Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
29 Ғинуар 2022, 11:20

ӘБҮЗӘРҘЕ 55-Е МЕНӘН ҠОТЛАП!

Хәҙер һинең атың "тимер", Бишмәтең дә зиннәтле. Илгә әйткән һәр ораның, Һәр бер һүҙең һиммәтле.   Итегең дә кирза түгел, Кейгән туфлийың күндән. Ымһынып ҡына ҡарайҙар Ҡыҙҙар, йәтим, тип көлгән.   Япраҡ ҡойһа ла ҡайының, Ҡомоң ҡойолмай һис тә. Ғәййәр генә ир уртаһы Бары тик илле биштә.

ӘБҮЗӘРҘЕ 55-Е МЕНӘН ҠОТЛАП!
ӘБҮЗӘРҘЕ 55-Е МЕНӘН ҠОТЛАП!

ӘБҮЗӘРҘЕ 55-Е МЕНӘН ҠОТЛАП!

Хәҙер һинең атың "тимер",

Бишмәтең дә зиннәтле.

Илгә әйткән һәр ораның,

Һәр бер һүҙең һиммәтле.

 

Итегең дә кирза түгел,

Кейгән туфлийың күндән.

Ымһынып ҡына ҡарайҙар

Ҡыҙҙар, йәтим, тип көлгән.

 

Япраҡ ҡойһа ла ҡайының,

Ҡомоң ҡойолмай һис тә.

Ғәййәр генә ир уртаһы

Бары тик илле биштә.

 

Көҙгөләге таныш йөҙгә

Өҙгөләнмәсе ҡарап.

Бәғереңде өтмәһен ут,

Телгеләмәһен ғазап.

 

Хәйер, ғазапланмай ғына

Булмайҙыр шағир кеше.

Ҡотлап, усыңды ҡыҫайым,

Тот әле минең биште.

 

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

29.01.2022 йыл.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: