыкаһын пропагандалаған өсөн рәхмәт ҡағыҙҙары бихисап. 1971 йылдың ноябрендә хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Рәфғәт Фәйзи менән Булат, Гүзәл, Ринат исемле балалар тәрбиәләп үҫтерәләр.
Фәйзуллиндарҙың шәхси архивында Рәфғәт Фәйзиҙең яҙыусы ағаһы, билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи тураһында иҫтәлектәре лә бар. Ошо яҙмаларҙа Рәфғәт Шакирйән улының ҡатынына булған тәрән ихтирамы ла сағылып ҡала: “Минең бабай, атайымдың атаһы Мостафа ҡарт, Чистай өйәҙе Шахмай ауылында тыуған. Ул 1863 йылдың 28 октябрендә Ырымбур өлкәһе Ҡарғалы ауылынан башҡорт ҡыҙы Зәйнәбкә өйләнә. Бына мин дә Өфөгә килеп, 1937 йылда Һамар өлкәһенең Ырғыҙ буйынан башҡорт ҡыҙы Мәрйәмгә өйләндем.
Мирхәйҙәр ағай ҙа бит үҙенең иҫтәлектәрендә башҡорт халҡын яратыуын, уларҙың ҡунаҡсыл булыуҙарын, дуҫ йәшәүен иҫкә алып яҙған. Бына бит нисек: башҡорт, татар араһындағы дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек 1800 йылдарҙан башланған”. Билдәле драматургтың башҡорт йырҙарын, ҡурай моңдарын яратып тыңлауы тураһында ла телгә алып үтә ул.
Архивта Башҡортостан радиоһының музыкаль редакцияһы мөхәррире Мәрйәм Ғабдрахмановаға арналған “Йырҙар бүләк итеүсе” исемле телевизион кисәнең сценарийы бар. 1970 йылдың 7 майында эфирға сыҡҡан был тапшырыуҙың алып барыусыһы Рәйсә Бикҡолова Мәрйәм апайҙы коллегалары бик ихтирам итеүен, уны тыйнаҡ, кешеләргә иғтибарлы, эш һөйөүсән, аҙ һүҙле итеп белеүҙәрен, эш буйынса көнөнә 320-шәр хат алыу осраҡтары булғанлығын хикәйә итә. Башҡортостан радиоһы фондында 1970 йылда Мәрйәм апайҙың тырышлығы менән 22 меңгә яҡын йыр тупланыуы тураһында ғорурланып телгә алына. Был кисәлә йырсы Зәки Мәхмүтов һәм музыкант Бәхти Ғайсин да ҡатнаша.
Мәрйәм Йәмил ҡыҙы Ғабдрахманованың яҙмалары араһында композиторҙар Камил Рәхимов, Шамил Ибраһимов, опера йырсыһы Ғабдрахман Хәбибуллин тураһында йылы хәтирәләр осрай. “Һуғыш юлдары” исемле мәҡәләһендә “Чапаев һәм чапайсы Һамар башҡорттары”, “Чапаевтың империалистик һуғыштағы һуғыш юлдары” темаһына яҙылған мәҡәләләре Башҡортостан радиоһында эфирҙа тапшырылыуы тураһында мәғлүмәт бирә. Имел 2-се баҫҡыс мәктәбе мөдире Хәмиҙулла Мостафин һәм Үтәкәй ауылы уҡытыусыһы Йәмил Абдрахманов һәм башҡа уҡытыусыларҙың 18 ауылда йөрөп, башҡорт дивизияһына хеҙмәткә саҡырып, агитатор булып йөрөүҙәре тураһында әйтеп үтә.
Мәрйәм Йәмил ҡыҙы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында сәйәси репрессия ҡорбандары тураһында матбуғатта баҫылған материалдар менән яҡындан танышып барған. Рәүеф Насировтың “Әйҙә, Хафиз йырлаһын” (“Башҡортостан”, 1991, 12-13 декабрь) мәҡәләһе, тарих фәндәре кандидаты С. Сәйфуллиндың Харис Йомағолов тураһында “Халҡым менән бергә” (“Башҡортостан”, 1992, 11, 14 ғинуар һандары) мәҡәләләрен киҫеп һаҡлаған. 1992 йылда “Башҡортостан” гәзитендә журналист Рәүеф Насировтың “Хафиз кантун” тигән очергын уҡығас, авторға төбәп, редакцияға хат яҙа. Ошо хатта килтерелгән ҡайһы бер факттар артабан журналистың “Милләтебеҙ инәһе” мәҡәләһенең (1993) нигеҙенә ятасаҡ. “Таңһылыу менән Ирэктең (Таңһылыу – Динәнең икенсе исеме; Хафиз һәм Рабиға Ҡушаевтарҙың балалары – Г.Ҡ.) йәтим ҡалыуы, Ирэк миндә, студенттар ятағында йәшәгәндә “Балаңды теләһә ҡайҙа ҡуй” тип ҡыуғандары әле лә иҫемдә. Күҙ алдымда барыһы ла. Ул һүҙҙәр йөрәкте өҙә, күҙҙән йәштәр аға. Их, шул Ирэкте осратһам, күрһәм, уның тере икәнен белһәм, күпме шатлыҡ булыр ине!” – тип үҙен ғүмер буйы әсендергән уйҙары менән уртаҡлаша Мәрйәм апай.
Мәрйәм Йәмил ҡыҙының архивында Искәндәр Йомағоловтың 1993 йылдың 26 ғинуарында яҙылған хаты һаҡланған. Искәндәр Харис улы әсәһе Рабиға Ғариф ҡыҙының (1982 йылда вафат) “иренең контрреволюцион эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүе сәбәпле” хөкөм ителеүе һәм 8 йыл буйы АЛЖИР-ҙа (Акмолинский лагерь жен изменников Родины), 5 йыл Мордовия АССР-ының Рузаевка поселогында тотҡонлоҡта булыуы, И.В. Сталин үлгәндән һуң ғына иреккә сығарылыуы тураһында яҙа. Атаһы Харис Йомағоловтың атылыр алдынан төшкән фотоһүрәттәрен күргәндән һуң күҙ йәштәре аша ошо рәсемдәрҙе үбеүен тулҡынландырғыс итеп һүрәтләй. Ҡаҙағстандағы туғандары Ғәбделхаҡ һәм Аня Йомағоловтар менән хәбәрләшеп тороуын белдерә. Был хаттан Искәндәр Харис улының Марат Ҡолшәриповтың “З. Валидов и образование Башкирской Автономной Советской Республики: 1917–1920 гг” (Өфө, 1992) хеҙмәте менән таныш булыуы, уны Ҡәйүм Ҡушаев бүләк иткәнлеге, 1970 йылдарҙа Башҡортостанда сыҡҡан ҡайһы бер китаптарҙағы ялған факттар тураһында һүҙ алып бара.
2. Ҡәйүм Ҡушаев хаттары
Мәрйәм Йәмил ҡыҙының архивында ҡоҙаһы Ҡәйүм Ҡушаевтың биш хаты һаҡланып ҡалған. Хаттар башҡорт теленең арғаяш һөйләшендә (хөрмәтте, сәләмәттек, шаттандыҡ, аҙаптана, әкерендәп, хәтеңде (хат), жиңә (еңә), һауҙыҡ, ҡарттарса ыңранып, төрҙө һ.б. һүҙҙәр иркен ҡулланыла), ҡайһы берҙәре рус телендә.
1990 йылдың 27 декабрендә яҙған хатында Ҡәйүм Ҡушай улы Мәрйәм ҡоҙасаһының туғанлыҡ ептәрен барлаша. Донецкиҙа йәшәгән Искәндәр Харис улы Йомағоловтың адресын ебәрә. Фәрзәнә Аҡбулатованың "Ырғыҙ һылыуы" мәҡәләһенең геройы Фатима Янғол ҡыҙы тураһында белешә. Тарихсы ғалим Ғизетдин Ирғәлиндең Ҡушаевтар яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуына һөйөнөүе, бер туған ҡустыһы Һаҙыйҙың улы Раил Ҡушаевтың Хафиз һәм Рабиға Ҡушаевтарҙың ҡыҙы Динәне хәстәрләп йәшәүе хаҡында мәғлүмәт бирә.
1991 йылдың 13 ғинуарында яҙылған хатында Мәрйәм апайҙың инә бер, ата башҡа туғандары Нәккәр менән Тәлғәтте телгә ала. Мәскәүҙә Ҡушаевтар ғаиләһендә бала ҡараусы булып эшләгән Фәғиләнең (1909 йылғы) әлеге көндә иҫән-һау булыуы (әйткәндәй, Искәндәр Йомағоловтың хатында Фәғиләнең аҙаҡ Әнүәр Ғиләж улы Йомағоловтың ҡатыны булып китеүе, 3 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереүҙәре хаҡында мәғлүмәт бар), “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Мирсәйет Солтанғәлиев һәм Зәки Вәлиди тураһындағы очерктарҙы уҡыуы, әммә башҡорт әҙәби телен ауырыраҡ аңлауы тураһында әйтеп үтә. 1991 йылдың 28 ғинуарында яҙған хатында ла: “Мин башҡортса яҙылған тексты ауыр уҡыйым. Ҡайһы бер терминдарҙы – һүҙҙәрҙе төшөнмәйем, һүҙлегем иҫке”, – тип яҙа.
Был хатта Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романының рус теленә тәржемәһен уҡыуы, өйҙәрендә “Айбикә” китабының булыуы тураһында ла әйтеп үтә. Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙы яҡшы хәтерләүе, 30-сы йылдарҙа уларҙың Мәскәүҙең Зубов аралығындағы 1-се һанлы йортта йәшәгән Ҡушаевтарҙа йыш булыуҙары, Ғөбәй Кирәй улының Хафиз ағаһы менән Ҡыҙыл профессура институты янындағы марксизм-ленинизм курстарында бергә уҡыуҙары, Рабиға еңгәһенең Һәҙиә апай менән бик дуҫ булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, Ҡәйүм ағай яҙыусыны яҡын күреп “Һәҙиә ҡоҙаса” тип атай. “Ул осорҙа Мәскәүҙә Өфөнән күп ғаиләләр йәшәне: Йомағоловтар, Мортазиндар, Бейешевтар, Йомағужиндар, Халиҡовтар, Исмәғилевтәр, Сәлимйәновтар, Әйүповтар. Ә студенттарҙы һанап та тормайым”, – тип яҙа ул.
Ошо хатында Ҡушаев-Йомағоловтар өсөн бик ҡәҙерле өс фотоһүрәтте ебәрә. Уларҙың һәр ҡайһыһына тулы тасуирлама бирә. 1924 йылдың 1 мартында Аксаков урамындағы 47-се йортта төшөрөлгән фотоһүрәттә БашЦИК секретары Харис Кальметьев, БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев, ҡустыһы Һаҙый, өҫтәл ситендә Нәккәр ҡыҙы менән Ғизелбанат Янғол ҡыҙының ултырыуҙарын, баҫып тороусыларҙың Рабиға Ғариф ҡыҙы Йомағолова, Рабиға Ҡушаева, әсәһе Сафура Ибраһим ҡыҙы Ҡушаева һәм үҙе икәнен билдәләй.
1924 йылдың 15 сентябрендә (башҡа аңлатмала 18 ноябрь тип тә әйтелә) төшөрөлгән икенсе фотоһүрәттең әлегә тиклем матбуғатта сыҡҡаны юҡ: Ғизелбанат, Нәккәр, Рабиға Ҡушаева һәм уның тәүге ҡыҙы Таңһылыу, баҫып тороусылар Ҡәйүм Ҡушаев, Фәтих Йомағолов, 10 йәштәрҙәге Мәмдүхә (Мәрйәм). Был фотоһүрәт Мәрйәм Йәмил ҡыҙының архивында ла һаҡланған. Уға “Ғизелбанат апайымдың Өфөнән китеү мөнәсәбәте менән алынған рәсем” тигән аңлатма бирелгән. Ысынлап та, Ҡәйүм Ҡушай улының хаты ла был фактты раҫлай: күп тә үтмәй Зиннәт ағайҙың (Мәрйәм Ғабдрахманованың үгәй атаһы – Г.Ҡ.) ғаиләһен алып китеүе тураһында әйтеп үтелә.
Өсөнсө фотоһүрәттә – Янғол бай Йомағоловтың яҡындары һәм туғандары. Ҡушаевтар һәм Йомағоловтар. Ултыралар (уңдан һулға): кейәүе Хафиз Ҡушаев, ҡыҙы Рабиға, ейәнсәре Динә, өсөнсө ҡатыны Мәхүбә Йомағолова, Ғәйнийыһан Көсө­кова (Хафиз һәм Ҡәйүм Ҡушаевтарҙың кесе инәһе – Г.Ҡ.) һәм уның балалары Кәшифә, Һаҙый, Рабиға Янғоловнаның бер туған ағаһының ҡатыны (Фатима Туҡбаева-Йомағо­ло­ваның иҫтәлектәре буйынса, уның да исеме Рабиға). Баҫып торалар (уңдан һулға): ҡыҙы Фатима Йомағолова (Туҡбаева), Ҡәйүм Ҡушаев, улы Фәтих, Динәнең тәрбиәсеһе Фәғилә.
1991 йылдың 12 февралендә яҙылған хатында Ҡәйүм Ҡушай улы 1937 йылда Ҡушаевтар ғаиләһенә ябырылған бәхетһеҙлектәрҙе барлай. Рабиға Янғол ҡыҙының 1937 йылдың июнь айы уртаһында Джамгаровка дача ҡаласығы территорияһында (Төньяҡ тимер юлы буйындағы Лось туҡталышы) атып үлтерелеүе, 19 июлдә “Власть Советов” нәшриәте директорының урынбаҫары булып эшләгән Хафиз ағаһының эш урынында ҡулға алыныуы тураһында яҙа. Динәнең 12 йәштә, Ирэктең 5 йәштә ата-әсәһеҙ тороп ҡалыуҙары, үҙенең 1937 йылдың август айы аҙағында Динәне Ленинградҡа китеп барыусы Башҡортостан балалары менән бергә оҙатып ебәреүе, ошо уҡ йылдың 17 сентябрендә икәүләп (Мәрйәм ҡоҙасаһы менән) Ирэкте балалар йортона тапшырыуҙарын хәтергә ала. 1941 йылдан бирле малайҙың ҡайҙа икәнен белмәүен әйтә.
Хафиз ағаһын ҡулға алған көндәрҙә үҙенең Ырымбур өлкәһендә шифаханала булып ҡалыуын, Мәскәүгә ҡайтҡас, Ҡушаевтарҙың үҙе ете йыл йәшәгән, пропискала торған фатирына инә алмай, дүрт ай буйы ҡараңғы алғы бүлмәлә йәшәргә мәжбүр булыуын, көҙҙөң һуңғы айҙарында фатирға НКВД хеҙмәткәрҙәре килеп, фатирҙағы мөлкәткә опись эшләүҙәре, опистың күсермәһен бирмәүҙәре (бәлки был опись Динәлә барҙыр, сөнки ул 50-се йылдарҙа, атаһы реабилитацияланғас, үҙе һәм Ирэк исеменә аҡсалата компенсация алды, тип өҫтәй), бары тик китап-дәфтәрҙәрен, кейем-һалымын һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын ғына алырға рөхсәт итеүҙәрен һүрәтләй. Бер көн үҙе уҡыуҙа булғанда йөк машинаһында килеп, барлыҡ мөлкәтте алып китеүҙәре, бынан һуң күп тә үтмәй фатирға ниндәйҙер ғаилә килеп урынлашыуы, уларҙың өй туйлауы, 1937 йылдың декабрендә, ниһайәт, үҙе уҡыған Мәскәү транспорт инженерҙары институтының дөйөм ятағында урын алыуы һәм шунда күсенеүе, Хафиз ағаһының яҙмышын белер өсөн Лубянка янындағы Кузнецкий күперендәге белешмәләр тәҙрәһе янында күп тапҡыр тапаныуы, әммә бер нимә лә белә алмауын хикәйәләй. Ҡулында Хафиз Ҡушаев тураһында үлеменең сәбәбе аңлатылмаған 1941 йылда бирелгән таныҡлыҡ ҡына булыуы, 1956 йылда уның СССР Юғары суды тарафынан реабилитацияланыуын хәбәр итә.
Был хатында Рабиға еңгәһенең тәүге ире Вәли Рәхмәтуллин менән башҡорт милли кейемдәрендә төшкән фотоһын ебәрә. Фоторәсемде Арғаяшҡа Сафаров фамилиялы кешегә (ул репрессияланып, Магаданда тотҡонлоҡта булып ҡайта) Урта Азиянан ебәреүҙәрен яҙа. “Фотоһүрәттең размеры 20*30 см ине, бөтәрләнгәйне. Төҫлө ине. Мин уны ҡабат төшөрөп алдым”, – ти. Был хатты яҙғанда Ҡәйүм Ҡушай улы еңгәһенең тәүге ире тураһында хәбәрҙар булмағандыр, күрәһең. “Был ир, моғайын, берәй туғанығыҙҙыр, йә башҡорт этнография хорының йә хореография түңәрәгенең ағзаһылыр. Сафаров хәҙер юҡ, һорарға ла кеше юҡ”, – тип фараз итә. Еңгәһенең һандыҡта ҡәҙерләп һаҡланған был милли кейеме аҙаҡ һандығы менән бергә конфискацияланғандыр, тип фараз итә.
Хафиз ағаһы төшкән икенсе фотоһүрәттең Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡланыуын әйтә.
Бишенсе хат 1991 йылдың 23 сентябрендә яҙылған. “Беҙҙең яҡын туғандарыбыҙ Харис Йомағолов, Хафиз Ҡушаев һәм уларҙың көрәштәштәренең эштәре нисек баһаланыр?! Улар тураһында очерктар баҫылырмы?” – тигән риторик һорау бирә. “Һинән яуап көтәм, туғандарыбыҙ тураһында мәҡәләләр сыҡҡан гәзиттәрҙе лә ебәр”, – тип тамамлана был хат.
Киләһе хат 1993 йылдың 20 сентябрендә яҙылған. Ҡалған хаттар һаҡланмағандыр, йәиһә Ғ.Д. Ирғәлингә бирелгәндер, тип фараз итәм. Сөнки Мәрйәм Йәмил ҡыҙы Ҡәйүм Ҡушай улының бер хатын күсереп яҙған һәм “төп нөсхәһе Ирғәлиндә” тигән иҫкәрмә ҡуйған. Хат яҙышыуҙар һирәгәйә барғанға оҡшай: Ҡәйүм Ҡушай улы: “Һуңғы хатымды 1993 йылдың 23 февралендә яҙып ебәргәйнем, яуап хатыңды алманым”, – тип белдерә. Өфөнән тарихсы Рима Сөләймәнованан хат алыуын һәм уға оҙон итеп яуап яҙыуын хәбәр итә. Ғ. Д. Ирғәлингә хат яҙыуы, әммә хаттың яуапһыҙ ҡалыуы, “Возвращенные имена” (Өфө, 1991) хеҙмәтенең икенсе китабы баҫылырмы, тип борсола. Рәүеф Насировтан да яуап көтөүен белдерә. Хаттарына яуап бирмәгән туғандарын һәм таныштарын ғәйепләргә ашыҡмай ул. “Мин бит уларҙың әле ни хәлдә икәндәрен белмәйем, шуға ла асыулана алмайым”, – тип ҡуя. Шулай уҡ был хаттан Динә Ҡушаеваның Пермь ҡалаһы ситендә, персональ пенсионерҙар өсөн интернатта йәшәүен беләбеҙ.
Ошо урында Ҡәйүм Ҡушаевтың ҡоҙасаһы Мәрйәм Йәмил ҡыҙына яҙылған хаттары тамамлана.

3. Ҡушаевтарҙың ғаилә хроникаһы
Ҡәйүм Ҡушай улының үрҙә ҡарап үткән хаттары уның феноменаль хәтер эйәһе икәненә инандырҙы, шәхесе менән ҡыҙыҡһыныу тойғоһон көсәйтеп ебәрҙе. Рәүеф Насировтың “Хафиз кантун” очергы менән танышыу ҙа фекеребеҙҙең дөрөҫ юҫыҡта булыуын дәлилләне. Ҡәйүм Ҡушай улы менән танышыуын түбәндәгесә тасуирлай журналист: “...бер көн, һис көтмәгәндә-уйламағанда, Силәбе ҡалаһынан хат килеп төштө. Уның авторы Ҡәйүм Ҡушаев ине, ул үҙе тауыш бирҙе. Хафиз Ҡушаевтың Бөтә Союз “старостаһы” М.И. Калининдың 1923 йылда Мейәс, Учалы районы аша Белоретҡа, ә унан Сермән ауылына оҙатып барыуы тураһында “Башҡортостан” гәзитендә материал баҫылып сыҡҡандан һуң булды был хәл” [6; 215]. Ҡәйүм Ҡушаевты ҡыҙыҡһындырған мәҡәләнең 1991 йылдың декабрендә баҫылыуынан сығып фекер йөрөткәндә, хатлашыу 1991 йылдың аҙағында – 1992 йылдың баштарында башланған. Рәүеф Насиров Ҡәйүм ағайҙың Хафиз Ҡушай улының биографияһы ярсыҡтарын йыйған яҙмаларын уҡыуы, Силәбегә барып, уның менән танышыуы, ике көн буйы һөйләшеүҙәре тураһында яҙа. “...Хафиз Ҡушаевтың туранан-тура балалыҡ һәм йәшлек йылдары хаҡында һүҙ башлағанда, мин күберәк уның һөйләгәндәренә, уның иҫтәлектәренә ишара яһаясаҡмын”, – тип белдерә [6; 217].
Ҡәйүм ағайҙың үрҙә әйтеп үтелгән яҙмалары 2017 йылда Силәбелә китап булып сыҡҡанын асыҡлағас, уның ғаиләһе менән бәйләнешкә сыҡтым. Күп тә үтмәй китап ҡулымда ине.
Ҡәйүм Ҡушаевтың “Егерменсе быуат тиңдәшенең хәтирәләре” (“Воспоминания ровесника двадцатого века”) китабы ишеткән-күргәндәрен, кисергәндәрен хронологик тәртиптә һөйләүгә ҡоролған. Хеҙмәтте мемуар характерындағы документаль-хронологик китап тип тә атарға була. Автор үҙе “Ҡушаевтарҙың ғаилә хроникаһы” тигән шартлы исем бирә [4; 6]. 1976 йылдың 21 мартында яҙылған “Баш һүҙ”ендә: “Совет власы һәм беҙҙең яҡта уны төҙөүгә, нығытыуға үҙенең ҡайнап торған, ҡыҫҡа ғүмерен ҡорбан иткән Хафиз ағайым арҡаһында мин юғары техник белемгә эйә булдым, ошо ғына ла мине ҡулыма ҡәләм алырға һәм яҙмама тотонорға мәжбүр итә”, – тип яҙа ул [4; 7]. Мемуар әҙәбиәтте күп уҡыған, уны юғары баһалаған Ҡәйүм Ҡушай улы: “Мин үҙем күргәнде һәм хәтерләгәнде генә, башҡалар кире ҡаҡмаҫтайҙы ғына яҙам”, – тип өҫтәүҙе лә хуп күрә [4; 8]. Ғүмер буйы хәтирәләрен дәфтәрҙәргә яҙып барған авторҙың китабының структураһын улы Борис менән ейәнсәре Людмила “1-се дәфтәр”, “2-се дәфтәр”, “3-сө дәфтәр” рәүешендә бирә.
1908 йылдың 18 ноябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой волосы Көҙәш ауылында тыуып үҫкән Ҡәйүм Ҡушаевтың был китабы ХХ быуат башында Арғаяш башҡорттарының эш-кәсептәре, йола-байрамдары, көнкүреше тураһында бай мәғлүмәт бирә. 1913 йылда ағаһы Хафиз Ҡушай улына Аблай ауылынан Мәрйәм исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алып биреүҙәре, бығаса ҡыҙ менән егеттең таныш булмағанлығы бәйән ителә. Ҡыҙ йәшереү, ҡорбан салыу (Хафиздың иҫәнлегенә) йолалары, Хафизға арнап сығарылған йырҙар иҫтәлектә урынлы ҡулланылыш тапҡан.
1908–1935 йылдарҙы үҙ эсенә алған “Бала саҡ” тип аталған Беренсе дәфтәрҙә ауыл аша үткән Граждандар һуғышы, 1921 йылғы аслыҡ ваҡиғалары сағылыш тапҡан. Арғаяш кантон исполкомының беренсе совет хәрби комиссары Хафиз Ҡушаевтың тыуған төбәгендә генә түгел, тотош Башҡортостанда абруйлы фигура булғанын, 1922 йылда Муса Мортазин урынына Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК) рәйесе вазифаһына тәғәйенләнгәнен хикәйә итә 1921 йылдан уның ҡарамағында йәшәгән, йәш Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге тыуыуына шаһит булған Ҡәйүм.
Китапта Рабиға һәм Хафиз Ҡушаевтарҙың ғаилә тормошона бәйле байтаҡ серҙәр асыла. 1922 йылдың яҙында Хафиз менән Рабиғаның өйләнешеүе, был уларҙың икенсе (Рабиға Янғол ҡыҙының тәүге ире Вәли Рәхмәтуллин йәшләй үлеп ҡала, ә Хафиз Ҡушай улы тәүге ҡатыны Мәрйәм менән айырылышҡан була), әммә тиң никахы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала автор. Туйҙың шау-шыулы үтеүен, ҡунаҡтарҙың күп саҡырылғанлығын, Хәбибулла Ғәбитовтың яңы өйләнешкән парға төртмәле характерҙағы шаян шиғыр бағышлауын хәтерләй.
Рабиға еңгәһенең өй печеньеһы, сәксәк, бәлештәр бешерергә әүәҫлеген, тегеү эшенә оҫта булғанлығын, ғөмүмән, үҙенә ҡарата әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтеүен рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала Ҡәйүм Ҡушаев.
1922 йылдың йәйендә Өфө баш ҡала тип иғлан ителгәс, Ҡушаевтар Өфөгә күсенә. Аксаков урамындағы 47-се йортта йәшәй башлаған йәш ғаилә әллә күпме туғандарын ҡанат аҫтына ала. Ҡәйүмдән башҡа, бында ҡыҙҙары Мәрйәм һәм Нәккәр менән Ғизелбанат, Янғол байҙың өсөнсө ҡатынынан тыуған Хәйрелбанат, Фәтих, тағы ла бер бүлмәлә ағайлы-ҡустылы Харис һәм Хафиз Кальметьевтар, уларҙың рабфакта уҡыған яҡташы, аш-һыу бүлмәһенең бер мөйөшөндә 5-6 йәшлек ҡыҙы менән ярҙамсы ҡатын Гөлсөм, кейәүгә сыҡмаған йәш ярҙамсы ҡыҙ Фатима был йортта төйәк таба.
1923 йылдың көҙөндә Ҡушаевтарҙың тәүге ҡыҙҙары тыуа. Хәбибулла Ғәбитовтың тәҡдиме буйынса, исемде Таңһылыу тип ҡушалар.
Ҡ. Ҡушаевтың был китабы менән танышыу һөҙөмтәһендә, Рабиға менән ауылдашы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошонда бик күп оҡшаш ваҡиғалар булыуына иғтибар иттек. Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Хәсән ауылында Рабиғаның атаһы Янғол бай үҙенең ҡыҙҙары өсөн ҡаланан махсус килтерелгән уҡытыусыла белем ала. Тәүге бәпестәре лә бер осорҙа – 1923 йылда тыуа (Булат февралдә, Таңһылыу көҙ һуңында). Ике баланың да ғүмере ҡыҫҡа була. Ҡушаевтарҙың ҡыҙы Таңһылыу дифтериттан үлә. 1923 йылдың декабрендә Ҡушаевтар үҙ өйөндә Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе М.И. Калининды [4; 67], Дәүләтшиндәр 1932 йылда билдәле совет яҙыусыһы Александр Фадеевты башҡорт йолаһы буйынса ҡунаҡ итә [1; 116-118].
1924 йылда Ҡушаевтар Ильин урамындағы 49-сы йортҡа (хәҙер Вәлиди урамы, 37-се йорт) күсенә, 1925 йылға тиклем шунда йәшәй. Был ҡунаҡсыл йортта ла хужаларҙың күп ҡусты-һеңлеләре урын таба. Ноябрь айында Бөтә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһына Мәсәғүт һәм Арғаяш кантондарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар, улар менән бергә Партияның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире Антонина Сухарева-Нухрат та был ҡунаҡсыл өйҙә йылы ҡабул ителә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ошо бер йыл эсендә был йортта ике ҡайғылы ваҡиға була. Тәүгеһе Таңһылыуҙың дифтериттан үлеүе булһа, икенсе хәл вайымһыҙлыҡ арҡаһында килеп тыуа. “БашЦИК рәйесе булараҡ, Хафиз ағай Өфө гарнизонының шәхси составы башҡорттарҙан торған ҡайһылыр хәрби часына почетлы ҡыҙылармеец итеп ҡабул ителгәйне. Ошо айҡанлы уға тулы комплектта хәрби кейем һәм ҡорал, шул иҫәптән өс линиялы винтовка һәм патрондар бирелде”, – тип хәтерләй Ҡәйүм Ҡушай улы [4; 81]. Фәтих Йомағолов Мансур Төхвәтуллин менән (Башнаркомземда эшләгән Шакир Төхвәтуллиндың бер туған ҡустыһы) һуғыш уйыны уйнап йөрөгәндә, Фәтих шаярып, винтовканы Шакирға төбәй. Затворға баҫҡылаған мәлдә тере патрондың стволға эләгеүен һиҙмәй ҡаламы, әллә аңламаймы, атыу тауышы яңғырай, пуля Мансур эргәһенән осоп, урыҫ мейесенә барып ҡаҡлыға һәм Мансурҙың арҡаһына килеп тейә. Мансур шунда уҡ йән бирә [4; 81]. Йылдар үткәс, Ҡәйүм Ҡушай улы был ваҡиға өсөн ағаһының ауыр мораль яуаплылыҡ кисергәнлеге тураһында уйлана.
