Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Ноябрь 2022, 18:49

Миңлегөл ХИСМӘТУЛЛИНА

БЕСӘЙ КИТТЕ ЕЛӘККӘБесәй китте еләккә,Тырыз элеп беләккә.Аяғында йөн ойоҡ,Тырызының төбө юҡ.Килеп етте еләккә,Менеп китте тирәккә.Тырнай-тырнай тирәктеЭҙләй бешкән еләкте.

Миңлегөл ХИСМӘТУЛЛИНА
Миңлегөл ХИСМӘТУЛЛИНА

Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән?
Үрмәләне бейеккә,
Күренмәй бер еләк тә.

- Мыяу-мыяу, был ни эш,
Ҡайҙа булған был емеш?
- Бесәй, бесәй, бес-бес-бес!
Унда булмай бит емеш.

Бында еләк, ергә төш, -
Тип саҡырҙы Гөлйемеш.
Бесәй һикереп төштө,
Тапты ҡыҙыл емеште.

Бесәй йөрөй еләктә,
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ...


Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: