Һине күреп янып йөрөнөм,
Әйтә алмай теләгемде.
Әйтелмәгән мөхәббәтем,
Әйтелмәгән мөхәббәтем
Яндыра йөрәгемде.
Үҙем hөйәм, үҙем көйәм,
Үҙем ҡасам, күренһәң.
Сәскә булып үҫер инем,
Сәскә булып үҫер инем,
Сәскәләргә үрелhәң.
Йә йылмайып, йә моңайып,
Ҡаршыма килhәң ине.
Тормош юлын берәү булып,
Тормош юлын берәү булып
Үтәйек тиһәң ине.
Һине күреп янып йөрөйөм,
Әйтә алмай теләгемде.
Әйтелмәгән мөхәббәтем,
Әйтелмәгән мөхәббәтем
Яндыра йөрәгемде.