

1.
Дүрт йәш…
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улына бағышлайым.
Бары дүрт йәш кенә ине, Эләктереп ҡултыҡ аҫтымдан,
Ултыртты ул мине ат өҫтөнә…
Нишләп ҡурҡманым һуң атымдан?
Һаман атайымдың ҡул аҫтында
Ҡуйынында, хатта елкәһендә
Үҫкәнгәме, ат та дуҫ ине.
Ат, тим… Ә юҡ, бейә!
Ерән бейә, Ланка ҡушаматлы.
уҡ инем, Үҙһүҙле лә, бәлки, булғанмындыр –
Шул көндән һуң аттан төшмәнем.
Осоп төшһәм, төштөм. Әммә ләкин
Аттан өркөп-ҡурҡып үҫмәнем.
…Тормош атына ла эйәр һалып,
Ҡулға урап тоттом йүгәнде,
Шуға белдем: яҙмыш – үҙ ҡулымда,
Үҙем уға хужа икәнде.
2.
Иң ҙур почет бесән мәле еткәс –
Атым менән күбә тарттырам,
Бөтәһенә өҫтән генә ҡарап,
Мөмкин тиклем атты юрттырам.
Үҙем сытырлатып йәбешкәнмен
Эйәремдең ҡашағаһына…
Иң ҡурҡҡаным ине ат өҫтөндә
Сығыу йылға ашаға ғына.
Оҙаҡ итеп бейәм һыу эскәндә
Төшөп барам кеүек башына…
Ғорурланам, эшсе иҫәбенә
Үрелгәндә икмәк-ашыма.
…Эшләп ашау хәләл ризығымды
Бәләкәйҙән һеңгән ҡаныма,
Бала саҡтан оло хәҡиҡәтте,
Рәхмәт, атай, аңлатҡаныңа.
3.
Артыҡ шәптән, беләм, булмаһам да,
Маҡтай ине мине атайым:
“Минең ҡыҙым малайҙарҙан да шәп!”
Ах, сөйөлә минең башҡайым!
Ҡул бысҡыһы менән утын бысһа,
Икенсе баш – минең ҡулымда:
“Бына ниндәй ярҙамсым шәп минең!
Ҡыҙым ғына түгел, – улым да!“
Миңә етә ҡала.
Ҡойроҡ кеүек, Атайымдан ҡалмай тағылып,
Ҡайҙа барһа, нимә эшләһә лә, Бергә инем.
Һаман һағынып Иҫкә алам атайымдың һүҙен,
Онотмаҫҡа ҡабат-ҡабаттан:
“Минең ҡулдан килә бөтә нәмә,
Мин кәм түгел, атай, ир-аттан!”
4.
Иҫкә алам: келтер-келтер генә
Арба тәгәрмәсе тәгәрләй,
Йәки шығыр-шығыр сана шыуа…
Мин атайым менән.
Ул һөйләй Үткәндәрен, йәки хыялдарын,
Ә һирәкләп хатта йыр йырлай:
“Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк,
Дуҫ-ишле лә ирҙәр хур булмай…”
Дуҫтары күп ине атайымдың,
Йомош менән кемдәр килмәне!
Тик бер кем дә үпкә-рәнйеш тотоп,
Ярҙам алмайынса китмәне.
…Дуҫтарым күп, атай, был донъяла,
Тик дуҫлыҡты улар аҡлаһын,
Иткән изгелегем артып ҡайтһын,
Хур булыуҙан Хоҙай һаҡлаһын!
5.
Йәй булһынмы, ҡышмы…
Урманғамы, Туғайғамы булһын – ҡайҙа ла
Атайыма мин ярҙамсы инем,
Уға күңелле лә, файҙа ла!
Ҡатын-ҡыҙҙың эшен белмәһәм дә,
Ир-ат эшен яҡшы төшөндөм…
…Һаман шулай. Көтөп торғаным юҡ
Саҡырғанын яҡын кешемдең.
Үҙем белеп йөктө бергә тартам,
Тиң һөйләшә алам – хаҡым бар!
Хәләлемдең миңә хөрмәте бар
Уңған килен тигән атым бар.
6.
“Ялға йәбеш, балам, әгәр ҡурҡһаң,
Осоп төшөрмөн тип”, – атайым
Кәңәш бирҙе атҡа ултыртҡанда.
Атым сапҡан саҡта, ялҡайын
Урап тотоп алдым ҡулдарыма, Йәтсә булып ялға йәбештем,
Ошонан һуң бүтән йығылманым –
Рәт-сираты бар шул һәр эштең.
…Һаман шулай.
Сытырлатып тотоп Йәбешкәнмен яҙмыш ялына,
Уңға-һулға мине ташлап ҡарай, Үрә баҫа, арый…
Ял ғына,Тын алырлыҡ форсат ҡына бирһен!
Осоп төшәһем юҡ был аттан!
…Донъяларҙан арып-талған саҡта
Бала саҡҡа ҡайтам ҡабаттан…
7.
Ҡара яҙҙан ағас ултыртырға
Алып китә ине атайым,
Биҙрә менән тотоп үҫентеләр,
Эй, тырышып йәнәш атлайым.
Осло көрәк менән ул ер соҡой,
Мин ултырта барам үҫенте, Бында урман булыр!
Бик кәрәкле Кеше итеп тоям үҙемде.
Әле булһа күккә башын сөйә
Беҙ ултыртҡан ошо ағастар… Һин юҡ, атай…
Ағастарҙы күрһәм,
Күңелемә үрләй һағыштар.
Ағастарың, балаларың ҡалды
Һин ҡалдырған ерҙе биҙәргә,
Мин аңланым: эҙ ҡалдырыр өсөн
Беҙ килгәнбеҙ икән был ергә.
8.
Теҙелешеп бесән саба инек,
Әсәйем дә беҙҙән ҡалманы,
Тик атайым ғына бесән сапмай –
Сүкей ине беҙҙең салғыны.
Сират тороп салғы сүкетәбеҙ –
Сүкелһә бит, еңел сабырға!
Атай сапмай – уға рәхәт һымаҡ…
Һылтау ҙа юҡ сәбәп табырға…
Зарланмайса салғы сүкей ине
Бер туҡтауһыҙ көндәр буйына,
Иң ауыр эш, бәлки, шул булғандыр?
Әле генә килә уйыма…
Атай, атай! Эштең иң ауырын,
Һиҙҙермәйсә, һалып иңеңә
Һөйрәгәнһең икән донъя йөгөн…
…Була алһам ине тиң һиңә!
9.
Бала саҡта, эй, көн оҙон,
Ваҡыт бигерәк үтмәй ине…
Кисте көтәм! Өҙөлөп көтәм!
Ә кис һаман етмәй ине.
Ҡасан етер йоҡлар ваҡыт?
Урындыҡтан урын алып,
Атайымдың әкиәтен
Көтә инем арып-талып.
…Ҡабатланмаҫ әкиәтен
Һәр кис һайын ҡайҙан алған? Онотолам.
Айырмайым: Ҡайҙа ысын, ҡайҙа ялған?!
Әкиәттә атта сабам, Сәмреғошта һауа гиҙәм,
Ете ҡат ер аҫтындағы Аждаһаның тынын һиҙәм!
Һыу аҫтының батшалығы
Ҡолас йәйеп ҡаршы ала,
Ҡара урман уртаһында
Мине көтә алтын ҡала…
…Күпме зәһәр әкиәтте
Түккән-сәскән иләк-хәтер…
Матур бала сағым өсөн
Рәхмәт әйтәм, атай, хәҙер.
10.
Кис етеүгә иң беренсе
Урындыҡтан алам урын,
Атайымдың уң яғынан,
Башҡа кеше килмәҫ борон.
Һул ҡулында атайымдың,
Ҡул суғынан юғарыраҡ,
Йоп-йом(о)ро тимер “шарик”
Тора ине.
Тик һуңыраҡ, Үҫкәсерәк кенә белдем:
Снаряд тигән нәмә шартлап, Яралаған. Бер ярсығын
Ул ҡалдырған икән һаҡлап.
Әкиәтте тыңлай-тыңлай,
Шарик менән уйнап ятам…
…Хәтерләһәм, яҡты һағыш
Диңгеҙенә, гүйә, батам…
– Ауыртамы? – тип һораным
Бер көн шулай.
Яуап бирҙе:
– Унда түгел, бына бында, –
Күкрәгенә төртөп берҙе.
– Атай, атай! Шарик бында,
Ә ауырта нишләп унда?
…Бар һаулығы атайымдың
Ҡалған һуғыш яланында…
Ерләгәнгә атайымды Тиҫтәләрсә йылдар үтте…
Шарикты ла ҡалдырманы –
Үҙе менән алып китте.
11.
– Һөйлә, атай, һуғыш тураһында?
– Ҡуйсы, балам, яра соҡома,
Әле булһа, тыныслыҡты боҙоп,
Килеп инә һуғыш йоҡома.
Беҙ күргәнде, балам, һеҙ күрмәгеҙ!
Дошманым да хатта күрмәһен!
Һуғыш ул – ҡан ҡойош, үлем, ҡайғы…
Халҡым ҡырылмаһын, үлмәһен!
…Үҫә биргәс кенә һөйләп ҡуйҙы
Үҙе үткән илдәр хаҡында,
Хәтеремдә уның һөйләгәне, Оноторға юҡтыр хаҡым да!
Атай, атай!
Беҙҙең бәхет өсөн, Беҙҙең ғүмер өсөн иң элек
Һин үткәнһең ҡанлы һуғыш юлын –
Рәхмәтебеҙ һиңә мәңгелек!
12.
Бер алюмин һауыт тулы ине
Атайымдың орден-миҙалы:
– Атай, бынау миҙалыңды миңә
Уйнатырға биреп тор әле? “Юҡ”, – тимәне.
Түшебеҙгә тағып, Батыр булып беҙ ҙә уйнаныҡ,
Күпме хәтирәне юғалтҡанды
Олоғайғас ҡына уйланыҡ!
Һәр орденда – атайымдың ҡаны,
Һәр миҙалда булған батырлыҡ!
Нишләп һаҡламаған миҙалдарын,
Йылдар үткәс иҫкә алырлыҡ?
Теләмәгән, ахыры, ордендарҙың
Иҫләткәнен һуғыш яланын,
Өр-яңынан кисергәндер инде,
Күргән һайын орден-миҙалын.
…Ҡулдарыма алып һуңғыларын,
Күҙ йәшемде түгеп үкенәм, Кисер, атай!
Һаҡламаған өсөн, Һуң булһа ла ғәфү үтенәм!
Иң ҡәҙерле, изге ҡомартҡылар,
Балаларым һеҙҙе һаҡларҙар,
Исемеңде аҡ ҡағыҙға яҙам – Атай!
Шиғырҙарым, бәлки, аҡларҙар?!
13.
Һин яулаған еңеүгә лә, атай,
Үтеп китте инде һикһән йыл…
Тик донъялар ғына тыныс түгел –
Көнбайышта һаман яу-дауыл.
Һин ҡасандыр азат иткән ерҙәр
Тағы фашистарҙан тапала,
Тағы ғәйепһеҙҙәр үлтерелә,
Тағы тарихыбыҙ таплана!
Бына ошо үлем-золомдарҙың
Кемдәргә һуң булды кәрәге?
Әлдә генә быны һин күрмәйһең –
Түҙмәҫ ине батыр йөрәгең!
Матур бала сағым өсөн рәхмәт,
Барлығыма рәхмәт, атайым!
Еңеү өсөн рәхмәт!
Тыныс ерҙән Ышаныслы баҫып атлайым.
…Ун туғыҙҙа, атай, һинһеҙ ҡалдым,
Әйттең: “Балам, булһын аҡ юлың…”
Минең менән, атай, ғүмер буйы
Һинең рухың, һинең аҡылың.