Бөтә яңылыҡтар

ЕҢЕЛ ЙӘШӘЙЕМ ТИҺӘҢ, ҮТӘ АУЫРҘЫ КҮТӘР...

...Бер яҡтан, ниндәй ғаиләлә, ҡайҙа, ҡасан тыуғаны һәр кемдең характерына йоғонто яһай, әлбиттә. Тик саф күңелле, интеллигентлы шәхестәрҙең балалары ла йыш ҡына беҙҙе үҙҙәренең сәйер биографиялары, түбән ҡылыҡтары менән шаҡ ҡатыра, байҙарҙың уландары ла хәйерселеккә төшә. Тырышып-тырмашып, тормошто “нулдән” башлаған, бер ниндәй матди базаһыҙ, ҡола яланда үҙаллы гүзәл донъя ҡорған замандаштарым миңә өлгө, үрнәк. Әммә улар араһында, һирәк булһа ла, дан-шөһрәтте күтәрә алмаған, реаль тормоштан айырылып киткәндәр осрай. “Из грязи – в князи” тиҙәр ундайҙар хаҡында. Хәйерсене түрә итһәң – сабатаһын түргә элә, йәғни...Үҙемә килгәндә, яманһыу тормош һикәлтәләрем юбилей мәҡәләһен биҙәмәҫ тим. Сөнки бала сағым да, үҫмер йылдарым да, йәшлегем дә маҡтанырлыҡ сағыу, шатлыҡлы ваҡиғаларҙан тормай. Утыҙ йәшкә тиклем тамаҡ яғы сикле, өҫтә йүнлекейем булманы... Педучилищены тамамлағанда, матур күлдәгем булмау сәбәпле, “картинаны боҙа” тип мине, дүрт йыл буйы староста булған, үҙем ошо фотосессияны ойошторған студентты, фотограф иң артҡа, башым ғына күренгән урынға баҫтырҙы. Мин ғәрлегемдән фотоға төшмәй, кисәлә ҡатнашмай, Ағиҙел буйына ҡасып, төндө яр буйында илап, киләсәккә маҡсаттар теҙеп, яңғыҙ үткәрҙем. Был мин юҡ тигәнде аңлата бит! Сығарылыш кисәһендә, фотола ла булмағас – тимәк, мин юҡ! Ғүмерлеккә йөрәк һөйәле булыр тип ҡурҡҡайным… Тик мине тетрәткән был ваҡиғаның дауамы күңелле, һабаҡ алырлыҡ, тулҡынландырғыс.

ЕҢЕЛ ЙӘШӘЙЕМ ТИҺӘҢ, ҮТӘ АУЫРҘЫ КҮТӘР...
ЕҢЕЛ ЙӘШӘЙЕМ ТИҺӘҢ, ҮТӘ АУЫРҘЫ КҮТӘР...

Уҡып бөткәнсе мине ҡурсалаған директор урынбаҫары Сәлисә Сафа ҡыҙы Кәримова был фотоларҙың бөтәһен дә фотосалондан һатып алған, берәүгә лә таратмаған. Бына ун йыллап үткәс, Салауат ҡалаһына педучилищеның юбилейына
йыйылдыҡ, һәм, әлбиттә, кисәбеҙ яратҡан уҡытыусыбыҙҙың фатирында дауам итте. Мин хужабикә ролендә, ҡыҙҙар гөж килеп фотолар ҡарай. Яндарына килһәм, шым булдылар. Остазым ҡулындағы бер өйөм ҙур форматлы карточкаларға иғтибар итәм.
Унда беҙҙең “выпускной” фотолары. Алып ҡараным, беҙҙекеләр, тик мин юҡ. “Мин ҡайҙа, нишләп мин юҡ?!” – тип һораһам, Сәлисә Сафиевна: “Йәле, күҙҙәремә тура ҡара! – ти. – Ысынлап иҫләмәйһеңме?” Аптырайым, нимәне иҫләргә тейешмен…
Онотҡанмын. Ул ваҡиғаны ғына түгел, үҙемдең шул саҡ ни кисергәндәрем дә иҫтән сыҡҡан ине, хәтергә төшөрҙөләр. Һыр бирмәй көлгән булдым. Аҡыллы уҡытыусым минән рөхсәт алып, фотоларҙы төркөмдәштәргә таратты. Республика кимәлендә
ойошторолған алтын юбилейыма йыйылғанда фотошоп ярҙамында теге фотоға үҙемде лә ҡуйып бүләк иттем дуҫтарыма һәм уҡытыусыларыма. Шулай ҙа бала, үҫмер саҡта иң ҡурҡынысы – яныңда зарыңды бушатыр, илап һырыныр, ҡурсалар ышаныслы кешең булмау. Хоҙай һәр кемгә көсө етерлек, күтәрә алырлыҡ ҡына һынауҙар бирә, тиҙәр. Сабырлығым етте, байтаҡ тормош имтихандарын “яҡшы”ға бирҙем, тим.

Яҙмышымдың күп һикәлтәләре минең сит ғаиләләрҙә, атай-инәйһеҙ бәлиғ булыуым менән бәйле. Йәшерәк саҡта барлыҡ бәхетһеҙлектәремдә уларҙы ғәйепләһәм, олоғая бара миңә ғүмер бүләк иткән кешеләремдең ҡылыҡтарын, ғәмәлдәрен аҡларлыҡ күп нәмәгә төшөндөм. Мин йонсоп, кәмһетелеп, теләһә кем тупһаһында көн иткәндә уларҙың да күңеле тыныс булмағанын, көнкүрештәренең ни тиклем ҡатмарлы булғанын астым. Ғәфү иттем. Оноттом. Һәм улар икеһе лә мәңгелеккә минең бәхиллегемде алып китте. Беҙҙең ғаилә фажиғәһе тәрән тарих ваҡиғаларына барып тоташа. Шекспирҙың Ромео менән Джульеттаһы кисергәндәрҙән һис кәм түгел атай-инәйемдең тормош биографияһы.

– Интернетта һеҙҙең атайығыҙ, олатайҙарығыҙ тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалар менән танышырға тура килде. Улар ниндәйерәк кешеләр ине?


– Беҙҙең атай указлы мулла-мөғәллим дәрәжәле шәхестең улы булған. Уның атаһы, олатайым Яхъя мулла даһи Ленин менән бер йылда, бер көндә тыуған, бер үк ваҡытта үлгән. Һәм зыялы туғандар элегерәк уларҙың биографияһы араһында ярылып ятҡан уртаҡлыҡ таба ине. Үҙҙәренсә икеһе лә халҡын наҙанлыҡтан, ҡоллоҡтан ҡотҡарып, азатлыҡҡа әйҙәгән шәхестәр. …Яҡты киләсәккә дөрөҫ юл ярылғас, ғәҙәттә, юлбашсыларға ихтыяж ҡалмай шул.
Беҙҙең ата-бабалар XVIII быуат башында, Рәсәй башҡорт ерҙәрен үҙләштерә башлағансы, бөгөнгө Красноусол шифаханалары биләмәһендә, Тоҙло йылға буйында донъя көткән. Тоҙ ҡайнатыусы булғандар “тоҙбәктәр”. Тоҙ хужаларын (“тоҙ” һәм “бәк” – хужа) шулай тип йөрөткәндәр. Ерҙәре тартып алынғас, Еҙем йылғаһы буйында бер нисә ауылға нигеҙ һала улар. Бер нисәһен карателдәр яндыра. Һөҙөмтәлә, тау-таш араһына барып нигеҙләнәләр. Имәндәш ауылының тарихы 1750 йылда башлап теркәлгән. Беҙҙең ауылды уратып ике карателдәр биләмәһе урынлаша. Яхъя Тоҙбәков 1896 йылда Имәндәштә ҙур итеп мәктәп һалған. Ул мөһабәт йорт йөҙ йылдан ашыу урта мәктәптең төп бинаһы булып хеҙмәт итте. Ул урында хәҙер
минең йортом тора. Уратып ерҙәштәрем менән Аллея үҫтерәбеҙ. Ауылға ингән ерҙе биҙәп тора ул ихата. Яхъя мулла-мөғәллим мәктәптә бай балалары менән бергә ярлы балаларҙы ла уҡыта. Яңы власть уҡыу йортон 1924 йылда тартып ала һәм “совет мәктәбе”нә әйләндерә. Олатай быны күтәрә алмай, донъя ҡуя. Атайым өсөн унан да фажиғәлерәге – олатайҙы күмгән көндә уның әсәһе лә һәләк була.

– Олатайығыҙ менән өләсәйегеҙ бер үк ваҡытта вафат булғас, атайығыҙҙың артабанғы тормошо нисек дауам итә?


– Шулай итеп, буласаҡ атайыбыҙ Ғәббәс 13 йәшендә атаһы менән әсәһен бер юлы юғалтып, үкһеҙ етем тороп ҡала. Ата-әсәһенән ҡалған мөлкәтте, өйҙәрендәге йүнле бар әйберҙәрен алып китәләр. Үҫмер күңелендә яңы режимға, совет власына ҡарата нәфрәт һәм ышанмаусанлыҡ шул рәүешле, үҫмер саҡтан ҡалғандыр. Ул беҙҙе колхозсылар менән аралашмаҫҡа, күмәк хужалыҡҡа инмәҫкә өндәне. Хатта мәктәп уҡыусылары менән бергә колхоз яланына картуф сүпләргә ебәрмәй ине. Инәйебеҙ үлем хәлендә ятҡанда ла, дауаханаға алып барыр өсөн колхоз атын алманы. Бөтә кешеләр ат, трактор менән картуф баҡсаһын һөргәндә беҙ, алты ҡыҙ, март айында ҡар иреп, ҡара ер күренә башлағас та, көрәк менән ерҙе ҡаҙа башлай инек. Йәй башына 35 сутыйҙы ҡаҙып бөтөрөп, бәрәңгене шулай уҡ ҡул менән сәсә торғайныҡ. Атайыма әгәр ҙә уҡырға мөмкинлек бирелһә, ҙур уңыштарға өлгәшер ине. Уны Жәлил Кейекбаев менән бергә Маҡар мәҙрәсәһенә уҡырға ебәргәндәр. Жәлил ағайҙы алып ҡалғандар, атайымды “мулла балаһы” тип ҡайтарғандар. Шунда атайым кейемдәрен Жәлил ағайға биреп ҡалдырған. Ул беҙ бәләкәй саҡта килгәнендә: “Ғәббәс ағайҙың көпөләрен кейеп уҡып сыҡтым”, – тип әйтә торғайны.
Атайым күп нәмәне алдан әйтә белде. Беҙҙе, уның балаларын, оҙаҡ ваҡыт партияға алманылар. Бер заман апайым Әлфиә Исҡужина менән икебеҙ ҙә район кимәлендә етәксе вазифаһында булдыҡ. Ул мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләп йөрөй. Мине, практикалар ваҡытында күрһәткән тырышлыҡ, ҡыйыулығымды иҫәпкә алыптыр, педучилищены тамамлау менән Красноусолда мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар. Апайым партияға кандидатлыҡ мөҙҙәтен үтеп, партия комитетына ағзалыҡҡа ҡабул ителергә килгәс, уға атайыбыҙҙың “хаталаныуы” хаҡында әйтергә ҡушҡандар. Ул ҡабул итеүселәр алдына сығып баҫҡас: “Миңә шулай тип әйтергә ҡуштылар, әммә ысынында атайым хаталанмай”, – тигән. Уны партияға алыуҙы кисектереп торорға булдылар. Бер нисә ай үткәс, минең дә кандидатлыҡ мөҙҙәтем тулды, һәм мине КПСС- тың район комитетына ҡабул итеүгә саҡырҙылар. Нимәне уйлағанмындыр: “Апайымды партияға алмайынса мин инмәйем”, – тип белдерҙем. Атайым беҙгә: “Бер заман, беҙ партияға инмәнек, тип күкрәк һуғып йөрөйәсәкһегеҙ”, – тине ул саҡ, ярты быуат элек...

(Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, Салауат Юлаев ордены һәм “Милләт әсәһе” миҙалы кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге, “Алтын Урал” иcемендәге халыҡ ижады премиялары лауреаты, Евразия Телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ҒИЛМАНОВА менән әңгәмәһен тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 1-се һанында уҡырға мөмкин).

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: