Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ егете "Историк" "За отвагу" миҙалы менән бүләкләнде

Герой һәм уның иҫ киткес батырлығы хаҡында яҙыусы Мөнир Ҡунафин яҙмаһында уҡығыҙ. Әйткәндәй, яҙыусының СВО-ла булған икенсе юльяҙмаһы "Ағиҙел" журналының был һанында тулыһынса бирелә.

Баймаҡ егете "Историк" "За отвагу" миҙалы менән бүләкләнде
Баймаҡ егете "Историк" "За отвагу" миҙалы менән бүләкләнде

“Историк”

Күңелгә үтерлек тарихтар күп. Ҡайтып, яҙыу өҫтәленә ултырғас та, улар миңә тынғылыҡ бирмәй. Яҙмай хәлем юҡ, һәр береһендә фәһем, өлгө бар шул.
Ҡайтып ошо юлъяҙмалар менән ултырған саҡта, Гөлсәсәк исемле яҡшы танышым шылтырата.


– Ағай, ҡустым яраланған, саҡ үлемдән ҡалған, ти.
Эйе, ҡустыһы Нур, Баймаҡ егете, позывнойы“Историк”, май айында ғына Татарстандан киткәйне, үҙ теләге менән. Ғаиләһе менән һигеҙ йылдан ашыу Яр Саллы ҡалаһында йәшәй улар. “Мин ғүмер буйы тарих менән ҡыҙыҡһындым, өйрәндем, хәҙер тарих яҙырға барам. Туҡтатып торорға әсәйем юҡ инде”, – тине лә ҡатынын да, апаһын да күндереп, китте лә барҙы ул. Әсәләре Разия апай үткән йыл ноябрь айында мәрхүмә булып ҡалғайны. Гөлсәсәктән ҡустыһының телефонын алып үҙем һөйләшәм. Әле ул Һарытауҙа госпиталдә. Нимә булды? Яйлап хәл-әхүәл белешеп, нисек яраланғанын белдем. Унан бигерәк, иҫ киткес фекерҙәре оҡшаны. Шуға теркәргә булып киттем дә.


Донецктың Сокол исемле ҡасабаһын алғандар беҙҙең яугирҙәр. Ҡатлы-ҡатлы йорттарҙың подвалы хохолдарҙың ҡоралдары менән шыпа тулы. Бер йортто алалар, икенсеһен, өсөнсөһөн... "Историк"тың яҡын дуҫы, позывнойы “Хоссе”, Ырымбур егете шунда һәләк була. Олатай-өләсәһе тәрбиәһендә генә үҫкән егет икән. Йәл, килеүенә ай ғына үткән.
"Һуғышта ваҡиғалар көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәрә. Дуҫтар ҙа, ғүмер буйы һинең күңелеңдә йәшәйәсәк ҡәҙерле кешеләр ҙә, шулай, ҡапыл яҙмышыңа килеп инәләр. Әйтерһең, шул изге йән эйәһе менән осрашыуҙы көтөп кенә йәшәгәнһең, - тип һөйләй Нур-"Историк". - Мине отделение командиры итеп тәғәйенләнеләр. Танышҡандың тәүге көнөндә үк үҙенең асыҡ ҡарашы, сабыр холҡо, һорауыңа яуап бирерҙән алда башта һаран ғына йылмайып, аҙаҡ ҡабаланмай ғына һүҙ башлаған “Хосе” позывнойлы Ырымбур егетен мин үҙ иттем. Спорт мастерлығына кандидат. Арабыҙҙа ағай менән ҡусты мөнәсәбәттәре урынлашты. Ғаиләлә мин кинйә малай, ҡустылы булыу бәхете эләкмәгәйне, "Хосе"ны ҡустымдай күрҙем, туғанымды таптым. Таптым... һәм юғалттым. Туҡтауһыҙ атҡан пулеметсының утына эләкте... Ҡалтыранған ҡулдарым менән күҙҙәрен йомдорҙом..."