Хафиз Ҡушаев Мәскәүгә үҙәк хөкүмәт ҡарамағына күсерелгәнгә тиклем, ғаиләнең 1926 йылдан 1929 йылдың йәйенә ҡәҙәр Гоголь урамындағы 28-се йортта, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға күрше йәшәүен, шағирҙың Хафиз Ҡушай улы янына инеп һөйләшеп ултырырға яратыуын хикәйә итә автор [4; 85]. Был йортта Арғаяштан республика һабантуйына килгән спорт делегацияһы ла ҡунаҡта була.
1929–1936 йылдарҙы “Бөйөк һынылыш йылы. Ауырлыҡтар аша” тип атай автор. Хафиз Ҡушаев ете йыл БашЦИК рәйесе вазифаһын үтәгәндән һуң вазифаһынан азат ителеп, Мәскәүгә үҙәк хөкүмәт ҡарамағына ебәрелә. Һуңыраҡ Рабиға Янғол ҡыҙы ла ҡыҙы Динә һәм бала ҡараусы Фәғилә менән ире артынан юллана.
1929 йылда Мәскәү техник инженерҙар институтында уҡый башлаған Ҡәйүм “ғаиләһе менән бәйләнешен өҙмәгән кулак балаһы” тип ғәйепләнеп, комсомолдан сығарыла һәм юғары уҡыу йортонан ҡыуыла. Хафиз ағаһының тәҡдиме буйынса, әсәһе Сафуранан бүленеп сығырға, бәйләнешен өҙөргә мәжбүр була. Алты йыллыҡ эш стажы йыйғас, 1936 йылда Мәскәү техник инженерҙар институтының инженер-юл факультетына уҡырға инә. Хәтирәләрҙә 1936 йылға Ҡушаевтарҙың көнкүреше, тормошо күҙгә күренеп яҡшырыуы, Динәнең ошо йылда Ленинград хореография училищеһының башҡорт труппаһы сығышын күргәс, ата-әсәһен күндереп, шунда уҡырға китеүе телгә алына [4; 122].
Ҡушаевтар һаман да ике яҡтан туғандарын, яҡташтарын хәстәрләп йәшәүҙе дауам итә. Үҙҙәре менән бала ҡараусы итеп Мәскәүгә алып килгән Фәғиләнең тормошон яйға һалырға булышлыҡ итәләр. 1936 йылда төшөрөлгән бер фотоһүрәттән Ғизелбанаттың ҡыҙы Нәккәрҙең дә Мәскәүгә килгәне күренә [4; 130]. Ғөмүмән, Рабиға Янғол ҡыҙының балаларға тигеҙ хәстәрлек күрһәтеүен ошо һүрәт асыҡ күрһәтә: буйға типә-тиң, бер төрлө ыҡсым прическалы, бер төрлө күлдәктәге Динә менән Нәккәр етди ҡараш менән объективҡа төбәлгән. Әйткәндәй, Мәрйәм Ғабдрахманованың архивында һаҡланған тағы ла бер фото үрҙә әйтелгәндәрҙе раҫлай, бында Рабиға Янғол ҡыҙының бер туған һеңлеһе Фатима менән Мәрйәм бер төрлө кейемдәрҙә төшкән.
1935–1950 йылдарҙы хикәйә иткән икенсе дәфтәрен “Ауыр һынауҙар йылдары” тип атай Ҡәйүм Ҡушай улы. Күпмелер ваҡыт Мәскәүҙә трикотаж фабрикаһында бәйләү машинкаһы эшсеһе хеҙмәтен башҡарғандан һуң, РСФСР халыҡ мәғариф комиссариатының балалар йорттары буйынса бүлегендә эшләгән Рабиға Янғол ҡыҙының 1937 йылдың июнь урталарында Калинин ҡалаһынан ҡайтып килгәндә үлтерелеүе, кәүҙәһенең Замоскворечьелағы Дон монастырының крематорийына килтерелеүе тураһында мәғлүмәттәр бирә [4; 133].
“Өсөнсө дәфтәр” 1979 йылдың 14 ғинуарында башланған. Ҡәйүм Ҡушай улы 1950–1962 йылдарҙа тимер юлы төҙөлөшөндә эшләгән мәлдәрен хәтерләй. Харис Йомағоловтың ҡатыны Рабиға Ғариф ҡыҙына әлегә “халыҡ дошманы”ның ҡатыны булараҡ Мәскәүҙә йәшәргә рөхсәт бирмәүҙәре, тик 1959 йылда ғына Ленин проспектындағы 45-се йортта бүлмә алыуға өлгәшеүе кеүек факттарҙы [4: 277] юлайҡан теркәп үтә.
Китапҡа индерелгән, ҡатынына, улына яҙған хаттары авторҙы хәстәрлекле ир һәм атай булараҡ аса. Ғүмер буйы Хафиз ағаһы менән Рабиға еңгәһенә рәхмәтле булып йәшәүсе Ҡәйүм Ҡушай улы 1956 йылдың 1 авгусында Динә менән 14 йылдан һуң осрашыуын хәбәр итә. Динәнең 1973 йылдың йәйендә Көҙәшкә һәм Арғаяштың башҡа ауылдарына сәфәр ҡылыуы, туғандары Сәймә, Сәғиҙә менән аралашып тороуында ла уның өлөшө ҙур булыуы күренә.
Тимер юлдар төҙөүсе инженер, крайҙы өйрәнеүсе Ҡәйүм Ҡушай улы үҙ тоҡомоноң рәхмәтле улы, йылъяҙмасыһы ул. Зирәк зиһенле, үткер хәтерле автор ХХ быуаттың тәүге яртыһында булып үткән, тарих саңы ҡаплай башлаған ваҡиғаларҙы, ғүмер буйы яҙып барған көндәлектәренә нигеҙләнеп, яңынан тергеҙҙе, халҡыбыҙға еткерҙе.

4. Рәхмәттәр һәм күңел ғазаптары
Был мәҡәләлә беҙ Мәрйәм Йәмил ҡыҙының хәтирәләренә, Ҡәйүм Ҡушай улының уға яҙған хаттарына һәм "Егерменсе быуат тиңдәшенең хәтирәләре" китабына нигеҙләнеп, Ҡушаевтар, Йомағоловтар ғаиләләренә ҡағылышлы аҙ билдәле факттарҙы бер урынға тупларға, Мәрйәм Ғабдрахманова менән Ҡәйүм Ҡушаев шәхестәрен бер ни ҡәҙәр асып бирергә ынтылыш яһаныҡ.
Мәрйәм апай менән Хафиз ағайҙы ғүмерҙәре ахырынаса оҙатып барған күңел ғазаптары уртаҡ: Ирэк ҡустыларының хәбәрһеҙ юғалыуы тынғы бирмәгән уларға. “Динәлә ике тапҡыр булдым. Уның ҡустыһын таныуҙан баш тартыуын кисерә алмайым. Нисек инде? Ирэк Хафиз улы Ҡушаев! Тыуған көнө, йылы ла тап килә. Тик милиция егетте Юрик Хафиз улы Ҡушаев тип таныштыра”, – тип әсенеп яҙа Мәрйәм апай туғаны Искәндәр Йомағоловҡа. 1960 йылдың 24 июлендә Мәрйәм Йәмил ҡыҙының улы Булат менән Силәбе өлкәһенә Ҡушаевтарға, 1970, 1975 йылдарҙа Ҡәйүм ағайҙың Өфөгә килеүенең сәбәптәре Ирэк мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерергә ынтылыш булыуына шигебеҙ юҡ.
Ҡушаевтар ғаиләһендә ҡанат нығытҡан ҡоҙа менән ҡоҙасаның хәтирәләрен халҡыбыҙҙың “Изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигән мәҡәле менән ҡылыҡһырларға мөмкин. Хафиз менән Рабиғаның тормошондағы аҙ билдәле факттарҙы халыҡҡа еткереү миссияһы тап уларҙың иңдәренә төшкән. Ҡәйүм Ҡушай улы менән Мәрйәм Йәмил ҡыҙы туған йәнле, кешелекле, туғандарына рәхмәтле була белде: “Хафиз менән Рабиға ҡиссаһы”н килер быуындарға бәйән итеп китте.

Гөлнур Ҡасҡынова,
филология фәндәре кандидаты.

Әҙәбиәт
1. Буранғолов Н.М. Ҡәҙерле ҡунаҡ // Ағиҙел. – 1988. – №11. – 116-118-се бб.
2. Ғибаҙуллин М. Милләт әсәһе // Башҡортостан ҡыҙы. – 1969. – №9. – 2-4-се биттәр.
3. Дәүләтшина Һ.Л. Айбикә: Повесть һәм хикәйәләр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. – 184 бит.
4. Кушаев К.К. Воспоминания ровесника ХХ века. – Челябинск, 2017. – 309 с.
5. Насиров Р.Х. Ҡылыс ҡында килешә. Тарихи очерктар. Публицистика. – Өфө: полиграфия комбинаты нәшриәте, 2000. – 256 бит.
6. Насиров Р.Х. Уҙамандарҙы эҙләйем. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. – 336 бит.
7. Насиров Р.Х. “Әйҙә, Хафиз йырлаһын” // Башҡортостан. – 1991. – 12 декабрь.
8. Насиров Р.Х, Сөләймәнова Р.Н. Милләтебеҙ инәһе // Башҡортостан. – 1993. – 20-21 октябрь.
9. Саламатова Г.Д. Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете / Г.Д. Саламатова. – Өфө: Башҡ.энцикл., 2021. – 184 бит.

(Мәҡәлә 2025 йылғы "Ағиҙел" журналының  3-сө һанында баҫылды).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: