Һуғыш башланған...
Шәмбе көн төш ауғанда, өсәүләп – пединститутта немец теле уҡытыусыһы Дияров (исемен онотҡанмын), Әмир Чаныш һәм мин, поезға ултырып, Дим буйына балыҡҡа киттек. Бындай «артель» нисек килеп сыҡтымы? Дияров, йәше барһа ла, буйҙаҡ. Ара-тирә, осрашҡылап, Луначарский баҡсаһына һыра эсергә керәбеҙ. Шунда уның, һөйләүенә ҡарағанда, «яман балыҡсы» икәнен белдем. Минең үҙемә бәләкәйҙән «балыҡ ене» ҡағылған. Теләһә ни ваҡытта, теләһә ниндәй күләүеккә ҡармаҡ ташларға әҙермен. Әмир Чаныш менән иһә уҙған йылдың авгусында ай буйы Ялталағы ижад йортонда бергә булдыҡ. Мин уның студенты инем. Башҡорт әҙәбиәтен уҡыта. Ләкин дәрәжәләр айырмаһын билдәләп торған бейек кенә кәртә ошо ваҡыт эсендә бөтөнләй тәпәшәйеп ҡалды. Аша атла ла сыҡ. Әлбиттә, мин түгел, миңә ҡарата Чаныш үҙен шулай тотто. Уҡытыусым, ысынында, күпте белгән ғалим икән. Фекерләү кимәле, йәғни интеллекты юғары. Өҫтәүенә, белгән вағыраҡ нәмәһен дә эре итеп һөйләү маһирлығы бар үҙендә. Ул күптән түгел генә никахлашҡан ҡатыны һылыу Мөршиҙә менән килгәйне. Кистәрен беҙ өсәүләп гастролгә килгән театрҙарҙың тамашаларына, концерттарға йөрөнөк. Ул көндәрҙә атаҡлы һүҙ оҫтаһы Владимир Яхонтов «Сергей Есенин» тигән программа менән сығыштар яһай ине. Быға иҫтәребеҙ китте. Әлегәсә беҙҙең өсөн исемен әйтеү ҙә хәүефле булған Есениндың шиғырҙары бөтә Ялтаға яңғырай. Яхонтовты тыңларға беҙ икеме, өсмө тапҡыр барҙыҡ. Тәүге кистә концерттан ҡайтып килгәндә, Чаныш, күккә башын сөйөп: «Ҡарағыҙ әле, бөгөн йондоҙҙар яҡыныраҡ, яҡтыраҡ яна түгелме?» – тине. Моғайын шулайҙыр. Мин ул йылдарҙа ныҡ билдәле Иосиф Уткиндың шиғри юлдарын ҡабатланым:
Надо мною муравейник,
Муравейник золотой...
Ысынлап та, һауалағы йондоҙҙар, иләүҙәге ҡырмыҫҡалар ише, мыж килә ине.
Шуны ла белдем. Күңелендә яҡшылыҡ, теләктәшлек йөрөткән Әмир ағай, аҙ-маҙ эсеп алһа, көйһөҙләнеп, туҙына ла китә икән, йәғни эсендә ниндәйҙер бәрей заты уяна. «Туҙыуы», әлбиттә, ҡул менән түгел, тел менән. Ай эсендә бындай хәл бер-ике тапҡыр булды. Шундай саҡта Мөршиҙә: «Нимә эшләйбеҙ инде?» – тип миңә йүгереп килә. Мин аптырап, юғалып ҡалам. «Айныр ҙа үкенер, ғәфү үтенер. Бөтәһе лә һәйбәт булыр», – тип тынысландырған булам. Ул саҡта ирҙәре рәнйеткән ҡатындарҙы йыуатыу тәжрибәм бөтөнләй юҡ ине.
Әммә мин Әмир Чанышты бынан һуң да ара-тирә ҡылған ваҡ-төйәк ҡылыҡтарына ҡарап ҡабул итмәнем, уның төп асылын баһаларға тырыштым. Асылы таҙа ине. Уға нисбәтән эсемде ҡырып торған бер төйөр ҙә бар. «Оҙаҡ йылдар буйына һуҙылған ижади пассивлыҡ өсөн» тип, ҡайһылыр йылды өс-дүрт әҙип Яҙыусылар союзынан сығарылды. Араларында Әмир Чаныш та бар. Союзда мин рәйес инем. Әмир Чаныш шул саҡта ла, һуңынан да асыу-үпкә белдермәне. Хатта: «Дөрөҫтөр инде...» – тине. Сәмләнеп китептерме, илһамы кире ҡайтышырмы, ул артабан байтаҡ әҫәрҙәр яҙҙы һәм союзға ҡабат алынды. Ағай үпкә белдермәне, ә теге төйөр күңелдә барыбер йәшәй. Яҡламаным. «Пассив» булһа ни? «Пассивтың» кемгә зыяны тейә?
...Шулай итеп, 1941 йылдың 21 июнендә шәмбе көн беҙ өсәүләп кәсепкә йүнәлдек. Иртәнсәк ауылға ҡайтып киткән ҡустым Ильяс артынан атайымдарға хәбәр ебәрҙем. «Иртәгәһен төш етеүгә, аш бешереп, Дим буйына килһендәр, – тинем. – Ике иптәшем дә булыр». Йоматау станцияһына үтә торған кисеүҙән алыҫ булмауыбыҙҙы төшөндөрҙөм. Ул төбәкте «Ҡапҡалы эсе» тип йөрөтәбеҙ. Был хәстәр инде, кәсебебеҙ уңһа, йәм өҫтөнә йәм өҫтәлеп, уңмаһа, тамаҡ ас ҡалмаҫ, тигән маҡсаттан килеп тыуҙы. Кәсебебеҙ уңманы. Арала иң ҡотлобоҙ Дияров ҡына тәүҙәрәк ике сабаҡ эләктерҙе. Бүтәнсә кисен дә, иртәнсәк тә шарт килмәне. Тамам ҡараңғы төшкәс кенә сәй ҡайнатып, өйҙән килтергән ризыҡтарҙы ялмап ҡуйҙыҡ. Араҡыбыҙ юҡ ине, буғай. Булһа ла, тиҙ бөткәндер...
Төштө лә көтмәй, йөнтәҫ кенә ҡола бейә егелгән еңел арбала атайым менән инәйем килеп етте. Атайым әле ныҡ, ни бары етмеш биштә генә. Инәйемә алтмыш та юҡ. Дилбегә тотҡан атайым арбала аяҡтарын алға һуҙып, инәйем артҡа ҡарап ултырған. Итәгендә ҙур төйөнсөк. Был саҡ тегеләр ҡармаҡ һалып маташа ине. Мин яр башында баҫып торам.
– Эй, балыҡсылар! – тине атайым, сәләмләшеп тормаҫтан. – Балыҡ һурпаһы еләткәндер инде. Әйҙәгеҙ, былай ыңғайлағыҙ! Тиҙ арала атайым атын туғарып ебәрҙе, инәйем ҡарама күләгәһендә, сирәм өҫтөнә ашъяулыҡ йәйеп, табын рәтләне. Беҙҙекеләр оҙон көршәк менән һалма, тултырған тауыҡ, йәнә таш кеүек ҡаты ҡаҡлаған ҡаҙы килтергәндәр. Торна Сафа (атайымдың ҡушаматы) был юлы ла үҙенә тоғро булып ҡалған. Арбалағы бесән араһынан бер сирек ҡымыҙ килтереп сығарҙы. Беҙҙең келәштәр ныҡ әсемәгән ҡымыҙҙы былай ғына эсеп әрәм итмәйҙәр. Бер сиреккә теп-теүәл бер «шайтан балаһы» ҡушалар. (Быны – ярты литр араҡы тип аңларға кәрәк.) Арттырырға ярамай. Уныһы эскелеккә керә. Был көйө ҡыҙҙыра, ләкин тилертмәй.
Тәүге сынаяҡты ирененә тейҙереп торҙо ла Әмир Чаныш, белгестәрсә баһа бирҙе: «Аба-ба-а!.. Ожмахтағы Кәүсәр шишмәһенең һыуы тиер инем, әгәр ул һыуҙы татып ҡарағаным булһа...»
Атайымдың һәр нәмәгә аңлатмаһы бар:
– Былай итһәң, араҡының гонаһы бөтә, ҡымыҙҙың дәрте арта, – тип төшөндөрә ул. – Шулай ҙа Кәүсәр шишмәһенә ҡағылмайыҡ, үҙ урынында аға ятһын.
Табыныбыҙ тамамланып килгәндә генә, Йоматау һуҡмағында поездан төшкән бер нисә кеше күренде. Алдараҡ атлағаны оҙон, ҡаҡса кәүҙәле тәнҡитсе Афзал Ҡудаш. Ул беҙҙең ауылдыҡы. Ғәлләм ағайҙың уртансы улы. Бөтә Ҡудашевтар шикелле, ул да һүҙгә ипле, телгә татлы. Беҙҙе танып, ул былай боролдо. Нишләптер атайыма алыҫтан атап сәләм бирмәне, яҡын килгәс, тоноҡ ҡына әйтә һалды:
– Һуғыш сыҡҡан бит...
Ауыҙымдағы ашым тамағыма тығылды. Уны саҡ йотоп ебәрҙем. Был – тыныс йылдарҙың аҡтыҡҡы йотом татлы ризығы ине. Беҙ – атайым менән инәйем, ике иптәшем һәм мин – бишәүләп Дим ярында йәшел үлән өҫтөндә тыныс замандың һуңғы табынында ултырғанбыҙ икән. Яҡшы хәбәр килтергән ҡәҙерле ҡунаҡ булмаһа ла, Афзал ағайҙы ҡорға саҡырҙыҡ. Ул ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡабул итте. Бынан ары ашағаныбыҙ һуғыш осороноң тәүге әсе ҡабымдары ине инде. Инәйем бөгөн бешергән бер ҡаҙан аш ана шулай ике төргә, ике тәмгә бүленде. Бер ғәйепһеҙ Афзал Ҡудашевтың яман хәбәр килтереүе уға ҡарата күңелемдә ниндәйҙер һалҡынлыҡ уятты. Ул һалҡынлыҡ килке-килке һуңыраҡ та ҡабатланды.
Әле Рауза хәтерләй. 1945 йылдың 9 май иртәһендә Еңеү тураһындағы хәбәрҙе Келәштә Сәйфи Ҡудаш ауыҙынан ишеткәндәр икән. «Беҙ, бисәләр, уны уратып алдыҡ та ҡосаҡларға, үбергә керештек, әйтерһең, ул Еңеү хәбәре генә түгел, Еңеүҙең үҙен күтәреп килтергәйне, – ти. – Шуның арҡаһында Сәйфи ағай минең өсөн игелекле бер зат булып ҡалды».
Төптән уйлағанда, «Һуғыш башланған...» тигән хәбәр көтөлмәгән нәмә түгел, һуғыш инде ил ҡапҡаһы төбөндә ине. Шуға күрә мин, ҡапыл шаңҡыуҙан һуң, тиҙ аңыма килдем. Хәҙер инде яңы хәстәр тыуҙы: дошманды тар- мар итергә шәхсән өлгөрөргә кәрәк. Һуңға ҡалырға ярамай, юғиһә эште бүтәндәр бөтөрөп ҡуйыр... Минең тәүге еңел-елпе тоҡаныуым, моғайын, ошо булғандыр. Бынан ары ваҡыт һәм ваҡиғалар тойғоларҙы тиҙ аҡылға ултыртты.
Атайымдар менән Афзал ағай, ҡола бейәгә ултырып, ауылға ыңғайланы. Улар ҡуҙғалып киткәс, ғүмерҙә булмаған нәмә ишеттем. Атайым, минең атайым ултырған арбаның тәгәрмәсе һуҙып-һуҙып шығырларға кереште. Беҙ ҙә ҡайтыу яғын ҡараныҡ. Мин ҡармағымды, ҡолғаһы-ние менән һелтәп, Димгә ырғыттым. Шуның менән эшем бөттө. Дияров менән Чаныш үҙ ҡорамалдарын ентекләп йыйҙы, ҡылдарҙың һүтәһең һүтте, сырмайһын сырманы, бөтә ваҡ-төйәкте ҡумталарына һалды. Минең ғәжәпләнеп ҡарап тороуыма яуап итеп, Әмир ағай былай тине: «Тиҙҙән тағы кәрәк буласаҡ... (Ысынлап та, утыҙ-утыҙ биш йылдар үткәс, пенсионер Чаныш Ҡара Яҡуп ауылы янында эре-эре һаҙандар һәм ҡормандар тота икән тип һөйләнеләр. Ҡоралы ниндәй булғандыр, белмәйем.)
Өфөгә ҡайтҡас, төнөн үлеп йоҡланым. Иртән йөрәгем ярһып уяндым. Баш осомда Рауза ултыра. Уның йөҙө шундай тыныс, күҙҙәрендә ғәҙәттәге балҡыш, үҙе нескә генә бармаҡтары менән минең сәсемде һыйпай. Тимәк, донъя емерелмәгән икән әле. Нимә эшләп емерелһен, ти, ул донъя? Беҙ бит еңелер өсөн түгел, еңер өсөн генә тыуҙыҡ һәм үҫтек. «Яу ҡайтарған батыр ише, иҙрәп йоҡланың», – ти ҡатыным. «Ҡайтарырбыҙ ҙа!» – тип һикереп торҙом. Ошо иртәлә үк «Үс алынһын!» тигән шиғыр яҙып, «Бангкортостан»ға илттем. Тиҙ үк баҫып сығарҙылар. Редакциянан һуң Союзға барҙым. Унда Низам Ҡәрип, Сәғит Мифтахов, Баязит Бикбай, Хәниф Кәрим, Кирәй Мәргән, Ғәйнан Әмири бар ине. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре теләп фронтҡа китергә ғариза ла биреп өлгөргән. Бөтәбеҙҙең дә кәйефе – һуғышсан. Ай-ай ярым үтмәҫ, фашистың һөйәген он итәсәкбеҙ. Союз бинаһы опера театрының арт яғындағы өлөштә бишенсе ҡатта ине. Профсоюздар йортонда өйҙәш торабыҙ. Күмәкләп, Пушкин аллеяһына сыҡтыҡ. Оҙон эскәмйәгә теҙелешеп ултырҙыҡ. Ҡайҙандыр биҙрә менән һыра килтерҙек. Шунда мин Сәғит Мифтаховты – сөм-ҡара сәсле, ут күҙле, етеҙ хәрәкәтле ир аҫылын һуңғы тапҡыр күрҙем. Ул фронтҡа беренселәрҙән булып китте. Уның һәләк булыуын ишеткәс, бик әрненем. Уның иҫтәлегенә арнап «Ай» тигән шиғыр яҙҙым. Военкоматта миңә: «Тиҙҙән үҙебеҙ саҡырырбыҙ», – тинеләр. Шуны ишеткәс, Рауза менән икебеҙ, тәүәккәлләп, берәй аҙнаға тип, ауылға киттек. Үҙебеҙсә «туй сәйәхәте» лә булыр, имеш. Апрель башында ике-өс студент дуҫыбыҙ, бер апайыбыҙ ҡатнашлығында уҙған «алдым-барҙым» табынынан башҡа мәшәҡәтебеҙ булманы. Хатта ЗАГС-ҡа барыуҙы ла кәрәк талманыҡ. Беҙ бит бер-беребеҙгә былай ҙа ышанабыҙ. Тағы нимә кәрәк? 1942 йылдың көҙөндә, яраланғандан һуң бер аҙнаға ялға ҡайтҡан ваҡытта ғына, яҙылыштыҡ. Кире фронтҡа барғас үлеп-нитеп ҡалһам, улыбыҙҙың, ғөмүмән, «атайһыҙ» иҫәпләнеүе ихтимал бит, тинек.
Илаһи ете көн, ете төн йәшәнек беҙ Келәштә, «һуғыш» тигән дәһшәтле һүҙ кешеләр теленән төшмәһә лә, ул беҙҙе иҫәңгерәтмәне. Йәш инек. Миңә –21, уға – 19. Ғаләм закондарына буйһонмай торған үҙ донъябыҙ бар. Иртәләрен мин, кәләшемде алып, йә Дим буйына туғайға, йә Ҡыҙҙар тауына, йә Әүлиә шишмәһенә, йә Аҡманай һыулауына китәм. Сәскә йыябыҙ, еләк тирәбеҙ. Үҙем дә аңламаҫтан ҡатынымды, ахырыһы, уның яңы төйәге менән таныштырғанмындыр, ә үҙем, моғайын, ер-һыуым менән хушлашып, бәхилләшеп йөрөгәнмендер. Әммә ул турала уйланылманы. Бер саҡ «Землемер бағанаһы» тигән тирә-яҡтағы иң бейек түбәгә килеп баҫтыҡ. «Бер байҡап ҡара әле», – тине Рауза. Ҡарайым. Ҡараным да хайран ҡалдым. Күпме тапҡырҙар бынан үткәнем булды. Әле баҡһам, ауылымдың ошо түбәһенән донъяның бөтә тарафтары күренә икән. Киңлектәрҙең сиге юҡ. Улар зәңгәр офоҡҡа инеп юғала. Бына бер асыш! Бына бер мөғжизә! Мөхәббәттән әҙәм һуҡырая, тиҙәр ине. Дөрөҫ түгел икән. Ана ул нисек күҙҙәремде асты. Үҙ еремде, үҙ күгемде яңынан танытты. Нишләптер был миҙгелдә, төньяҡтан тиҫкәре ел иҫеп, көндәр һыуынып торҙо. Әммә беҙ көндөҙҙәрен ҡола яланда ла, төндәрен аҡ келәттә лә өшөмәнек. Бәлки, тап ошо мәл йәндәребеҙ, ҡушылып, бер булғандыр. Киләсәккә хәүеф менән ҡараманыҡ. Аңдып торған айырылышыу ҙа ҡурҡытманы. Китермен дә, мөҡәддәс бурысымды үтәп, ҡайтып та килермен. Йәш инек. Миңә – 21, уға – 19. Киләсәк ҡаршыһында беҙ түгел, дошман ҡалтыраһын... Һуңынан яу ҡырында хәтәр төндәрҙә, ҡурҡыныс сәғәттәрҙә шундай уй килә торғайны: «Ғүмеремдә мин тотош ете тәүлек бәхет татыным, үлһәм дә үкенмәйем...» Минең рухымда тыуған ерем менән һөйгән йәрем бергә ҡушылды. Икеһен бергә һағыныу ихтыярымды нығытты.
...Телеграмма килеп төштө. Раузаның апаһы ебәргән. Унынсы июлдә миңә йыйналыу пунктында булырға тиелгән. Кисен ҡайттыҡ, иртәгәһен йыйылыу пунктына барҙым. Ул беҙҙән алыҫ түгел Социалистик урамдағы «Уҡытыусылар йортонда» ине. Көндөҙ, төрлө исемлектәргә теркәп, призывниктарҙы төркөмдәргә бүлделәр. Яңы ғына институт бөтөргән иптәштәремдән Мәлих Харис, Фәйзи Юлдашев, Вячеслав Мыльников, Миҙхәт Зиязетдинов һәм мин бер төркөмгә эләктек. Икенсе көндө – июлдең ун берендә – беҙҙе вокзалға алып төштөләр. Нишләптер арала Мәлих юҡ ине. «Кисә «Уҡытыусылар йортоноң» болдор аҫтына инеп ятҡайны. Йоҡлап ҡалғандыр, күрәһең. Ҡарарға баш етмәгән, малай», – тим. Мин өйгә ҡайтып ҡунғайным. Стройға теүәл генә килеп өлгөрҙөм. Шул арҡала иптәшебеҙҙең юҡлығын тәүҙә мин дә абайламаным. Ә дөрөҫө былай булып сыҡҡан. Беҙҙе Мәскәү хәрби политик училищеһына тәғәйенләгәйнеләр. Ә Мәлих Харисҡа, өс йыллап әүәл аҡланып төрмәнән сыҡһа ла, «политик яҡтан ышанысһыҙ» тигән мөһөр һуғылған, күрәһең. Уны беҙҙең исемлектән сыйып ташлағандар. Бер ҙә йоҡлап ҡалмаған. Кистән үк уны өйөнә ҡайтарып ебәргәндәр, һуңыраҡ Харис, Эстәрлелә Уҡсы командирҙар училищеһын бөтөрөп, фронтҡа киткән һәм һәләк булған. Беҙ дүртәүебеҙ Мәскәү училищеһына эләкмәнек. Беҙ килгәнсе училище үҙе әллә ҡайҙа күсеп киткәйне. Төрлө мажараларҙан һуң Муром ҡалаһындағы элемтә училищеһына барып юлыҡтыҡ.
Фомичев әжәлде өркөттө
Мин фронтта ҡысҡырып маҡтанырлыҡ шәхси батырлыҡтар күрһәтмәнем. Төнгө разведкаға барып «тел» алып ҡайтманым. Дошман дзотын штурмлағанда, амбразураға ташланманым, снайпер мылтығынан атып, фашистарҙы берәм-берәм сүпләмәнем, граната тотоп, тәреле танкка ташланманым. Ярһып атакаға күтәрелмәнем. Эшләмәгән батырлыҡтарым бихисап, һуғышта һәнәрҙе әҙәм үҙе һайлай алмай. Мин элемтәсе инем. Хәрби операцияларҙа – һөжүмгә барғанда йәки артҡа сигенгәндә – һуғыш ҡырында хеҙмәтсе, ҡара эшсе булдым. Батырлыҡ, тәүәккәллек тураһында уйламай, яуаплы ябай эш башҡарҙым. Минең өҫтә – дивизион командиры, дивизион штабы менән алғы һыҙыҡтағы батареялар араһында элемтәне тәьмин итеү бурысы. Мин – элемтә взводы командиры. Кесе лейтенант. Минән дә кесерәк офицер юҡ.
Әйтергә кәрәк, яу ҡырында меңәрләгән яугир берсә батырлыҡ күрһәтә алмай. Айырыуса хәтәр, айырыуса фажиғәле ваҡиғаларҙа, ҡурҡыныс осраҡтарҙа юғалып ҡалмай: ихтыяр һәм зиһен көсөн туплап, берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, дошманды ҡыйратҡан ғәскәр башлыҡтары, беренселәрҙән булып атакаға күтәрелгән уҡсылар, янған самолетында дошман колоннаһына ташланған летчиктар – бына кемдәр ул батырҙар. Ә күпселек, вазифаһына һәм һәнәренә ҡарап, «һуғыш хеҙмәтен» башҡара. Әлбиттә, яу ҡырында бөтәһе лә ут эсенә керә, әммә был ғына әле батырлыҡ түгел, ә бурыс атҡарыу. Бурыстан артығын, русса әйткәндә, сверхзадача үтәү – батырлыҡ ана ошолор, тим мин. Шул уҡ ваҡытта бөтәбеҙ бергә ил батырлығына, Ватан ҡаһарманлығына өлөш индерҙек. Унда беҙҙең дәхелебеҙ ҙур.
Беҙҙең часть алғы һыҙыҡҡа июль баштарында килеп инде. «Урындағы әһәмиәтле («бои местного значения») һуғыштар»ҙа ҡатнашабыҙ. Йә дүрт-биш километр алға бәреп инәбеҙ, йә артҡа сигенәбеҙ. «Урындағы әһәмиәттең» нимә икәнен һуңыраҡ төшөндөм. Немец Сталинградҡа һөжүм итер өсөн ғәскәр туплай башлаған. Ә беҙ уның бындағы, Брянск фронтындағы көстәрен тотоп тороу өсөн, күрәһең, әленән-әле теш ыржайтып алабыҙ.
Минең элемтәселәрем былай һынатмай. Әммә дивизион командиры ҡыҙыу ҡанлы майор Фомичев бер ваҡытта ла риза түгел. Бәйләнеш бер-ике минутҡа өҙөлөп торһа йәки насар ишетелә башлаһа, дүрт-биш ҡатлы мат менән оятһыҙ һүгенергә керешә. Миңә атап та түгел кеүек, үҙ алдына ҡысҡырына һымаҡ. Мин барыбер быны үҙемә алам. Сым буйлап батареялар яғына йүгерәм, һуғыштар барғанда бындай хәлдәр күп тапҡыр ҡабатланды. Миналар ярылыуына, туптар шартлауына, һауанан немец самолеттарынан олоп төшкән бомбаларға иғтибар итмәй йүгерә бирәм. Маһир һәм ғәҙел командир, һүгенеү оҫтаһы майор Фомичев рухына (ул, мин яраланып киткәндән һуң, һәләк булған), әле килеп, ике нәмә өсөн ихлас рәхмәт әйтәм. Береһе, иң ҙурыһы шуға: ул яман ҡаты һүгенеүе менән минең эсемдәге ҡурҡыу тигән әйберҙе ҡыуып сығарҙы. Уның дәһшәтле тауышын ишетһәң, әйттем бит, мина шартлауы ла, бомба ярылыуы ла, пуля һыҙғырыуы ла ҡолаҡҡа салынмай. Әжәл, гүйә, үҙе һинән ҡурҡып ҡаса. Икенсе рәхмәтем дә бик урынлы: майорҙың әшәке һүгенеүе мине һүгенмәҫкә өйрәтте, шаҡшы һүгенеүгә ҡарата ерәнеү, нәфрәт тыуҙырҙы. Был лөғәттән белгәндәремде лә оноторға мәжбүр итте. Бына ниндәй ғүмерлек һабаҡ бирҙе мәрхүм майор Фомичев.
Комиссар Зубков – бөтөнләй икенсе кеше. Әллә ниндәй шарттарҙа ла ауыҙынан тупаҫ һүҙ сыҡмаҫ. Ул – ҡырҡтан байтаҡ өҫтә, ҡаҡса сал ир. Һуғыштарҙа былтыр ҙа ҡатнашҡан. Ҡамалыуҙа ҡалған, йырып сыҡҡандар. Күңел сафлығы уның йөҙөндә балҡып тора.
25 августа иртән, яу ҡыҙған мәлдә, капитан Лекумович батареяһына етер алдынан, мине шартлау бәреп йыҡты. Саҡ күҙемде астым. Эргәмдә йүгереп барған лейтенант Фомин ситтәрәк ауған. Минең күкрәгемә мина ярсығы тейгән икән. Бер аҙ иҫәнгерәп ятҡас, һушыма килдем. Көс-хәл менән Фомин эргәһенә шыуыштым. Ул өнһөҙ. Тәнендә яра ла, ҡан да күренмәй. Мин ҡанға сәсәй башланым. Ярсыҡ йөрәктән саҡ ҡына түбәнерәк үпкәне тишкән икән. Быныһын һуңыраҡ врачтар әйтте... Минең күҙ алдарым ҡараңғыланды. Зубковтың тауышын ишетәм: «Түҙ, улым, түҙ, хәҙер үҙеңде тылға оҙатабыҙ... – тип уның өнө тоноҡланды. Шулай ҙа һуңғы һүҙҙәрен аныҡ аңланым. – Төҙәлеп ҡайт, мин һине көтөрмөн...» «Ә Фомин?» – тип хырылданым. Яуап булманы. Әллә ишетмәнем.
Ниндәйҙер арбаға һалып, мине санбатҡа алып киттеләр. Аҙаҡ белеүемсә, комиссар Зубков та Фомичев менән бер алышта һәләк булған. Беҙҙең часть ул көндө ныҡ ҡыйратылған. Бөтә һуғыш буйынса берҙән-бер кеше берҙән-бер тапҡыр миңә «улым» (сынок) тип өндәште. Ошо өн әле лә минең – етмеш һигеҙ йәшлек ҡарттың ҡолағында яңғырай. Яу ҡырында ишеткән был һүҙ ғүмерлеккә йәнгә һеңде. «Ярлыҡау» тигән әҫәремдә күренеп ҡалған комиссар Зубков тап ошо кеше ине. Әле алғы һыҙыҡҡа ингәнсе дезертирлыҡта ғәйепләнгән ғәйепһеҙ һалдатты атыуҙан ул минең взводты ҡотҡарҙы. Мине әрләгән булды, ә ҡотҡарҙы. Ғүмерлек выждан ғазабынан азат итте. Ә повеста был хәл бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды.
Байназаровты ошо ауыр вазифанан ҡотҡармайҙар. Ул «дезертир»ҙы атырға команда бирә. Әҫәрҙең логикаһы авторҙы ошондай ҡарарға килтерҙе.
Хәрби врач Ғәлимов
Медсанбатта аҙ-маҙ анестезия яһап, минең күкрәктәге тимер киҫәген ярып алдылар. Операция бөткәс, уны усыма һалдылар. Мин атып бәрҙем. Операция барғанда эргәлә генә бер нисә шартлау яңғыраны. Немецтар бомба ташланы булыр. Мине ҡырҡып ямаусылар быға иғтибар итмәне.
Ике-өс көндән минең кеүек ауыр яралыларҙы Пловск ҡалаһы эргәһендәге урман араһына урынлашҡан ялан госпиталенә күсерҙеләр. Бесән менән көпләнеп, бик ыҡсым эшләнгән ҡыуыштарҙа дүрт-бишәр кеше ятабыҙ. Сентябрь ул яҡта ифрат йылы булды. Көн-төн ҡыштыр-ҡыштыр япраҡ яуа. Моңһоу ҙа, ярһытҡыс та. Күңелгә ниндәйҙер тылсымлы тулҡын һуғыла, һыҙланыуҙар кәмене. Ярам ғына бөтәшмәй. Шулай ҙа ҡулға ҡәләм алдым. Ҡыуыш артындағы ҙур имәнгә арҡа терәп ултырҙым... Һәм яҙа башланым:
Минец яҙғанды уҡығас,
Әкиәт, тимә, ҡоҙа.
Ана ул усаҡ янында
Сылғау киптереп тора –
Урал батыр тоҡомонан
Үлмәҫбай атлы егет,
Совет Ватанында үҫкән
Большевик затлы егет.
Һәм китте... Төндәрен дә тынғым юғалды. Аҙна ла үтмәгәндер, «Үлмәҫбай» тигән ирмәк яҙманың беренсе өлөшөн, ана шул имәнгә арҡаланып, яҙып та бөттөм. Ярты йылға яҡын күңелгә илһам, башҡа шиғри фекер килгәне юҡ ине. Бына килде. Шиғыр менән бергә һағыш уянды. Тыуған илде, йәнгә яҡын кешеләрҙе һағыныу йөрәкте өйкәй башланы. Демьяненко тигән белорусҡа был хаҡта сер систем. Ул миңә шундай кәңәш бирҙе:
– Аяҡ-ҡулың иҫән, күкрәгең ҡыҫып бәйләнгән. Өйөңә ҡайтып кил. Илең азат бит, минеке кеүек, немец аяғы аҫтында түгел, – тине.
– Ҡайһылай итеп?
– Госпиталь начальнигын ипле кеше тиҙәр, һораһаң, документ бирер ҙә ебәрер.
Госпиталь начальнигы, ысынлап та, ипле кеше икән. Медицина майоры. Кейеме ыҡсым. Ҡойоп ҡуйған кеүек. Бер кисте, яйын аңдып, бының ҡыуышы ауыҙына килеп баҫтым.
– Кесе лейтенант Кәримов. Рөхсәт итегеҙ! – тип доклад яһаным. Ул урынынан тормай ғына әйләнеп ҡараны, хәрби ритуалды һаҡлап тормай, ябай ғына итеп әйтә һалды:
– Әйҙә, Кәримов, уҙығыҙ, ултырығыҙ, – тине ул татарса.
Хужа күрһәткән түмәргә ултырҙым.
– Хәлегеҙ нисек? – тип һораша ул.
– Шәбәйәм инде.
– Быныһы һәйбәт, һеҙ ҡайһы яҡтан?
– Башҡортостандан.
– Ә мин һеҙҙең күршенән, Аҙнаҡайҙан, башҡорт тамырынан, – тине. – Фамилиям – Ғәлимов. Күрәһегеҙ, врачмын. һеҙ кем?
Мин уның һорауына яуап итеп, үҙем хаҡында тартынмай һөйләп бирҙем, һуғышҡа тиклем ике китап сығарыуымды ла, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы икәнемде лә әйттем...
– Таныштыҡ, һәйбәт булды, – ти майор. – Йомош-фәләнегеҙ юҡмы?
– Юҡ. Йомош түгел, бик ҙур үтенес бар.
– Әйтегеҙ.
– Бер аҙна-ун көнгә мине илемә ебәрһәгеҙ ине. Юлға ни бары биш кенә тәүлек кәрәк.
Ул һағайып ҡалды:
– Бөгөн иртәнге докладта һеҙҙең ярағыҙ асыҡ тип әйттеләр.
– Бөтәшә инде. Саҡ ҡына ҡалды.
– Ярағыҙ асыҡ көйө ебәрә алмайым. Бәлки, уңала төшкәс...
– Сыҙамлығым бөттө, майор иптәш.
– Ниңә ул тиклем?
– Мин киткәс тыуған улыма кисә туғыҙ ай тулды. Исеме – Илгиз. Йәнә передовойға китеп һәләк булһам, уны күрмәй ҡалырмын тип ҡурҡам. Үтә үкенесле булыр.
Ғәлимов уйға ҡалып торҙо.
– Сәбәбе ҙур икән!.. – тип һуҙҙы. Унан ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе: – Локотченко!
Был – яраларҙы таҙартып бәйләүсе сестра Машаның фамилияһы. Шул арала Маша пәйҙә булды.
– Кесе лейтенанттың йәрәхәтен сисеп күрһәтегеҙ, – тип бойорҙо.
– Әле күптән түгел генә ҡарап бәйләгәйнем, – тине сестра.
– Барыбер сисегеҙ.
Систе. Майор спирт менән ҡулын һөрттө. Йәрәхәтте күҙе менән дә ҡараны, сит-ситтәрен бармаҡтары менән дә баҫып сыҡты.
– Артыҡ маҡтанырлыҡ түгел шул әле. Баҫҡас, ҡан ныҡ килә. – Был һүҙҙәрҙе ул татарса әйтте.
Мин ҡаушабыраҡ ҡалдым. Маша еренә еткереп яраны яңынан бәйләне.
– Тәүәккәлләйек, – тине Ғәлимов, – тик һаҡ йөрөгөҙ. Маша, кесе лейтенантҡа биш-алты тапҡыр алыштырырлыҡ бәйләү материалдары әҙерләп ҡуйығыҙ. Ул һеҙгә инеп алыр.
Сестра китте.
– Минең ҡатыным йыл аҙаҡтарына бәпес көтә, – тип яманһыу ғына әйтеп ҡуйҙы майор. – Күрергә насип булһа инде...
– Булыр. Бик теләһәгеҙ, булыр.
– Юлға кәрәкле ҡағыҙҙарҙы иртән писарҙан инеп алырһығыҙ, һаҡланығыҙ. Иҫән-һау әйләнеп килегеҙ.
Беҙ хушлаштыҡ. Мин урап килгәндә, Ғәлимов урынында юҡ ине. Уны юғарыраҡ вазифаға күсергәндәр. Урта буйлы, ыҡсым кәүҙәле, аҡһыл йөҙлө, моңһоу күҙле был кеше ғүмергә онотолманы.
Келәшкә ҡайтып, атай-әсәйемде, ҡатынымды, улымды, туғандарымды күргәс, күңелем урынына ултырҙы. Тәүҙә балам минән ныҡ ятһынды, мин дә уны сәйерерәк ҡабул иттем. Алыҫта хыялымда саҡта ул минең йөрәгемде ҡанатландыра, йәнемде иркәләй ине, күргәс, юғалыбыраҡ ҡалдым. Дөрөҫөрәге, икебеҙ ҙә ятһыныштыҡ, буғай. Ни әйтһәң дә, тәүге осрашыу бит. Хәйер, һуғыш бөтөп, 1945 аҙағында отпускыға ҡайтҡанда ла аралар төрлөсә булды. Уға дүрт тулып килә ине. Күрешкәс тә, муйыныма аҫылынды. Бер һүҙ әйтмәй, ҡыҫып ҡосаҡланы ла илап ебәрҙе. Ошо уҡ көндө нимәгәлер миңә үпкәләп, ультиматум белдерҙе: «Бар, үҙеңдең һуғышыңа кире кит!» – тине. Бара-тора килештек.
...Мин ҡайтҡандан бирле яуҙы ла яуҙы. Өфөгә килгәс тә урамға сығыр әмәл юҡ. Шулай ҙа Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш, Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков менән күрешергә өлгөрҙөм. Арыҫландың улы тыуған икән. Заһир менән уны барып ҡотланыҡ. Рауза менән, әйткәнемсә, ЗАГС-ҡа барып яҙылыштыҡ. Радиоға менеп (ул Главпочтамп йортоноң иң өҫкө ҡатында ине), шиғырҙар уҡыным. Ул саҡта яҙып алыу техникаһы юҡ ине әле.
Ҡаны һарҡып торған ярама ҡатыным үҙем алып ҡайтҡан дарыуҙарҙы һөртөп, көн аша повязкаһын алмаштырып торҙо. Йәрәхәтем аҙманы. Был юлы минең ҡайҙа, ниндәй һәләкәтле ергә китеүемде аңлаһа ла, оҙатҡанда Рауза үҙен ныҡ тотто. Хәҙер инде «еңәм дә, тиҙҙән әйләнеп ҡайтам», тип йыуатып булмай. Шуға ҡарамаҫтан, икебеҙ ҙә өҙгөләнмәнек. Сабыр хушлаштыҡ. Бәлки, «әжәл теге юлы йыға һуҡмағас, икенсе, өсөнсө тапҡырында ла яҙмыш һаҡлар әле» тигән эске инаныу булғандыр.
Пловск урманындағы ҡыуышҡа әйләнеп килеүгә, көндәр һыуытҡайны. Күкрәгем һаман тишек булғас, мине Тула ҡалаһына ысын госпиталгә күсерҙеләр. Унда, кимерсәктәремде ҡырҡып, серей башлаған ҡабырғаларымды шартлатып һындырып, бик ауыр операция эшләнеләр. Байтаҡ ара мандый алманым.
Медведев
...1963 йылдың октябрь баштарында «Ай тотолған төндә» тигән пьесамды яҙыу ниәте менән Малеевкаға килдем. Был ижад йорто аулаҡ, уңайлы. Тиҙ үк эшкә керештем. Борсоусы юҡ. Тик һирәк-һаяҡ күрше санаторийҙан төркөм булып ял итеүселәр «тере яҙыусы» күрергә килеп сыға. Шундай саҡта бер нисә яҙыусыны саҡырып сығарып, бина алдындағы мәрмәр баҫҡысҡа баҫтырып ҡуялар. Егерме-утыҙ кеше араһында фотоға төшәбеҙ. Биргән һорауҙарына белгәнсә яуап ҡайтарабыҙ, аяҡ өҫтө генә әңгәмәләшәбеҙ. Был эш төркөмгә эйәреп килгән фотограф өсөн дә файҙалы. «Яҙыусылар менән төшкән» рәсемде бөтәһе лә һатып ала. Был юлы эшем ырамлы барған мәлдә хәбәр иттеләр. Теләр-теләмәҫ кенә сыҡтым. Күңел тартмаһа ла, аяҡ тартты, күрәһең, һәм ҡиммәтле хәтирә табышына ирештем, һүрәткә төшөү мәшәҡәте тамамланғас, минең эргәмә 50-55-тәр тирәһендәге эре һөйәкле, ерән сәсле шаҙра кеше килде.
– Ғәфү итегеҙ, 1942 йылда һеҙ Тулала госпиталдә ятманығыҙмы?
Мин быға текләберәк ҡараным:
– Яттым, – тинем.
– Мин ул саҡта госпиталдә замполит инем. Семен Тихонович...
– Туҡтағыҙ. Фамилияғыҙҙы үҙем әйтәм... Федосеев!
– Эйег Федосеев! Һеҙ бик ауыр операция кисерҙегеҙ. Оҙаҡ яфаландығыҙ, һауыға төшкәс, ҡәләмгә тотондоғоҙ. Әле операцияға тиклем бер-ике шиғырығыҙҙы руссаға һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп, миңә уҡығайнығыҙ. Хәтерләйһегеҙме?
– Хәтерләмәгән ҡайҙа ул, Семен Тихонович! – Мин уҡталып, башымды уның яурынына һалдым. Ул мине һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды.
– Күкрәк нисек, ҡабырғалар нығынымы?
– Тимерҙән дә былай, – тип фәстерҙем, Туланан һуң – 1948-1949 йылдарҙа Мәскәүҙә – йәнә дүрт ҡабырғамды ҡырҡыуҙарын әйтеп торманым.
Беҙ ян-яҡҡа иғтибар ҙа итмәнек. Был арала беҙҙе кешеләр уратып алған. Ҡыҙыҡһынып тамаша ҡылалар.
– Фронт эвакогоспиталенең политуправление начальнигы подполковник Медведевты иҫләйһегеҙме? Ул беҙҙең госпиталдең хәлдәрен тикшерергә килгәйне, һеҙҙең хәлегеҙҙе еңеләйтеп китте!..
– Рәхмәттәр уҡып иҫкә төшөрәм. Төҫкә лә сибәр ир ине.
– Өфө егете ине. Ул беҙгә килгәс тә һеҙҙең турала айырым доклад яһаным: «Беҙҙә башҡорт шағиры ята», тинем.
Семен Тихонович менән адрестар алмаштыҡ. Мин уға китап ебәрҙем. Яуап булманы.
Ысынлап та, 1942 йылдың декабрендә яҡташым сифатындағы Хызыр Ильясҡа тап булдым, ике айҙан ашыу, гүйә, фәрештә ҡанаты аҫтында йәшәнем. Был хаҡта бәйнә-бәйнәрәк бәйән итке килә.
Операция ғазабы ғына етмәгән, пневмония тигән нәмә өҫтәлде, һулыш алыуы ҡыйын, күкрәк ҡыҫа. Палатала унлап кеше ятабыҙ, һауа ауыр. Йәне барҙың тыны бар. Тындың заты төрлө. Бер көндө палатаға сестра йүгереп инде лә: «Комиссия килгән!» – тине, үҙе шунда уҡ сығып китте. Күп тә үтмәй, госпиталь начальнигы, замполит, баш хирург, палата врачы, аҡ халатын иңенә генә һалған бер сит хәрби кеше килеп инде. Ул саҡта погондар сыҡмағайны әле. Дәрәжә билдәләре петлицала. Подполковник икән. Түшендә Ленин ордены. Ул заман өсөн һирәк награда. Күрәһең, ҙур начальниктыр. Эргәһендәгеләрҙең бөтәһе лә һөйләр һүҙен уға ҡарап һөйләй. Мин ишек төбөндәге карауатта ятам. Былар, минең эргәлә туҡталмай, күршемдең хәлен һораштылар, унан ары уҙҙылар, һәр ран-больной янында туҡталып: «Ниндәй ялыу бар? Нисек ашаталар? Нисек тәрбиәләйҙәр?» – тип төпсөндө. Ашыҡманы, әйткән һүҙҙәрҙе ихлас тыңланы. Әммә зарланыусы булманы. Хатта беҙҙең иң мыжыҡ Пинчук тигән иптәшебеҙ ҙә: «Ялыу юҡ!» –тип ҡырт киҫте. Ысынлап та, бер яҡтан да зарланыр урын юҡ. Комиссия тигәне туғыҙ койка эргәһендә оҙаҡ-оҙаҡ тороп, ишеккә йүнәлде. Мине оноттолар бит! Юҡ, сығып китмәнеләр, миңә ҡарап теҙелделәр. Подполковник күрешергә ҡулын һуҙҙы. Мин, тормаҡсы булып, баш ҡалҡыттым. Ул ишара менән миңә ҡуҙғалмаҫҡа ҡушты, һаҡ ҡына ҡулымды ҡыҫты:
–Һаумы, яҡташ. Йүнәлеп буламы?
– Бына йүнгә индереп баралар инде. – Мин врачтарға ымланым.
– Таныш булайыҡ. Мин – Өфөнән, фамилиям – Медведев. Төп һәнәрем – уҡытыусы. Исемегеҙҙе ишеткәнем бар, яҙғандарығыҙҙы уҡығанымды иҫләмәйем.
– Мин бит башҡортса яҙам. Тәржемәләрем анда-һанда ғына.
– Мин керәшенмен. Башҡортса уҡый беләм. Тимәк, тура килмәгән. Киләсәктә уҡырбыҙ әле.
Хәл-әхүәл тураһында ул бүтәнсә һорашманы.
– Ярай, яҡташ, бирешмә шулай. Үҙеңде сыҙам тип маҡтанылар. – Ул хирургка ымланы.
– Сыҙамай ни хәл ҡылаһың... – Күҙҙәребеҙ осрашты. Ул күҙҙәр миңә кәр һәм өмөт өҫтәне.
– Хуш булайыҡ. Тере ҡалайыҡ. Өфөлә күрешергә насип булһын.
Күрешергә насип булманы. Ул иҫән ҡайтһа, моғайын, табышыр инек. Мин Өфөлә уны эҙләп ҡараным, таба алманым.
Күренеп кенә китте Медведев. Минең тормошомда ана ниндәй эҙ ҡалдырҙы, ижадыма дәрт бирҙе.
Ике-өс көн үттеме, юҡмы, яңғыҙымды кескәй палатаға күсерҙеләр. Әлегә йөрөй алмайым, һирәк-мирәк тороп ултырам. Ҙур зәңгәр күҙле йәш кенә санитарка ашарға килтерә. Килтерә лә, китмәй, оҙаҡ миңә ҡарап ултыра. Силәбе яғынан икән. Уралды һағына. Күршеләрендә башҡорт ауылы, ти. Минең башҡортса өндәшеүемде һорай, «һыйың тәмле булды, рәхмәт, һылыуҡай», тим. Аңламаһа ла ихлас тыңлай. Бара торғас, ул миңә күңел һалды шикелле. Мин һиҙмәмешкә һалыштым. Байтаҡ ваҡыттан һуң, ошо ҡыҙ баланы хәтерләп, мин «Ул ҡыҙ мине ташлап китмәне» тигән шиғырҙы яҙҙым.
Арҡа терәп ултыра башлағас та ҡәләмгә тотондом. Ике-өс аҙна эсендә бер нисә шиғыр һәм «Декабрь йыры» исемле поэмамды тамамланым. Дауалаусы врачым Евгения Карловна быға ифрат ҡыуанды. Тимәк, минең тәнем дә, йәнем дә һауыға.
Һуғыштан һуң фронтовиктар ижадына ҡарата «Окоп лирикаһы» «Окопта яҙылған шиғырҙар» тигән билдәләү, төшөнсә барлыҡҡа килде. Быны художестволы атама, метафора ғыналыр тип уйлайым. Сөнки тура мәғәнәһендә окопта шиғыр тыуып бармай, аңды бүтән хәстәр, бүтән борсолоу биләй. Хәйер, мин быны үҙ тәжрибәмдән генә сығып әйтәм. Башҡаларҙы белмәйем. Хатта алғы һыҙыҡтан икенсе эшелонға күсерелгән саҡта, илһам килеп барманы. Мин – элемтә взводы командиры. Минең мәшәҡәтем һәр саҡ муйындан ашҡан. Әллә ниҙә бер аяҡ өҫтө һыҙғыланған строфаларҙы мин иҫәпкә алмайым. Күпселек әҫәрҙәремде мин ана шул госпиталдәрҙә һәм һуңыраҡ фронт газетаһында эшләгән осорҙа яҙҙым. Ундағы журналист хеҙмәтем шиғыр эшенә кәртә ҡуйманы. Артабан китаптарыма инмәгән, инерлек булмаған байтаҡ көнүҙәк шиғырҙарым шул «Совет сутышчысы» биттәрендә баҫылды. Яҙғандарым араһында ғүмерлерәктәре лә килеп сыҡты.
...Ҡабат Тулаға әйләнеп ҡайтам. Ярам һаман уңалмаһа ла, инде тороп йөрөйөм, һыҙланыуҙар ҙа кәмене. Бер иртәлә сестра-хозяйка килеп инде.
– Әйҙәгеҙ, мөлкәтегеҙҙе йыйнайыҡ, – тине, – күсенәбеҙ.
– Ҡайҙа?
– Һеҙҙе госпиталь-санаторийға илтеп ҡуйырға бойор- ҙолар. Юғары комсостав өсөн ул. Алыҫ түгел.
– Хата түгелме икән? Мин бит взвод командиры ғына.
– Унда кемдең кемлеген айыраларҙыр инде. – Ул эйәге менән ҡайҙалыр юғарыға ишара яһаны.
Сестра, мине машинаға ултыртып, яңы ергә илтеп ҡуйҙы. Ингәс тә ғүмеремдә беренсе тапҡыр күперелеп торған йомшаҡ келәмгә баҫтым. Ҙур ғына айырым палатаға урынлаштырҙылар Был айҙарҙа беҙҙең фронтта һуғыштар тынып торһа ла, оло чиндар аҙ күренә. Әммә минең ише лейтенант затынан берәү ҙә юҡ. Мине әллә бер ҙур генералдың нәҫел-нәсәбе, әллә ғәләмәт батырлыҡтар күрһәткән баһадир тип ҡабул ҡылдылар. Званиема иғтибар итмәй, һәйбәт ҡаранылар. Башта уҡ аңланым: мине бында подполковник Медведев, минең тупраҡташым етәкләп килтерҙе. Айға яҡын яттым. «Үлмәҫбай»ҙың икенсе бүлеген теҙеп сыҡтым. Бер-ике шиғыр ҙа өҫтәлде.
Бына шулай. Иҫ итмәгәндә миңә тап булған яҡташым, керәшен Медведев, миңә, минең ижадыма игелек күрһәтте. Кеше өлөшөн миңә алып һонманы ул, ижадым хаҡына хәләл өлөш сығарҙы.
(“Ағиҙел”, 2022, №10)