Дуҫының үлеме Баймаҡ егетенә ныҡ тәьҫир итә, был яуҙа мотлаҡ иҫән ҡалам, дуҫым өсөн Еңеү менән ҡайтам, тип үҙенә һүҙ бирә. Шуға үҙен аямай алыша ул.
Ҡасабаны алғас, яралыларҙы бер өйгә йыялар. Йортҡа яҡын ғына торған ҡоҙоҡтан башҡорт яугире яраланған дуҫтарына һыу алырға бара. Һыу ҡәҙерле бында. Унан алдағы бер хәлде иҫләп Нур ҡусты былай һөйләй:
– Һуғышта иң ҡәҙерлеһе һәм иң татлыһы – һыу. Һуғышта ғынамы. Алыш саҡ ҡына туҡтап торған арала барлыҡҡа килгән тәүге тойғо – туйғансы һыу эсеү. Төндәрҙең береһендә ярты километр алыҫлыҡтағы һаҙлыҡҡа киттем. Барып еттем. Ике пластик һауыттың береһенә һыу йыйып маташам. Бер аяғым батҡаҡҡа төшөп китте һәм мин ауыҙ тултырып, башҡортсалап, ҡаты һүҙ менән ҡысҡырып ебәрҙем. Шул саҡ эргәлә генә кемдеңдер ярҙам һораған хәлһеҙ тауышы ишетелде. Үҙебеҙҙең һалдат. Аяғына яраланып яртылаш кәүҙәһе менән ергә күмелеп ҡалған икән. Бер нисә тәүлек ошо хәлдә. Ҡаҙып сығарҙыҡ. Асыҡҡан, һыуға сарсаған, яраһын эрен баҫҡан. Тиҙ арала ике саҡрым алыҫлыҡтағы эвакуацион урынға алып барырға кәрәк. Беҙ – һалдат, ә һалдат тәү сиратта бойороҡ ҡушҡанды үтәргә бурыслы. Беҙҙең бурыс алынған позицияны һаҡлау. Үҙ белдегең менән бер аҙым да ситкә китергә ярамай. Яралыны тыныс ергә сығарыр өсөн кәмендә ике кеше оҙатып барырға тейеш. Нишләргә? Һорауҙы эргәмдә торған егеттәргә бирәм. Ҡысҡырып түгел, ҡараштар менән генә аңлашабыҙ. Ҡояш ҡалҡыуға отделениемдың ике аҫыл егете яңы танышыбыҙҙы врачтар ҡулына имен-һау тапшырып кире әйләнеп килде.
Ҡайһы берҙә: “Мин, бәлки, һуғышҡа шул яралыны ҡотҡарыр өсөн генә барғанмындыр? Ҡайҙалыр алыҫта тап минең ярҙамға мохтаж булған Хоҙайҙың бер изге бәндәһе мине көтәлер?” – тип тә уйлап ҡуям. Һуғышҡа бер кем дә батырлыҡ эҙләп бармай. Һуғыштың асылы башҡа. – фәһемле лә, уйландырғыс та итеп әйтеп ҡуя ул.


Сокол өсөн барған һуғыштың алтынсы тәүлеге. Бына нисек яралана Нур. Яралы егеттәрҙең һыуһындарын бер ҡандырыу ниәте менән баяғы йәшенгән йорттан 150 метр алыҫлыҡтағы колонкаға китә ул. Өйҙән сыҡҡанда тәүҙә күккә күҙ һала, ҡурҡыныс бер нимәне шәйләмәй. Тик... һыу алып кире ыңғайлағанда ике дрон-камикадзе баҫтыра башлай. Икеһен дә бер юлы алдарға маташып, уңлы-һуллы йүгерә егет. Бер заман башындағы каска уртаға ярылып оса.
– Эләктерҙеләр, тип уйлап та өлгөрмәнем, үҙемдән бер нисә аҙым ғына сөгөн ванна күрәм. Ни мөғжизә? – тыныс ҡына һөйләй яугир. – Мин һыу артынан киткәндә был ванна юҡ ине бит. Тиҙ арала аҫтына инеп ятам һәм уларҙан ҡотолоп булмаясаҡты аңлап береһенә тоҫҡап атам. Тейҙе! Тейҙе, тик икенсеһе минең автоматты селпәрәмә килтерҙе. Ул арала кемдер уның үҙен дә юҡ итте. Ваннаның аҫтынан сығам һәм саҡ ҡына алыҫтараҡ уртаға ярылған каскамдың уң яҡ өлөшөн күрәм. “Тиҙ генә барып алырға. Касканың эсендә әсәйемдең ғүмер буйы йөрөткән бетеүе ята. Бер үк хәбәрҙе ҡат-ҡат һөйләргә яратҡан Гөлсәсәк апайым мин махсус операцияға китер алдынан: “Касканың уң яғындағы бер мөйөшөнә әсәйҙең үҙе иҫән саҡта йөрөткән бетеүен һалам, әгәр башҡа каска-фәләнгә алмаштырыр булһаң – онотма, күсереп һал”, – тигәйне...


Башҡорт егете, артҡа әйләнмәй, ярылған каска ҡайғыһымы?! Ныҡ шаңҡый, шулай ҙа ҡалҡына ла, һыу һауытын тотоп, өйгә, егеттәре янына ашыға. Уртаға ярылған каска ла, уның эсендәге әсәһенең бетеүе лә Рәсәй һалдаттары ҙур батырлыҡ менән яулап алған Сокол ҡасабаһының урамында, уны үлемдән ҡотҡарған сөгөн ваннанан ситтәрәк, туҙанға буталып ятып ҡала.
Егеттәргә мең бәлә менән алып килгән һыуын ҡойоп эсереп маташҡанында... уларҙың сәйер ҡарашын тоя. Барыһы ла уға текләп-текләп ҡарай. Баҡтиһәң, Нурҙың уң яҡ яурынынан ҡан аға икән. Шок хәлендә нисек яраланғанын да һиҙмәгән яугир. Еңде йыртып яраны ҡараһалар, йоҙроҡтай ит умырылған, һөйәктәре күренеп тора икән. Ул уны һиҙмәгән дә, Нурҙың биленән ҡайышын һурып алып, 20 йәшлек удмурт малайы “Мелкий” яурындан өҫтәрәк өлөштө быуып бәйләп ҡуйғас һәм бер юлы өс укол һалғас, тыныслана бирә, яралыларға ярҙам итеүен дауам итә әле.


Нур һүҙен дауам итә:
– Мин ауыртыуҙы бөтөнләй тоймайым. Бар хәстәрем – үҙ көсө менән барып етерлек ике егетте эвакуацион ергә оҙатыу. Тегеләр тыңлашмай. Һин дә яралы, һинһеҙ китмәйбеҙ, тиҙәр. Улар үҙ урындарынан ҡуҙғалһын өсөн миңә бик ҡаты итеп һүгенергә тура килә. Арттарына боролоп ҡарай-ҡарай ҡуҙғалдылар. Ул арала мин рация аша бәйләнешкә сығам һәм хәл-ваҡиғаларҙы хәбәр итәм. Ҡараңғы төшөүгә бер сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Көтәм. Минең хәҙер автомат юҡ. Бронежилетты ла сисеп ташланым. Теүәл бер сәғәттән каскаһыҙ, бронежилетһыҙ һәм ҡоралһыҙ мин юлға сығасаҡмын. Дөрөҫөрәге, үлем менән йәшәү араһындағы алышҡа. Кем еңер? Минең сыҙамлыҡмы, әллә үлемме? Тәүгеһенә өмөтөм ҙур, икенсеһенән дә ҡурҡмайым. Иң мөһиме - кәүҙә. Йә тере, йә үле килеш ул үҙҙебеҙҙекеләргә эләгергә тейеш.


Эңерҙә хәле насарая барғанын тойғас, күп уйлап тормай, алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан госпиталгә йәйәүләп юлға сыға, дөрөҫөрәге, йүгерә. Тарихсы булараҡ, алдан уҡ картаны яҡшылап өйрәнеп, кәрәкле нөктәләрҙе белгән була. Яуҙа был бик кәрәк. Был турала миңә күптәр әйтте. Һуғышҡа инер алдынан разведка алып килгән бөтә мәғлүмәттәрҙе өйрәнә, ятлай, йәғни ҡайһы квадратта нимә урынлашҡанын белә һалдаттар, командирҙар бигерәк тә. Ул яҡтан Нурға зарланаһы түгел – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған, үҙ һөнәре буйынса эшләп тә алған кеше. Позывнойы ла шуға “Историк”. Юлды белеп, тирә-йүнде танып йүгерә яугир.
- Бер нәмә хаҡында ла уйламайым, ғүмеремде Хоҙай ҡулына тапшырҙым да - йүгерәм. Ҡайҙандыр дошман килеп сығыр, ут асыр, тигән тойғо ла юҡ.
Бер аҙ барғас, нимәгәлер абынып йығыла. Асыҡ яра тупраҡ менән тула. Ҡулының һыҙлауы көсәйгәндән-көсәйә. Әйтерһең, кәүҙәһенә ниндәйҙер ут тоҡанған да бөтә тәнен өтөп алып бара. Саҡ ҡына хәл йыя ла тағы алға ҡуҙғала батыр яугир!
- Бер бәләкәй генә күләүек эргәһенә еттем. Шул күләүек янына туҡтап ярамды йыуырға тотонам, өтөп барған ялҡынды баҫам, йәнәһе лә, - тип хәтерләй ул. - Бына мин йүгереп үтергә тейешле алты километрҙың яртыһы артта ҡалды. Тик хәл кәмегәндән-кәмей. Юлды ҡыҫҡартыуҙың бер генә сараһы бар. Ҡаршымдағы ҙур булмаған ялан аша йүгереү! Мина яланы аша. Алда әйткәнемсә, беҙ алышҡа инер алдынан бөтә мәғлүмәттәрҙе өйрәнәбеҙ. Бер-ике секундҡа ғына уйға ҡалып торам... һәм - алға. Ялан аша. Тураға. Донъяла шундай хәлдәр ҙә була икән; үҙем йүгерәм, ә үҙемде үлтереп йоҡо баҫа. Етмәһә, ниндәй ерҙән йүгерәм бит әле! Иҫән ҡул менән битемде һуғып-һуғып алам: “Йоҡлама! Ярамай!” - тип уятам. Уянып китәм һәм ҡаршымда таныш һын... Әсә-әй. Үҙе. Минән йөҙ метр алдараҡ теп-тере килеш баҫып тора. Әсәйгә табан йүгерәм...


Яландың ситендә - юғары вольтлы электр бағаналары. Һаран ғына уты күренеп торған шул ергә еттем. Мин тере, мин йәшәйәсәкмен. Шул бағана төбөнә барып ятам һәм татлы ғына йоҡоға талам. Ҡатыным уята. Бер илап, бер әрләп миңә торорға ҡуша һәм бына-бына госпиталгә барып етергә тейешлегемде тызый.
Көс-хәл менән эвакуация нөктәһенә барып ауа "Историк". Шунда уҡ операция эшләйҙәр. Әле хәле һәйбәтләнә. Сөгөн ванна эсенә инеп ятыу сәбәбен былай һөйләй ул: үлһәм дә, кәүҙәм бөтөн ҡала, ҡәберем, ғаиләмә аҡсаһы булыр. Ә минаға баҫмай, шартламай барып етеүен, әсәйем рухы, кәләшемдең һөйөүе күтәреп килтерҙе, тип аңлата ул. Булырға ла мөмкин. Һуғыш михнәт-үлемдән генә тормай, уның үҙ мөғжизәләре, мәрхәмәте, миһырбанлы үҙ сәғәте лә бар ул, тип ҡабатларға яратам мин үҙем дә.


– Йәнә лә бер мөғжизә. Мин эвакуацион урынға барып етеүгә ялан госпиталенә бер төркөм алтын ҡуллы хирургтар ебәргәндәр ине. Бәхетемә, мин шуларҙың береһенең ҡулына эләктем. Иң-иңенә тип әйтергә лә кәрәктер. Томаланған аңым менән “ампутация” тигән һүҙҙе ишетеп ҡалам. Бар көсөмдө йыйып, “Бармаҡтарым... бармаҡтарымды тоям. Киҫмәгеҙ!” – тип әйтеп өлгөрәм. Бер нисә сәғәттән ап-аҡ палатала иҫемә киләм. Иҫемә килгәс тә, һул ҡулыма ҡарайым, уң яҡҡа башты борорға ҡурҡам. Күпмелер ваҡыт үткәс, бөтә ҡыйыулығымды йыям һәм бармаҡтарымды ҡыбырлатып маташам. Күҙҙәремдән атылып сыҡҡан шатлыҡ йәштәрем битем буйлап аҫҡа тәгәрәй, – тип һөйләй ғорур егет.
Ысынлап та, уның уң ҡулының яурын тирәһенән өстән бер өлөшөн ҡырҡырға булалар. Тик ниндәйҙер ҡөҙрәт менән нервы төйөнө (нервной пучок) һаҡланып ҡалған була. Ҡул иҫән ҡала. Мәскәүҙең башта Бурденко, аҙаҡ Бурденко госпиталенең филиалына барып эләккәнсе Донецк, Луганск, Белгород өлкәһенең госпиталдәрендә була.


- Юлыма әллә күпме мәрхәмәтле кешеләр осраны. Белгород өлкәһендә оло ғына бер ағайҙың (Учалы районыныҡы) телефон аша ҡысҡырып-ҡысҡырып башҡортса һөйләшеүен тыңлап ятыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ өҫтәне. Ә врачтар... Уларҙың талантын, уларҙың батырлығын яҙып йә һөйләп кенә аңлатыу мөмкин түгелдер ул. Юҡ, мөмкин түгел. Үҙемә, яралы ябай һалдатҡа булған иғтибар өсөн уңайһыҙланып та китәм ҡай саҡ.
Белгород өлкәһе, тигәндән, осраҡлыҡмы, аңламаҫһың. Нурҙың атаһының бер генә бөртөк ағаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Ғәйнислам Сөләймән улы Ибраһимов, Белгород өлкәһенең Разумное ҡасабаһында, батырҙар ҡәберлегендә ерләнгән. Яңы егермеһе тулған йәш егет 1943 йылдың июнь иртәһендә ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр яралана һәм вафат була. Яҙмыштыр, һигеҙ тиҫтә йыл үткәс, тап июнь айында, ауыр яра "Историк"ты ла Белгород өлкәһенә илтә. Олатаһына һуғыштан ҡайтырға насип булмай. Шуныһы һөйөнөс, уның яуға китер алдынан өй артындағы баҡсаға ултыртҡан аҡ ҡайыны әле лә иҫән икән.


"Мин яуҙан иҫән сыҡтым, ауылыма ҡайтҡас та ҡайын ултыртасаҡмын", – ти Нур.
Ғәйнислам Ибраһимов ултыртҡан ҡайын янында тағы ла берәү артасаҡ, “Историк” ултыртҡаны ла буласаҡ. Ҡайындар – Еңеү билгеһе бит.

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: